Дингә саҡырыу

                                                                     Дингә саҡырыу

   Пәйғәмбәребеҙҙең төп вазифаһы – дингә саҡырыу булған. Уның вариҫтарының – ғалимдарҙың, муллаларҙың да вазифалары шул уҡ. Мәсет төҙөү, мәжлестәргә йөрөп исем ҡушыу, никах уҡыу ғына түгел. Был ғәмәлдәрҙең барыһының сәбәбе бер – динебеҙгә саҡырыу. Был булмаһа, мәжлескә йөрөгән муллалар файҙаһыҙ булалар. Уларҙы йәштәр көлөп “шурпаедтар” тиҙәр. Ә һәр ысулды ҡулланып, бер генә хәҙисте аңлатһаң да, хатта бер генә кешене булһа ла вәғәзләһәң, пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең вариҫтары кеүек булабыҙ.
   Пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһис-сәләм беҙгә ғилем генә ҡалдырмаған, ул үҙенең Сөннәтен дә ҡалдырған. (Сөннәт – юл, йәшәү торошо, ынтылышы тип тәржемә ителә.) Ғилем алып, фетнәгә сумыусылар тап ошо икенсеһен, пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһис-сәләмдең юлын аңламағандар. Ғилем генә етмәй, Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең тырышлығы ҡайһы яҡҡа таба булғанын аңларға кәрәк.
   Шуныһы ап-асыҡ — пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһис-сәләм менән осрашҡан халыҡта дуҫлыҡ-татыулыҡ, рәхмәт-мәрхәмәт артҡан. Тауыш-ғауғалар бөткән, тиҫтәләгән йылдар аралашмаған дошмандар бер-беренә ҡул бирешкән.
   Мәккәнән Мәҙинәгә һижрәт ҡылғас, пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм иң беренсе ике халыҡты дуҫлаштырырға керешкән. Мәккә халҡы ҡаты, тупаҫыраҡ, Мәҙинәнекеләр йомшаҡ, яғымлыраҡ булғандар. Улар бер-береһенә өйләнешкәндәр, урта эш ҡылғандар. Төрлө ваҡиғалар булған, ләкин уларҙы пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм һәр ваҡыт тынысландырып торған. Сөнки динебеҙ – тыныслыҡ дине.
   “Ислам” һүҙенең дә мәғәнәһе “сәләм” һүҙенән икәне мәғлүм. Ә, “Әссәләмү ғәләйкүм” тигән һүҙҙе хатта кафырҙар ҙа киноларҙа “мир вам” тип тәржемә итәләр. “Мир, благоденствие, покой” тип тәржемә ителә. Тимәк ҡайҙа дин булһа, шунды тыныслыҡ килеп урынлаша. Кеше дингә, холҡо яҡшыра, әйткән һүҙҙәрен уйлап һөйләй башлай. Әгәр түрә дингә килһә, коррупция бөтә, иҙән йыуыусы килһә, таҙалыҡ арта...
   Ләкин күптәр үҙен генә белә. Үҙе мәсеткә йөрөй, балалары, яҡындары йөрөмәй. Уларҙы намаҙға баҫтырыуҙы ситкә ҡуя, “үҙҙәре килер әле” ти. Уларҙы дингә өндәүҙең сауабы бик күп икәнен белмәй генә. Ҡайһылар быны аңлап та еткермәйҙер. Ә пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән бит:
                                    من أسلم على يديه رجل دخل اجلن
   “Кемдең ҡулынан (дәғүәтенән) исламға берәйһе керһә, йәннәткә керер”. Ожмаһҡа кереүҙең юлы шул! Хәҙер белдегеҙ, тырышығыҙ.
   Кемде лә булһа, мәсеткә ылыҡтырырға тырышығыҙ! Ҡулынан тотоп мәсеткә килтерегеҙ, үҫеп наркоманға, эскесегә әйләнгәс һуң булыр...

хәҙрәт Ильшат Хафизи, проповеди на башкирском языке, ссылка: https://vk.com/public160608301

Кемдәр Ҡиәмәттә шәфәғәт ҡыла?

                                           Кемдәр Ҡиәмәттә шәфәғәт ҡыла?

