Саләти-өммиә (салауат)

                                              Саләти-өммиә (салауат)

   Аллааһүммә салли ғәлә сәййидинә Мүхәммәдиин-нәбийил-үммийи үә ғәлә әәлиһии үә сахбиһии үә сәллим.

   Мәғәнәһе: Йә, Аллам! Әфәндебеҙ, өммәттең нәбиһе Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә үә әһленә, сәхәбәләренә рәхмәтеңде ҡыл.
   Ошо салауатты уҡыған мосолмандар донъяла үә әхирәттә бәхетле булырҙар

Саләти-нәриә (салауат)

                                                          Саләти-нәриә

   Аллааһүммә салли саләәтән кәәмиләтән үә сәллим сәләәмән тәәммән, ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдинил-ләҙии тәнхаллү биһил-ғукадү үә тәнфәриджү биһил күрабү үә түҡҙаа биһил-хаүәәиджү үә түнәәлү биһир-рағааибү үә хүснүл-хаүәәтими үә хүснүл-хаүәәтим, үә йүстәсҡал-ғәмәәмү биүәджһиһил-кәриим үә ғәләә әәлиһии үә сахбиһии фии күлли ләмхатин үә нәфәсин биғәдәди күлли мәғлүүмилләк.

   Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһым! Уның үҙе хөрмәтенә сихырланған төйөндәр сиселгән, ҡайғы-хәсрәттәр киткән, ихтыяжһыҙ үә теләктәргә матурлыҡ үә гүзәлектәргә киң юлдар асылған, икһеҙ-сикһеҙ йомартлыҡ эйәһе, абруйы хөрмәтенә болоттар илаған Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәләмгә, уның затына һәм сәхәбәләренә донъялағы һәр ҡарашта һәм һәр һулышта камил мәрхәмәт һәм тулы сәләмәтлек бүләк итсе!».

   Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмгә бағышлап һәр көн салауат әйтергә кәрәк. Бигерәк тә «Саләти-мүнджиә», «Саләти-фәтхиә» һәм «Саләти-нәриә»не күп тапҡыр уҡыу бик сауаплы.
   Һәр ҡайһы ҡыйынлыҡ һәм ауырлыҡ ваҡытында, шуларҙы хәтем итеп, доға ҡылынһа, теләктәр Аллаһы Тәғәләгә ирешер һәм ҡабул булыр, инш Аллаһ!

   Был салауат шәрифтең ике мәшһүр исеме бар – салауат-нәрийә һәм салауат – тәфрижийә. Мәғриб ғалимдәре был салауатҡа “нәрийә” исемен биргәндәр, улар һәр булған бер ҡыйынлыҡ, бәлә-ҡаза менән осрашҡанда “салауат-нәрийә”- не күп уҡырға ҡушалар. Ҡайһы бер ғалимдәр ошо салауатҡа “тәфрижийә” исемен биргәндәр. Тәфрижийә – ҡайғы үә күңелһеҙлектән ҡотҡарыусылыр. Һәр хәлдә был салауат кешенең йөрәген тынысһыҙлыҡтан, күңелһеҙлектән паҡлай. Ошо салауат пәйғәмбәребеҙгә яҡынлашыу өсөн иң тәҫирле, иң көслөһө булып һанала.

Саләти-фәтхиә (салауат)

                                                   Саләти-фәтхиә

   Аллааһүммә салли үә сәллим үә бәәрик ғәләә сәйидинәә Мүхәмәдинил-фәәтихи лимәә үғлиҡа үәл-хаатими лимәә сәбәҡ. Нәәсирил-хаҡҡи бил-хаҡҡы үәл-һәәдии иләә сыраатикәл-мүстәкым үә ғәләә әәлиһии хаҡҡа ҡадриһии үә миҡдәәриһил-ғаҙыым.

   Мәғәнәһе: “Эй, Раббым! Изгелек ишектәрен асыу өсөн килеп-киткән пәйғәмбәрҙәрҙең иң һуңғыһы, тоғролоҡта һәм ғәҙелектә Аллаһ Тәғәләнең ярҙамсыһы булған һәм тоғролоҡ юлына өндәгән Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмдең, үҙенә һәм ғәиләһенә, уның юғары дәрәжәһе һәм мәртәбәһе хөрмәтенә беҙгә мәрхәмәт ит, сәләмәтлек һәм бәрәкәт бүләк итсе!”.

