Рухи үлемдән ҡурҡ!

     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Күпселек кешеләр үлемдән (тән үлеменән) ҡурҡа. Ә, асылда, рухи үлемдән ҡурҡырға кәрәк».
Кеше күптәрҙе юҡ иткән ер тетрәүҙәр, һыу баҫыуҙар, һуғыштар, янғындар кеүек һәләкәттәрҙән ҡурҡыусан. Әммә төп ҡурҡырға тейешле нимә — әҙәмдең йәнен ағыулаған гонаһтар һәм ҡәберҙә, мәңгелек тормошта гонаһлыларҙы көтөп торған язалар.
     Һәр гонаһ әҙәмдең әхүәле рухиәһенә үҙ мөһөрөн һала. Гонаһтарға батҡан йөрәк яҡшыны ямандан, хаҡты ялғандан айырыу һәләтен юғалта. Шундай йөрәккә эйә булғандар һис бер тартыныуһыҙ иң ауыр гонаһтарҙы ҡыла. Аллаһтан ҡурҡыуҙан мәхрүм ҡалған бындай йөрәк ҡәберҙәге мәйет тәненән бер нимәһе менән дә айырылмай.
     Үҙ халәтен аңламаған үле йөндәрҙең хәле аяныслы.
     Имам Вахб бин Мунаббих (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) шулай тип яҙа:

     «Кешеләрҙең ҡыланышы шаҡ ҡатырғыс! Улар берәүҙең тәне үлгәнгә ҡайғыра, ә йәне үлгәнгә ҡайғырмай! Ә бит рухи үлем — иң оло фажиғә!»
    Үле йән, хаҡ юлдан тайпылып, донъя океаны тулҡындарында ары һуғылып, бире һуғылып йөрөгән елкәне һынған кәмә кеүек — уның тулҡындар араһындағы ҡайһы упҡынға ҡасан батыры билдәһеҙ.
     Ғүмәр бин Абдулғәзиз (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) әйткән:
     «Һәр бер харам — ут. Үле йәнлеләр генә уға ҡулын һуҙа. Йәндәре тере булһа, улар ялҡын өтөүен тойоп һыҙланыр ине».
     Абдуллаһ ибн Мәсғүд (раҙыйаллаһу ғәнһү) йөрәктәре тере һәм үле булғандарҙы шулай тасуирлай:
     «Тәҡүәле мөьмин гонаһты өҫтөнә ишелергә әҙер торған ғәләмәт ҙур тау кеүек күрә. Гөнаһкәр өсөн гонаһ танау төбөнән осоп үткән себендән дә кесерәк». (Бухара, Дәғүәт, 4; Мөслим, Тәүбә, 3)
     Йөрәктәрендә ғәмһеҙлек сире булғандар фани донъяның һәр һынауына ифрат та ныҡ борсола, тән именлеген, матди именлеген ҡайғыртып бер була. Мәңгелек донъялағы именлектән мәхрүм иткән рухи юғалтыуҙар уларҙы тамсы ла борсомай.
     Шуныһы йәл: ҡайһы бер әҙәмдәр, саҡ ҡына ауырыһалар, врачҡа йүгерәләр, уның әйткәнен ентекләп үтәйҙәр, ә йөрәктәрен рухи ауырыуҙарҙан һаҡлау өсөн бер нимә лә эшләмәйҙәр. Улар моңһоҙлоҡ иҫереклеге менән йөрәктәренең үлеүен дә тоймай. Ә йөрәктәр хасталығы уларҙың һәр ғәмәлендә сағыла. Балалары абруйлы университет дипломы алыуын һәм юғары хеҙмәт хаҡы булған эшкә урынлашыуын ҡайғырталар, тик шул тырышлыҡтарҙың кескәй генә өлөшөн дә балаларының мәңгелек тормоштағы бәхете өсөн һалмайҙар. Ә бит фани донъялағы иң ҡиммәт ғилем — Хаҡ Тәғәләбеҙгә ғибәҙәт ҡылырға өйрәтеү, Раббыбыҙҙы таныу.
