Нисек ураҙа тоторға?

                                                         Нисек ураҙа тоторға?

     Рамаҙан айында ураҙа тотоу ваҡыты. Таблица Өфөләге Ләлә-Тюльпан мәсетенең намаҙ уҡыу ваҡыты менән бирелгән. Әбйәлилдәр ошо күрһәтелгән ваҡыттан 10 минут алда башлаһа, бик хуп, сөнки иртәнге аҙандар урындағы ваҡыт менән әйтелә. 

Рамаҙан айы 2026 йыл. Өфө ваҡыты. ЦДУМ, Ләлә Тюльпан

Рамаҙан айы. Ураҙа.

     Рамаҙан айы ураҙаһың тотор өсөн иң башта ихлас күңел менән: «Ләә иләәһә илләл-лааһ, Мөхәммәдүр рәсүлүллааһи» тип, телебеҙҙә һәм күңелебеҙҙә һәр саҡ булырға тейешле зекерҙе: «Аллаһ Бөйөк, Аллаһ Бер, Аллаһтан башҡа иләһ юҡ, Мөхәммәд пәйғәмбәр Уның рәсүле» тип, үҙебеҙҙең мосолман булыуыбыҙҙы әйтеп раҫлайыҡ.
     Кемдәрҙер ай башында өс көн, уртаһында өс һәм аҙағына өс көн ураҙа тотоп маташалар. Былай итеү дөрөҫ түгел, Аллаһының тәҡдире менән был Рамаҙан айында тулыһынса тоторға ҡушылған. Тотолмаған көндәрегеҙ өсөн ҙур гонаһ алаһығыҙ һәм ҡаза ҡылырға тейеш булаһығыҙ. (ҡайһы бер әйтеүҙәр буйынса бер көн тотолмаған ураҙа көнө өсөн 30 көн! 
     Икенселәре, бер көн ураҙа ҡалдырыусы бик күп бәрәҡәттәң ҡала, динебеҙҙә ауырлыҡтар юҡ, шуға аҙаҡ был бер көн өсөн бер көн ҡаза ҡылып, ураҙа тоторға тейешле булаң тейҙәр).
     Хәҙер инде иң ябай күрһәтмәләр. ИншаАллаһ, Рамаҙан айы башланғас (19 февраль, таң ваҡытында, 2026 йыл) беренсе таң алдынан сәхәр ашайбыҙ (эсәбеҙ). Ваҡытын ошо сайтта һәм ВК (контакта, однокласниктә) ҡарап белә алаһығыҙ. Мәҫәлән: таблицала — сәхәр ваҡыты тамамланыуы — 19 февральдең таңғы ваҡытында, сәхәрҙең ахыры (ашау-эсеүҙең тамамланыуы) ваҡыты 06.30 минут, намаҙ башланыу ваҡыты 6.50 минут. Намаҙ башланыу менән сәхәрҙең ашап бөтөү араһында 20 минут ваҡыт бар. Был ваҡыт намаҙ уҡыусылар өсөн, намаҙға әҙерләнеү ваҡыты. Ураҙа тоторға ниәтләнеүселәр ошо намаҙ ваҡытына тиклем сәхәрҙәрен дауам итә ала. (6.50).
     Был Өфө ваҡыты менән бирелгән – беҙҙә, мәҫәлән: Әбйәлилдә бынан ун минут алдараҡ йәшәйбеҙ. Намаҙ ваҡыттары минуттар менән айырылырға мөмкин, (ҡояш сыҡҡан ваҡытҡа тиклем сәғәт ярым йә иһә ике сәғәт). Сәхәрҙе төнгө 02 сәғәт 00 минутта башларға мөмкин, ләкин иң сауаплыһы, намаҙ алдынан таң алдынан тороу. Ураҙа тотор өсөн намаҙлы булыуҙа, тәһәрәт алыуҙа кәрәкмәй. Аллаһ ризалығы өсөн ниәтегеҙ булһын. 

