Һуңғы юлға оҙатҡанда...
     Ғәләмдәрҙең тәрбиәсеһе булған, ошо донъяларҙы яралтҡан, йәшәйеш һәм үлемде булдырған, беҙҙе лә юҡтан барлыҡҡа китергән Раббыбыҙ Аллаһ Тәғәләгә хәмед-ҫәнәләребеҙ булһа ине. Ғәләмдәргә рәхмәт өсөн ебәрелгән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм хәҙрәттәренә, салауаттарыбыҙ һәм доғаларыбыҙ ирешһә ине.
     Әссәләмүғәләйкүм хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Бөгөн беҙ бында ошо ҡайғылы йыйылышҡа, хөрмәтле кешебеҙ, (ауылдашыбыҙ, ҡәрҙәшебеҙ, мәрхүмебеҙ, мәрхүмәбеҙ)...(исеме)...һуңғы юлға оҙатырға йыйылдыҡ .
     Әҙәм балаһының өс туйы тигән әйтем бар: кешенең был донъяға тыуыуы — бәпәй туйы, мөхәббәткә бәйләнеп, ғәилә ҡорорға ниәтләнеү — өйләнешеү туйы һәм бәндә ғүмеренең һуңғы туйы — ул йыназа, мәрхүм-мәрхүмәләребеҙҙе һуңғы юлға оҙатыу йолаһы.

     Был донъябыҙ һөйөнөс миҙгелдәре һәм бәхеттәрҙең кире яғы, арттарынан эйәреп килеүсе ҡайғы хәсрәттәр менән тулылыр. Берәүҙәргә бәхет ямғырының тәүге тамсылары төшәр-төшмәҫ элек артынан ҡара болоттың юғалтыу йәшене күкрәп, янай башлай. Иртә менән көн йылмайыр, донъя менән ҡыуандырыр, ә кисен тормош кире яҡҡа әйләнер. Бер яғы татлы һәм хуш булһа, икенсе яғы әсе ҡайғы-хәсрәт менән туп-тулы уның. Зауығына талаусыны — дәрттәр көтөр, именлегенә ышанып йоҡларға ятыусыны — иртән һис шикһеҙ хәүефтәр ҡаршылар уның.
     Шағир Эдгар Вилданов шиғырын уҡып үтәйек:
                           Һәр кем уйлай йәшәйем, тип
                           Был донъяла үҙенсә.
                           Тик ғүмере үттә уның
                           Хоҙай ҡушҡан көйөнсә.
                           Беләм, килер ғүмеремдең
                           Бер заман һуңғы мәле
                           Зыяратҡа көрәк тотоп
                           Дуҫтар килерҙәр әле
                           Ҡатын-ҡыҙҙар күҙ сылатыр
                           Ирҙәр түҙерҙәр әле
                           Ҡустыларым аҡ кәфенгә
                           Беләм төрөрҙәр әле
                           Яҡындарым, ауылдаштар оҙатып барыр әле
                           Кемдер тәҙрә аша ҡарап
                           Ҡыуанып ҡалыр әле
                           Хәҙрәт ниндәй кеше ине, тип
                           Һорау алыр әле
                           Яуап тик үҙемә сер булып ҡалыр әле.
     Бына йәмәғәт, ваҡыты еткәс һәр кемебеҙгә үлем килер бер мәле, ошолай аҡ кәфенгә төрөрҙәр, барыр еребеҙ – ҡара тупраҡ һәм ятыр еребеҙ – ҡаты балсыҡ булыр. Инербеҙ ҡараңғы тар ләхеттәргә, шулай китербеҙ мәңгелек йортҡа, унда һорарҙар нимә менән килдең? Ниндәй ғәмәлдәр ҡылдың тийәрҙәр? Ҡайҙа изге ғәмәлдәрен? Яҡшылығын һәм хәйерле эштәрен? Тәүбә итәйек насар ғәмәлдәребеҙҙән, намаҙҙар ҡылайыҡ, ураҙалар тотоп ҡалайыҡ, килер бер заман үлем хәлдәрен иҫтә тотайыҡ, Хоҙай рәхмәтенә ирешергә тырышайыҡ. Шуға күрә һәр ҡайһыбыҙға ла иман байлыҡтары, доға менән, әжер-сауаплы эштәр менән был донъянан китәргә насип булһын.
     Аллаһ Тәғәлә беҙгә Ҡөръән Кәримдә әйтә:
     كُلُّ نَفْسٍ ذَائِقَةُ الْمَوْتِ وَإِنَّمَا تُوَفَّوْنَ أُجُورَكُمْ يَوْمَ الْقِيَامَةِ فَمَن زُحْزِحَ عَنِ النَّارِ وَأُدْخِلَ الْجَنَّةَ فَقَدْ فَازَ وَمَا الْحَيَاةُ الدُّنْيَا إِلَّا مَتَاعُ الْغُرُورِ
     Күллү нәфсиң ҙәә иҡатүл-мәүти үә иннәмәә түүәф-фәүнә үджүүракүм йәү-мәл-ҡиәәмәти фәмәң зүхзихә ғәни-ннәәри үә үдхыиләл-джәннәтә фәҡад фәәзә үә мәл-хәйәәтү-ддүнйәә илләә мәтәәғүл-ғуруур.