     Бер заман мәғрифәт эйәһе Мәхмүд Сәми Әфәндегә берәү улдары менән килә һәм, шатланып, рухи остаҙын улар менән таныштыра башлай:
     - Ҡәҙерле остаҙым! Был йәш кешеләр Американың үҙендә инженер һөнәрен алып ҡайтҡан белгестәр! Доғаларығыҙҙа уларҙы иҫкә алырға онотмағыҙ, зинһар!
     Шәйех Сәми Әфәнде, яғымлы йылмайып, былай ти:
     - Заманында беҙ ҙә университет тамамланыҡ. Әммә хәкиҡи белем — Аллаһу Тәғәләне таныу (мағрифәтуллаһ).
     Фаҙл бин Аббас (раҙыйаллаһу ғәнһү) әйткән:
     «Кешеләр — ғәжәйеп заттар. Бер балам үлгәс, меңләгән кеше килеп ҡайғымды уртаҡлашты. Ә йәмәғәт менән бер намаҙымды ҡалдырғас, берәү ҙә йәлләмәне, ҡайғымды уртаҡлашманы.
     Ант итеп әйтә алам: йәмәғәт намаҙын ҡалдырыу — өлкән йәшкә еткән һәм тәҡүәле ғалим дәрәжәһен алған улымдың үлеменә ҡарағанда ла ауыр юғалтыу».
     Шәйех Әбүл-Хәсан Хараҡани тап вайымһыҙлыҡтың әҙәмдең рухи юғалтыуҙары сәбәпсеһе булыуына баҫым яһай:
     «Эй инсан! Мейестәге ялҡын кейемеңә ҡапһа, һин уны һүндерергә ашығаһың. Улайһа, ниңә күңелеңде ялмап алған һауалыҡ, көнсөллөк һәм ике йөҙлөлөк ялҡынын һүндерергә ашыҡмайһың?».
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Рухи зирәклеккә эйә булғандар өсөн үлем — көтөп алынған бүләк, ҡайсылар алтын киҫәгенә зыян һаламы ни?!»
     Тәҡүәлеләр өсөн тән үлеме — Хаҡ Тәғәләгә ҡайтыу мәле. Мәүләнә Руми әйткәнсә, үлем — донъялыҡтағы яңғыҙлыҡтан һуң, һөйгәнеңә ҡайтыу.
     Һүҙҙәрен ҡеүәтләп, Шәйех Мәүләнә «Мәснәүиҙәр»ендә оло йөрәкле Билалдың (раҙыйаллаһу ғәнһү) һуңғы минуттарын һүрәтләй. Билал (раҙыйаллаһу ғәнһү), Аллаһ ҡашына тиҙерәк барып баҫыу, яратҡан арҡаҙаштары менән тиҙерәк бергә булыу уйы менән янып, ҙур ҡәнәғәтлек менән барса йәндәрҙең Хаҡ Хужаһына йәнен тапшыра.
     Юғары намыҫ эйәһе Ғәйшә атаһы Әбү Бәкерҙең (раҙыйаллаһу ғәнһүмә) был донъянан киткән арҡаҙаштары менән осрашыуҙы көтөүе хаҡында һөйләй:
     «Мин ауырыу атайымдың хәлен белергә индем. Ул минән былай тип һораны:
     - Рәсүлуллаһ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) был донъянан ниндәй көн китте?
     - Дүшәмбелә, — тинем мин.
     - Ә бөгөн ниндәй көн?
     - Бөгөн дүшәмбе.