     Сәхәрҙе намаҙға тиклем ярты сәғәт алдан ашап бөтөү мәслихәт (маҡтаулы). Әгәр һуңлап ҡалһағыҙ: 19 февраль көнө сәғәт 06. 50 минутҡа (намаҙ ваҡытына) тиклем сәхәрҙе тамамлап ҡуйығыҙ. Көн һайын сәхәр ваҡыты шылып бара. Сәхәрҙе намаҙ ваҡытынан алданыраҡ тамамлағыҙ. Аҙан әйтеүҙән һуң иртәнге намаҙ башлана. Шуға ла әлеге сәхәрҙен ахыры ваҡытына тиклем, йәки ошо аҙанға тиклем әлеге намаҙ ваҡыты етеүгә сәхәрҙе тамамлар кәрәк.

     Әгәр ҡулығыҙҙа намаҙ ваҡыты булмаһа, календарҙан ҡарап, ҡояш сығыуы ваҡытынан ике сәғәт алда, сәхәрҙе тамамлау яҡшы. Иртәнге намаҙ ваҡытынан ярты сәғәт алданыраҡ сәхәрҙе тамамлау хәйерлерәк. Кемдәр белмәй — иртәнге намаҙ ҡояш сығыр алдынан сәғәт ярым алда уҡыла. Ҡалған ваҡытты тәһәрәт алыу, доға, зекерҙә, Ҡөрьән уҡыуҙа, йә салауаттар әйтеүҙә булһаң бик хуп, йәки мәсеткә юл тотоу ваҡытылыр. Ә инде ауыҙығыҙҙа ризыҡ булһа, иртәнге намаҙ ваҡыты етеү – аҙан тауышы ишетеү менән сәйнәп ҡуйығыҙ, тип әйтелә. Төкөрөп ташламайбыҙ, ә сәйнәп йотоп ҡуябыҙ. Сәхәрҙе йоҡлап, ашамай-эсмәй ҡалдырһағыҙ — ураҙаны дауам итегеҙ, уның өҙөлөү ҡурҡынысы юҡ. Сәхәрҙә, әгәр ашаһығыҙ килмәһә — һыу ғына булһа ла эсеп алығыҙ, сауабы күп.

     Ураҙа ваҡытында сәхәр ашаусыға Аллаһ Тәғәлә бәрәҡәт бирә, тигән пәйғәмбәребеҙ ﷺ: кем ашамай, шул сауаптан мәрхүм була, сөннәтте үтәмәгәс, — тигән.

     Аҙағынан ниәтләнәбеҙ инде ураҙаға. Доғаһың уҡыйбыҙ: Ғәрәбсә ошоларҙы әйтеп, тел менән ниәт ҡылыу мөстәхәб: «Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри Рамәдданә минәл-фәжри иләл-мәғриби хаалисан лилләәһи тәғәәләә». Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәлә ризалығын алыр өсөн, ихлас күңелдән менән ниәт ҡылдым, Рамаҙан ураҙаһын тоторға, таң ваҡытынан алып ҡояш батҡансы.

     Йоҡлапмы, йә башҡа сәбәп менән бер-бер артлы ике көндән артыҡ сәхәрһеҙ ураҙаға кереү хупланмай. Ниәтегеҙҙе — рамаҙан ураҙаһын тоторға, тип әйтергә, онотһағыҙ – ҡурҡмағыҙ, төш мәленә тиклем ниәтләргә була (был хаҡта сайтта уҡығыҙ). Ниәтте лә, ҡайһы бер ғалимдар, айҙын башында бер әйтһәгеҙ, шул ай буйына етә тейҙәр. Шуға ниәт әйтергә онотһағыҙ, ҡурҡынысы юҡ. Ураҙаға тәһәрәтле булыу кәрәкмәй (тәһәрәтле йөрөү бик күп сауаптарға алып бара). Намаҙ уҡымаһағыҙҙа ураҙа тотоу Аллаһ Тәғәләнең бер әмерен үтәү була.