     «Һәр бер йән эйәһе үлемде татыясаҡ, тиҙҙән һеҙ ҙә татырһығыҙ. Кемдер донъянан үтһә, ҡылған ғәмәлдәре менән осрашыр. Яҡшы эш ҡылһа йәннәт хәбәре менән һөйөндөрөлөр, ямандарға ут ғазабы булыр. Был донъя һеҙҙең өсөн алдатҡыс бер уйынсыҡ ҡына. Ысын тормош ахирәттә», – тине. («Ғимран» сүрәһе, 185-се аят). Үлемде һәр йән эйәһе татыр һәм ҡиәмәт көнөндә һеҙгә әжерегеҙ тотош бирелер. Уттан ситләтелеп, ожмағҡа индерелгән кеше уңышҡа өлгәшер. Ә был донъяла кеше алдана ғына ул! — тиелә.

     Һәр әҙәм үлемгә дусар, шуға күрә был турала уйланыу кәрәк. Изге аят беҙҙе киҫәтә:
                                                                                       وَجَاءَتْ سَكْرَةُ الْمَوْتِ بِالْحَقِّ ذَلِكَ مَا كُنتَ مِنْهُ تَحِيدُ
     «Көндәрҙән бер көндө үлем иләҫлеге килер. Һинең ғүмер буйы ҡасып йөрөгән нәмәң шул (әжәл) булыр» (Ҡаф, 50/19).
     Кеше был фани донъяға һынау өсөн ебәрелгән, тимәк уның төп бурысы – Аллаһу Тәғәләнең ризалығын алырҙай ғәмәлдәр ҡылыу һәм бәхет, именлек һарайы булған йәннәткә инергә лайыҡлы булыу.
     Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең пәйғәмбәребеҙгә, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, ҡәҙәр йәшәгән иманлы ҡоло Ҡус ибн Саидтың баҙарҙа һөйләгән бер телмәрендә әйтерһең дә был аяттың асылын асып һала:
     «Эй һеҙ, кешеләр! Яҡын килегеҙ, тыңлағыҙ, белегеҙ һәм нәсихәт алығыҙ! Йәшәгән үлер, үлгән юҡҡа сығыр. Ямғыр яуыр, үлән үҫер. Балалар тыуыр, ата-әсәһенең урынын алыр. Аҙаҡ һәммәһе юҡҡа сығыр. Ваҡиғалар сылбыры өҙөлмәҫ. Һәр кем был сылбырҙа бер-береһен алмаштырыр...»
     Аллаһ бүләк итеп биргән һулыштарыбыҙ бөткәс, һуңғы һулыш алған көнөбөҙҙә, хушлашып йәки хушлашып та өлгөрмәйенсә, үлем менән осрашырбыҙ. Әммә Раббыбыҙҙы яратҡан иманлы ҡолдар өсөн ул үлем менән осрашыу булмаясаҡ, ә бәхетле яңынан тыуыу, һөйгәндең Һөйгәне менән осрашыуы буласаҡ. сөнки беҙ Аллаһҡа. уның вәғәҙә иткән йәннәттәренә ҡайтасаҡбыҙ...

