Бабсаҡ менән Күҫәк
... Имеш, бынан бик күп заман элек хәҙерге Мәсемтау тирәһендә Мәсем хан йәшәгән, бик күп ерҙәрҙе биләп, бөтә ырыуҙарҙы үҙ ҡулында тотҡан.
Мәсем хандың ҡырҡ улы менән һылыу бер ҡыҙы була.
Көндәрҙән бер көндө хандың ҡырҡ улы, ҡырҡ дөйәгә атланып, юлға сыҡҡан икән. Юлда уларға бер уҫал януар тап булып, ҡырҡ дөйәһе менән, хандың утыҙ биш улын ҡырып ташлай. Тик биш кенә егет был бәләнән ҡасып ҡотола алған. Былар аталарына хәбәр ебәрһә, хан быға аптырап ҡалған. Ат еткән ергә ат саптырып, хат еткән ергә хат ебәреп, бөтә ырыуға ла тарата. Быны ишетеп, батырҙар һөйәк һаплы һөңгөләрен, алмас ҡылыстарын, суҡмар-киҫтәндәрен алып, аттарына менәләр. Бөрйәндең ырыу башлығы Ҡарағоломбәт тә ике йөҙ илле батыры менән килгән. Тик иң алыҫ Ҡыпсаҡ ырыуының башлығы Бабсаҡ бей генә килеп етмәй. Уның яңыраҡ ҡына йәрәшкән Йәмилә исемле йәш кәләше, иренең юлға сығырын белеп, ебәрмәҫкә ялына башлай.
Йәмилә бик һылыу була. Бабсаҡ уны ҡырғыҙ яғынан алып ҡайтҡан икән. Кәләше бик инәлеп, күҙ йәше менән ялбара башлағас, Бабсаҡ уны янына ултырып өгөтләй башлай.
— Ҡайғырма, Йәмиләм, мин иҫән-һау әйләнеп ҡайтырмын,— ти. Йәмилә, ниҙер һиҙенеп, болоҡһой. Быны күргән Бабсаҡ:
— Өҙгөләнмә, илама, Йәмиләм, мин һине бер ваҡытта ла яңғыҙ ҡалдырмам. Әгәр мин ҡайталмаһам, һин бит яңғыҙ түгел, тиҙҙән һин ир бала табырһың, ул һиңә ярҙамсың булыр,— ти ҙә, хушлашып, Мәсем ханға ҡарай юл тота.
Мәсем ханға етмәҫ элек өс көн алда Бабсаҡ менгән ат тояҡтарының тауышы ишетелә. Бөтәһе лә, уны көтөп, ҡаршы сыға. Атаһының тыйыуына ҡарамай, хан ҡыҙы ла юлға сығып тора.
Батырҙар бөтәһе лә йыйылып бөткәс, хан уларға ҡот осҡос януарҙың ҡырҡ дөйәле каруанды ҡырып, улдарын үлтереүен әйтеп, ошо януарҙы тотоп үлтерергә әмер бирә, януарҙы үлтергән кешегә ярты байлығы менән ҡыҙын бирергә вәғәҙә итә.
Батырҙар юлға сыға.
Бабсаҡ бер үҙе көйө, әллә күпме ер-һыу үтеп йөрөй торғас, бик бейек бер тауға килеп сыға. Уҡ-Һаҙаҡтарын һалып, бер аҙ тын ала ла, тауҙың нәҡ зыңҡына менеп, тирә-яҡҡа күҙ йөрөтөп сыға. Ҙур яландың ҡап уртаһында күбә дәүмәлендәй бер нәмәнең ятҡанын күреп ҡала. Эҙләй торған януарҙың шул икәнен белгәс, аяҡ аҫтында ятҡан баш ҙур ташты алып, уятырға итеп, йоҡлап ятҡан януарға ырғыта. Таш, януар алдына, барып төшөп, тау аҡтарып инеп китә. Януар, һиҫкәнеп, башын ҡалҡыта ла тора башлай. Шуны ғына көткән Бабсаҡ, уғын тоҫҡап, керешен тартып ебәрә: уҡ януарҙың түшенә барып ҡаҙала. Януар ҡотороноп ерҙе тырнай, үҙәккә үткес итеп үкерә башлай. Тауышына тауҙар һелкенеп, урмандар шаулап ҡуя. Аҙаҡ хәлдән тайып йығыла.