     Кискеһен ауыҙ асыу, йә ифтар, ҡояш байығас, (ҡояш байып, горизонта бер аҙ ҡыҙылыҡ юғалғас) киске ахшам намаҙы ваҡыты еткәс: 19 февраль  ифтар ваҡыты 18.34 сәғәт. Ошо ваҡыт еткәс, аҙан тауышын ишеткәндән һуң ауыҙ асабыҙ. Ауыҙҙы берәй емеш үә һыу, тоҙ йәки башҡа нәмә менән асабыҙ /бешмәгән ризыҡ менән бик хуп/. Доғаһын ҡылабыҙ: Ифтар ашағандан һуң ошо доға уҡыла: «Аллааһүммә ләкә сумту үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыйкә әфтәртү фәғфирлии йәә ғаффәәрү мәә ҡаддәмтү үә мәә әххәртү». Мәғәнәһе: Әй, Аллаһы, ошо ураҙамды мин Һинең өсөн генә тоттом һәм мин Һиңә генә иман килтерҙем, Һиңә тәүәккәл ҡылдым, Һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһы, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа. 

     Кемдәр намаҙ уҡый, ауыҙ асҡандан һуң шул ғибәҙәткә керешәләр. Намаҙ уҡып бөткәс, ризыҡланалар.

     Шуныһы ғәжәп: ниңәлер ашағы һәм эске килмәй. Үҙенде туҡ итеп тояһың. Көсләп тигәндәй ары-бире ҡапҡылап, бер-ике сынаяҡ сәй эсәһең, өсөнсөһөң көсләп тигәндәй һемерәһең. Ҡайһы бер әҙәмдәрҙең: һеҙ төнө буйы ашанып сығаһығыҙҙыр, тип әйтеүҙәре лә буш һүҙ. Аллаһ Тәғәлә уларҙы ғәфү итһен. Сәхәрҙә лә шул бер аҙ ризыҡланаң инде.

     Дауам итеп, тағыла шуны иҫкәртәм: Ураҙа байрамы көнө алдынан сәхәр ашалмай һәм ураҙаға ниәт ҡылынмай. Иртәнсәк байрамға сәй эсеп, йәки емеш ашап барырға була. Кем ниәтләһә, ул киске ахшамға тиклем ашарға тейеш түгел, ураҙаһы боҙола һәм был ураҙа нәфел ураҙаһы һымаҡ була. Боҙһа, ҡаза ҡыла инде. Байрам көндәре ураҙа тотмағыҙ тигән хәбәрҙәр бар. Былар насар эшкә һанала.

     Ары ошо биттәрҙә уҡығыҙ:

     Ураҙа: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99a.html

     Ураҙа байрамы һәм фитыр саҙаҡаһы: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/6081.html

     Ураҙаға ниәт һәм уның боҙолоу сәбәптәре: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99a%D2%93a-ni%D3%99t.html

     Ураҙа айының фазиләттәре: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/ura%D2%99a-ajyny%D2%A3-fazil%D3%99tt%D3%99re.html

     Ураҙа — Ҡөрьән айы: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99a-%D2%A1%D3%A9r%D3%99n-ajy.html

     Ураҙа ниәте: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99a-ni%D3%99te.html

     Ураҙалар: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99alar.html

     Ураҙа ғәйете: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/ura%D2%99a-%D2%93%D3%99jete.html

    Ураҙа һәм һаулыҡ: https://nazir1965.com/s%D3%99l%D3%99m%D3%99t-buly%D2%93y%D2%99/ura%D2%99a-%D2%BB%D3%99m-%D2%BBauly%D2%A1.html

     Рамаҙан айының фазиләттәре: https://nazir1965.com/din/rama%D2%99an-ajyny%D2%A3-fazil%D3%99tt%D3%99re.html

     Ураҙа һәм Ҡорбан байрамы намаҙҙары: https://nazir1965.com/din/bajram-%D2%93%D3%99jet-nama%D2%99%D2%99ary.html

     Сәхәр ашау: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/s%D3%99x%D3%99r-ashau.html

