Ғаләмде бар итеүсе

                                    Ғаләмдең яралтып бар итеүсеһе булырға тейеш

     Төплө аҡылы булған кеше килешмәй ҡалмай һәм инҡар итә лә алмай торған дәлилдәр килтереп, Ҡөрьән өйрәтә: ”Әллә улар — иманһыҙ кешеләр — үҙҙәренән- үҙҙәре барлыҡҡа килгәнме? Йәки күктәрҙе һәм ерҙе улар үҙҙәре яралтып бар иткәнме? Әлбиттә, юҡ”, — ти.
                                                                                ”Әт-Тур”,”Тур тауы” сүрәһе, 35-36 — нсы аяттар.
     Һеҙҙең йәшәп ятыуығыҙ, Күктәр менән ерҙең булыуы — бәхәсһеҙ. Аҡылы булған кеше һәр нәмәнең барлыҡҡа килеүендә бер сәбәп булыуын да таный. Быны хатта далала малдар бағып йөрөгән көтөүсе белә. Тиҙәк күрһә, бында көтөү йөрөгән, кеше эҙе күрһә, юлаусы үткән, ти. Тимәк, йондоҙҙар балҡып торған күк менән далалары йәйерәп ятҡан ер бөтәһен дә белеп торған, бөтәһенә ҡеүәте еткән Аллаһтың барлығына ишара.

     Һәр нәмәнең барлыҡҡа килеүенә бер сәбәп, сәбәбенә күрә яралтыусыһы була. Үҙ ҡарамағында, үҙ ихтыярында булмаған бер нәмәне берәү ҙә башҡаларға бирә алмай.
     Аллаһты танымаған дәһриҙәр бәхәс алып барғанда ғалимдарҙан берәү уларҙан һорай:
     - Йөк төйәлгән, тауар менән тулы бер ҡарабтың мин бер кеше булмаған хәлдә дауыл ҡубып, тулҡындар шаулап торған диңгеҙ өҫтөндә бер үҙе тыныс ҡына йөҙөп барғанын күрҙем, — тип һөйләгән кешегә һеҙ нимә тип әйтер инегеҙ? Был мөмкинме? — ти.
     - Был нәмә аҡылға һыймай , — тиҙәр тегеләр.
     - Сүбхәнал-лаһ! Әгәр ҙә был аҡылға һыймай һәм мөмкин дә түгел икән, иге-сиге булмаған иҫ китмәле оло был ғаләмдең яралтып бар итеүсеһенән, төрлө бәләләрҙән яҡлап һәм ҡурсалап тороусыһынан башҡа йәшәй алыуы мөмкинме? — ти ғалим.
     Был дәлилдәрҙе ишетеп һәм дөрөҫлөгөн танып, кешеләр илап уҡ ебәрә һәм тәүбәгә килә.
     Аллаһтың яҡлауын һәм һаҡлап ҡына йөрөтөүен тойоп торған кеше, әлбиттә, бынан фәһем алырға һәм төрлө ҡотҡоларға, төрлө ауырыуҙарға, юлдан яҙыуҙарға, аҙашып йөрөүҙәргә үҙе лә ҡаршы тора белергә тейеш.
     ”Тере йөндәрҙән — иң түбәнгеләренән башлап иң юғары баҫҡыста торғандарына тиклем — бөтәһендә лә үтә лә мөһим бер сифат бар: емергес көстәр тәьҫиренә ҡаршы тора белә улар. Бының сәбәбе — шул уҡ Яралтып бар итеүсе ихтыярына, Уның теләгенә ҡайтып ҡала. Аллаһ уларҙың үҙен-үҙе һаҡлап ҡалыу һәм тормошто дауам итеү өсөн бөтә ауырлыҡтарға ҡаршы тора алыуын теләгән”, — тип яҙа доктор Ғиззетдин Йософ.
     Яуҙар булып торған ваҡыттарҙа бәндәләр араһында тыуыусылар һаны арта... Кешенең ниндәй ҙә булһа бер сәбәп менән бер бөйөрөн алып ташлаһалар, ҡалған бөйөрө ҙурайып, икеһенең дә вазифаһын үтәй башлай, һәр йән эйәһенә төрлө афәттәрҙән һаҡлана белеү, тормошто тәбиғи тигеҙлектә, тынғылыҡта тотоуҙың ғәжәп юлдарын өйрәтәп биреүсе зат та — Аллаһ үҙе.