Бабсаҡ тауҙан төшөп, януарҙың уң ҡолағын ҡырҡып ала— ҡолаҡ ҡанай. Уғын һурып алып, уртаға яра ла, яртыһын януарҙың ҡорһағына тығып ҡуя, яртыһын үҙе менән алып ҡайтып китә.
Кис булғас, януар янына Ҡарағоломбәт килеп сыға. Уҡ менән атһа, януар ҡыймылдамай ҙа икән. Яҡын килеп, һул ҡолаҡты ҡырҡып ала ла ҡайтып китә был. Тик ҡолаҡ ҡанамай. Ханға ҡайтып ҡолаҡты күрһәтә, үҙем үлтерҙем, ти. Хан батырҙы бик ныҡ ҡунаҡ итә, ҡыҙын биреп, туй ҙа үткәрмәк була.
Туй ҡыҙған мәлдә Бабсаҡ хан эргәһенә бара ла:
— Туйҙы яңылыш үткәрәһең, ханым, януарҙы Ҡарағоломбәт үлтермәне, мин үлтерҙем, — тип, ҡырҡып алған ҡолаҡ менән ярыҡ уғын күрһәтә. — Бына уң ҡолағы, ҡырҡып алғанда йәне лә сығып етмәгәйне, ҡаны аҡты. Ә бына был уҡтың яртыһын эсенә тығып киттем, — ти.
Мәсем хан аптырап ҡала. Дөрөҫлөктө белергә тип, кешеләр ебәртә. Улары Бабсаҡтың әйткәнен раҫ тип ҡайталар, уҡты ханға ҡоршап күрһәтәләр. Хан туйҙы хәҙер Бабсаҡҡа үткәреүҙе әйткәс, Ҡараҡоломбәт ғәрлегенән ташлап сығып китә. Кемдер шул саҡ, өйгә инеп, һамаҡлап ебәрә:
Бабсаҡ батыр аң торһон —
Ҡарағоломбәт күҙ һала,
Асыуынан, ғәрлегенән
Йөрәгендә ут яна.
Бабсаҡ аптырап ҡалмай, быға һамаҡлап яуап бирә:
Дошманымдан еңелгән —
Мин булмайым,
Унан ҡурҡып, муйынымды
Мин бормайым, — ти.
Быны ишеткән Ҡарағоломбәт ҡара янып килеп инә лә Бабсаҡты уғы менән ата.
— Ирлегең юҡ, ҡурҡаҡ йән, — тип көлә лә йығыла Бабсаҡ.
Ҡарағоломбәт ике йөҙ илле батыры менән ҡыпсаҡтарға яу сабырға әҙерләнә.
Бабсаҡ бейҙең кәүҙәһен үҙ кешеләре Ҡыпсаҡҡа алып ҡайтып күмергә итһәләр, Ҡарағоломбәт ҡаршы төшә. Үлгән ерендә күмергә ер ҙә бирҙертмәй.
Ҡыпсаҡ халҡы үҙ батырын ҡош-ҡортҡа ташларға ирек ҡуймай, Ҡыпсаҡҡа ҡайтып, үҙ ерҙәренән мәркеләр менән ер ташып, Бабсаҡты ҡәҙерләп күмәләр. Ҡәбер өҫтөндә ҙур тау үҫеп сыға. Ҡарағоломбәт, быға асыу итеп, Ҡыпсаҡ ырыуын ҡырып бөтөрөргә була, бөтә ғәскәре менән Ҡыпсаҡ еренә саба. Бабсаҡтың нәҫел-ырыуын ҡоротам тип, Йәмиләне лә үлтерергә килә. Йәмилә был саҡ өйҙә ултыра икән.