     - Бөгөн кискә ҡәҙәр үлем килер тип өмөтләнәм! — аҙаҡ өҫтәп ҡуйҙы:
     - Бөгөн төндә үлһәм, ерләүҙе иртәгәгә ҡалдырмағыҙ! Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) янында булған көн һәм төндәрем — минең өсөн иң яҡшыһы!» (Әхмәт, I, 8)
     Хатта иҫкә төшөрөү ҙә вайымһыҙҙарҙың йөрәктәрен өшөткән үлем — ғүмерҙәрен Аллаһу Тәғәләгә хеҙмәт итеүгә бағышлаған тәҡүәлеләр өсөн, артында һөйгәне көтөп торған ҡапҡа.
     Хаҡиҡи һөйөүҙән башҡа ундай рухи бейеклеккә күтәрелеп булмай. Ысынлап һөйгәндәр һөйгәне менән осрашыу көтөү ғазабынан да ләззәт таба. Раббыбыҙға хәҡиҡи һөйөүҙән мәхрүмдәр Аллаһу Тәғәлә менән буласаҡ осрашыу тураһында ишетергә лә теләмәй.
     Изге Ҡөрьәндә йәһүдтәрҙең ҡылыҡтары һүрәтләнә:
     «Әйт һин: «Әй, йәһүд халҡы! Һеҙ бөтөн халыҡтарға ҡарағанда ла беҙ генә Аллаһҡа яҡын дуҫ, тип раҫламаҡсы булаһығыҙ, әгәр һүҙегеҙ хаҡ икән, әйҙәгеҙ, тиҙерәк үлегеҙ (Аллаһҡа тиҙерәк яҡынайырһығыҙ, сөнки Аллаһтың дуҫтары Әхирәткә ышана. Ләкин, эшләгән гонаһтарынан ҡурҡып, улар үлемде ашыҡтырмаҫтар. Аллаһ залимдарҙы бик яҡшы белеп тора». (Йома, 6-7)
     Тәҡүәле мосолмандарҙың был донъянан китеүенә ҡайғырырға кәрәкмәй, ә иманһыҙ булып, рухи ғәмһеҙлектә көн итеп киткәндәрҙе йәлләргә кәрәк. Әхүәле рухиәһе иман нуры менән тулы булғандарға тән үлеме зыян килтермәй. Үлемгә дусар һәр әҙәм тәҡдиренә күпме яҙылһа, шунса йәшәй, тик йөрәктәре иман нуры менән яҡтыртылмағандар хас та тере үлектәр. Шәйех Нажметдин Кубраның һөйләгәндәре нәсихәтле:
     Бер көндө Шәйех мөриттәре менән тәҡүәле әҙәмде дәфен итеүҙә ҡатнаша. Имам әруахҡа төбәлгән тәлҡинды әйтә башлағас, Шәйех Нажметдин Кубра йылмайып ҡуя. Остаздарының был ҡылығына хайран ҡалып, ерләү эштәре тамамланғас, шәкерттәре уның сәбәбен һорай. Шәкерттәре оҙаҡ үтенеп һорағас ҡына, Шәйех сәбәбен әйтә:
     «Әруахҡа нәсихәт биргән имамдың йөрәге буш ине, ә ҡәберҙәгенеке тере. Үле йөрәкленең тере йөрәклегә нәсихәт биреүе мине хайран итте.»
     Нәфсеһен ауыҙлыҡлап, йәнен ер сарҙарынан сафландырған мөьминдең үлеме — уның мәңгелек донъяла яңынан тыуыуы ул. Рухһыҙ тәндең тере булыуы йөрәккә йоғонто яһамай. Мәңгелек донъяла гонаһтарҙан сафланған йөрәк кенә файҙа бирә. Имам Ғазали шуға өндәй:
     «Холҡоңдо матурла, яҡшы һыҙаттарыңды камиллыҡҡа еткер. Инсан — тән түгел, йән».
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Һәр раузаның дуҫы энә».