     Бөтә йән эйәләре буйһоноп йәшәгән уртаҡ ҡанун- ҡағиҙә осраҡлы хәл генә була алмай.
     Аллаһ етәкселеге менән һабаҡ алған бөжәктәрҙең иң ғәжәбе — ҡырмыҫҡа.
     Үҙенә ризыҡ табыу юлдарын эҙләп кенә йөрөгән был бөжәктәр ғәҙәттә ояларынан әллә күпме араларға китә, ризыҡ табыу менән улар уны үҙ өҫтөнә алып йәки һөйрәп, һикәлтәле юлдар менән берсә үрҙәргә үрләп, берсә түбән төшөп, ояһына алып ҡайта, мөмкин булғандарын һаҡларға ҡуя.
     Бөртөктәрҙе йыйып улар, шытыуы мөмкин булғандарын аралап, дым эләгеү мөмкинлеге тыуһа, ҡояшлы көндәр башланыу менән уларҙы оя алдына таратып ташлай, орлоҡтар кибеп алғас ҡына яңынан ояһына индереп ҡуя. Бер ҡырмыҫҡа ла башҡалар йыйған ризыҡ менән туҡланыуға бармай. Мосолмандарҙы пәйғәмбәребеҙ бөжәктәрҙең айырым төрҙәренә, атап әйткәндә, ҡырмыҫҡа, бал ҡорто, һөҙ-һөт, ҡарағанат йәки ваҡ һайыҫҡандарға зыян килтереүҙән тыйған.
     "Пәйғәмбәрҙәрҙән берәү ағас төбөнә ял итергә туҡталғанда уны ҡырмыҫҡа тешлән ала ла, ағас төбөнән бөтә ҡоралдарын алып, пәйғәмбәр уның ояһын яндырып китергә бойора. Шул ваҡыт Аллаһ: ”Бер ҡырмыҫҡа тешләгәнгә һин Аллаһты зекер итеп торғандарҙы бөтә ояһы менән яндырҙың, бер генә ҡырмыҫҡа етмәй инеме ни һиңә?” — тип киҫәтә.
     Тағы ла бер хәҙис.
     "Пәйғәмбәрҙәрҙән Сөләймән, ғәләйһис-сәләм, бер төркөм мосолмандар менән бергәләп ямғыр теләп доға ҡылыу өсөн өйөнән сыға.
     Шул ваҡыт ул бер ҡырмыҫҡаның арҡаһына ятып һәм аяҡтарын күтәреп: «Эй, Аллаһ! Беҙ — һин яралтып бар иткәндәрҙән берәүһе, һин яуҙырып ҡына торған ямғырҙан, һин биреп кенә торған ризыҡтан башҡа беҙҙең йәшәр мөмкинлегебеҙ юҡ. Йә һин беҙҙе һуғарып һәм туйындырып тораһың., йә һәләк итеп ҡуяһың!” — тигән һүҙҙәрен ишетеп ҡала.
     »Ҡайтығыҙ! — ти пәйғәмбәр үҙенең юлдаштарына, — Башҡалар ҡылған доға ярҙамында һеҙгә лә ямғыр ебәреләсәк”.
     "Таныштарымдан берәү миңә бер ҡырмыҫҡа менән булған бер ваҡиға тураһында һөйләне, — тип дауам итә доктор Йософ Ғиззетдин, — Ояһынан сыҡҡан бер ҡырмыҫҡаның саранча үләкһәһен табып алғанын күрҙем. Уны һөйрәп алып китергә теләне, көсө етмәне. Ояһына ҡайтып башҡа ҡырмыҫҡаларҙы ярҙамға алып килде. Шул ваҡытта мин үләкһәне өҫкәрәк күтәреп ҡуйҙым. Ҡырмыҫҡа килеп был урында уралып йөрөнө, ләкин эҙләгәнен тапманы. Ярҙамға килгәндәр бөтәһе лә ҡайтып киткәс, мин үләкһәне урынына ҡуйҙым. Ҡырмыҫҡа уны тағы ла килеп тапты, күтәреп китергә тырышып ҡараны. Көсө етмәне. Тағы ла боролоп ҡайтып, ярҙамсылар алып килде. Үләкһәне тағы ла өҫкәрәк күтәреп ҡуйҙым. Ҡырмыҫҡа тағы ла әйләнде-тулғанды ла, бер нимә лә таба алманы. Башҡа ҡырмыҫҡалар ҙа ояһына ҡайтып китте. Был хәл шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланғас, ярҙамға килгәндәр уратып алып уның үҙен өҙгәләп ташланы.
