Архив метки: Аллаһ

Аллаһты зекер итеү

                                                        Аллаһты зекер итеү

                                                                                                                          بسم الله الرحمن الرحيم
     Бисмилләһир рахманир рахим. Беҙҙе юҡтан бар иткән Раббының, Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлыйбыҙ.
     Бөтә булған маҡтауға лайыҡлы Бер Аллаһ Тәғәләгә хәмед ҡылабыҙ! Унан ғына илаһи ярҙам һорайбыҙ һәм дә Унан ғына гонаһтарыбыҙҙың ярлыҡауын һорап ялбарабыҙ!
     Үҙ нәфсебеҙҙең насарлығынан һәм дә боҙоҡ ғәмәлдәребеҙҙән Бер Аллаһҡа һыйынабыҙ!
     Кемде Аллаһ Тәғәлә һиҙәйәт биреп тура юлға күндерһә, уны бер кем дә тура юлдан яҙҙыра алмаҫ. Ә кемде Аллаһ Тәғәлә Үҙенең Ғәҙеллеге менән һиҙәйәтһеҙ ҡалдырһа, уны, Аллаһтан башҡа, бер кем дә тура юлға баҫтыра алмаҫ.
     Бары тик Аллаһ ғына ғибәҙәт ҡылырға лайыҡлы Зат, Уның һис бер тиңдәше юҡ, һәм Мөхәммәд ﷺ — Аллаһтың ҡоло һәм илсеһе, тип шәһәдәт килтерәм.
     Аллаһ Тәғәләгә һәм Уның һуңғы пәйғәмбәренә, Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә маҡтауҙар һәм салауаттар булһын!
     Мосолман һәр эште — «Бисмилләһи рахманир рахим», тип Аллаһ Тәғәләне иҫкә алып, Уны зекер итеп башлай. Зекер ул ғәрәпсәнән иҫкә, хәтергә төшөрөү тигән һүҙ. Дин тәғлимәтендә Аллаһты һәр саҡ күңелдә тотоу, Уны хөрмәт итеү, маҡтау, бөйөкләү һәм ҙурлау була. Шулай уҡ зекер Ҡөрьәндең бер исеме булып тора. «Хаҡиҡәттә, был зекерҙе беҙ һиңә иңдерҙек һәм уны ҡиәмәт көнөнә тиклем һаҡлаясаҡбыҙ», – тип әйтә Аллаһы Тәғәлә. Ҡөръәне ятлаған һәм уҡыған кеше Раббыбыҙҙы зекер итә. Читать далее

Хоҙай

                                                             Хоҙай
     «Хоҙай» тип Аллаһ Тәғәләгә өндәшергә буламы? Был Хоҙай һүҙҙе телебеҙҙә киң таралған. Был турала шиғырҙарҙа ла, бәйеттәрҙә лә, мөнәжәттәрҙә лә, йырҙарҙа ла, үҙ-ара һөйләшкәндә лә, Аллаһҡа доға ҡылып, Унан һорағанда ла киң ҡулланабыҙ. Был турала элекке хөрмәтле мөфтиебеҙ Нурмөхәммәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндең «Иман – күңел көҙгөһө» китабын ҡараштырып алайыҡ. Ул бына нимә тип яуап биргән.
     Һорау — яуап
     — Халҡыбыҙ телендә, милли матбуғат баҫмаларында “Хоҙай” тигән һүҙ йыш ҡулланыла. Белеүебеҙсә, Аллаһ Тәғәләнең 99 исеме бар, әммә ундайы юҡ. “Хоҙай” һүҙен ҡулланыу дөрөҫмө? Әкрәм Ҡәйепҡолов. Баймаҡ районы.
     — Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
     “Аллаһҡа гүзәл исемдәрен әйтеп доға ҡылығыҙ”, — тиелгән “Әл-Әғраф” сүрәһендә. Рахмән (мәрхәмәтле, шәфҡәтле), Мәлик (батша), Ҡотдос (изге), Сәләм (саф, тыныслыҡ һәм бәрәкәт биреүсе), Латиф (аңлаусы, ғәфү итеүсе), Ғәфүр (тәүбә иттереүсе)... Аллаһ Тәғәләнең 99 рәсми исеме билдәле. Уларҙың араһында Үҙе генә белгән йәшерен берәүһе лә бар. Ләкин, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, исемдәр 99 менән генә тамамлана, тип әйтеү мөмкин түгел. Донъяла бихисап милләт вәкилдәре йәшәй, улар Аллаһ Тәғәләне үҙ телендә төрлөсә исемләй. Беҙҙәге “Хоҙай”тигән һүҙ ҙә — ошоға дәлил. Уны әйтеп доға ҡылғанда ниндәйҙер икенсе затҡа өндәшмәйбеҙ бит, ә фәҡәт Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итәбеҙ. Башҡа төрлө милләттәрҙә үҙҙәренсә бүтән һүҙҙәр ҡулланылыуы ихтимал. “Ҡөрьән”дең тәржемәһендә күренеүенсә, бындай күренеш урыҫ телендә лә бар.
     “Мин һеҙҙе төрлө ҡәүем итеп яраттым”, — тиелгән изге китапта. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәләне һәр халыҡ үҙ һүҙе менән төрлөсә бөйөкләй икән, был яҙыҡ түгел. Киреһенсә, был беҙҙең телебеҙҙен байлығын, киңлеген, тәрән тамырлы булыуын сағылдыра. Хатта ки Ғабдулла Туҡайҙың бер шиғырында: Читать далее