     Икенсе аятта ла «Үрмәксе» сүрәһе 29/57 шулай уҡ әйтелә:
                                                                                                         كُلُّ نَفْسٍ ذَائِقَةُ الْمَوْتِ ثُمَّ إِلَيْنَا تُرْجَعُونَ
     «Ҡуллуң нәфсиң зәәиҡәтүл мәути ҫүммә иләйнәә түрджәғүүн». Йәғни һәр бер йән эйәһе үлем әсеһен татыр, был донъяла беркем дә ҡалмаҫ, үлем бар кешегә лә килер, тиелә
     Һис шикһеҙ, мәрхүмүбеҙҙең (мәрхүмәбеҙҙең) ваҡытһыҙ арабыҙҙан китеүе — ғәиләһе, яҡындары, туғандары, дуҫтары һәм барыбыҙ өсөн дә бик ҙур юғалтыу, ауыр ҡайғы. Ошо ғәиләнең, яҡындарының тәрән ҡайғыһын бергә уртаҡлашайыҡ. Аллаһ Тәғәлә уға рәхмәтен-мәғфирәтен биреп, мәрхүмебеҙҙең (мәрхүмәбеҙҙең) белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарын, хата-кәмселектәрен ғәфү итеүен, ҡылған һәр төрлө изге ғәмәлдәрен, игелекле эштәрен арттырып ҡабулдарҙан ҡылһын, шулай уҡ туғандарына әлеге ҡайғыны күтәреү өсөн түҙемлек, сабырлыҡ бирһен, һәр ваҡыт доғала булып, үҙен доғанан ҡалдырмайынса йәшәүҙәрен насип итһен, Ҡиәмәт көнөнә тиклем еңеллек менән ҡәбер ғазаптарынан имен хәлдә булыуын һәм ахыры урынын йәннәттәрҙә насип әйләһен.
     Аллаһы Тәғәлә был фани донъяны шулай яратҡан, бөгөнмө-иртәгәме беҙ барыбыҙ ҙа яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ һәм башҡа ҡәрҙәштәребеҙ менән мәңгелеккә хушлашырға мәжбүрбеҙ, бер кем дә был донъяға мәңгелеккә килмәй.
     Мөхтәрәм йәмәғәт, беҙ һәр ҡайһыбыҙ ҙа, был донъяға Аллаһы Тәғәләнең ихтыяры менән киләбеҙ. Ул һәр нәмәне бар ҡылыусы. Йәшәүҙе һәм үлемде лә бар итеүсе һәм был фани доньянан беҙ фәҡәт Аллаһының теләге менән генә китәбеҙ. Үлемде бер кем дә инҡар итә алмай, бер кем дә мәңгелеккә йәшәйәсәкмен тип әйтә алмай, ул ысынбарлыҡ, ул һәр кемгә киләсәк.
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: «Берәр ҡәрҙәшебеҙ вафат булған хәбәрҙе ишетһәгеҙ: «Иннә лилләәһи үә иннәә иләйһи раджиғуун»» –тип әйтергә ҡушҡан. Мәғәнәһе: Беҙ барыбыҙ ҙа Аллаһынан килдек һәм Аллаһыға яңынан әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Нисек һәм күпме генә йәшәргә теләһәк тә барыһын ла Аллаһ ҡулында. Беҙҙең тәҡдирҙәрҙең яҡшыһы ла яманы ла Аллаһы Тәғәләнән. Ул беҙҙе яралтты, беҙгә ғүмер бирҙе һәм уны аласаҡ та, шуға ла беҙ Аллаһының рәхмәтенә өмөт бағлап был юғалтыу асыһын сабырлыҡ менән үтергә тейешбеҙ. Ошо ҡәрҙәшебеҙҙең көтөлмәгән үлеме беҙгә һабаҡ булһын, сөнки үлем һәр беребеҙгә уйламағанда киләсәк һәм унан ҡотолоу юҡ. Беҙ оҙаҡ йәшәрбеҙ, күп эштәр башҡарырға өлгөрөрбеҙ, тип хыялланабыҙ, әммә тормошобыҙ иһә, бына ошолай, теләһә ҡайһы миҙгелдә өҙөлөргә мөмкин. Шуны иҫтән сығармаһаҡ ине.