   Шәфәғәт – ул Ҡиәмәт ваҡытында теләгән кешеңде йәһәннәмдән һаҡлап алып ҡалыу. Был шәфәғәт иманһыҙҙарға булмаясаҡ. Иман әһелдәре булып та, гонаһтары тамуҡҡа керетерлек булғандарға буласаҡ.
   1. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм үҙе теләгән мосолмандарҙы тамуҡтан шәфәғәт ҡылып алып ҡала. Шулай уҡ башҡа пәйғәмбәрҙәр ҙә үҙ ҡәүемдәренә шәфәғәт ҡыласаҡ.
   2. Шаһит үлеме менән үлгән мосолмандарға. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Шаһит үҙенең ғаилә әһелдәренән 70 кешегә шәфәғәт ҡыла ала”.
   3. Динебеҙҙең ғалимдарына. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Өс төркөм кешеләргә Ҡиәмәттә шәфәғәт ҡылыу бүләк ителәсәк: пәйғәмбәрҙәр, ғалимдар һәм шаһиттар.” (Ибн Мәджәһ, хәҙис 4304)
   4. Ҡөрьән хафиздарға. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Кем Ҡөрьәнде ятлап, уның буйынса, хәләлде хәләл тип танып, харамды харам тип танып йәшәгән мосолманға үҙ ғаилә әһелдәренән тамуҡҡа дусар ителгән 10 кешегә шәфәғәт ҡылырға рөхсәт ителде.” («Шуғубуль-Имән» Әл-Бәйхаҡы, хәҙис 2693)
   5. Мәзиндәргә. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Ҡиәмәттә иң беренсе булып пәйғәмбәрҙәргә, һуңынан ғалимдарға, һуңынан шаһиттарға, һуңынан мәзиндәргә шәфәғәт ҡыларға рөхсәт ителәсәк.” («Муснәд» Әль-Баззар, хәҙис 372).
   6. Хажиға. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Кем хаж ҡыла, уға ғаилә әһелдәренән 400 кешегә шәфәғәт ҡылырға мөмкинселек бирелә. Уның гонаһтары яңы тыуған балалай ғәфү ителә.”
(«Муснәд» Әль-Баззар, хәҙис 3196).

хәҙрәт Ильшат Хафизи, проповеди на башкирском языке, ссылка: https://vk.com/public160608301

Исламда дуҫлыҡ

                                                                Исламда дуҫлыҡ

   Ҡиәмәттә, Мизан ваҡытында, бер кешенең ожмаһҡа керер өсөн әҙ генә әжер-сауабы етмәҫ. Ул Аллаһ Тәғәләнән ялбарыр: “Бер аҙ ваҡыт бир, мин етмәгән әжер-сауапты табырмым”, — тип. Ул әсәһенә барыр, унан әҙ генә әжер һорар. “Эй әсәйем! Һинең балаңа тамуҡҡа кермәҫ өсөн әҙ генә сауап етмәй. Мине ҡотҡар, әҙ генә сауабыңды бирһәңсе”, — тиеп ялбарыр. Ләкин әсәһе уға: “Эй улым! Һин ҡурҡҡандан, мин дә ҡурҡам. Һиңә әжерҙәремдән бер нәмә лә бирә алмам”, — тиер. Һуңынан атаһына барып ҡарар, ләкин унан да шундай уҡ яуап алыр. Туғанларына, һеңлеләренә, хәләл ефетенә барып та әжерһеҙ ҡайтыр, берһелә, бер әжер ҙә уға бирмәҫ. Инде ҡотолап булмаҫына, Тамуҡҡа эләгеренә ҡайғырып кире Аллаһ Тәғәләгә барғанда мәсеткә бергә йөрөгән, Аллаһ ризалығы өсөн бергә намаҙ уҡыған ҡәрҙәшен осратыр үә уға үҙ ҡайғыһын һөйләп бирер. Шул саҡта дин ҡәрҙәше уға: “Миңә әле Хисап булманы, бәлки миңә лә әжер-сауаптарым етмәҫ. Икебеҙ ҙә тамуҡҡа кергәнсе, һин булһа ла ожмаһҡа кер”, — тип уға үҙенең бөтөн әжерҙәрен бирер. Аллаһ алдына әжер-сауаптар менән һөйөнөп был мосолман килер ҙә уны ожмаһҡа керергә рөхсәт ителер. Инде ожмаһ ишегенә килеп баҫҡас, ауаз ишетә: Читать далее →

Ахырзаман ғәләмәттәре...

                                                     Ахырзаман ғәләмәттәре...

     Кескенә ваҡытта әбейҙәребеҙ: «Ахырызаман ҡаршыһында тимер ҡоштар осар, өйҙә йәнһеҙ кешеләр һөйләр, әҙәмдәрҙең ояты китер», — тип әйтә инеләр. Ҡаршыларына оноҡтарын ултыртып, хикмәтле абыстайҙарыбыҙ көндәрҙән бер көндө донъяның бөтәһен, бөйөк хөкөм көнөнөң киләһен, ҡылған ғәмәлдәре өсөн яуап тотаһы кескенәнән күңелдәренә һеңдереп, иман орлоҡтарын һалып ҡалырға тырышҡандар. Бәлки, ул ғәләмәттәрҙең ҡайберҙәре әбей-бабайҙарыбыҙ үҙҙәре лә күреп бөтөрмәгәндер. Ысынлап та, бынан 1400 йыл элек йәшәгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәҙәти булмаған кеше, ул Аллаһтан килгән ғилем менән киләсәктә ниҙәр булаһын, ахырзаманда кешеләрҙең ниндәй йәмғиәттә йәшәйәсәген әйтеп ҡалдырған. Был уның бер яҡтан хаҡ Пәйғәмбәр икәнен күрһәтһә, икенсе яҡтан беҙгә даими Ҡиәмәттең киләһен, донъя тормошоның туҡтаясағын иҫебеҙгә төшөрә. Читать далее →