Ҡарағоломбәт Йәмиләнең һылыулығына таң ҡалып, ҡул һалырға баҙнат итмәй, үҙенә бисәлеккә алмаҡсы була.
Бөтә Ҡыпсаҡ ырыуын буйһондороп, Ҡарағоломбәт Йәмилә менән донъя көтә башлай. Үҙе күп ваҡытын һунарҙа үткәрә. Йәмилә яңғыҙы биктә ултыра. Ире Бабсаҡты уйлап, көн-төн ҡайғырып, һарыға һабышып бөтә, бер көнө лә илауһыҙ, күҙ йәшһеҙ үтмәй. Ҡарағоломбәттән ытырғанып, уны ек күрә.
Шулай, көндәрҙән бер көндө, киске эңер төшөп, күҙ бәйләнгәс, Ҡарағоломбәт, Йәмиләне аулаҡҡа алып, ҡыл арҡан менән ҡорһағынан быуа башлай. «Бабсаҡ бейҙән бала ҡалғандыр», тип уйлай. Йәмилә, башҡаса түҙер әмәле ҡалмағас, ни булһа ла булыр, тип былай ти:
— Һин мине ыҙалатма юҡҡа, миндә Бабсаҡ ҡаны юҡ. Ышанмаһаң, бәхәс итәм: әгәр анау тана быуаҙ булһа — минең балам булыр, тыу булһа — бер нәмәм дә булмаҫ — тип, хәлдән тайып йығыла. Ҡарағоломбәт шунда уҡ ҡара тананы һуйырға ҡуша — ҡара тана тыу булып сыға. Ҡарағоломбәт Йәмиләнең һүҙҙәренә ышанырға була.
Шулай көндәр, айҙар үтә. Йәмилә уны: «Һинән ауырлымын», — тип ышандыра.
Тиҙҙән ир бала тыуа. Бала тыуғандан уҡ бик теремек, йор була. Ун көн тигәндә, Ҡарағоломбәт һунарҙан ҡайтып инә лә ир бала булыуға бик ҡыуана. Күрәйем тип бишек янына килһә, ни күҙе менән күрһен, ун көнлөк сабый Ҡарағоломбәттең кәзә һаҡалына йәбешеп, һелкетә тартып ала. Баланың бармаҡтарында эйәк ите менән аҡтарып алған һаҡал йолҡондоһо тороп ҡала.
Йәмилә, батыр иренең төҫө итеп, улына Күҫәкбей тип исем ҡуштыра. Күҫәкбей ай үҫәһен көн үҫеп, бер йәшенә еткәс, ун йәшлек малайҙар менән ҡатышып уйнай башлай. Үҙе ат башынан төшмәй, сапҡанда аттаң ҡолауҙы ла белмәй. Буйһынға ла ун йәшлектәй мыҡты, баҙыҡ, сос була. Малайҙарҙың ул йә аяғын һындырып, йә ҡулын ҡаймыҡтырып, йә башын тишеп ҡайтара. Барыһы ла аптырашта ҡала.
Көндәрҙең береһендә шулай, уйнап йөрөгәндә, бер ҡартайып бөткән сал сәсле әбей Күҫәкбейҙе саҡырып ала ла:
— һин, улым, бик көслө булһаң, былай бала-саға имгәтеп йөрөгәнсе, атайыңдың ҡонон алыр инең. Ҡарағоломбәттән халыҡтың ҡанлы күҙ йәшен түктермәҫ инең — тип, сәстәренән һыйпап, яурынынан тапап һөйә.
