Иҫәнгилде ағинәйе

                           

                                                                 Иҫәнгилде ағинәйе

                                   Иҫәнгилде ағинәйе, Зәйнулла ишан ҡомартҡыһын һаҡлай
   Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында йәшәүсе, быйыл 80 йәшен тултырыусы Бөртөкбикә Ғиниәтулла ҡыҙы Ғәлина менән осрашыуға яңыраҡ Баймаҡ үҙәкләштерелгән район китапханаһы һәм райондың «Ағинәйҙәр» клубы берлектә үткәргән «Өләсәй, әсәй, ейәнсәр»тигән сара-конкурс сәбәпсе булды. Ошо байрамда Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында йәшәүсе ҡыҙы һәм ейәнсәре менән ҡатнашыусы Бөртөкбикә инәй хәтеребеҙҙә ныҡ һаҡланып ҡалды. Ул үҙенең ейәнсәренә Зәйнулла ишан Рәсүлевтың олатаһына бүләк иткән хаж таяғын тоттороп, залдағыларға мөнәжәт уҡыны, вәғәз әйтте, үҙенсәлекле итеп сәңгелдәк йырын көйләп ишеттерҙе. Был хаҡта беҙ гәзитебеҙҙең 18-се һанында яҙып сыҡҡайныҡ.
Башҡорт халҡының рухи короле Зәйнулла ишан Рәсүлевтың тормош юлына һәм эшмәкәрлегенә бәйле мәҡәләләр беҙҙең гәзиттә күп баҫыла килде. Әммә Зәйнулла ишандың ҡулы ҡағылған әйбергә бәйле был яңылыҡ беҙҙең өсөн көтөлмәгән асыш булды. Читать далее →

Зәки Вәлиди: Бөйөк шәйехтең һынауы

                                                   Зәки Вәлиди: Бөйөк шәйехтең һынауы

     Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең Волга-Урал төбәгендәге бөйөк шәйехе Зәйнулла Рәсүлев булһа, икенсеһе — Башҡортостан автономияһы өсөн барған ҡанлы көрәштең башында торған дәүләт эшмәкәре, Көнсығыш аҡылын Көнбайыштың аналитик фекерләү ысулдары менән ҡуша алып, арҙаҡлы тарихсы-ғалим булып танылыу тапҡан Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Күрәһең, атаҡлы суфый шәйехе үҙенең мөрите Әхмәтшаһтың ун биш кенә йәшлек улының киләсәге өмөтлө булыуын башҡаларға ҡарағанда асығыраҡ тойомлағандыр. Зәйнулла ишандың тыуыуына 175 йыл тулыуҙы билдәләгән мәлдә Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың «Хәтирәләр» китабының суфыйсылыҡты тасуирлаған урындарын хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итеү урынлы булыр, тип уйланыҡ.
                                                     Бохара-Хива тибындағы муллалар Читать далее →

Суфыйлыҡ һуҡмаҡтары

                                                              Суфыйлыҡ һуҡмаҡтары
                                    Суфыйлыҡ һуҡмаҡтары йәки батырлыҡҡа илтер рухилыҡ
     Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 175 йыл тулыуға бағышланған саралар сиктәрендә баш ҡалабыҙҙа Мәскәү ҡунағы, Хәйбулла районында тыуып үҫеп, Рәсәй Фәндәр Академияһының Философия институтында эшләүсе философия фәндәре докторы Илшат Рәшит улы НАСЫРОВ булып китте. Ул ҡәҙимге философ ҡына түгел, ә Ислам дине белгесе лә. Ошо әлкәлә киң мәғлүмәтле ғалим булараҡ, ул халҡыбыҙға күренекле суфый шәйехе Зәйнулла ишандың һәм уның замандаштарының рухи мираҫын кире ҡайтарыу әсән байтаҡ эштәр башҡарҙы. Редакциябыҙҙа уҙған осрашыуҙа ул журналистарыбыҙ Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВТЫҢ, Әхмәр ҮТӘБАЙҘЫҢ һәм гәзитебеҙҙең дуҫы Салауат КИЛДИНДЫҢ һорауҙарына ентекле һәм төплө яуаптар бирҙе. Ошо мәғлүмәт һеҙҙең өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ.
     ► Исламда суфыйсылыҡ йүнәлешенең килеп сығышын нисек аңлатырға була? Читать далее →