     Рамаҙан айы: https://nazir1965.com/din/rama%D2%99an-ajy.html

     Ифтар – ауыҙ астырыу: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/iftar-auy%D2%99-astyryu.html

     Ҡатын-ҡыҙҙарҙын намаҙы һәм ураҙаһы: https://nazir1965.com/din/%D2%A1atyn-%D2%A1y%D2%99%D2%99ar%D2%99yn-nama%D2%99y-%D2%BB%D3%99m-ura%D2%99a%D2%BBy.html

     Ураҙаға хөрмәт күрһәтеү: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/ura%D2%99a%D2%93a-x%D3%A9rm%D3%99t-k%D2%AFr%D2%BB%D3%99te%D2%AF.html

     Ауыҙ асыу доғаһы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/auy%D2%99-asyu-do%D2%93alary.html

     Рамаҙан байрамы хөтбәһе һәм доғалары: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/rama%D2%99an-bajramy-x%D3%A9tb%D3%99%D2%BBe-%D2%BB%D3%99m-do%D2%93alary.html

     Фитыр саҙаҡаһы: https://nazir1965.com/din/fityr-sa%D2%99a%D2%A1a%D2%BBy.html

     Рамаҙан ғәйете вәғәҙе: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/rama%D2%99an-%D2%93%D3%99jete-v%D3%99%D2%93%D3%99%D2%99e.html

     Иғтикәф: https://nazir1965.com/din/i%D2%93tik%D3%99f.html

     Ифтар: https://nazir1965.com/din/iftar.html

     Рамаҙан аҙағы һәм Ҡәҙер кисе:https://nazir1965.com/din/rama%D2%99an-a%D2%99a%D2%93y-%D2%BB%D3%99m-%D2%A1%D3%99%D2%99er-kise.html

     Ҡәҙер кисе: https://nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%99%D2%99er-kise.html

 

Ураҙа ниәте

                                                      Ураҙа ниәте

     Ураҙа — ғибәҙәт, шуға уны ниәтләмәһәң, ябай ас тороу ғына була. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: ғәмәл ниәткә бағланған (ниәтенә күрә була)", — тигән. Ниәттең урыны күңелдә, шуға кеше ураҙа тоторон уйлап ҡына ҡуйһа, ураҙаһы дөрөҫ булыр. Телдән әйтһә, яҡшыраҡ булыр. Сәхәргә уянып ашаһа, хатта һыу ғына эсһә лә — ниәт һымаҡ булыр. Сөнки ябай ваҡытта ул сәхәр ашамай. Был уяныуы ла ураҙа тотоу өсөн икәне билгеле. Ниәт иртәнге намаҙ алдынан ҡылынырға тейеш. Иң яҡшыһы, төндән үк ниәтләү.
     Мәлики мәҙһәбе буйынса, рамаҙан айына ураҙа тоторға бер ниәт ҡылыу ярай. Быға дәлил итеп, был ураҙаларҙың өҙлөкһеҙ булыуын килтерә. Бындай ниәт ҡылып, бер сәбәп арҡылы (хәйез, сәфәр, ауырыу) ураҙа боҙолһа, тағы ла ниәт ҡылырға кәрәк. Был фәтүәне әл-Кәсәни, ибн Рушд, ибн Ҡудамәһ, әл-Мугни, аш-Ширбины хуплаған. Шулай ҙа һәр көн ниәтләү — мәндүб.
     Хәнифи мәҙһәбендә ( беҙ ошо Хәнәфи мәҙһәбенән) һәр көн өсөн ниәт ҡылыу ҡаралған. Хәнәфиҙәр, быға дәлил итеп, бер көндөң ураҙаһы боҙолһа, башҡа көндәргә ҡағылмағанын килтерә.
Читать далее →