     Был хәл тураһында һөйләп биргәс остаҙым: «Ялғандың — әшәкелек, әшәкелектең язаға ғына лайыҡ булыуын Аллаһы Сүбхәнә үә Тәғәлә ҡырмыҫҡаларҙың да тәбиғәтенә һалып ҡуйған”, — тип кенә ҡуйҙы.
     Ҡырмыҫҡалар бик тә һаҡсыл йән эйәләре. Уларҙың һаҡсыл була белеүҙәре тураһындағы риүәйәттәр хатта халыҡтың төрлө әйтемдәренә лә инеп ҡалған.
     Быны, әлбиттә, Сөләймән дә белә. Үҙҙәренә аҙыҡ әҙерләүҙә тырыш булыуҙарын күреп, Сөләймән, ғәләйһис-сәләм, уларҙың береһен саҡырып ала ла:
     »Ҡырмыҫҡаларға йылына күпме ризыҡ етә?” — тип һорай. «Өс бойҙай бөртөгө”, — ти ҡырмыҫҡа.
     Ҡырмыҫҡаны бер һауытҡа һалып, эргәһендә өс бөртөк бойҙай ҙа ҡалдырып, бер йылға ябып ҡуйырға бойора Сөләймән, һауытты бер йылдан һуң ғына асып, унда бөртөк ярым бойҙай табалар.
     »Был нимә? Һин бит йылына өс бөртөк бойҙай ашайым тинең”, — ти пәйғәмбәр.
     "Шулайын шулай ҙа ул. Мин һинең үҙ халҡың хаҡында хәстәрлектәр менән мауығып китеүеңде күрҙем дә, йәшәр өсөн һин билдәләгәндән күберәк ваҡыт кәрәк булыу ихтималы тураһында уйланып, ризығымдың яртыһын ғына тотоноп, яртыһын артабан да астан үлмәҫ өсөн тип һаҡлап тота барҙым”, — ти ҡырмыҫҡа. Был хәлгә таң ҡала Сөләймән.
     "Һаҡланғанды һаҡлармын”, — тигән Аллаһ. Бөтә йән эйәләрен һаҡлана белергә өйрәткән. Ҡырмыҫҡаларҙың ғәжәп бер һәләтен ғалимдар тәжрибә менән тикшереп ҡарай. Балға йәки башҡа бер ризыҡҡа төшә күрмәһен тип кешеләр йә соҡорға, йә ҙур ғына тасҡа һыу һалып, балды шуның уртаһына ҡуялар. Ҡырмыҫҡалар һыу тирәләй әйләнеп йөрөй ҙә балға барып етә алмағас, стена буйлап түшәмгә бал тәңгәленә күтәрелеп, уға йығылып төшәләр.
     Ҙур ғына ҡыршауҙы утта ҡыҙҙырып бер һөнәрмән уны ергә ташлай. Бер нисә ҡырмыҫҡа утлы ҡоршау эсендә тороп ҡала. Ҡоршауҙан сығыу юлын эҙләп улар төрлөһө төрлө яҡҡа тарала, әммә сығыу юлы бикле була.
     Шул саҡта улар түңәрәктең уттан иң алыҫ урынында бергә йыйылалар.
     Аллаһ яралтып бар иткән бөтә булмыштарҙың тереклек итеү рәүеше хикмәт менән тулы. Быны аңлау өсөн Ҡөрьәндән бер генә аят килтереү ҙә етер кеүек.
     ”Ерҙә булған төрлө хайуандар һәм осор ҡоштар — бөтәһе дә һеҙгә оҡшашлы бер йәмәғәт. Китапта Беҙ бер нимәне лә төшөрөп ҡалдырманыҡ, һәр нәмә үҙ урынында. һеҙгә оҡшап улар ҙа яңынан ҡубарылыр һәм Минең хозурыма ҡайтарылыр ”.
     Һеҙгә — иман килтермәгән кешеләргә генә — был зекерҙәрҙең мәғәнәләре барып етмәй. Аллаһ Ул — түҙемле, Ғафү итә белеүсе”, — ти.