Шайтан оялар төбәк

                                                                Шайтан оялар төбәк 

                                    Беҙҙең тормош шайтан сабынлығына әйләнә күрмәһен
   «Эй, Раббым! Әгәр ҙә йәшәп үтер ғүмерем шайтан оялар төбәккә әйләнер булһа, уны ҡыҫҡарта күр!» — тигән имам Сәжжәд.
   Залимдар ҡулға төшөргән байлыҡ та, дәрәжә лә уларҙағы тәҡүәлек йәки Аллаһ ризалығына өлгәшеү өсөн бер сәбәп тә түгел. Быны беҙ аңларға тейешбеҙ.
   Иманға килмәгәндәргә, монафиктарға, иманы зәғифтәргә ҡарата «лә йәхсабәннә — улар уйлай күрмәһен» тигән һүҙҙәр Ҡөрьәндә бик күп тапҡырҙар ҡабатлана. Сөнки ундай кешеләрҙә зирәклек, айыҡ аҡыл, уйлана һәм бөтәһен дә һәр яҡлап тикшерә белеү тигән нәмә етешмәй.
   Иманы булмаған кеше, ғәҙәттә, малы менән дә, абруйы, даны менән дә кемдәндер айырылып тороуын ваҡытлы ғына бер уңыш тип түгел, ә маңлайына яҙылған яҙмыш шауҡымы тип уйлай. Читать далее →

Васыят әйтеү

                                                                       Васыят әйтеү

                                                  Васыят әйтеп ҡалдырыу хаҡында хөкөмдәр
   «Әгәр ҙә үлем сәғәте килеп етһә һәм ғүмере бөткәндә кешенең үҙенән һуң ҡалыр мал-мөлкәте лә булһа, уға ата-әсәһенә, яҡын туғандарына ғәҙеллек менән малын васыят итеп ҡалдырырға бойорола. Был да тәҡүә кешеләр эше.
   Васыят тураһында ишеткәндән һуң уға геуаһ булып торған йәки мал эйәһе булырға тейешле кеше васыятҡа үҙгәрештәр индерә ҡалһа, гонаһы уны үҙгәрткән кешегә.
   Аллаһ бит Ул бөтәһен дә Ишетеп һәм Күреп тороусы.
   Әгәр ҙә инде геуаһ булған кешеләрҙән кемдеңдер күңелендә йәки мал-мөлкәткә вариҫ булып ҡалған кешелә васыяттың ғәҙел булмауы, гонаһлы нәмәләргә сәбәп буласағы тураһында шик тыуһа, үҙ-ара килешеп, уға хәҡиҡәткә ярашлы итеп төҙәтмәләр индереүҙә гонаһҡа урын ҡалмаҫ. Аллаһ — Ул Ғәфү итеүсе, Мәрхәмәт-Шәфҡәт эйәһе».
                                                                                      «Әл-Бәҡара» («Һыйыр») сүрәһе, 180—182-се аяттар
   Васыятты юҡ-бар нәмә тип ҡабул итергә ярамай. Алдан күрә белеүсәнлектең был үҙенә хас бер сағылышы.
Беҙҙең заманда үҙ-ара ыҙғышып туймауҙарҙың, судлашып ғүмер үткәреүҙәрҙең бөтәһе лә алдан уйлап васыят ҡалдырыуға битарафлыҡ сәбәпле тыуа. Читать далее →

Экстремизм хаҡында

                                                                Экстремизм хаҡында
   Һуңғы йылдарҙа беҙҙең йәмғиәттә, киң мәғлүмәт сараларында экстремизм, ваһһабизм, радикаль исламсылар һәм башҡа шундай йүнәлештәр тураһындағы хәбәрҙәргә йыш юлығабыҙ.
   Гәзит уҡыусылар һорауы буйынса Рәсәй Фәндәр академияһы Философия институты ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре докторы, яҡташыбыҙ Илшат Рәшит улы Насиров ошо йүнәлештәр тураһында бер аҙ аңлатма бирә.
                                        Экстремизм нимә һәм эктремистар кемдәр улар?
   Экстремизм — иң киҫкен ҡараштарҙы яҡлау, бигерәк тә ғәмәли эшмәкәрлектә (мәҫәлән, сәйәсәт өлкәһендә). Экстремистарға йәмғиәттә йәшәп килгән ҡағиҙәләргә, нормалар һәм закондарға ҡырҡа ҡаршы тороу хас. Экстремизм яҡлылар үҙ маҡсатына өлгәшеү өсөн демагогия, тәртипһеҙлек, гражданлыҡ буйһонмауы акттары ярҙамында йәшәп килгән йәмғиәт структураһын тотороҡһоҙландырырға тырыша. Шул уҡ ваҡытта улар көс ҡулланыу алымын киң файҙаланып, власты һәм халыҡты ҡурҡытыу өсөн террористик акттар ойоштора, һәм башҡалар. Улар власть органдары менән үҙ-ара ташламаларға нигеҙләнгән һөйләшеүҙәрҙән, ниндәй ҙә булһа килешеүҙәрҙән һәм компромистарҙан ҡырҡа баш тарта.
                                             Нимә ул ваһһабизм һәм ваһһабиттар кемдәр?

