Күрше хаҡы

                                                          Күрше хаҡы

     (текстың хәрефтәрен ҙурайтыр өсөн Ctrl кнопкаһын баҫып-тотоп, + кнопкаһына баҫырға, бәләкәйсәтер өсөн кнопкаһына баҫырға)

     Хөрмәтле йәмәғәт! Ислам дине кешенең үҙ-үҙенә, икенсе кешегә һәм башҡа йән эйәһенә, Аллаһ Тәғәләгә булған мөнәсәбәтен яйға һала. Был донъяла кеше яңғыҙы йәшәмәй, ә кемгәлер күрше була. Күршенең кем булыуына ҡарамаҫтан мосолман уның менән яҡшы мөғәмәләлә булырға тейеш, сөнки был – йәмғиәттең имен, ныҡ, тыныс һәм хәүефһеҙ булыу шарты. Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә күршелек тураһында бик йыш әйтелә. Мәҫәлән, Ҡөрьәндә: «Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, Уға һис бер нәмәне тиңдәш тотмағыҙ: ата-әсәләргә, яҡындарға, етемдәргә, ярлыларға, туғанлыҡ менән яҡын күршегә, яҡындағы күршегә, эргәләге дуҫыңа, юлсыға, уң ҡулдарығыҙ хужа булғанға — изгелек ҡылыу! Ысынлап та, Аллаһ тәкәббер, маҡтансыҡтарҙы яратмай» — тиелә. («Ҡатындар» сүрәһе. 04: 36).