Саләти-мүнджиә (салауат)

                                                     Саләти-мүнджиә

    «Аллааһүмә салли ғәләә сәйидинәә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли сәйидинәә Мүхәммәд саләәтән түнджиинәә биһәә мин джәмиғил-әһүәәли үәл-әәфәәт. Үә тәҡды ләнәә биһәә джәмииғәл-хааджәәт. Үә түтаһһирүнәә биһәә мин джәмиғыс-сәйиәәт үә тәрфәғүнәә биһәә ғындәкә әғләд-дәраджәәт. Үә түбәллиғүнәә биһәә әксал-ғаайәәт. Мин джәмиғыл-хайрати фил-хайәти үә бәғдәл-мәмәәт. Иннәкә ғаләә күлли шәй иң ҡадиир».

     Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә, һәм уның нәҫеленә шундай мәрхәмәттәр буләк ит, шуның менән беҙҙе барса ҡурҡыу, дәһшәт һәм афәттәрҙән ҡотҡарсы! Барса ихтыяждарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндерсе! Барса гонаһтарҙан арындырсы! Үҙ яныңдағы иң юғары дәрәжәгә күтәрсе! Йәшеүебеҙҙә лә, үлемебеҙҙә лә бөтөн изгелектәрҙең иң ҙур дәүмәлдәренә ирештерсе! Һинең ысынында һәр нәмәгә көсөң, ҡөҙрәтең етә!».

     Бөтөн ҡурҡыуҙарға, бәлә-ҡазаларға ҡаршы уҡылған иң тәҫирле салауат ошолор. Исеме “Мүнджийә” – ҡотҡарыусы, ҡотҡара торған тимәктер. Был салауат намаҙҙан һуң уҡыла, көндә өс мәртәбә уҡыр кәрәк.

        Саләти-мүнджиә: https://nazir1965.com/din/b%D3%99ra%D3%99t-kise-3.html#more-7581

Яулыҡ? Хиджап? Әллә баш кейемеме?

 башкирка

                    Яулыҡ? Хиджап? Әллә баш кейемеме?

   Мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына ҡағылышлы яулыҡ һәм хиджап тураһында бәхәстәр халҡыбыҙ араһында әленән-әле ҡалҡып сығып тора. Бер яҡтан, башҡорт булараҡ, беҙгә хиджап нимәгә кәрәк ул, үҙебеҙсә яулыҡ ябынайыҡ, тиҙәр, икенселәре хиджап яҡлы, өсөнсөләре яланбаш йөрөйөк, тиҙәр. Хиджап — ул ғәрәп ҡатын-ҡыҙҙарының баш һәм өҫ кейеме, Көнбайыш Европала уны баш ябыуы тиҙәр. Яулыҡ тип беҙҙең яҡта әйтәләр. Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙын башы ла, кәүҙәһе лә, битенән һәм ҡул суҡтарын тыш, ябыҡ булырға тейеш.

   Ислам динендә генә баш һәм тән ҡаплаулы булырға тейеш, тип уйламағыҙ, шул уҡ талап христиан һәм иврит диндәрендә лә бар. Өҫ-баштағы кейемдәргә килгәндә, улар сусҡа тиреһенән булыуы тыйыла, шул ғына. Төҫтәренә килгәндә, ирҙәргә ҡатын-ҡыҙҙарға оҡшатып ҡыҙыл төҫтән йә ебәктән кейергә ярамай. Шулай уҡ һүрәтле кейемдәрҙә йөрөү ҙә гонаһлы. Яланбаш йөрөйһөгөҙ икән – үҙегеҙгә ҙур гонаһ алағыҙ, иманығыҙ кимәле түбән икәнен күрһәтә. Иман – Аллаһ Тәғәләгә ышаныу булғас, ни эшләп ҡушҡандарына бармаҡ аша ҡарарға?

   Ғәрәптәргә оҡшатып кейенеү кәрәкмәй. Пәйғәмбәребеҙ әйткән бит: ғәрәп халҡының башҡа халыҡтарҙан өҫтөнлөгө юҡ тип. Кейенегеҙ һәм ябынығыҙ хәҙерге стилдә, тик шәриғәт ҡушҡан сиктән сыҡмағыҙ. Шәриғәт сиге — Аллаһ Тәғәлә ҡушҡан сик. Сиктән сығаһығыҙ икән, гонаһ һеҙҙеке – үҙегеҙгә ошо ғүмерҙә лә һәм әхирәттә лә яза килеүен көтөгөҙ. Читать далее →

Бәйғәмбәребеҙгә бәйле хикәйәттәр...

