Мөхәммәд хәҙрәт
Мөхәммәд хәҙрәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм
Хөрмәтле нәҫел
Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең атаһы Ғабделлаһ бин Ғәбдел Мутталиб. Ул Ибн Ғәбдел Мәннаф исемле кешенең Әминә исемле ҡыҙына өйләнгән ине. Был ваҡыт Ғабделлаһ 18 йәшендә ине. Ләкин Ғабделлаһ оҙаҡ ғүмер һөрә алманы. Сауҙа эштәре менән Шамдан ҡайтышлай, Мәҙинәлә ауырып вафат булды. Ул ваҡытта уның йәше 25-кә яҡынлаша ине. Ғабделлаһтың вафатынан һуң Мөхәммәд (ғәләйһиссәләмгә) ҡалған малы биш дөйә үә Үмм Әймән исемле кәнизәк ҡатын ине.
Ғабделлаһтың вафатынан һуң ике ай үткәс, Әминә бер ир бала тапты. Был хәбәргә Ғабделлаһтың атаһы Ғәбдел Мутталиб һәм туғандары бик шатланды. Баланың тыуыуы тураһында хәбәр килтереүселәргә бүләктәр бирҙеләр. Хатта Әбү Ләһәбтең һөйөнсө хәбәрен килтергән кәнизәк ҡатынды азат итеүе риүәйәт ителәлер.
Ошо бала пәйғәмбәрҙәрҙең һуңғыһы — Мөхәммәд салла- лаһу ғәләйһи үә сәлләм ине. Мөххәммәдтең (ғәләйһиссәләм) тыуыуы ғәрәптәр араһында мәшһүр булған фил йылында, рәбиғел әүүәл айының туғыҙынсы көн иртә менән ине, Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең донъяға килеүе иртә менән Мәккә ҡалаһында Әбү Талибтың йортонда булып, миләди менән 571 йыл, 20 апрелгә тура килә.
Мөхәммәд ғәләйһиссәләмде иң әүәл имеҙгән ҡатын Әбү Ләһәбтең кәнизәге — Сүәйбә ине. Сүәйбә бынан элек Хамза ибн Ғәбдел Мутталибты, һуңыраҡ Әбү Сәлимә ибн Ғәбдул Әсәдты имеҙгәне өсөн, улар Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм менән һөт ҡәрҙәштәрҙер.
Сүәйбә Мәккәлә булғанда рәсүлуллаһ янына килә үә унан хөрмәт күрә ине. Әбү Ләһәб рәсулуллаһтың һижрәт иткәндән һуң Сүәйбәне азат иткәйне. Фәтх Хайбәр йылында Мәккәлә вафат булды. Тәрбиәсеһе атаһынан ҡалған кәнизәк Үмм Әймән ине. Үмм Әймән «Бәракә» исемендә Хәбәши ҡәбиләһенән бер ҡатындыр. Рәсулуллаһҡа атаһынан мираҫ булып ҡалды. Хәҙисәгә өйләнгәндә, ул уны азат итте. Үмм Әймән элек Ғабид ибн Зәид исемендә берәүгә кейәүгә сығып, унан Әймән исемле бала тыуҙырҙы. Унан һуң рәсүлуллаһтың тәрбиәгә алынған Зәид ибни Хәрисәгә барып, унан Әсәмәне килтерҙе. Үмм Әймән — аҡыллы һәм хөрмәткә лайыҡлы бер ҡатындыр. Рәсүлуллаһтың вафатынан һуң бик ҡайғырҙы.
Рәсүлуллаһ уны бик ярата үә ихтирам итә ине. Уның тураһында: «Үмм Әймән — минең әсәм һуңында икенсе әсәм», — тиә ине.