                                  ”Әл-Әнғам”,” Мал-тыуар «сүрәһе, 38-39 — нсы,”Әл-Исра”,”Төндәге күсереү” сүрәһе, 44 — нсе аят.
     »Күктәрҙә һәм ерҙә булғандар, шулай уҡ ҡанаттарын йәйеп осор ҡоштар — һәр береһенең үҙенең доғаһы, үҙенең зекере бар”.
                                                                                                                                          ”Нур” сүрәһе, 41 нсе аят.
     ”Берсә ҡанаттарын йәйеп, берсә уларҙы ҡабырғаларына ҡыҫын, өҫтәрендә осоп йөрөгән ҡоштарҙы күрмәйме улар, ғибрәт ала белмәйме? Мәрхәмәтле Аллаһтан башҡа уларҙы бит унда бер кем дә тотоп тора алмай. Аллаһ Үҙе генә бөтәһен дә белеп тора”, — тиелә аятта.
                                                                                                                  ”Әл-Мүлк”,"Хакимиәт” сүрәһе 19-нсы аят.
     "һеҙҙең һымаҡ улар ҙа үҙенең ризығын таба, үҙенең алыр өлөшөн эҙләй, хәүеф-хәтәрҙәрҙән һаҡлана белә”.
     Быларҙы һөйләп тороуҙың бик тә фәһемле бер мәғәнәһе бар:
     "Исламдағы үҙ-ара бәйләнештәр бер-бер артлы өҙөлөргә генә торған бер заман яҡынлашып килә. Ул заман мосолмандар араһында яһилиәт дәүерен бөтөнләй белмәгәндәр үҫеп еткәс киләсәк”, — тигән Ғүмәр ибн Әл-Хаттаб.
     Ысынлап та бит төн ҡараңғылығы менән таныш булған кешегә көн яҡтылығын аңлауы ауыр түгел; сәләмәтлек тә таҙа кеше башындағы таж кеүек. Уны ауырыуҙан яфа сиккәндәр генә күрә ала. Халыҡта ла бит: "Ас хәлен туҡ белмәй”, — тиҙәр. "Тормоштан бөтәһен дә алып ҡалырға!” — тип тырышҡандар ҙа күбәйеп бара.
     Диндә лә шулай.
     Алдашыуҙарҙан арынаһы, аҙашыуҙарҙан ҡотолаһы бар.
     Ялғандың ялған булыуын аңлай белгән кеше хаҡтың хаҡ булыуын да аңлай ала.
     ”Ер йөҙөндә ниндәйҙер бер һыҙаты менән хайуанға тартым булмаған кеше юҡ, — тигән Суфьян бин Үйәйнә, — берәүҙәр арыҫланға оҡшап үҙ ҡорбанының башын вата, икенселәр бүре кеүек эҙләнеп кенә йөрөй, өсөнсөләр эт кеүек өрөргә ярата, тәүис кеүек маҡтаныу өсөн генә күренеп ҡалырға тырышҡандар, сусҡа кеүек ризыҡтың пагын бирһәң, уға ҡағылып та тормай, тиҙәк тапһа уны ялай башлаған йәнлектәр ҙә табылып ҡына тора.
      Кешеләр араһында ла шундайҙар бар: хикмәтле илле һүҙ ишетһә, уларҙың береһен дә хәтеренә алмай, кешенең бер хатаһы хаҡында бер һүҙ ишетеп ҡалһа, уны ул күңеленән сығармай.
     ”Ерҙә булған төрлө хайуандар ҙа, ике ҡанаты ярҙамында осор ҡоштар ҙа — бөтәһе дә һеҙгә оҡшашлы бер йәмәғәт. Китапта Беҙ бер нәмәне лә төшөрөп ҡалдырманыҡ, һәр нәмә үҙ урынында, һеҙгә оҡшап улар ҙа яңынан ҡубарылыр һәм Минең хозурыма ҡайтарылыр”. — тигән аятты "Суфьян ниндәй ҙә дөрөҫ итеп аңлай белгән һәм шундай хикмәтле бер һөҙөмтәгә килгән, — тип һөйләр булған Әл-Хаттаби, — Әгәр ҙә аяттарҙа әйтелгәндәрҙе һүҙмә-һүҙ аңлап булмаһа, уның йәшерен мәғәнәләре лә булыу ихтималына иғтибар итергә кәрәктер. Кешеләр менән хайуандарҙың оҡшаш булыуы тураһында хәбәр биргәндә Аллаһ уларҙың тышҡы ҡиәфәтен, килеш-килбәтен, һөйләшә белеү йәки ғилем кимәлен күҙ уңында тотмай. Ул уның холоҡ- фиғеленә, үҙ-үҙен тота белеүенә, әҙәбенә күҙ һала.