     Хөрмәтле йәмәғәт! Ошо мәрхүм (мәрхүмәне) һуңғы юлына оҙатып Ҡөръән аяттары уҡыр алдынан һеҙгә бер һорауым бар: Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үәс-сәләмдең бер хәҙисендә: «Кемгәлер бурыслы булып был донъяны ҡалдырған кеше ҡәберендә бығауланып торор, был бығауҙан уны бурысын түләү генә азат итәр», — тип әйтелә. Шуға ла йыназа намаҙы уҡыр алдынан ауыл имамы: “Был кешенең бурыстары ҡалдымы? Унан бурыс талап итеүсе бармы?"— тип һорарға тейеш. Әгәр кемдер: «Эйе», — тип яуап биреп, дәлилдәрен дә килтерһә, мулла: «Был бурысты кем ҡайтара?»— тип йәнә туғандарынан һорай. «Эйе, ҡайтарырбыҙ,түләрбеҙ», — тигән осраҡта ғына йыназа намаҙы уҡыла. Кире осраҡта мулла йыназа намаҙын уҡымаһа ла хаҡлы. Әгәр был турала имам һорамаһа, ул гонаһлы булып ҡала. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһи-сәләм: «Аллаһ Тәғәлә юлында үлеүселәргә йәннәт ишектәре асыҡ, әгәр бурысы булмаһа», — тип әйтә. Аллаһ Тәғәлә был кешенең бурыстан башҡа бөтә гонаһтарын ярлыҡай. Сөнки башҡа ғәмәлдәре — Аллаһ хаҡы, бурыс — кеше хаҡы. Кеше хаҡын тере саҡта уҡ ҡайтарыр кәрәк. Тимәк, уның хаҡын был донъяла түләмәгәс, ул Ҡиәмәт көнөнә ҡала.
     Мәрхүмүбеҙгә (мәрхүмәбеҙгә) бәхил бул тип, бәхил ул беҙҙенсә осрашҡанға тиклем тигән һүҙҙәр менән оҙатайыҡ, барған ереңдә рәхмәт фәрештәләре ҡаршы алһын, Аллаһ Тәғәләнең ризалығы насип булһын үҙенә тип, теләйек! Раббыбыҙ, ҡараңғы гүрен яҡты, ауыр тупрағың еңел, рухын шат, тыныс ятыуыңды, Ҡиәммәт көнөнән һуң киләһе урының Йәннәт баҡсаларында насип итһен!
     Баҡыйлыҡҡа күскән кешегә беҙ доғанан башҡа бер нәмә менән дә ярҙам итә алмайбыҙ. Шуға күрә, хәҙер, ҡәрҙәшебеҙгә һуңғы бүләгебеҙ итеп, барыбыҙ ҙа тәһлил сығып, Ҡөръән аяттар уҡып, барыбыҙҙа бергә бер доға ҡылайыҡ...

     Ҡөръән бағышлау: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/%D2%A1%D3%A9r%D3%99n-ba%D2%93yshlau.html

     Ҡөръән ашы тәртибе:  https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%A1%D3%A9r%D3%99n-ashy-t%D3%99rtibe.html

     Мәрхүмдәргә Ҡөръән уҡыу үә доға ҡылыу:  https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/m%D3%99rx%D2%AFmd%D3%99rg%D3%99-%D2%A1%D3%A9r%D3%99n-u%D2%A1yu.html