Был ваҡыттарҙа Мәккә ғәрәптәрендә балаларын имеҙеү һәм тәрбиәләү өсөн сәхрә ғәрәптәренә биреү ғәҙәте бар ине. Сөнки бала, сәхрәлә таҙа һәм әрһеҙ булып үҫеп, тормоштағы һәр төрлө ваҡиғаларға сыҙамлы һәм ҡеүәт эйәһе булып етешә. Шул ғәҙәт буйынса, Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләмде лә сәхрә ғәрәптәренә имеҙергә биреү ҡарар ҡылынды һәм Бәни Сәғд ҡәбиләһендәге Әбү Зуәйб ҡыҙы Хәлимәгә тапшырылды. Хәлимәнең ире Харис ибн Ғабдел Гуззә ине. Башта Хәлимә: «Беҙ үҙебеҙ ҙә фәҡир, был етем баланы тәрбиәләүҙән беҙгә файҙа теймәҫ», — тип тәрбиәгә алырға теләмәгән ине, ләкин Мөхәмәдте күргәс, күңелендә ҙур өмөт уянып үә шул баланы бик һөйөп, ауылына алып китте. Мөхәммәдте ҡабул иткән ғаиләнең хәлдәре алға киткәс,: «Етем баланың аяғы еңел булды, бәрәкәтле бала икән», — тинеләр. Мөхәммәд бик тиҙ үҫеп, алты айҙа йөрөй башланы үә туғыҙ ай тигәндә асыҡ һөйләшә башланы. Биш йәшенә ҡәҙәр һөт анаһы Хәлимә ҡулында тәрбиә тапты. Хәлимә рәсүлуллаһ менән Әбү Суфьян ибн Харисты ла имеҙҙе. Шуның өсөн улар һөт ҡәрҙәштәрелер. Хәлимәнең Ғабделлаһ исемле улы, Әнисә, Жүзәмә исемле ике ҡыҙы бар ине. Жүзәмә Мөхәммәдте (ғәләйһиссәләм) ҡарай ине. Мөхәммәд Хәҙисәгә өйләнгәс, Хәлимә уларға ҡунаҡҡа килгәс, уға күп рәхмәттәр һәм бүләктәр бирелде. Фәтх Мәккәнән элек вафат булды. Мәккә фәтх ҡылынғас, Хәлимәнең ҡыҙ ҡәрҙәше рәсүлуллаһҡа килеп бүләктәр алды. Һөт анаһының үлгәнен ишеткәс, рәсүлуллаһтың күҙҙәренән йәш аҡҡанлығы риүәйәт ителәлер.
Әминәнең вафаты
Әминә (пәйғәмбәребеҙҙең әсәһе), һәр йыл һайын Мәҙинәгә барып, һөйөклө ире Ғабделлаһтың ҡәберен зыярат итә һәм иренең туғандарын күреп китә ине. Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм алты-ете йәшкә етеп, бер ни тиклем уңды-һулды айыра башлағас, атаһының ҡәберен зыярат итеү һәм атаһының яҡындарын күрһәтеү өсөн, Әминә улын да Мәҙинәгә алып китте. Яндарында Үммүл Әймән дә бар ине. Мәҙинәнән ҡайтышлай Әбвә тигән ауылда Әминә сирләп вафат була һәм шунда ерләнә. Шулай итеп, Мөхәммәд алты-ете йәшендә етем ҡала. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм ҡарттаһы Ғәбдел Мутталибтың тәрбиәһендә ҡала. Ғәбдел Мутталиб Мөхәммәдте бик ярата, Мөхәммәдтең киләсәктә бөйөк бер зат буласағын һиҙенә, шуның өсөн уның тәрбиәһенә ҙур иғтибар бирә ине. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм ҡарттаһы Ғәбдел Мутталиб ғаиләһендә етемлек әсеһен күрмәй үҫә ине.” Ләкин Мөхәммәд ғәләйһиссәләм һигеҙ йәшенә еткәндә, Ғәбдел Мутталиб та вафат булды. Ғәбдел Мутталибтан һуң, уның васыяты буйынса, баланы Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең атаһы Ғабделлаһтың бер туғаны булған Әбү Талиб үҙ тәрбиәһенә ала. Әбү Талиб аҡыллы, шәфҡәтле үә мәрхәмәтле бер зат ине. Ул Бәни һәшимдең рәйесе булып, Мәккә халҡы алдында ҙур хөрмәткә эйә ине. Ул Мөхәммәдте үҙ улдарынан да артыҡ итеп һөйә, уға шәфҡәт, мәрхәмәт күҙе менән ҡарай ине.