     Энәләргә ҡарата дуҫ һәм түҙемле булғаны өсөн, раузалар һоҡланғыс һәм хуш еҫле. Тормош һынауҙарын һәм ыҙаларын күндәм үткәргән кеше генә рухи камиллыҡҡа ирешә. Иң ауыр һынауҙарҙы үтеп, юғары әхлаҡҡа эйә булғандарҙы һөйә Аллаһу Тәғәлә.
     Шәйех Әсғәт Эрбили былай яҙа:
     «Һөйөү баҡсаһы юлындагы сәнскәктәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй! Улар буйлап барып, мин һәр сәнскәктән йөҙәр рауза бөрөһө йыям!»
     «Был баҡсалар юлындағы яфалар миңә ләззәт кенә бирә. Әгәр мин сәнске тултырылган мендәрҙә йоҡлап китһәм, иң гүзәл Раузаны (салләллаһу гәләйһи үә сәлләм) күрәм!»
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
«Ахмаҡтар ғына, үлем-китем хаҡында ишетеп, үҙ үлеме хаҡында уйланмай...»
     Тәбиғәттән әҙәм нәфсеһе шулай ҡоролған: ул үҙенең үлемгә дусар булыуын танымай. Шуға күрә үҙҙәренең «мин-минлеге» әсирҙәре, ерҙә үлемһеҙ булып, мәңге йәшәргә теләй. Улар үҙ үлеме тураһында уйланырға яратмай, был хаҡта хәтергә төшөрөү ҙә асыуҙарын ҡабарта. Нисек тә тере ҡалыу теләгенән килә ул.
     Мәңгелек тормоштағы хәлдәре хаҡында борсолмағандар бөтә барлыҡтың үлемгә дусар булыуын таный, тик уны үҙенә ҡағыласаҡ нимә тип ҡарамай. Күп тапҡыр баҡыйлыҡҡа күсеүселәрҙе күрһәләр ҙә, шул әруахтар урынында үҙҙәрен күҙ алдына килтереүгә улар риза түгел. Ауырыу һәм үле йөрәктәрҙең сифаты шул: үҙҙәрен улар үлемһеҙ тип күрә.
     Мәккә мөшриктәре Рәсүлуллаһка (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шундай шарт ҡуя: әгәр ул Ҡиәмәт көнө һәм мәңгелек тормош хаҡында һөйләүҙән туҡтаһа, харам хаҡында һөйләүҙән туҡтаһа һәм боттарына ҡағылмаһа, улар Ислам динен ҡабул итә. Үлем хаҡында һөйләүҙе яратмаған замандаштарыбыҙҙың ҡыланышы яһилиәт осоро мөшриктәре ҡыланышына оҡшаш.
     Әгәр яҡын-тирәлә мәсет төҙөлһә, диндән алыҫ булғандар йәһәтерәк икенсе районға күсергә тырыша, сөнки йыназа-намаҙҙар, әруахтарҙы оҙатыу күренештәре рухи яҡтан һуҡыр булғандарҙы хафаға һала. Мәҫәлән, заманында Стамбулдың Зинджирлик зыяраты ҡапҡаһында Изге Ҡөрьәндән шундай аят тора ине:
     «Һәр йән эйәһе үлем әсеһен татыр...» (Ғәнкәбүт, 57). Бынан һуң зыярат администрацияһына ул яҙыуҙы алыуҙы һорап бик күп ялыуҙар булды, сөнки ҡайһы берәүҙәр уны күреп төшөнкөлөккә бирелде.