     Күреүегеҙсә, был аятта ин бөйөк нәмә — тәүхид — кешеләргә ҡарата булған изгелек менән бергә иҫкә алына, һәм күрше — шул кешеләр араһында. Имам Ибн Рәджәб әйтеүенсә, «был аятта Аллаһ Тәғәлә үҙенә ҡарата ҡол өҫтөндә булған яуаплылыҡты, шулай уҡ кешеләрҙең бер-береһенә ҡарата булған хаҡтарын бергә әйтеп киткән». Бер хәҙистә Аллаһ рәсүле дуҫы Джибрил фәрештә тураһында шулай тигән: «Миңә Джибрил күрше тураһында шул тиклем күп кәңәштәр бирҙе, хатта мин күршегә мираҫ хаҡы билдәләнер тип уйлайым». (Әл- Бүхари һәм Муслим риүәйәт иттеләр). Йәғни, күршегә шул тиклем яҡшы мөғәмәләлә булырға кәрәк ки, ул үҙен һинең яҡын туғаның (мираҫыңдан хаҡы булған кешеләр) кеүек хис итһен. Икенсе бер хәҙистә шулай тиелә: «Кешенең бәхете — изге күрше, тыңлаусан ат, киң өй». (Әхмәт риүәйәт итте). Тағы бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ ﷺ мосолмандарға бик етди рәүештә өндәшкән: «Кем Аллаһҡа һәм һуңғы көнгә ышана, шул күршеһен хөрмәт итһен»! (Әл-Бухари һәм Муслим риүәйәт иттеләр). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге көндә күп мосолмандар күрше хаҡын аңлап етмәйҙәр һәм иң яҡын күршеләре менән дошманлашып йәшәйҙәр. Был донъя — ваҡытлыса ғына, ҡәрҙәштәр. Ниндәйҙер тауыҡтар, ҡаҙҙар, бал ҡорттары, һауыт-һаба арҡаһында күршегеҙ менән арағыҙҙы боҙмағыҙ. Күршегеҙ нәмәләлер ғәйепле булһа ла. түҙегеҙ, Аллаһ Тәғәлә хаҡына хатта үҙегеҙҙең хаҡығыҙҙан да баш тартырға әҙер булығыҙ. Күршегеҙ һеҙҙең кәртәгеҙгә сөй ҡағырға теләһә, рөхсәт итегеҙ, һеҙҙең яҡтан килгән төтөнгә, еҫкә, тауышҡа зарланһа, үсекмәгеҙ — киреһенсә, күршегеҙгә ҡамасаулаған нәмәне бөтөрөргә тырышығыҙ. «Мин һинең өсөн фәлән-фәлән эшләнем, ә һин миңә эшләмәйһең!» йә «мин һиңә ярҙам иттем, ә һин миңә итмәйһең» тип бәхәсләшмәгеҙ. Күршегеҙ һеҙгә ҡарата хаҡын тулыһынса үтәмәһә лә, һеҙ уның яуызлығына изгелек менән ҡайтарығыҙ. Күршегеҙгә ҡарата булған мөғәмәлә уға түгел — һеҙҙең үҙегеҙгә кәрәк. Бының турала пәйғәмбәребеҙ шулай тип өйрәтте: «Дуҫтарҙың Аллаһ алдында иң яҡшыһы — дуҫына ҡарата иң яҡшы булғаны. Күршеләрҙең Аллаһ алдында иң яҡшыһы — күршеһенә ҡарата иң яҡшы булғаны». (Әт-тирмиҙи, Әхмәт риүәйәт иттеләр). Ибн Муҡаффәғ тигән изге сәләфтең күршеһе бурысын ҡайтарыр өсөн өйөн һатырға булған. Был ваҡыт Ибн Муҡаффәғ шул өйҙөң күләгәһендә ултырған икән. Ошо яңылыҡты ишеткәс, ул: «Әгәр күршем бурысы арҡаһында өйөн һатырға булыша икән, мин уның өйөнөң күләгәһе хаҡын үтәй алмағанмындыр» — тигән дә, барып күршеһенең бурысын түләгән. Башҡорт халҡында «Күрше халҡы — Тәңре хаҡы» тигән әйтем бар. Ислам динендә бала саҡтан уҡ тәрбиәләнгән ата-бабаларыбыҙ күрше хаҡыиың бөйөк һәм етди булғанын яҡшы аңлағандар, әлбиттә.
                                                       Икенсе хөтбә
     Күрше хаҡын ҡайғыртмаған кеше оло гонаһ ҡыла һәм үҙен Аллаһ Тәғәләнең язаһына дусар итә. Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ көндөҙ ураҙалар тотоп, төндәрен нәфел намаҙҙар уҡыған, ләкин күршеләрен теле менән рәнйеткән ҡатын тураһында әйткәс, ул уның тураһында: «Ул утҡа эләгәсәк!» — тигән, Аллаһ һаҡлаһын! (Әл-Бүхари, Әхмәт риүәйәт иттеләр). Бер көн пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Аллаһ менән ант итәм, иманға килмәҫ!» — тип өс тапкыр ҡабатлаған. Быны ишеткәс, сәхәбәләр аптырап: «Кем, эй Аллаһтың илсеһе?» — тип һорағандар. Пәйғәмбәр ﷺ: «Кемдең күршеһе уның яуызлыҡтарынан имен түгел — шул!» — тин яуап ҡайтарған. (Әл-Бүхари риүәйәт итте). Мосолман кеше күршеһенең ниндәй хәлдә булыуын ҡайғыртып торорға тейеш: «Кем туйған ваҡытта эргәһендәге күршеһе ас тора, шул мөьмин түгел» — тине пәйғәмбәребеҙﷺ . (Әт-Тирмиҙи, Әхмәт риүәйәт иттеләр). Тағы бер сахих хәҙистә пәйғәмбәребеҙ ﷺ күрше ҡатыны менән зина ҡылыуҙы ауырлығы буйынса ширк һәм ҡыҙ баланы үлтереүҙән һуң өсөнсө урынға ҡуйған!.. Әбү Хәмид Әл-Ғазали тигән ғалим күрше хаҡы тураһында шулай тип яҙған: «Күрше хаҡының йөмләһе — уға башлап сәләм биреү, уны оҙон хәбәр менән ялҡытмау, уның хәлен төпсөнөп күп һорауҙар бирмәү, уны ауырыу ваҡытында барып күреү, бәлә килгәндә уны тынысландырып, терәк булып бергә тороу; ҡыуаныслы ваҡиға булһа, уны ҡотлау һәм был ҡыуаныста уның менән бергә булыуыңды күрһәтеү; уның хаталарын ғәфү итеү, бейек урынға менеп уның етешһеҙлектәренә ҡарамау; уның кәртәһенә нәмәлер терәп, уға ҡамасауламау; уның һыуы аҡҡан улаҡҡа нәмәлер ташламау; уның ҡаралтыһына тупраҡ ташламау; уның өйөнә илткән юлдарҙы ҡапламау; уның өйөнә алып ҡайтҡан нәмәләренә тикшереп ҡарамау; уның етешһеҙлектәрен йәшереү; уның менән ниндәйҙер ҡайғы була ҡалһа, уны тынысландырырға, уның ҡайҙалыр сығып киткән ваҡытында өйөң ҡарауыллап тороу; уның һөйләгән хәбәрен йәшерен рәүештә тыңламау, уның ҡатынынан ҡарашыңды ситкә бороу; уның ярҙамсы ҡатынына оҙаҡ итеп ҡарамау; уның балаһы менән яғымлы итеп һөйләшеү һәм диндән йә донъянан белмәгән нәмәләрен өйрәтеп тороу»... Беҙҙең күршеләребеҙҙең ни тиклем хаҡтары күп икән, ағай-эне! Ә беҙ йыш ҡына күршебеҙ менән дошман булмаһаҡ та, уға мосолман булараҡ тейешле нәмәләребеҙҙең ярлыһын да үтәмәйбеҙ! Ҡиәмәт көнөндә күршеләребеҙ беҙҙән хаҡтарын талап итә башлаһа, яуап бирә алырбыҙ микән — шуны уйлап йәшәйек!.. Күршегеҙ кафыр булһа ла, уға ҡарата ғәҙел булығыҙ — бәлки һеҙҙең эштәрегеҙ һәм яҡшы мөғәмәләгеҙ уның күңелен йомшартыр һәм ул ислам ҡабул итер. Бабдуллаһ ибн Ғәмрҙең йәһүди күршеһе булған, һәм Бабдуллаһтың ғаиләһе һарыҡ һуйған ваҡытта, ул: «Беҙҙең йәһүди күршегә лә ит бирҙегеҙме?» — тип һорай торған. Аллаһ Тәғәлә беҙгә динебеҙҙе яҡшы өйрәнеп, күршебеҙгә ысын мосолман кеүек яҡшы мөғәмәләлә булырға яҙһын.

                                                                                    Йома хөтбәләре