Үлгәндәр ишетәме?
     Үлгәндәр Ҡөръән уҡығанды ишетәме тигәнгә, бөгөн беҙҙең наҙан сәләфит-ваһһабтарыбыҙ юҡ, ишетмәйҙәр, уларға бер ниндәй ҙә һауаб-әжер бармай тип ҡаршы торалар. Был наҙандар үҙҙәренең ғалимдарының китабтарын уҡымайҙар, Ҡөръән Кәримдән тура тәржемә эшләп халыҡ башын бутайҙар. Әйе Ҡөръәндә үлеләр ишетмәйҙәр, тигән аяттар бар, тик тереләр генә ишетә тигән мәғәнәлә «иманлы кешеләрҙе – мосолмандарҙы», әйтә Аллаһ.
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә:
                                         فَإِنَّكَ لَا تُسْمِعُ الْمَوْتَى وَلَا تُسْمِعُ الصُّمَّ الدُّعَاءَ إِذَا وَلَّوْا مُدْبِرِينَ
     «Фә'иннәкә ләә түсмиғүл-мәүтәә үә ләә түсмиғү-ссуммәддү-ғәә'ә иҙәә үәлләү мүдбириин».
     «Мәйеттәр, артҡа сиккән һаңғырауҙар һинең саҡырғаныңды ни эшләтһәң дә ишетмәҫ». Әр-Рум сүрәһе, 30/52.«
                         وَمَا أَنتَ بِهَادِ الْعُمْيِ عَن ضَلَالَتِهِمْ إِن تُسْمِعُ إِلَّا مَن يُؤْمِنُ بِآيَاتِنَا فَهُم مُّسْلِمُونَ
     «Үә мәә әңтә биһәәдил-ғүмйи ғәң даләәләтиһим иң түсмиғү илләә мәй-йүьминү би'әәйәәтинәә фәһүм мүслимүүн».
     «Аҙашҡан һуҡырҙарҙы һин хаҡ юлға төшөрә алмаҫһың. Һин Беҙҙең аяттарға ышанған кешеләрҙе генә тыңлата алаһың. Улар күңелен биргән мосолмандар». Әр-Рум сүрәһе, 30/53. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...