     Материализм һәм либерализм идеялары менән һуғарылған бөгөнгө капиталистар йәмғиәте бөтә мәғлүмәт саралары, рекламаһы, модаһы менән мәңгелек тормош төшөнсәләренән мәхрүм булған тормошто пропагандалай. Шундай тормош өйөрмәһенә эләгеү — үткән һәр көнө менән һуңғы көнөнә яҡынлашҡан әҙәм өсөн ҙур фажиғә. Мәңгелек донъя тормошон инҡар итеп, Илаһи һорау алыуҙан ҡасырға тырышыу — рухи һуҡырлыҡ һәм иҫәрлек. Баҡыйлыҡҡа күсеп, Илаһи язанан ҡотолғандар хаҡында бер хәбәр ҙә юҡ. Аллаһу Тәғәлә кешеләрҙе тетрәндергән, ҡоттарын алған Ҡиәмәт көнөн тасуирлай:
     «Ул көн килгәс, кеше әйтер: «Был дәһшәттән ҡайҙа ҡасып ҡотолайым?» (Ҡиәмәһ, Ю)
     Икенсе аятта бөтә барлыҡ өсөн берҙән-бер булған һыйыныу урыны хаҡында әйтелә:
     «Барығыҙ ҙа Аллаһка һыйынығыҙ!» (Ҙәрийәт, 50)
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Ике күҙең дә Хаҡ Тәғәләне күрә башлаһа, ике донъяла ла Уның яныңда икәнлеген күрерһең».
     «Беҙ Аллаһу Тәғәлә янында, шулай булһа ла һорайбыҙ: «Эй, Раббым, ҡайҙа һин?» Аллаһу Тәғәләнең биләмәләрендә йәшәп, башыбыҙҙы юғалтып, һөрән һалабыҙ: «Ә Раббыбыҙ ҡайҙа һуң?»
     Йөрәктәре уянғандар өсөн ғаләмдәге бөтә барлыҡ Хаҡ Тәғәләбеҙ хаҡында һөйләй, һәр Илаһи ижад емеше Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең сикһеҙ Ҡеүәте хаҡында шаһитлыҡ бирә. Был донъяла Раббыбыҙ тураһында иҫкәртеп тормаған бер нәмә лә юҡ.
     Күрә белгән күҙ күрә, ишетә белгән ҡолаҡ ишетә: бөтә ғаләм аһәңе Аллаһу Тәғәләнең Көс үә Ҡеүәтенә дәлил... Атомдарҙағы кескәй генә өлөшсәләрҙән алып икһеҙ-сикһеҙ метагалактикалар, үҫемлектәр, хайуандар, балыҡтар, ҡоштар, кешеләр — һәммәһе-һәммәһе Уның Көс-Ҡеүәтенә дәлил.
     Айыҡ аҡыллы бер генә әҙәм дә Раббыбыҙҙың барлығын инҡар итә алмай. Салих заттар әйткән:
     «Аллаһтың ысынбарлығы Уның сифаттарының был донъяла күҙҙәрҙе ҡамаштырырлыҡ сағылыштары менән иҫбатлана, шул хәҡиҡәт сағылыштары айҡанлы Хаҡ Тәғәлә маңлай күҙҙәре менән күренмәй...»
     Билдәле булыуынса, Раббыбыҙ йәшерен, сөнки кеше организмы Уның күҙгә күренеүен күтәрә алмай.
     Миҫал өсөн, әгәр бинала көсөргәнеше биш мең вольт булған лампочканы яндырған хәлдә, бер кем бер нәмә күрә алмаясаҡ, сөнки әҙәм күҙе ундай яҡтылыҡты күтәрә алмай. Фани донъяла ла Аллаһу Тәғәләне бер әҙәм дә күрергә һәләтле түгел, сөнки Илаһи Нурҙың ҡеүәтенең тиңе юҡ.
     Әҙәм тирә-яҡ мөхиттә, бигерәк тә яҙғы сағыу төҫтәр балҡышында, төрлө тон, төҫмөрҙәргә иғтибар итеп, һәр төҫ эргә-тирәһендәге предметтарҙың көн яҡтылығындағы сағылышы икәнлеге хаҡында уйланмай. Йәғни, төҫтәр төрлөлөгөн барлыҡҡа килтергән яҡтылыҡ үҙе күренмәй.
     Һауаны ла миҫал итеп килтерергә мөмкин. Бер йән эйәһе лә унан башҡа йәшәй алмай, беҙ уны һулайбыҙ, әммә күрмәйбеҙ.
