Яйыҡ йорт, башҡорт
Эй Яйыҡ йорт, яйыҡ йорт. Әлим Зарипов
«Башҡорт иле 1557 йылда үҙе теләп Рәсәйгә ҡушылған», — тигән рәсми пропагандаға ҡарата урынлы шик тыуа. Ни өсөн тигәндә, урыҫтарҙың бөтә хакимлығы Өфө крепосынан ары китмәгән, Башҡортостан менән фактик идара итеү Күсем хан һәм уның улдары, нөғәй мырҙалары ҡулында булған. Ошо айҡанлы урынлы һорау тыуа: был тулы мәғәнәһендә урыҫ дәүләте составында булыу тигәнде аңлата аламы? Зәки Вәлиди Туғандың «Башҡорттар тарихы» исемле китабында яҙылғандарҙы бер һүҙһеҙ ҡабул итәбеҙ икән (ә башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүселәр араһында Зәки Вәлиди торған бейеклеккә күтәрелгән ғалимдар Башҡортостанда ла, Рәсәйҙә лә юҡ), беҙ бөгөн, «башҡорт халҡы 1557 йылдан Урыҫ дәүләте составында», — тигән раҫлауға тәнҡит күҙлегенән ҡарарға һәм башҡорт халҡының урыҫ колонизаторҙарына ҡаршы йүнәлтелгән 220 йыллыҡ азатлыҡ һуғышы тураһында асыҡтан-асыҡ әйтергә тейешбеҙ. Ошо ерҙә Зәки Вәлиди Туғандың үлемһеҙ һүҙҙәрен килтереү урынлы булыр: «Урыҫ баҫып алыуына ҡаршы был тиклем оҙаҡ һәм ныҡышмалы, аяуһыҙ көрәшкән башҡа һис бер ҡәүем һәм һис бер төрки ҡәбиләһе юҡ». Урыҫ тарихсыһы Дубровин башҡорттарҙы юҡҡа ғына «урыҫ хакимиәтенең көнсығыштағы иң дәһшәтле дошманы», — тип баһаламағандыр... Читать далее
Архив метки: рәсәй
Суверенитет, демократия, һүҙ азатлығы
Суверенитет, демократия, һүҙ азатлығы
Суверенитет, демократия, һүҙ азатлығы
«Рәсәй иленә ҡәбәхәттәр идара итә»,— тип белдерҙе, Рәсәй Федерацияһының кеше хоҡуҡтары буйынса вәкәләтлеһе Сергей Ковалев. Үҙ ерендә үҙ халҡына ҡаршы һуғыш асҡан власть даирәләрен башҡаса атап булмайҙыр ҙа. Төньяҡ Кавказдағы Ичкерияның һәм күрше региондарҙың йөҙәрләгән мең халыҡтары — чечендар һәм ингуштар, ҡарәсәй һәм адыгей, осетин һәм балҡарҙар — бары тик донъяға үҙҙәре булып тыуған һәм үҙҙәре теләгәнсә йәшәргә ынтылған өсөн XX быуат эсендә генә бына нисәнсе тапҡыр депортацияға, этноцидҡа, туранан-тура геноцидҡа дусар ителде, йорт-ерҙәре яндырылып, ас-яланғас ҡалдырылды, үлтерелде, иленән һөрөлдө. Бына нисәнсе тапҡыр үҙ халҡына ҡаршы ҡуйылып, төрлө милләттән булған тиҫтәләгән мең Рәсәй хәрбиҙәре һәләк ителде. Ирендәрендә әсә һөтө лә кибеп өлгөрмәгән, мыйыҡтары ла яңы ғына һыҙылып сығып килгән һәм Рәсәй армияһында әле күҙҙәре лә асылмаған бесәй балаларын хәтерләткән һөлөктәй егеттәребеҙҙе утлы нөктәләргә ебәреп, милләттең иң сәләмәт һәм иң көслө яртыһынан «пушка ите» яһанылар.
Рәсәй армияһының, тимәк, беҙҙең егеттәрҙең — урыҫмы, татармы, сыуашмы, башҡортмо, барыбер беҙҙеке, бит улар — Ичкерияла «бандиттар» менән түгел, ә чечен халҡына ҡаршы һуғышыуы бөгөн бөтә донъяға билдәле. Читать далее