Читать далее →

Хәтерҙә тотор хикмәттәр

                                                   Хәтерҙә генә тотор хикмәттәр

    «Файҙалы бер эшкә тотонһаң, ул дауамлы булһын, дауамлы ғәмәлдәр бәндәгә изге ниәттәрен бойомға ашырыу мөмкинлеге бирә».
   Ололар өйрәткән:
   «Ҡулдарығыҙ хәрәмгә ҡағылмаһың, ҡолаҡтарғыҙ, хәрәм тураһында, ишетмәһен, аяҡтарығыҙ хәрәмгә ҡағылышлы ерҙәргә баҫмаһын, ашҡаҙанығыҙға хәрәм инмәһен, телегеҙ юҡ-бар һүҙ һөйләмәһен, бөтә тәнегеҙҙе хәрәмдән һаҡлай күрегеҙ. Һаҡлай белмәһәгеҙ, харап булыуығыҙ бар. Әгәр ҙә күҙҙәрегеҙ, үҙегеҙ ҙә аңғармаҫтан, хәрәм нәмәләрҙе күреп ҡалһа, бында гонаһ юҡ. Әммә күргән нәмәгеҙгә ҡабат-ҡабат ҡарау – гонаһ. Хәрәм нәмә күреү менән ҡараштарығыҙҙы, ситкә йүңәлтегеҙ», — тигән.
   Хәрәмдәрҙән дә хәүефлерәк, нәмә Исламда — ата-әсә хаҡын танымау.
   Үҙенең хаҡ илсеһе Мусаға, ғәләйһис-сәләм, Аллаһы Тәғәлә әйтә: Читать далее →

Саҙаҡа биреү

                                                                  Саҙаҡа биреү

                                          Саҙаҡа биреү тәртибе тураһында бер нисә хәҙис
   «Әгәр ҙә кеше доғаларының ҡабул булыуын, үҙенә килгән бәләләрҙең юҡҡа сығыуын теләһә, мохтажлыҡҡа төшкән кешегә үҙе лә ярҙам итһен».
   «Саҙаҡаның иң яҡшыһы — (һыуға ҡытлыҡ булған ерҙә) кешеләргә һыу эсереү».
   Йәки «...мосолман кешенең ғилемгә өйрәнеп, уны башҡаларға ла өйрәтергә тырышыуы».
Әлбиттә, саҙаҡа биреүҙең сауаплы булыуы хаҡында Ислам өгөт-нәсихәт биреп, үҙ-ара ярҙам итешеп кенә торорға бойора, әммә уны хәҙерге ҡайһы бер хәҙрәттәребеҙ кеүек һорап алыуҙан тыя.
   «Хәйер-саҙаҡа бирешеп кенә тороғоҙ!» — тигән ул. Ирҙәрҙән берәү шул ваҡыт: «Эй, Аллаһ илсеһе! Минең бер динар аҡсам бар, — ти, — уны саҙаҡа итеп кемгә бирергә кәрәклеген белге килә». «Үҙ кәрәк-яраҡтарыңа тотон». «Миндә тағы ла бер динар бар», — ти ир кеше. «Балаңа бир», — ти пәйғәмбәр. «Миндә тағы ла бер динар бар», — тип дауам итә ир. «Ҡатыныңа бир». «Минең тағы ла бер динарым бар», — ти кеше. «Хеҙмәтсеңә бир». «Минең тағы бер динарым бар», — ти ир. «Ҡайҙа тотонорға кәрәклеген үҙең яҡшыраҡ беләһең», — ти пәйғәмбәр.
  Әбү Сәғид әл-Худриҙан риүәйәт булып ҡалған бер хәҙистә Ибн Мәсғүт ҡатыны Зәйнәбтең пәйғәмбәребеҙгә килеп: «Эй, Аллаһ илсеһе! Бөгөн һин хәйер-саҙаҡа биреп кенә торорға кәрәклеге тураһында һөйләнең, минең үҙемдең бик матур биҙәнеү әйберҙәрем бар. Мин уны хәйер-саҙаҡаға таратып бирергә теләгәйнем,    Ибн Мәсғүт рөхсәт итмәне:

