Архив метки: хоҙай. тәңре

Хоҙай

                                                             Хоҙай
     «Хоҙай» тип Аллаһ Тәғәләгә өндәшергә буламы? Был Хоҙай һүҙҙе телебеҙҙә киң таралған. Был турала шиғырҙарҙа ла, бәйеттәрҙә лә, мөнәжәттәрҙә лә, йырҙарҙа ла, үҙ-ара һөйләшкәндә лә, Аллаһҡа доға ҡылып, Унан һорағанда ла киң ҡулланабыҙ. Был турала элекке хөрмәтле мөфтиебеҙ Нурмөхәммәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндең «Иман – күңел көҙгөһө» китабын ҡараштырып алайыҡ. Ул бына нимә тип яуап биргән.
     Һорау — яуап
     — Халҡыбыҙ телендә, милли матбуғат баҫмаларында “Хоҙай” тигән һүҙ йыш ҡулланыла. Белеүебеҙсә, Аллаһ Тәғәләнең 99 исеме бар, әммә ундайы юҡ. “Хоҙай” һүҙен ҡулланыу дөрөҫмө? Әкрәм Ҡәйепҡолов. Баймаҡ районы.
     — Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
     “Аллаһҡа гүзәл исемдәрен әйтеп доға ҡылығыҙ”, — тиелгән “Әл-Әғраф” сүрәһендә. Рахмән (мәрхәмәтле, шәфҡәтле), Мәлик (батша), Ҡотдос (изге), Сәләм (саф, тыныслыҡ һәм бәрәкәт биреүсе), Латиф (аңлаусы, ғәфү итеүсе), Ғәфүр (тәүбә иттереүсе)... Аллаһ Тәғәләнең 99 рәсми исеме билдәле. Уларҙың араһында Үҙе генә белгән йәшерен берәүһе лә бар. Ләкин, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, исемдәр 99 менән генә тамамлана, тип әйтеү мөмкин түгел. Донъяла бихисап милләт вәкилдәре йәшәй, улар Аллаһ Тәғәләне үҙ телендә төрлөсә исемләй. Беҙҙәге “Хоҙай”тигән һүҙ ҙә — ошоға дәлил. Уны әйтеп доға ҡылғанда ниндәйҙер икенсе затҡа өндәшмәйбеҙ бит, ә фәҡәт Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итәбеҙ. Башҡа төрлө милләттәрҙә үҙҙәренсә бүтән һүҙҙәр ҡулланылыуы ихтимал. “Ҡөрьән”дең тәржемәһендә күренеүенсә, бындай күренеш урыҫ телендә лә бар.
     “Мин һеҙҙе төрлө ҡәүем итеп яраттым”, — тиелгән изге китапта. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәләне һәр халыҡ үҙ һүҙе менән төрлөсә бөйөкләй икән, был яҙыҡ түгел. Киреһенсә, был беҙҙең телебеҙҙен байлығын, киңлеген, тәрән тамырлы булыуын сағылдыра. Хатта ки Ғабдулла Туҡайҙың бер шиғырында: Читать далее