Ибраһим пәйғәмбәр һәм улы Исмәғил

                                            Ибраһим пәйғәмбәр һәм улы Исмәғил

     Ибраһим пәйғәмбәрҙең хәҙрәт Һәжәр менән Исмәғилде Ғәрәбстәнға илтеүе. Исмәғилде ҡорбан ҡылыуы.

     Аллаһы Тәғәлә Ибраһим пәйғәмбәрҙең нәҫеле бер Кэнғанда ғына ҡалмайынса, уға йыраҡ булған Ғәрәбстан тигән ерҙә лә урынлашыуын һәм шунда ысын дин таратыуын теләгән. Шуға күрә хәҙрәт Ибраһим ҡатыны Һәжәрҙе алып, Ғәрәбстан еренә киткән. Был ваҡыт әле Исмәғил имсәк бала ғына булған. Ул хәҙрәт Һәжәрҙе ҡулындағы балаһы, менән хәҙерге Мәккә урынында ҡалдырып, үҙе кире Кәнғанға ҡайтып киткән. Был ер таулыҡ, ташлыҡ, ҡомлоҡ бер ер булған. Бында кеше затынан бер нәмә лә булмаған. Хәҙрәт Һәжәргә бындай ерҙә бер яңғыҙы ҡалыу бик ауыр, бик күңелһеҙ булған. Уның янында һаҡлыҡ һыу вә аҙығы бар икән. Һыуы бөткәс, ул төрлө яҡҡа йүгереп йөрөп һыу эҙләгән. Ләкин ни саҡлы әҙләһә лә, таба алмаған. Ахырҙа арып килеп бер ергә ултырған. Шул ваҡыт Аллаһы Тәғәләнең әмере менән бер фәрештә килеп шундағы бер ергә һуҡҡан да, шунан бер шишмә атылып сыҡҡан. Шунан һуң был шишмә бер ҡойо (ҡоҙоҡ) булып ҡалған. Ул хәҙерге көндә лә бар. Уға, Зәмзәм ҡойоһо, тиҙәр. Күпме, әҙме ваҡыттарҙан һуң, был ерҙә һыу барлығын ишетеп, бер төркөм халыҡ күсеп килеп ултырған. Былар ғәрәп халыҡтары булған. Хәҙрәт Һәжәр менән Исмәғил, шулар менән аралашып, көн күрә башлаған. Читать далее →

Ибраһим пәйғәмбәр

                                                                   Ибраһим пәйғәмбәр

   Туфандан һуң әҙәм балалары тағы ла бик ныҡ үрсегәндәр. Нух пәйғәмбәр үҙе сәләмәт саҡта быларға юлбашсы булған, уларға дин һәм шәриғәт хөкөмдәрен өйрәткән, уларҙы тоғро юлға күндергән. Нух пәйғәмбәрҙән һуң кешеләр тағы яман юлға кереп киткәндәр. Тағы ла Аллаһы Тәғәләне онотҡандар. Шунлыҡтан рәхмәте киң булған Хоҙай Тәғәлә быларға тағы ла бер-бер артлы юлбашсылар ебәрә торған.

   Шул юлбашсыларҙың береһе Ибраһим пәйғәмбәр. Был ваҡыт инсандар бигерәк тә аҙашҡан булғандар: улар ҡояш, ай һәм йондоҙҙарға, әллә ниндәй һүрәттәргә ғибәҙәт ҡыла башлағандар. Ибраһим пәйғәмбәрҙең атаһы ла башҡалар кеүек потҡа табына торған булған. Ибраһим пәйғәмбәр быларға үҙҙәренең бөтөнләй яңылыш юлға кергәнлектәреп, ай, ҡояш, йондоҙҙарға ғибәҙәт ҡылыу ярамағанлығын, ул сикһеҙ ҙур гонаһ икәнлеген аңлатҡан. Уларға бер Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылырға, ул ебәргән дин һәм шәриғәт буйынса ғына ғәмәл ҡылырға ҡушҡан. Тегеләр тыңламағандар, унан көлгәндәр, уны мыҫҡыл иткәндәр. Ибраһим пәйғәмбәрҙең атаһы ла уға бик ныҡ ҡаршы торған. Ләкин Ибраһим пәйғәмбәр һаман да үҙ эшендә булған. Былар Ибраһим пәйғәмбәрҙән бик интеккәс, уны үлтерергә булғандар. Бер ваҡыт ергә ут яғып, уны шунда ташлағандар. Читать далее →