     Кешеләр кеүек үк хайуандарҙың да бит берәүҙәре бала тип үлеп бара, икенселәр улар тураһында уйлап та бирмәй; берәүҙәре яҡшылыҡты аңлай, ҡойороҡ болғап булһа ла шөкөр итә белеүен аңлатырға теләй, икенселәр шөкөр тигәнде бар тип тә белмәй; берәүҙәр ризыҡ тапһа ла, уны башҡалар менән уртаҡлашырға ғына тора, икенселәр тапҡаны бөтәһенә лә етерлек булғанда ла төрҙәштәрен уға яҡын да килтермәй.
     Берәүҙәр бер ваҡытта ла асыу тигәнде белмәй, икенселәр бик тиҙ генә ҡотороп китә лә, бик оҙаҡ тыныслана алмай йөрөй;
     ...берәүҙәр кеше белә алмағанды ла тойоп тора, икенселәр бөтөнләй моңһоҙ булып йәшәй; берәүҙәр насарлыҡты аңлай белә, унан алыҫыраҡ булырға тырыша, икенселәр насарлыҡты ла белмәй, яҡшылыҡты ла аңламай.
     Былар бөтәһе лә йәне булғандарҙың Яралтып бар итеүсеһе лә, яралтып бар итеүҙәге ниәттәрҙең һәм маҡсаттарҙың гүзәл, хикмәттәрҙең нәфис булыуына ышаныслы бер дәлил.
     Мөхәддистәрҙән Әбү һөрәйрә пәйғәмбәребеҙҙең: «Яралтып бар итеүҙәрен тамамлап ҡуйғандан һуң Аллаһ үҙенең Көрсийе өҫтөндәге яҙмаларға өҫтәп: „Минең мәрхәмәтем асыуымдан көслөрәк һәм унан алдараҡ йөрөй”, — тип яҙып ҡуя”, — тигән һүҙҙәрен килтерә.
     Уйлай белгән кешегә был бик тә аңлашыла. Сөнки күктәрҙә һәм ерҙә булып торған бер нәмә лә Аллаһтан йәшеренеп ҡала алмай. Ҡоро ерҙә һәм диңгеҙҙәрҙә булған һәр хәрәкәт, ағасынан өҙөлөп төшкән һәр япраҡ, ҡом өҫтөнә ҡойолоп ҡалған һәр бөртөк, ер ҡатламын тишеп сыҡҡан һәр үҫенте Уның иғтибарында, Уның ихтыярынан башҡа бер бәбәк тә ҡороп юҡҡа сыҡмай.
     “Ер йөҙөндә ейер ризығы бирелмәгән бер йән эйәһе лә юҡ. Уларҙың Ул йәшәр төйәген дә, гүре ятыр ерен дә белеп тора. Был мәғлүмәттәрҙең бөтәһе лә Аллаһ хозурында булған Китапта — Ләүхел-Мәхфүздә яҙып ҡуйылған».
                                                                                                             ”Һуд” сүрәһе, 6 — нсы аят.
     "Ут әһелдәре менән Йәннәттәргә ингәндәр тиң булмаҫ. Йәннәт әһелдәре — уттан ҡотолоп, рәхәтлек тапҡан кешеләр.
     Ошо Ҡөрьәнде Беҙ әгәр ҙә тауға төшөргән булһаҡ, һәм ул бөтә нескәлектәре менән Ҡөрьәндең оло мәғәнәләрен аңлаһа, Аллаһтан ҡурҡыу сәбәпле түбәнселек менән тау тиклем тауҙың да теткеләнеп ҡалыуын күрер инең.
     Был миҫалдарҙы Беҙ әҙәмдәргә, бәлки улар ҙа фекер йөрөтөп, ғибрәт алырҙар тип килтерәбеҙ.
     Аллаһ Ул — шундай зат, Унан башҡа Иләһ юҡ.