Таҡмаҡтар

Таҡмаҡтар

Ниңә бәреләләр икән
Болоттарға болоттар?
Ниңә тиҙ үтәләр икән
Бергә булған минуттар?

Оса ҡаҙҙар, оса ҡаҙҙар,
Оса ҡаҙҙар Донбассҡа.
Мин дә уйлап торам әле
Шул ҡаҙҙарҙан ҡалмаҫҡа.

Ҡыҙыл-ҡыҙыл бөрлөгәндәр
Юл буйына теҙелгән.
Булмаҫ инде минең кеүек
Һеҙҙең өсөн өҙөлгән.

Сәс үргесем, сәс үргесем,
Сәсемде үрер өсөн.
Таһир үлгән Зөһрә өсөн,
Мин үләм һинең өсөн. Читать далее →

Мөнәжәттәр (Көйлө мөнәжәттәр)

Мөнәжәттәр (Көйлө мөнәжәттәр)

Ата-инәңә хөрмәт ҡыл
(көйләп уҡылған мөнәжәт)

Эй, мөьмине мосолман
Ата-инәңә ҡыл хөрмәт.
Хаҡ тәғәлә — Алланан
Алырҫың һин рәхмәт.
Тәрбиә ҡылған бәндәгә,
Бирер күркәм ҡөҙөрәт.
Хаҡ тәғәлә — Алланан
Бер хаж һауабы булыр.
Ата-инәңә ҡыл яҡшылыҡ,
Ҡайтыр изгелек менән.
Хоҙай тәғәлә ҫаҡлар
Йәһәннәм гүрҙәренән,
Урындарың булыр ҫинең
Йәнәттең түрҙәренән.
Ата-инәң, әруахларҙың
Зыяратын тәрбиә ҡыл.
Хаҡ тәғәлә — Аллаҡай
Бер хаж һауабын бирер.
Ата-инәң ҡәберенә
Нардуғандар ҡороп ҡуй.
Хаҡ тәғәлә рөхсәте менән
Ташына исемен ҡуй.
Ата-инәнең васыятына ҡолаҡ ҫалмағандарға
Хаҡ тәғәлә уға уҡыр бөтмәҫ ләғнәттәрҙе.
Ата-инәнең рухына тап төшөргән бәндәгә
Хаҡ тәғәлә уға бирер ризыҡларҙың тарлығын,
Тамуҡларҙың уттарын. Читать далее →

Мөнәжәттәр

МӨНӘЖӘТТӘР

ҺИНЕҢ БИШ АСЫЛЫҢ

Кеше өсөн иң әүүәле — намыҫ, тигән,
Намыҫыңды һатып, итмә табыш, тигән.
Байлыҡ өсөң илен-көнөн һатҡан кеше
Ике донъя өсөн дә ул яуыз тигән
Икенсе иң ҡиммәтлеһе — аҡыл, тигән,
Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.
Аҡылһыҙҙа намыҫ та юҡ, иман да юҡ.
Ялғанға ант итеп барын һатыр, тигән.
Өсөнсө иң ҡиммәтлеһе — әҙәп, тигән,
Әҙәп—көслө мөхәббәткә сәбәп, тигән.
Әҙәпһеҙҙә бәхет тә юҡ, тәүфиҡ тә юҡ,
Кеше исеме күтәреүе ғәжәп, тигән
Дүртенсе иң ҡиммәтлеһе — күңел, тигән,
Күңеле боҙоҡ кеше—кеше түгел, тигән.
Боҙоҡтарға ер өҫтөнән аҫты яҡшы
Йәшәмә лә, үлеп ергә күмел, тигән.
Бишенсе иң ҡиммәтлеһе — сабыр, тигән,
Сабыр кеше ҙур, бәхеттәр табыр, тигән.
Бер ҙә юҡҡа асыуланып донъя боҙоу,
Бер ҡайғынан икенсегә һалыр, тигән. Читать далее →