Нух пәйғәмбәр

                                                                 Нух пәйғәмбәр

   Аллаһы Тәғәлә юлдан яҙған бәндәләрен тоғро юлға һалыу өсөн Әҙәм пәйғәмбәрҙән һуң да пәйғәмбәрҙәр ебәреп торған. Былар араһында иң мәшһүрҙәренең береһе Нух пәйғәмбәр. Уның заманында халыҡ Аллаһты бөтөнләй онотоп, поттарға ғибәҙәт ҡыла башлаған. Нух пәйғәмбәр быларҙы төрлөсә өгөтләгән, поттарға табыныу сикһеҙ ҙур гонаһ икәнлеген һөйләгән. Уларға ер һәм күкте, бөтөн ғаләмде яралтҡан бер Аллаһҡа ҡайтырға, уға ғына ғибәҙәт ҡылырға ҡушҡан. Тегеләр бының һүҙҙәрен тыңламағандар, унан көлгәндәр, мәсхәре ҡылғандар: «Имеш, һин генә аҡыллы кеше, һин генә инде беләһең, башҡалар бер ҙә белмәйҙәр», — тигәндәр. Нух пәйғәмбәр күп йылдар тоғро юлға өндәп тә, былар бер ҙә тыңламағас, Аллаһы Тәғәлә уларҙы һыу менән һәләк итергә булған. Нух пәйғәмбәргә ҙур бер кәмә яһарға ҡушҡан. Һыу таша башлау менән, үҙенә эйәргән ғаиләһе менән шунда керергә һәм үҙ янына кәмәгә төрлө януарҙар, ҡоштарҙан берәр пара алырға ҡушҡан.
   Шулай итеп, Нух пәйғәмбәр бер кәмә яһай башлаған. Үтеп барған кешеләр бынан көлөп, мәсхәрә ҡылып китә торған булғандар. Читать далее →

Шайтан ҡотҡоһо

                                                  Шайтан ҡотҡоһо

     Элекке заманда Барсыйсә атлы заһид бар ине. Бер риүәйәттә 12, икенсе риүәйәттә дүрт йөҙ йыл буйы Аллаһ Тәғәләлә ғибәҙәттә булған. 6 мең кеше, ҡәҙер эйәһе булып, уның хеҙмәтендә йөрөгән. Ете ҡат күктәрҙәге фәрештәләр Барсыйсә ғибәҙәтенә таң ҡалырҙар ине. Ғүмер буйы бер генә боҙолоҡ та эшләмәгән. Шул ваҡыт үҙенең фәрештәләренә әйтә Аллаһы Тәғәлә: «Әй, минең пак ҡолдарым! Барсыйсәнең был ғибәҙәттәренә ниңә ғәжәпләнәһегеҙ? Уның кем булмауын һеҙ белмәйһегеҙ, Мин беләм. Минең ғилемемдә ул — кафыр. Уның ғибәҙәттәренең береһе лә ҡабул ителмәҫ, ахыр көнөндә кафыр булып донъянан үтер, мәңге тамуҡта ҡалыр!» — тигән. Был һүҙҙәрҙән фәрештәләр бөтөнләй ғәжәпкә ҡалған: «Был тиклем ғибәҙәттәр ҡылып та нисек итеп бәндә кафыр булыр?» — тигән.
     Был һүҙҙәрҙе Иблис ишеткән. Ул заманда әле Иблискә күккә күтәрелеп фәрештәләр һүҙен тыңлау тыйылмаған була. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа саллал-лаһү ғәләйһи үә сәлләм мөбәрәк аяҡтары ергә баҫҡас ҡына Хаҡ Тәғәләнән: «Был көндән һуң Иблис, күккә күтәрелергә теләһә, таштар атып ҡыуып ебәрегеҙ!» — тип фәрештәләргә фарман булған.
Читать далее →