Әбү Талиб үҙе фәҡир, ғаилә лә ҙур булғанлыҡтан, Мөхәммәд башҡа бай кешеләрҙең балалары шикелле нәҙек тәрбиә күрә алмай, әрһеҙ үҫә ине. Ҡөрәйш ғәрәптәре һәр ваҡыт каруан менән мал алып Шамға баралар, унан Шам әйберҙәрен алып ҡайтып, Ғәрәбстанға тараталар ине. Әбү Талиб, сауҙагәр булыу сәбәпле, бик йыш Шамға бара ине.
Рәсүлуллаһтың Шамға беренсе сәфәре
Бер ваҡыт Мәккә каруаны менән Әбү Талиб Шамға сәфәргә сыҡмаҡсы булды, Мөхәммәд унан айырылаһы килмәйенсә илағас, уны ла шул сәфәргә алып китте. Ул ваҡытта Мөхәммәд туғыҙ менән ун ике йәш араһындағы бала ине. Каруан ҡайтышлай Бусра ҡалаһы янына еткәндә, бер йортта ғибәҙәт менән мәшғүл булған Бәхира исемле бер раһиб (монах) улар менән һөйләшер өсөн ҡаршыларына сыҡты һәм: «Китап мөҡәддәстең хәбәренә күрә, яҡын араларҙа ғәрәптәрҙән бер пәйғәмбәр сығырға тейеш, һеҙҙә быға дәлилдәр була алған берәй төрлө ғәләмәттәр күренмәйме?» — тип каруан кешеләренән һораны. Шул ваҡыт Мөхәммәдте (ғәләйһиссәләм) күреп, уның шул китап мөҡәддәс хәбәр биргән кеше буласағын зан ҡылды (уйланы). Йәһүҙи үә насара ғалимдары араһында һәр ваҡыт һуңғы пәйғәмбәр тураһында һөйләнә, тиҙҙән уның килеүе көтөлә ине. Мөхәммәдтең Бәхираны күреүе шул бер мәртәбә генә булды. Ул ваҡытта Мөхәммәд йәш бер бала булғанлыҡтан, Бәхира менән күрешеүҙән һис бер нәрҫә аңлай алмағаны тәбиғиҙер.
Шамға икенсе сәфәр һәм Хәҙисәгә никахланыу
Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм егерме биш йәштәрендә Мәккә ҡалаһының бай сауҙагәре Хәҙисә бинт Хуилидтең малы менән Шамға сәфәр ҡылды. Үҙе менән Хәҙисәнең ҡоло Мәйсәрәне лә алды. Хәҙисә Мәккәнең иң бай кешеләренән һанала ине. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм ҡәүеме араһында тура һәм ышаныслы булыуы менән дәрәжә ҡаҙанғайны, хатта уны «Әл-Әмин» (ышаныслы) тип йөрөтәләр ине. Мөхәммәд (ғәләйһиссәләм) был сәфәренән күп табыштар менән әйләнеп ҡайтты.
Хәҙисә Ҡөрәйш ҡәбиләһенән ҡырҡ йәштәрҙәге бер бай тол ҡатын ине. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм Ҡөрәйш араһында иң ышаныслы, һәм иң турылыҡлы бер зат булғанға, һәм уның сауҙа эштәрендә оҫталығын белеп, Хәҙисә, кейәүгә сығыу ниәте менән, Мөхәммәдкә Нәфисә исемле ҡатын арҡылы һүҙ һалды.
Хәҙрәт Мөхәммәд тә аҡыллы, абруйлы был ҡатындың үтенесен кире ҡайтарманы.
Мөхәммәд үҙенең яҡындары менән Хәҙисәне барып һораны. Шулай итеп, Хәҙисә Мөхәммәдкә кейәүгә сыҡты. Мөхәммәдтең Хәҙисәгә мәһәр итеп егерме дөйә биреүе зекер ителә.