Читать далее →

Йыназа сәхифә

                                                                  Йыназа сәхифәһе

                                                   Йыназа китабынан бер нисә сәхифә
    Ҡәрҙәштәрҙе һуңғы юлға оҙатыуҙар элек-электән мосолмандың иң яуаплы вазифаһы булып килә. Дингә бер аҙ иркенлек бирелгәс тә, оло-оло ағайҙарыбыҙ иң элек уны бәндәләрҙе ерләү тәртибен өйрәнеүҙән башланы, әле лә шунан ары киткәндәр һирәк, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙағыраҡ был бөтөнләй кәсепкә әйләнеп, иманға ҡайтабыҙ тип «ижтиһад» юлына баҫҡандар, киреһенсә, имандан алыҫлаша ғына башланы. Мәҫәлдә әйтелгәнсә, быға беҙ «иҫәпһеҙ-хисапһыҙ миҫалдар килтерә алабыҙ». Ауылдарҙа муллалар ҡатын-ҡыҙҙы зыяратҡа индермәй. Дин шулай бойора, тиҙәр, уның ҡарауы, баш төҙәтергә килгәндәр хәйер-хөйөрөн һорап тигәндәй алған ерҙәр, төндәрҙә ҡәберҙәрҙең тимер ҡоймаларын металға һатып йөрөгән ирҙәр бар. Бар ғына ла түгел, улар күп.
   «Баш ауыртыуы бөтә тәнгә таралған кеүек, мөьминдең ҡайғыһы бөтәһе өсөн дә уртаҡ булырға тейеш», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. Тағы ла әйткән ул: «Замандың — нәсихәт биреүсе, үлемдең араларҙы айырыусы булыуын уйлаһағыҙ, шул еткән», — тигән.
   Ысынлап та бит, замандың аяуһыҙ, үлемдең һеҙҙе ата-әсәгеҙҙән, туғандарығыҙҙан, яҡындарығыҙҙан, дуҫтарығыҙҙан айырғанын белһә, бәндә күп ғибрәттәр алыр, былар әсе һабаҡ булыуын белер һәм ауыр ваҡыттарҙа ярҙамға ашығыр. Читать далее →

Башҡорт динле булғанмы?

                                                                Башҡорт динле булғанмы?

   Ибен Фадлан башҡорт ерен үткәндә һәм Болгар ерендә булғанда башҡорт халҡының Ислам динендә булыуын яҙа. Башҡорт кешеләренең Ислам динендә булыуы хаҡында Ибен Фадландың Болгарҙа булған сәйәхетендәге мәғлүмәтте ошо Татарстан республикаһы Әльмәттәге “Ризаитдин Фахретдин” исемле ислам дине мәҙрәсәһендәге өйрәнелә торған документан алынды. Башҡорт халҡының дин тарихы  ошонда «Ислам и башкиры»: //nazir1965.com/tarix/islam-i-bashkiry.html#more-2609

                        Дополнительные материалы для семинаров и самостоятельной работы

   Распространение в Волго-Уральском регионе ханафитского мазхаба до прибытия Ибн Фадлана (Идел-Урал буенда Ибен Фадлан килгәнче үк хәнәфи мәзһәбенеӊ таралуы)

   Алмыш ибен Елтуар мөэминнәрнең әмире Моктәдирдән «аңа динне аңлатучылардан, ислам шәригатен өйрәтүчеләрдән» торган илчелек төркеме җибәрүен сорый. Ибен Фадлан, үзе әйткәнчә, Болгар патшасына бүләкләр тапшыру, хәлифәнең хатын уку, фәкыйһлар һәм мөгаллимнәрне карап тору өчен билгеләнә. Ләкин ни сәбәпледер (Ибен Фадлан әйткәнчә — төрек җирләренә керүдән куркып) хәлифә тарафыннан илче итеп билгеләнгән Нәзир әл-Хәрми, фәкыйһ һәм хезмәтчеләр соңга калалар һәм Болгарга бармыйлар. Язмадан күренгәнчә, Ибен Фадлан үзе шәфигый мәзһәбендә булган. Габбасилар хәлифәлегендә казыйлар һәм хәлифәнең фәкыйһлары хәнәфи мәзһәбендә булганнар. Әмма мөхәддисләрнең һәм тарихчыларның күпчелеге шәфигый мәзһәбендә булган. Шуңа күрә дә Ибен Фадланның шәфигый булуы сәер түгелдер. Ләкин алай да, ни өчен илчелектә мөгаллимнәр һәм фәкыйһлар өчен җаваплы кеше итеп шәфигый мәзһәбендәге кеше билгеләнгән? Язмадан аңлашылганча, Багдадта һәм Хорасанда Болгарның хәлләре турында белүчеләр булган, сакалибәләр иленнән сату өчен хәлифәткә күпләп коллар китерелгән, Болгарда гарәпләр дә яшәгән. Әгәр Болгар мөселманнар яши торган җир буларак билгеле булмаса, хәлифә андый зур илчелекне болай гына җибәрмәс иде. Болгарда хәнәфи мәзһәбе таралганын да алар, әлбәттә, белми калмаган. Читать далее →