Имам Ғариф — хажи Ғабдрахман

                  Бәйғәмбәребеҙгә бәйле хикәйәттәр...

                          ” Инжил” дәге хаҡиҡәт

     Ғайса ғәләйһиссәләмдең вафатынан һуң IV — V быуаттарҙа төрлө апостол* мөәллифтәр тарафынан Аллаһ һүҙҙәрен үҙҙәренә ҡулайлы итеп йәки үҙгәртеп 400-гә яҡын «Инжил» китабы яҙылып, нәсара* араһында таралған була. Папа* Жаласюс I Һижрәткәсә 492 йылда папа тәхетенә ултырғас, дүрт Инжилды ҡанунлаштыра, ә ҡалғандарын уҡымаҫҡа һәм юҡ итергә бойора. Шуларҙың араһынан «Барнаба Инжиле»н уҡылыуы ҡәтғи рәүештә тыйылған китаптар исемлегенә индерәләр. Хатта уны уҡыған кешене язаға тарттырыу ҡаралған була.
     Шуға ҡарамаҫтан, өс Барнаба Инжиле урлана. Шуларҙың береһе бер аҙ ваҡыт үткәс, Вияналағы Император китапханаһына еткәс, инглиз теленә тәржемә ителә. Икенсеһе һуңғараҡ Бөйөк Британияның Британия музейына, ә өсөнсөһө Америка Конгресы китапханаһына ебәрелә. Бында был китаптар хәрби сер булараҡ һаҡланалар.
Читать далее →

«Светский» — динһеҙ йәшәү мәғәнәһендәме?

                               "Светский" — динһеҙ йәшәү мәғәнәһендәме?

   Һуңғы ваҡытта, беҙҙә, ҡайһы бер әҙәмдәр: беҙ, светский государство ла йәшәйбеҙ тип, динде халыҡтан ситләштереп маташалар. Мәҫәлән: мәктәптә мосолман ҡыҙ балалар яулыҡ ябынһа, ярамай, беҙ бит светский илдә йәшәйбеҙ тип, ҡаңғыра башлайҙар. Был мәктәптәрҙә, ВУЗ-дарҙа һәм башҡа эш урындарында яулыҡ ябыныу мәсьәләһе ыңғай хәл ителмәһә, әгәр ҡаршылыҡтар килеп сыҡһа,  шулай уҡ эшләгән ерҙә, намаҙ уҡыуға ҡаршылыҡтар булһа – БГУ-ның юристәренә мөрәжәғәт итегеҙ.
   Нимә тигәнде аңлата һуң «светское государство»? Конституцияла “Россия Федерацияһы светское государство” яҙылған, тик мәғәнәһе нимәлә? Принцибы?
   Светский тигән һүҙ 1993 йылдағы перестройка Конституцияһында барлыҡҡа килә. Хатта, совет осоронда буржуй һүҙҙәре мәғәнәһендә булғас уны телгә лә алмайҙар. Был Конституцияны болғансыҡ осорҙа, Ельцин власта булған саҡта ҡабул итәләр, демократия индербеҙ тип (сит илдәрҙән бар бысраҡты). Читать далее →

Өйләнеү

                                                                     Өйләнеү

     Ир һәм ҡатындың бергә йәшәүе мөһим ижтимағи институт булып тора. Әхләҡһеҙлектән ҡотолоу өсөн ғаиләһен аҫырай алған һәр йәш кеше өйләнергә тейеш. Ислам күҙлегенән ҡарағанда, никахлашмау — әшәкелек. Ул ғына ла түгел, ике кешенең мөхәббәтен арттырыу өсөн ир менән ҡатын булын йәшәүҙән дә яҡшырағы юҡ. Финанс яғы насар булыуы арҡаһында өйләнә алмаған кешеләргә иһә, енси ынтылышты баҫыр өсөн, ваҡыт-ваҡыт ураҙа тоторға кәңәш ителә. Әгәр мосолман матди яҡтан тәьмин ителеп тә, өйләнергә теләмәһә һәм быға мохтажлыҡ күрмәһә, уның өйләнмәүе ғәйеп һаналмай.
                                                          Ҡатын эҙләү
     1. Ир-ат Ислам күҙлегенән ҡарағанда мәхрам (өйләнешергә тыйылған кешеләр) туғандарға өйләнә алмай. Ҡан ҡәрҙәшлеге арҡаһында өйләнергә ярамай торған ете төрлө ҡатын-ҡыҙ бар.
     2. Исламға йәне-тәне менән бирелгән ҡатын иң яҡшы ҡатындарҙан һанала. Ҡатынға уның байлығына, йәмғиәттә тотҡан урынына, матурлығына ҡарап өйләнергә мөмкин. Әммә бергәләп тормош ҡорор өсөн былар ғына етмәй, уларҙың никахты боҙоуы ихтимал. Шунлыҡтан үҙ-ара аңлашып йәшәү һәм фекер ҡаршылыҡтарын булдырмау өсөн дөйөм нигеҙ булырға тейеш. Ә бындай нигеҙ булып Исламға тоғролоҡ һанала.