Байрам көндәре һәм кистәр

                                                           Байрам көндәре һәм кистәр

   Имам Садыҡ әйткән: «Аллаһҡа тәүәккәллек менән гонаһтар ишеген ябып ҡуйығыҙ, күндәмлек өсөн ишектәр асҡанда «Бисмиллаһ» әйтегеҙ!» тигән.
   Байрамдарҙы ла «бисмиллаһ» әйтеп ҡаршы алырлыҡ, «бисмиллаһ» әйтеп оҙатып ҡалырлыҡ булһын.
«Әһле Исламдың бер йыл эсендәге мөбәрәк көндәре һәм кистәре — 14.
   - Мөхәррәмдә һижри иҫәп менән Яңы йыл башлана.
   - Мөхәррәмдең уны — Ғәшүрә көн. Был көндә күп пәйғәмбәрҙәр бәлә Һәм хәүеф-хәтәрҙәрҙән ҡотолоп ҡалғандар.
   - Сәфәр айының 27-һе Һижрәт кисәһе. Был кисәлә пәйғәмбәребеҙ Абү Бәкер менән бергәләп Мәккәнән Мәҙинәгә күсеп китә. Был һижрәт Ислам диненең бөтә донъяға таралыуына сәбәп була.
   - Мәүлит кисе. — 12-се Рабиғел әүүәл. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, тыуған көн.
   - Рәғаиб кисс. Рәжәб айының беренсе Йомаға ҡарай килгән кис.
   - Миғраж кисе. Рәжәб айының 27-се кисе. Пәйғәмбәребеҙҙең күктәргә ашыу кисе. Биш ваҡыт намаҙ ошо кисәлә фарыз ителә.
   - Бәра'әт кисе. Шәгбандың 15-се кисе. Был кистә, йәғни төндә, бәндәләрҙең бер йыллыҡ бәхет-сәғәҙәттәре билдәләнә, тиҙәр.
   - Фәтех Мәккә. Мәккәнең кафырҙарҙан мосолмандар ҡулына күскән көнө. Рамаҙан айының 21-е.
   - Ҡәҙер кисе. Ҡөръәндең тәүге аяттары индерелә башлаған кис. Рамаҙандың 27-се кисе.
   - Ғәйҙел-фитыр. Ураҙа ғәйете. Шәүүәлдең беренсе көнө.
   - Ғәйҙел-Әҙха. Ҡорбан ғәйете. Зөлхизәнең 10-ы.
   - Тәшриҡ көндәре. Зөлхизәнең 11-се, 12-се, 13-сө көндәре.
   - Һәр Йома — мосолмандар өсөн байрам.
   Был байрамдарҙың һәр береһен мосолмандар фәҡирҙәргә ярҙам итеп, доға, тәүбәләр, ғибәҙәт һәм изге ғәмәлдәр менән үткәрә

Зөлхизә айының тәүге ун көнө

                                                Зөлхизә айының тәүге ун көнө

    Рәсүлуллаһ, саллаллаһү ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыу өсөн Зөлхизә айының беренсе ун көнөнән дә яҡшыраҡ ваҡыт юҡ. Бер көнлөк ураҙа бер йыллыҡ ураҙаға тиң, ә төндә ҡылынған ғибәҙәт Ҡәҙер кисәһендә ҡылынған ғибәҙәткә тиң», (хәҙисте Тирмизи һәм Ибне Мәжәһ килтерә). Аллаһы Тәғәлә был ун төн тураһында Ҡөрьәндең «Фәжер» сүрәһендә ант итә.
     Ғөләмәләрҙең күпселеге аталмыш ун төндөң нәҡ шул Зөлхизә айының беренсе ун көнөн белдереүе менән бер тауыштан килешә. Улар айырыуса туғыҙынсы көнгә, йәғни Ғәрәфә көнөнә баҫым яһай. Ул көн ғәйет көнөнән алда килә. Был ун көндөң һәр береһе махсус өҫтөнлөктәр менән һуғарылған. Зөлхизәнең туғыҙынсы көнөндә (Ғәрәфә көнө) ураҙа тотоу — уҙған һәм яңы йылдың кәффәрәте, ә ғәйет төнөндә йоҡламайынса ғибәҙәт ҡылыу — оло сауаптарға ҡаҙаныу сығанағы.
    Читать далее →

Салауат (маҡтау)

                                                    Салауат (маҡтау)

   Аллаһ Тәғәлә тарафынан Ҡөръән Кәрим китабында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә салауаттар әйтеү әмер ителгән: “Һис шикһеҙ, Аллаһ Тәғәлә һәм уның фәрештәләре пәйғәмбәргә салауат әйтәләр. Әй мөьминдәр! Һеҙҙә уға салауат әйтегеҙ һәм тулы тәслимәт менән сәләм бирегеҙ”. (Әхзәб сүрәһе, 56 аят).
   Пәйғәмбәргә салауаттар әйтеүҙең бик сауаблы булыуы хәҙистәрҙәндә билгеле.
   Бер көндө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм сәхәбәләре янына көләс йөҙ менән килеп үҙенең шатлығын аңлатҡан: Джәбрәил фәрештә килеп: “Йә, Мөхәммәд! Өммәтеңдән бер кеше һиңә бер салауат килтергәнгә ун салауат, бер сәләм килтергәнгә ун сәләм килтереүемә риза булырһыңмы? – тине. Бына шул сәбәптән мин дә һөйөндөм” – тигән пәйғәмбәр. Читать далее →