— Минең атайым бит, нишләп уның ҡонон алайым? — тигәникән Күҫәкбей, әбей шунда уға:
— Юҡ, балаҡайым, һинең үҙ атайың бындай яуыз түгел ине, ил батыры ине ул. Ҡарағоломбәт башына етте уның, нахаҡтан ҡанын ҡойҙо. Үҙ атайың Ҡарағоломбәт түгел шул, балаҡайым, — тигән дә илап ебәргән, бөтә хәлде баштан-аяҡ һөйләп биргән, әсәһенән һорашырға ҡушҡан, ти.
— Әгәр әсәйең әйтмәһә, ҡурмас ҡыҙҙырт та, эҫе ҡурмасты усына ҡыҫып һора, ул һиңә дөрөҫөн әйтмәй булмаҫ — тигән, ти, әбей.
Күҫәкбей йүгереп ҡайта ла әсәһенән:
— Әсәй, әйт әле ысынын ғына — ҡайҙа минең атайым? — тип һораған икән, әсәһе ауыр көрһөнөп ҡуйған да:
— Ана бит атайың, тағы һиңә ниндәй атай кәрәк? — тигән.
Күпме генә инәлеп һораһа ла, Йәмилә улына бер ни ҙә әйтмәйенсә, бер үк һүҙен тылҡыған. Кис булғас, Күҫәкбей әсәһенең муйынына һарылып, иркәләнә лә:
— Әсәй, минең бик ҡурмас ашағым килде, ҡурмас ҡыҙҙырып бирсе, — тигән, ти.
Әсәһе улының һүҙен йыҡмай, сүлмәк табала ҡурмас ҡыҙҙыра һалған... Күҫәкбей, ҡурмастың һыуынғанын да көтмәйенсә:
— Әсәй, тиҙерәк алып бир ҡурмасты! — тип мыжыған була. Әсәһе ҡалаҡ менән ҡурмас һоҫоп бирһә, Күҫәкбей кире этәрә, туҫтаҡҡа һалып бирһә — алмай, үпкәләй башлай.
— Һин бит услап ҡына алып бирә торғайның! — ти, Йәмилә, уттай ҡурмасты усына алып, улына һоноуы була, Күҫәкбей әсәһенең усын йомдороп ала ла:
— Әсәй, әйт, минең үҙ атайым ҡайҙа? — тип ныҡыша. Әсәһе усының янып барыуына сыҙамай, дөрөҫтө әйтергә була.
Ошо көндән башлап, Күҫәкбей Ҡарағоломбәтте ҡан дошманы күрә башлай, атаһының ҡонон алырға йыйына. Бер нисә йыл үткәс, ҡунаҡҡа киткән еренән ғәйеп була ла ҡайтмай. Ун йәшенә еткәс, үҙенә иш булырҙай батырҙар һайлап, Ҡыпсаҡ ерен Ҡарағоломбәттән ҡотҡарырға йыйына. Был ваҡыт эсендә ул ир-егет булып етә, шулай ҙа әсәһен бик һағына, уны бик күргеһе килә. Иҫке-моҫҡо кейенеп ала ла бер көн әсәһенә килеп инә. Йәмилә инде ҡайғынан ҡартайып, һағыштан һарғайып, ҡаңғырып ултырған була. Күҫәкбей килеп инә лә әсәһенән хәйер һорай. Әсәһе ойотҡан ҡойоп бирә.
Күҫәкбей ҡаты ойотҡанды өскә киҫеп бүлә лә, ике өлөшөн ашап, бер өлөшөн ҡалдырып сығып китә. Йәмилә хәйерсе булып килгән улын танымай ҙа. Ҡарағоломбәт ҡайтҡас, бөтәһен дә һөйләп бирә. Ҡарағоломбәт туҫтаҡтағы аҡты күреп, шомлана башлай. «Был ойотҡан менән булған хәл яҡшыға түгел», — тип юрай.