Читать далее →

Башҡорт суфый шәйех Зәйнулла ишан

                                              Башҡорт суфый шәйех Зәйнулла ишан

     Башҡорт суфый шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлевтың (1833—1917 ) ҡыҫҡаса тормош юлы
     Зәйнулла-ишан 1833 йылдың 23 мартында Ҡорбан байрамы көнөндә Троицк өйәҙенә ҡараған Туңғатар волосының (хәҙерге Башҡортостан Републикаһының Учалы районы) Шәрип ауылында ҡыуаҡан ырыуы башҡорттары ғаиләһендә тыуған.
     Уның шәжәрәһе түбәндәгесә: Зәйнулла — Хәбибулла — Рәсүл — Муса — Байрамғол — Ғашиҡ — Солтанай — Морат Тобай — Ураҙғали — Яғшай — Ятабай — Ҡабул (Ҡабулдың кем улы булыуы билдәһеҙ).
     Зәйнулла тәүҙә үҙенең тыуған ауылында, унан һуң Малай Муйнаҡ ауылында Яҡуп-шәйехтә белем ала. Был шәйех Ахун ауылына (хәҙерге Учалы районы Ахун ауылы) күсеп киткәс, уҡыусылары, шул иҫәптән, үҫмер Зәйнулла ла уның артынан китә. 1851 йылда 17 йәшендә Троицкиға юллана. Унда дамулла Әхмәт бин Хәлит әл-Минҡариҙан (1870 йылда вафат була) шәриғәт буйынса тәрән белем ала. Зәйнулла ете йыл буйына ғәрәп теленән, фекерләү, хикмәт, кәлам (был фәндән ул «Шәрх Ғакаид Ғадудия» китабын уҡып сыға) фәндәренән белем туплай. Шәйех дамулла Мөхәммәт Шаһ бин Мираҫтан Изге Ҡөрьәнде уҡыу (тәжүит) буйынса ла белем ала. Мәҙрәсәне тамамлап, уҡытыусылыҡ эшенә таныҡлыҡ (ижазәт) алып, тыуған яғына ҡайта. 1858 йылда Верхнеурал өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Аҡҡужа ауылына имам итеп тәғәйенләнә. Бында үҙенең мәҙрәсәһенә нигеҙ һала һәм уҡытыу эшен башлай. Шул йылда өйләнә.
Читать далее →

Тәҡдир һәм ҡазаға инаныу

                                               6. Тәҡдир һәм ҡазаға инаныу

     Имандың алтынсы шарты — тәҡдиргә инаныу. Тәҡдир һәм ҡазаны яҡшыраҡ аңлар өсөн, иң беренсе ирадәи-жузийәне белергә кәрәк.
                    Ирадәи-жузийә (һайлау иреге)
     Ирадәи-жузийә — Аллаһы Тәғәләнең ҡолдарына биргән, сикләнгән дәрәжәләге юл һайлау хоҡуғы. Был төшөнсәнең әһәмиәте бик ҙур, сөнки кеше ирадаһын (теләген) яҡшылыҡҡа йүнәлтһә, Аллаһы Тәғәлә яҡшылыҡты бар итә, насарлыҡҡа йүнәлтһә — насарлыҡты бар итә. Был яҡтан ҡарағанда, кеше Йәннәтте лә, Йәһәннәмде лә үҙ теләге менән ҡаҙана. Әлбиттә, барлыҡҡа килтереүсе бары тик Аллаһы Тәғәлә генә. Ул теләмәһә, бар итмәһә, бер нәмә лә булмаҫ. Ләкин ҡол — теләп ҡаҙаныусы, ә Аллаһы Тәғәлә — бар итеүсе (йәғни бәндәнең теләген уның ирке буйынса барлыҡҡа килтереүсе). Читать далее →