Мөхәммәд утыҙ биш йәштәре ваҡытында Ҡөрәйш ғәрәптәре Ҡәғбәне яңыртыу фекеренә килделәр. Быға ҡәҙәр Ҡәғбәтуллаһ кеше буйы ҡәҙәр генә булып, түбәһе лә асыҡ ине. Мәккәлеләр быны Ибраһим үә Исмәғил ғәләһиссәләм бина ҡылған нигеҙгә ҡәҙәр һүтеп, яңынан бина ҡылырға, түбәһен дә ябырға ниәт иттеләр. Бөтә ғәрәп милләте ҡаршында Ҡәғбә изге үә мөхтәрәм бер бина булғанлыҡтан, улар уны риба, зина кеүек эштәр менән тапҡан малдарҙы ҡатнаштырмайса, хәләл көс менән табылған малдары менән генә яңыртырға булдылар. Мал йыйылғас, Ҡәғбәне һөйләшкән өлөшөнә хәтле емереп, яңынан төҙөргә керештеләр. Мөхәммәд тә шул эштә ҡатнашып, таш ташыны. Бина һигеҙ аршин бейеклектә булып, түбәһе таҡта менән ябылды. Ишеге ерҙән күтәренке ителеп, баҫҡыс менән менә торған ителде. Бина тамам булғас, хәжәр әсүәтте (ҡара ташты) әүәлге урынына ҡуйыу хаҡында ғәрәп ҡәбиләләре араһында ҡаршылыҡ сыҡты, һәр ҡәбилә рәйесе ошо шәрәфле эште үҙенә алырға теләне. Низағ дүрт көнгә һуҙылып, араларында һуғыш та сыға яҙҙы.
Вәлид бин Муғирәнең тәҡдиме буйынса, Бәйтуллаһҡа кем беренсе килеп керһә, шуның хөкөмөн тыңларға булдылар. Иң беренсе Бәйтул Харам ишегенән Мөхәммәд (ғәләйһиссәләм) килеп керҙе. Барыһы ла Мөхәммәд (ғәләйһиссәләм) биргән кәңәшкә риза булдылар: бер кейемгә ташты ҡуйҙылар һәм ҡәбиләләрҙең башлыҡтары, кейемдең ситтәренән күтәреп, ташты Ҡәғбәтуллаһҡа алып барҙылар һәм Мөхәммәд (ғәләйһиссәләм) үҙ ҡулы менән ташты алып урынына урынлаштырҙы. Шуның менән Мөхәммәд (ғәләйһиссәләмдең) аҡыллы хөкөмө буйынса ғәрәп ҡәбиләләре араһында ҙур бәхәс һәм һуғыш булмай ҡалды.
Мөхәммәд (ғәләйһиссәләмдең) пәйғәмбәрлек килгәнгә ҡәҙәрге тормош хәле
Мөхәммәд (ғәләйһиссәләм) атанан фәҡир хәлдә етем ҡалғанлыҡтан, йәш ваҡытын ҡуй көтөү кеүек эштәр менән уҙғарҙы. Хатта Бәни Сәғд ҡәбиләһендә тәрбиәләнгәндә лә, үҙе кеүек балалар менән ҡуй көтә ине. Мәккәгә ҡайтҡас, үҙенең яҡындарына, бик аҙ хаҡ менән ҡуй көтөүе тураһында «Бухари» хәҙис китабында риүәйәт ителгән. Йәш ваҡытта ҡуй көтөү Мөхәммәд (ғәләйһиссәләмгә) генә хас булмайынса, башҡа пәйғәмбәрҙәр ҙә көтөү көткәндәр. Ул ваҡытта ғәрәптәр ҡараңғылыҡта йәшәгәндәр, һәм уҡыу-яҙыуҙан хәбәрҙәре юҡ дәрәжәһендә булған. Араларында бәғзе бер яҙыу белгән кеше булһа ла, улар бармаҡ менән һанарлыҡ, бик аҙ инеләр. Ул яҙыуҙы белгән кешеләр ҙә, мәктәптәрҙә өйрәнмәй, күберәге ҙурайғас ҡына өйрәнгән кешеләр. Мөхәммәд (ғәләйһиссәләм) мәктәп тигән нәрҫәне күрмәне, ишетмәне, уҡыу-яҙыуҙы белмәне. Егетлек дәүеренә кергәс, сауҙа менән шөғөлләнә башланы. Егерме биш йәше ваҡытында Хәҙисәнең малдары менән Шамға сәфәр итә. Хәҙисәгә өйләнгәс тә, уның малын үҫтерергә тырышты. Уның малына һалынып ятмайса, маңғай тире менән тапҡан малын ашар булды. Ул ваҡытта