Бәдәүәм китабы

Бәдәүәм китабы

Белегеҙ Алла берлеген
Ислам дине хаҡлығын.
Әхмәт(Мөхәммәр ғәләйһиссәләм)
пәйғәмбәрлеген
Аллаһ!—тиген, бәдәүәм.
         Иманыңды яҡшы белең,
         Хаҡ бойороғоң тотоң.
         Расул фиғылың ҡылың
         Аллаһ! —тиген, бәдәүәм
Иманды яҡшы белмәгән
Хаҡ бойороғон тотмаған,
Улдыр әҙәми шайтан
Аллаһ!—тиген, бәдәүәм.
         Иман белмәҫ кафырҙыр,
         Һәм фәсиҡ, һәм фәжерҙер,
         Һәм мордардыр, мәлғүндер
         Аллаһ!—тиген, бәдәүәм. Читать далее →

Хәләл һәм харам хаҡында

                                                            Хәләл һәм харам хаҡында

   Хәләл үә харам хайуан һәм ҡош-ҡорт хаҡында, шулай уҡ хәләл үә харам кейек-йәнлек һәм һыу тереклектәре тураһындағы мәғлүмәтте ошо аҫтағы таблицанан ҡарап таба алаһығыҙ.халяль и харам

 

   Иғтибар менән ҡараһаҡ — ҡыҫала (рак) менән краб (дингеҙ ҡыҫалаһы), кальмар ҙа харамға инә. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ салатҡа тип ҡуланған крабовые палочканы икенсе төрлөгә алмаштырырға кәрәк.
   Хәләл менән харам мәсьәләһенә килгәндә Аллаһының тәҡдиренә, ни өсөн фарыз, ни өсөн харам ҡылған икән, тип дәғүә ҡылырға бер кемден дә хаҡы юҡ. Шуға күрә кеше Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә иман килтерҙе икән, Уның әмерҙәре нисек ҡушылған булһа, шулай үтәлергә тейешле. Ни эшләп тигән һорауҙы ҡуйырға бер кемдең дә хаҡы юҡ. Хәләлде – харам, тип, харамды – хәләл, тип әйтергә бер кемдең дә хаҡы юҡ. Аллаһ Тәғәлә ашарға, эсергә, кейергә рөхсәт иткән нәмәләрҙе бер кемдә харам ҡыла алмай.
   "Әнғәм" сүрәһенең аяттында асыҡ итеп яҙылған:
   -   Аллаһының аяттарына инанһағыҙ, Аллаһ исеме менән боғаҙланған хайуандарҙы ашағыҙ.
   Ҡөръән китабында хәләл һәм харам тураһында нимәләр әйтелә? Бына ул шул аяттар. Ә инде кемдә кем сусҡа ите ашарға ярай тип әйтһә – ул шунда кафырға әйләнә. Кафырҙарҙың урыны мәңге тамуҡ. Һәр әйтер һүҙҙе самалап, үлсәп кенә ауыҙ асыр кәрәк
   "Һыйыр" сүрәһе 168 аят:
   -   Әй, инсандар, Ер йөҙөндә булғандарҙың (ризыҡтарҙың,) хәләл һәм саф-таҙаларын ғына ашағыҙ. Шайтан артынан эйәрмәгеҙ. Шайтан һеҙҙең ҡан дошманығыҙ.

Читать далее →

Хәләл тауыҡ йомортҡалары

                                                            Хәләл тауыҡ йомортҡалары

   Әссәләмүғәләйкүм мосолман ҡәрҙәш. Был мәҡәләне «Йәшлек» гәзитенең «Йәшлек ҡунағы» битенән алдым. Үҙ үҙен маҡтап халыҡ алдында абруйын күрһәтеү маҡсаты менән түгел әлбиттә. Маҡтау–маҡтаныу шайтан ғәләмәте, кешенең мин-минлеген артыра, гонаһҡа баҫтыра. Аллаһ һаҡлаһын беҙҙе был аҙымдарҙан. Аҫтағы мәҡәлә менән танышығыҙ.

                   Динеңде интернет аша нығыт йәки «Хәләл тауыҡ йомортҡалары» буламы?
   Телефон, интернет, телевизор — быларҙың барыһы ла заман талабы. Уларҙы файҙаға ла, зыянға ла файҙаланырға мөмкин. Иманлы кеше был замана ҡаҙаныштарын үҙенең дине, намыҫы, тормошо һәм әхирәте өсөн тик файҙалы йүнәлештә генә ҡулланасаҡ. Һәр эштең үҙ яйы, тәртибе булған кеүек, интернеттың да үҙ әҙәбе бар.
   Компьютерың Раббының бер рәхмәтеме, әллә бөгөнгө көндөң зәхмәтеме? Уныһы үҙеңдән тора.
   Һеҙҙең иғтибарға башҡорт телендәге иң популяр «Әбйәлил» исемле дини сайлың авторы менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Нәзир САБИТОВ Әбйәлил районының Таштимер ауылында йәшәй. Сығышы менән ошо уҡ ауыл кешеһе, Таштимер мәсетенең имам- хатибы.

Читать далее →