Күҫәкбей, йөҙ илле батырҙан торған нөгәр-ғәскәр туплап, Ҡарағоломбәткә ҡаршы яу менән килә. «Ҡарағоломбәт нәҫеленән бер генә йәнде лә ҡалдырмай, ҡырып бөтөрәм», ти Күҫәкбей. Ахыр сиктә Ҡарағоломбәт яуҙы ҡайтара алмай, ҡасып ҡотола. Күҫәкбей уның затынан булған бөтәһен дә ҡырып бөтөрөп, Ҡарағоломбәт йәйләүенә килә, дошманын эҙләп табырға, тере килеш тотоп килтерергә ҡуша.
Ауылдан алыҫ түгел бер ырҙында ун өс йәшлек бер ҡыҙ бала тап була быларға. Күҫәкбейҙән ҡурҡып, ул:
— Батыр, үлтермә мине, зинһар. Мин уның көтөүен генә көтәм, — ти.
— Минең Ҡарағоломбәт нәҫеленән бер генә йәнде лә ҡалдырмай, ҡырып бөтөрәм тигән һүҙем бар. Ярай, мин һиндәй етем-еҫергә теймәйем. Тик һин миңә Ҡарағоломбәттең ҡайҙа ҡасҡанын әйтмәҫһеңме? — ти Күҫәкбей.
— Әйтәм, — тигән, ти, ҡыҙ, кинәнеп. — Ул, ана, анау ырҙын аҫтында боҫоп ята.
Күҫәкбей, ырҙынға барып:
— Ҡарағоломбәт, сыҡ! Хәҙер ырҙының-ниең менән үртәйем үҙеңде! — тип ҡысҡырған икән, ҡурҡыуынан ҡобараһы осҡан Ҡарағоломбәт килеп сыҡҡан. Батыр уны шыр яланғас ҡалдырған да, танауын тишеп бау үткәргәс, әлеге ҡара һыйырға арты менән атландырып, Ҡыпсаҡ ырыуына ҡарай юл тотҡан. Уны Ҡыпсаҡ ауылдарында мәсхәрәләп йөрөтә. Бер йылға буйында ҡара һыйыр үлеп ҡала. Шунан бирле ҡыпсаҡтар был йылғаны “Ҡара һыйыр үлгән йылға” тип йөрөтөр булалар.
Ҡара һыйырҙан һуң Күҫәкбей Ҡарағоломбәтте, ҡыҙыл һыйырға атландырып, Һарағыға килтерә. Йәйләүҙәге көллө кеше күрһен тип, Өмбәткә алып бара, Өмбәттән Ағиҙел аша Байназар ҡаршыһындағы бейек тауға мендереп, Ҡарағоломбәтте ҡоро ҡаҙанға ҡуя. Ҡурылғанда сыҡҡан тоҙлоғон бармағы менән ялап ҡарай ҙа: «Ҡон алынды!» — тип һөрәнләй, ти.
Ҡарағоломбәт ҡаҙанда ҡара янып, күмергә әйләнә. Шуға күрә был тауҙы хәҙер Ҡурыуҙы тауы тип йөрөтәләр. Ҡурыуҙы тауының башындағы имәнлек араһында һаман да әле Күҫәкбей ҡаҙан ултыртҡан таштар ята, имеш. Ә Ҡарағоломбәттең хурлыҡҡа сыҙай алмай, ҡара һыйыр арҡаһында ултырған еренән Күҫәкбейгә атай тип өндәшеп: «Мине былай ыҙалатҡансы, атай, сал шул урында!» — тип ҡысҡырған арҡаны хәҙер Атайсал яланы, тип атайҙар.
Күҫәкбей Ҡарағоломбәтте ҡыйратып бөттөм тигәндә, уның бер улы ҡасып барғанын күреп ҡалған, тик уныһын артынан ҡыуып тормаған. Ҡулын ғына һелтәп ҡуйған да: «Ярай инде, ҡалһын әйҙә бер йән!» — тигән, ти. Ана шул «бер йән» теге көтөүсе ҡыҙ менән урманға китеп, уларҙан шул хәҙерге бөрйән ырыуы таралған, ти, имеш!..
Бөрйән ырыуының барлыҡҡа килеүен хикәйәт бына шулай аңлата