һындарға ғибәҙәт итәләр ине, ләкин Мөхәммәд (ғәләйһиссәләм), уларҙы мәкруһ күреп, уларға ғибәҙәт итмәй ине. Мөшриҡтәрҙең байрамдарына бармай һәм уларҙы ҙурламай ине. Зина, араҡы эсеү, һәм шуға оҡшаған бөтә ғәрәптәрҙе ҡаплап алған бысраҡ эштәрҙән Мөхәммәд (ғәләйһиссәләм) йыраҡ ине. Ғүмерендә бер мәртәбә араҡы эсмәгән һәм башҡа фәхештәрҙе лә эшләмәгән ине. Һындар исеменә салынған ҡорбан иттәрен ашамай ине. Мөхәммәд (ғәләйһиссәләм) йәштән үк үҙ ҡәүеме араһында тура һүҙлелек үә аманатты үтәү менән билдәле ине. Шуның өсөн Мәккә ғәрәптәре уны «Мөхәммәд Әмин» (туғрылыҡлы, ышаныслы) тиә торған булғандар. Пәйғәмбәр булып, халыҡты хаҡ дингә саҡыра башлағандан һуң, Әбү Суфьяндың һәр ҡолдан «Был һүҙҙәрҙе (дингә саҡырыуҙы) һөйләмәҫтән элек уның ялған һөйләгәнен белә инегеҙме?» — тигән һорауға, һәр ҡолдоң «юҡ» тип яуап биреүе лә Мөхәммәд тураһында ҙур дәлилдер.
Мөхәммәд (ғәләйһиссәләм) пәйғәмбәр булғас, уның ҡаты дошманы булған Нәзир бин Харис ҡәүеменә шулай тип әйткән: «Мөхәммәд йәш сағында һеҙҙең арағыҙҙа иң һөйөклө, иң тура һүҙле, иң ышаныслы бер кеше ине. Инде уның сәстәренә сал кергәс, халыҡҡа «Аллаһ бер, үлемдән һуң терелеү бар» тигән һүҙҙәренә һеҙ уны сихырсы тиһегеҙ, юҡ, ул сихырсы түгел», — тийеүе лә Мөхәммәд (ғәләйһиссәләмдең) ҡәүеме араһында ҙур дәрәжәлә тороуына дәлилдер. Бында һорау тыуа: «Нисек йәштән ук етем ҡалған, ата-әсә
тәрбиәһенән, малдарынан мәхрүм булған Мөхәммәд (ғәләйһи үә сәлләм) шундай яҡшы әхләҡле була алған? Нисек бөтә ғәрәптәр шикелле араҡы эсәргә, зина ҡылыуға, поттарға табыныуға һәм башҡа фәхишлектәргә ул бирелмәгән? Бындай тәрбиә биреүсе, Ибраһим, Муса үә Ғайса кеүек бөйөк пәйғәмбәрҙәрҙе лә тәрбиә итеүсе, уларҙы халыҡҡа иман һәм юл күрһәтеүсе итеп әҙерләгән — Аллаһу Тағәлә Үҙелер.
Мөхәммәд ғәләйһиссәләм ҡырҡ йәшенә ҡәҙәр ҡәүеме араһында мөхтәрәм булды, һәр кем уның туғрылығына ышанды. Сауҙа эшенән башҡа нәмә менән мәшғүл булманы. Мөхәммәд ғәләйһисәләмгә вәхи әүәл төш күреү менән башланды. Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең күргән төштәре барыһы ла асыҡ һәм дөрөҫкә сыға ине. Ҡырҡ йәштәренә еткәндә, Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм, яңғыҙлыҡты ихтыяр итеп, Мәккә янындағы Хира тауында ғибәҙәт итте, фекерләне, тоғро бер дин тураһында уйланы. Ул Хира тауындағы тау тишегенә кереп, ун-ун биш көн тора ине. Аҙығы бөтһә, ҡатыны янына ҡайтып алып килә ине.
(һәр рәсүл вәхи килмәҫтән әүәл, яңғыҙлыҡты ихтыяр итә ине, вәхи һәр рәсүлгә яңғыҙлыҡта килмештер. Ғайса ғәләйһиссәләм, дәғүәткә башламаҫтан элек, тауҙарҙа йөрөп фекерләр ине).
Сөнғәтулла Бикбулат «Мөхәммәд хәҙрәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм» китабынан, Сәнә Сабирйәнова тәржемәһе