Ураҙа — Ҡөрьән айы

                                                Ураҙа — Ҡөрьән айы

     Бер ваҡыт Шәғбан айының һуңғы йомаһында, үҙенең сәхәбәләрен Изге Рамаҙан айын ҡаршы алырға әҙерләп, пәйғәмбәребеҙ Рамаҙан айының өҫтөнлөктәре тураһында бик әҫәрле бер вәғәз һөйләй: «Эй, кешеләр! — ти ул. — Аллаһтың игелектәр, мәрхәмәт-шәфҡәттәр, гонаһтарҙы ярлыҡауҙар менән тулы булған һөйөклө айы яҡынлаша.
     Аллаһ уны айҙарҙың иң яҡшыһы, тип өйрәтә, сөнки Аллаһ ҡаршыһында уның көндәре көндәрҙең, төндәре төндәрҙең, сәғәттәре сәғәттәрҙең иң яҡшыһы.
     Аллаһтың рәхмәтенә лайыҡ булған был айҙа һеҙ Уның үҙенә ҡунаҡҡа саҡырылаһығыҙ. Был айҙа һеҙҙең һулыш алыуҙарығыҙ — Аллаһты данлау, йоҡоларығыҙ — Уны һөйөү билдәһе, ғәмәлдәрегеҙ Аллаһ ҡаршыһында ҡабул ителә, доғаларығыҙға яуап бирелә. Һеҙ ҙә Унан ихласлыҡ һәм пак күңел менән ай буйы ураҙа тотоу һәм Үҙенең Китабы — Ҡөрьәнде уҡып ҡына тороу өсөн көс-ҡеүәт һорағыҙ, сөнки был айҙа Аллаһтың ярлыҡауына лайыҡ булмаған кеше — бәхетһеҙ кеше.
     Был айҙа үҙегеҙ кисергән аслыҡ һәм һыуға һыуһауҙар һеҙгә Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ хөкөмөн көтөп, әллә күпме ас тороуҙар һәм һыуға һыуһауҙар хаҡында хәтергә төшөрһөн. Фәҡирҙәргә һәм мохтаждарға саҙаҡа бирегеҙ, ололарҙы, ҡарттарҙы хөрмәт итегеҙ, балаларға ҡарата мәрхәмәтле булығыҙ, ҡәрҙәшлек бәйләнештәрен өҙмәгеҙ. Читать далее →

Рамаҙан айының фазиләттәре

                                             Рамаҙан айының фазиләттәре

                                                              Беренсе хөтбә
     Мөхтәрәм йәмәғәт! Бына инде Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән Рамаҙан айына ла килеп керҙек. Ошо ниғмәт өсөн Раббыбыҙға бөтмәҫ-төкөнмәҫ маҡтауҙарыбыҙ булһын — нисәмә кеше үткән Рамаҙандан сығып быйылғыһын күрә алмай китте!.. Ә беҙгә Мәрхәмәтле Раббыбыҙ тағы ла Уның ризалығына өлгәшеү өсөн яңы форсат бирҙе. Рамаҙан айы — динебеҙҙең төп бер рөкөнөн – фарыз ураҙаны үтәргә билдәләнгән ваҡыт һәм Аллаһтың ниғмәттәренең береһе. Был ай — ураҙа тотоу, тәрәуих һәм башҡа -нәфел намаҙҙар ҡылыу, хәйер-саҙаҡалар таратыу. Ҡөрьән-уҡыу айы. Бихисап хәҙистәрҙә бәйән ителгәнсә, был айҙа йәннәт ишектәре асыла, йәһәннәм ишектәре ябыла, шайтайдар сипкә ултыртыла, изге ғәмәлдәр өсөн сауаптар арта, доғалар ҡабул була, мосолмандарҙың дәрәжәләре күтәрелә, уларҙыр гөнаһтары ғәфү ителә. Раббыбыҙҙың ниғмәттәре ишәйә. Был мөбәрәк айҙа пәйғәмбәребеҙ үҙе лә ураҙа тотҡан, сәхәбәләренә лә быны бойорған. Кем был айҙы камил иман һәм өмөт менән ураҙа тотоп үткәрә, шуның гөнаһтары ғәфү ителер, тип хәбәр иткән. Шулай уҡ кем Рамаҙан айын камил иман һәм өмөт менән төнгө намаҙҙар ҡылып үткәрә, шуның алдағы гөнаһтары ғәфү ителер, тип шатландырған. Читать далее →