     Йәшерен һәм асыҡтан-асыҡ булған бөтә нәмәне — тереләрҙе лә, мәрхүм булғандарҙы ла, донъяны ла, ахирәтте лә, үткәндәрҙе, әле ғүмер итеп, йәшәп ятҡандарҙы һәм алда буласаҡтарҙы Ул үҙе генә белә. Бөтәһенә лә рәхмәте киң Мәрхәмәт-Шәфҡәт эйәһе.
     Аллаһ Ул — шундай зат, Ғибәҙәт өсөн Унан башҡа бер ниндәй иләһ, бер ниндәй тиңдәш юҡ. Ул үҙе генә. Уның бер нимәгә мохтажлығы юҡ, бөтә ғаләм уның үҙенә мохтаж булған батшаһ, һәр төрлө кәмселектән пак, тынғылыҡ, именлек, иман сығанағы, ышаныслы, бөтә нәмәне һаҡлап тотоусы, ғәҙеллек менән хөкөм йөрөтөүсе, хөкөмөндә һәр саҡ өҫтөнлөклө, мәртәбәле, бөтә нәмәне төҙөклөктә тотоусы. Сүбехәнәл-лаһ! Ул бит мөшрикләр сифатлаған тиңдәшлек сифаттарынан бөтөнләй азат, паҡ.
     Ул Аллаһ һәр нәмәне юҡтан бар итеүсе, Халиҡ, һәр нәмәгә үҙенең айырым төҫөн биреүсе. Уның исемдәре лә иң күркәм исемдәр. Ерҙә һәм күктәрҙә булған бөтә нәмә Уны маҡтап тәсбих әйтеп тора. Ул — ҡеүәт һәм хикмәт эйәһе”.
                                                                         ”Хәшер”,”Бер урынға йыйыу” сүрәһе, 19-24 — нсе аяттар.
     Үҙебеҙ яралтып бар иткән кешенең тормошо — фани. ”Беҙ һеҙҙе үлемгә хөкөм иттек. Үҙегеҙҙе үҙегеҙ кеүектәр менән алмаштырып ҡуйыуҙа йәки үҙегеҙ белмәгән һәм белә лә алмаған сүрәттә яңынан ҡубарыуҙа һеҙ Аллаһты уҙып китә алмайһығыҙ.
                                                                                     "Уаҡиға”,"Ҡотолоп булмаҫ хәл” сүрәһе, 60-61 — нсе аяттар.
     ”Нимә сәскәнегеҙҙе беләһегеҙме? Сәскән игендәрегеҙҙе һеҙ үҙегеҙ үҫтерәһегеҙме, әллә Беҙме? Әгәр ҙә теләгән булһа, уларҙы Беҙ ҡау ҡамылға, сүпкә өйләндергән булыр инек тә/үҙегеҙ ҙә аптырап ҡалыр инегеҙ...
     Эскән һыуҙарығыҙ хаҡында беләһегеҙме?
     Болоттарҙан уларҙы һеҙ ҡойоп тораһығыҙмы, әллә Беҙме? Әгәр ҙә теләгән булһаҡ, ул һыуҙы Беҙ эсергә ярамаған әсе бер эсемлеккә әйләндергән булыр инек.
     Шул хаҡта уйлап, шөкөр итә белмәйһегеҙме?
     Үҙегеҙ яндырып торған утты күҙәткәнегеҙ бармы? Уның өсөн утынды үҙегеҙ таптығыҙмы, әллә Беҙ яралтып бар иттекме?
     Быларҙың бөтәһен дә Беҙ бәндәләр хәтерҙә генә тотһон, сүлдә тороп ҡалғандарға ярҙам булһын тип эшләнек ”.
                                                                                      Шул уҡ сүрә, 63-65,68 — 73- нсө аяттар.
     Үҙебеҙ яралтып бар иткән кешенең тормошо — фани. ”Беҙ һеҙҙе үлемгә хөкөм иттек. Үҙегеҙҙе үҙегеҙ кеүектәр менән алмаштырып ҡуйыуҙа йәки үҙегеҙ белмәгән һәм белә лә алмаған сүрәттә яңынан ҡубарыуҙа һеҙ Аллаһты уҙып китә алмайһығыҙ.

                                                                    «Дин ул — нәсихәт», Сәләх Суҡбаев, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтулла