Кейемдең тәғәйенләнеше

                                                         Кейемдең тәғәйенләнеше

   Кейем кешенең тәнен тәбиғәттең тышҡы йоғонтоһонан (зарарлы йоғонтоһонан) һаҡлай. Эҫе илдәрҙә ҡояш нурҙарынан бешеүҙән, ҡом, туҙан кеүек, тән күҙәнәктәрен һаҡлап, тәндең тәбиғи эшмәкәрлегенә зыян итерҙәй әйберҙәрҙең йоғонтоһонан һаҡлай. Тән температураһы кәрәгенән юғары булһа ла, түбән булһа ла, һаулыҡҡа зарары тейә. Шуға күрә кейем тән температураһын эҫенән дә, һалҡындан да һаҡлай.
   Әйтелгәндәрҙән һәм шуларға оҡшаш зарарҙарҙан тыш кейем кешенең әхлаҡлылығын да һаҡлай.
   Әҙәпле кеше тәненең нескәлеген, гүзәллеген, иғтибарҙы йәлеп итерлек өлөштәрен ят күҙҙән йәшерә (һаҡлай).
   Кейемдең тағы бер функцияһы — кешенең зауыҡлылығын, күркәмлелеген, белдеклелеген (аңлылығын) да күрһәтә. Шуға күрә лә: «Кейеменә ҡарап, ҡаршыларҙар», — тигән әйтем бар.
   Кейем байлыҡ менән маһайыу, бүтәндәрҙән үҙеңде өҫтөнөрәк итеү, мин-минлекте күрһәтеү өсөн булһа, ул кейемгә ҡарағанда иҫке-моҫҡо кейеп йөрөү хәйерлерәк.
   Әммә хәлеңдән килеп тә туҙған, ныҡ иҫке, бүтәндәрҙә уңайһыҙланыу тойғоһо уятырлыҡ итеп кейенеүҙән дә һаҡланырға кәрәк.
   Балаларыңдың «тамағынан өҙөп» (йәки балаларыңды ашатыр ризыҡтан мәхрүм итеп) үҙең затлы кейенеп йөрөйһөң икән, хәйерлегә түгел. Балаларыңды артыҡ шаштырып, уйынсығын да, кейемен дә, уҡыу кәрәк-ярағын гел затлынан алып биреп, уларҙы самаһыҙ ныҡ ашатып, гел ҡиммәтле ризыҡ менән туҡландырып, үҙеңдең өҫтөңдәге кейемде хәстәрләмәү ҙә яҡшы түгел.
   Мосолман кешеһе гел генә урталыҡты һайларға тейеш. Урталыҡ һәр нәмәлә һәр ҡасан, һәр ҡайҙа булырға тейеш: кейенеүҙә лә, туҡланыуҙа ла, йорт кәрәк-ярағын хәстәрләүҙә лә һ. б.
   Кешенең үтә меҫкенләнеүе лә, кәпәренеүе лә (маһайыуы) насар.
   Байлығың күп икән, бүтәндәргә ярҙам итергә тейешһең. Кейемдең артығын, үҙең кеймәгәнен мохтаж кешеләргә биреү — сауаплы.
   Бүтәндәр, тигәндә иң элек атай-әсәйебеҙҙе уйларға бурыслыбыҙ. Үҙебеҙ байлыҡҡа батып та, атай-әсәйебеҙ осон-осҡа ялғай алмай ауырлыҡ кисерһә, тимәк, беҙ — йүнһеҙ, тәрбиәһеҙ, кешелекһеҙ. Ә был сифаттар Әҙәм балаһын гонаһлы итә.
   Атай-әсәйҙәребеҙ хәлле йәшәй икән, балаларыбыҙҙы хәстәрләү кәрәк. Балаларыбыҙҙың да тормошо (хәле) яҡшы икән, яҡын туғандарыбыҙға, күршеләргә, дуҫ-ишкә ярҙам итергә тейешбеҙ. Әгәр улар ҙа мохтажлыҡ кисермәй икән, ят булған мосолман кешеләренә ярҙам итеү кәрәк.
   Сөнки мосолман — мосолманға ҡәрҙәш. Дин ҡәрҙәшлеге оло хөрмәткә лайыҡ.
   Затлы кейенәм, тип, аслы-туҡлы йәшәү ҙә хупланмай. Ғөмүмән, мосолман кешеһе үҙенә зыян итерҙәй ғәмәл атҡарыуҙан тыйылыуҙы хуп күрә.
   Ҡайһы бер ғәмәлдәргә килгәндә, кешеләр шулай ти: «Ҡөрьәндә был хаҡта әйтелмәгән». Ҡөрьәндә төп мәсьәләләр хаҡында әйтелгән. Кеше үҙенә, үҙенең сәләмәтлегенә, абруйына зыян итергә тейеш түгел. Ә бына «Ҡөрьән»дә: «һалҡында йылы кейенеп йөрөгөҙ!» — тигән аят юҡ. Ҡөрьәндә был хаҡта әйтелмәгән, тип, ҡышҡы һыуыҡта йылы кейенмәй йөрөһәк, һаулығыбыҙға зыян киләсәк, хатта яҡты донъя менән хушлашыуыбыҙ ҙа ихтимал...
                                                            Башҡортса дини календарь. 2004 йыл