     Кеше аҡылы, күҙаллауы ҡалыптарынан өҫтөн торған Аллаһу Тәғәлә Асыҡ та, Йәшерен дә. Йәғни Уның асылы йәшерен, әммә сағылышы күренеп тора. Аллаһтың кеше күҙенән пәрҙәләнеүенең үҙ хикмәте бар: йәшерен булған нимәгә ышаныуыбыҙ уны ҡиммәтле Илаһи бүләк дәрәжәһенә күтәрә лә. Ул пәрҙә Ҡимәттә шыуып төшәсәк, әммә мәңгелек тормошта ғына инаныуҙан фәтүә юҡ.
     Изге Ҡөрьән иманлылар хаҡында былай ти:
     «(Улар) күҙгә күренмәгәндәргә ышана...». (Баҡара, 3)
     Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күҙҙәре, ҡолаҡтары һәм йөрәктәре иманһыҙлыҡ пәрҙәһе менән пәрҙәләнгәндәр Раббыбыҙҙың Ҡеүәте, Бөйөклөгө, Хикмәте сағылышы булған нәмәләрҙе осраҡлы тәбиғәт күренештәре тип кенә иҫәпләй. Уларҙың ғәмәлен шағир шулай тасуирлай:
     «Улар һыуҙа йөҙгән, әммә һыуҙа булыуын аңламаған балыҡтар ише...»
     Иманһыҙҙар кем биләмәһендә йәшәүҙәре хаҡында һис тә уйланмай, был донъяла нисек йәшәүҙәре хаҡында һис ҡасан һоралмаҫтар һымаҡ тоталар үҙҙәрен.
     «Һин был донъяла нимә теләйһең, шуны эшләй алаһың...» тигән Иблис ҡотҡоһона бирелеп, шул рәүешле көн итә торғас, улар сүпкә лә тормаған ошо инаныстары, тормош ләззәттәре, уйын-көлкөһө ҡолона әүерелә. Улар, Нәжип Фазыл әйткәнсә, «елһеҙ көндө осорғос йыланды осормаҡсылар». Раббыбыҙ гүзәл сүрәттә барлыҡҡа килтерелгәндәрҙең донъяла был халәттә көн итеүе ҡыҙғаныс.
     Джунейд Багдади шулай тип яҙа:
     «Ҡайһы бер әҙәмдәргә, күҙле булғансы, һуҡыр булыу артыҡ булыр ине. Улар — күргәндәренән нәсихәт алмаусылар».
     Йөрәктәре һуҡырайғандарҙы изге аят киҫәтә:
     «Әллә һуң улар Ер йөҙө буйлап сәйәхәт итеп йөрөмәйҙәрме? Йөрөгән булһалар, баштарына уй төшкән булыр ине. Хаҡтыр, уларҙың (маңлай) күҙҙәре һуҡыр түгел, фәҡәт күңел күҙҙәре һуҡыр». (Хаж, 46)
     Аллаһу Тәғәләнең гүзәл ҡоло өсөн кәрәкле булған төп сифат — күктәге һәм ерҙәге Илаһи серҙәрҙе һәм хикмәттәрҙе күрә белеү, йәғни мәғрифәтуллаһ — Изге Ҡөрьән аяттары, ғаләмдең һәм кешенең бар булыуы хаҡында тәрән уйланып, Аллаһты таныу.
     Аллаһу ТӘҒӘЛӘ рухыбыҙҙы илаһи нуры менән яҡтыртһын һәм ғаләмдәге йәшерен серҙәр һәм хикмәттәрҙе айырырға һәләтле тәҡүәле ҡолдары даирәһенә индерһен!
     Әмин!..
     «Мәүләнә Йәләлетдин Руми» китабынан, рус теленән тәржемәсе Әҙибә Ғәҙел, редактор Айҙар Ғәҙел.