Салауат, сөннәт әһеле доғаһы

                                               Салауат, сөннәт әһеле доғаһы

   “Салләллааһү ғәләйһи үә сәлләмә үә шәррафә үә кәррамә үә мәджжәдә үә ғәззамә саләәтән дәәәъимәтәй иләәә әбәдил әбәде.
   Аллааһүммә йә Рабби биджәәһи нәбиййикәл мустафәә үә расуликәл муртада таһһир ҡулуубәнә мин кулли уәсфий йубәәғидунәә ғәм мушәәһәдәтикә үә мәхәббәтикә үә әмитнәә ғәләс суннәти үәл джәмәәғәти үәш-шәуҡый иләә лиҡаааъикә йәә ҙәл джәләәли үәл икраами үә салләллааһү ғәләә сәййидинәә үә мәүләәнәә Мухәммәдин үә ғәләә әәлиһии үә сахбиһии үә сәлләмә тәслиимән үәл хәмдү лилләәһи раббил-ғәәләмииин”.

   Мәғәнәһе: Аллаһ уға мәңгелектәрҙең мәңгелеге дауамында салауат һәм сәләм еткерһен, данлыҡ, мәңгелек бирһен, уға йомартлыҡ менән ҡараһын, бейеклек һәм бөйөклөк бирһен!
   Аллам! Ии Раббым, һайланған бәйғәмбәреңдең, ризалыҡ биргән илсеңдең Һинең алдыңдағы юғары урыны менән беҙҙең йөрәктәребеҙҙе Һине күреүҙән, Һиңә ҡарата мөхәббәттән алыҫайтҡан барса сифаттан таҙарт һәм беҙҙе сөннәт һәм йәмәғәт әһеле итеп Һине күрергә теләүсе итеп үлтер, ии бөйөклөк һәм йомартлыҡ Эйәһе.
   Әфәндебеҙ, батшабыҙ Мөхәммәдкә, уның ғаиләһенә һәм сәхәбәләренә салауаттар һәм сәләмдәр еткер.
   Ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаға маҡтау булһын!

Фәҡир булған кешенең салауаты

                                              Фәҡир булған кешенең салауаты

   “Аллаһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин ғәбдикә үә расүүликә үә ғәләл мүьминиинә үәл мүьминәәти үәл мүслимиинә үәл мүслимәәти.

   Мәғәнәһе: Йә, Аллам! Хәбибең үә рәсүлең Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә салауат әйт. Мөимин булған ир үә ҡатындарға, мосолман булған ир үә ҡатындарға ла мәрхәмәт ҡыл.

   Һөйөклө пәйғәмбәребеҙ әйтте: “Берәй кешенең үҙендә зәкәт бирерлек малы булмаһа, ошо салауатты уҡыһын. Был салауатты уҡыған өсөн зәкәт биргән кеүек сауаб булыр. Йәғни, фәҡир кешенең зәкәт бирерлек дәрәжәлә малы булмаһа, был салауатты уҡыһа, зәкәт биргән кеүек сауаб алыр, малы бәрәкәтләнер.

Салауат-шәрифә

                                                 Салауат-шәрифә

   Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхаммәд. Кәмәә салләйтә ғәләә Ибрааһиимә үә ғәләә әәли Ибрааһииим. Иннәкә хәмиидүмм-мәджииид. Аллааһүммә бәәрик ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхаммәд. Кәмәә бәәрактә ғәләәә Ибрааһиимә үә ғәләәә әәли Ибрааһииим. Иннәкә хәмиидүмм-мәджииид.

   Мәғәнәһе: «Аллаһым! Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә, һәм уның ғаиләһенә Ибраһим, ғәләйһис-сәләмгә, һәм уның ғаиләһенә рәхмәт иткән кеүек рәхмәт ебәр. Тәхҡиҡ, Һин маҡтаулы һәм оло. Аллаһым, Мөхәммәт, ғәләйһис- сәләмгә, һәм уның ғаиләһенә Ибраһим, ғәләйһис-сәләмгә, һәм уның ғаиләһенә бәрәкәт иткән кеүек бәрәкәт ебәр. Һис шикһеҙ, Һин маҡтаулы һәм оло».