Мөхәммәт өммәтенә йә шәһре Рамаҙан

Мөхәммәт өммәтенә йә шәһре Рамаҙан

Йән биреп, иман биреп руза тотҡан,
Беҙләрҙә руза тотмаҡ шунан ҡалған.
Нух пәйғәмбәр ҡәуменә доға ҡалған.
Ерҙең йөҙө барсаһы һыуға тулған.
Шул һыуҙа күп иманһыҙ һәләк булған.
Пәйғәмбәрем үз ҡәуменә кәмә ҡылған.
Муса ирди ғасасы * йылан булған,
Тур тауында тәңрегә ғарыз ҡылған.
Нәмруд фажир* Ибраһимды утҡа һалған,
Ә Ябраил ул утты гөлзар * ҡылған.
Иманһыҙларҙың йөҙләре ҡара булған,
Етмеш йыл фәрзәнендән * йөҙә булған.
Йософто ағалары ҡол тип һатҡан,
Ул ике йыл зинданда сабыр ҡылған.
Ул Салих пәйғәмбәр доға ҡылған.
Ҡара таштан буталы * дөйә тыуған.
Ул дөйәне иманһыҙлар һәләк ҡылған,
Читать далее →

Тәғәм, аш-һыу эсмәк, тәндне таҙартмаҡ

                                Тәғәм, аш-һыу эсмәк, тәндне таҙартмаҡ

   Ауылдарҙа мәктәптәр ябылыу халҡыбыҙҙың киләсәгенә кәртә ҡуя, тибеҙ. Белем усаҡтары ябылыу менән бергә шул төбәктең бер нисә быуат тарихын һаҡлаған музейҙарҙың бөтөрөлөүе бигерәк тә аяныслы. Бер аҡыл эйәһе: “Китаптары сүплеккә ырғытылған илдең киләсәге юҡ”, — тигән. Ата – бабаларыбыҙ аманатына еңел – елпе ҡарамаһаҡ ине лә бит... Баш ҡалабыҙ эргәһендәге бер районда ла мәктәп менән бергә музей ябылған. Иҫке төрки телендә яҙылған китаптар ҙа “өйһөҙ”, “хужаһыҙ” ҡалған. Шул китаптарҙың береһе остраҡлы ғына ҡулыма килеп эләкте. Ҡатырға тышлы. 1907 йылда Ҡазанда ағалы-ҡустылы Кәримовтар типографияһында баҫылған. “Тәғәм, аш-һыу эсмәк, тәндне таҙартмаҡ” тип яҙылған. Тәржемә итә башлағас та бик ҡыҙыҡлы тойолдо. Әлбиттә, сәләмәт туҡланыу тураһында хәҙер күп яҙалар, интернет селтәрҙәрендә ниндәй генә мәғлүмәт юҡ. Әммә үткән быуатта ата – бабаларыбыҙ был хаҡта нимә тип яҙып ҡалдырғанды белеү зыян итмәҫ, бәлки файҙаһы тейер. Әммә баҫманың үткән быуат ҡомартҡыһы булыуын да иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Шуға күрә, китапта яҙылған кәңәштәрҙең бөтәһен дә мотлаҡ тоторға кәрәк тип әйтеп булмай.

   Әҙәмдең хәстәлеге күберәк эсендә була, йәғни эсе ауырта. Эс ауыртыуы күп ваҡыт әҙәмдең вафатына сәбәп була. Эсебеҙ ауыртыуҙың башлыса сәбәбе шулдыр: йә ваҡытһыҙ ашайбыҙ, йә эсебеҙҙә бешмәй торған ашамлыҡтар ашайбыҙ. Ашай торған аштарыбыҙҙа нимәләр бар, шуларҙы белергә кәрәк. Әммә ләкин иң элек беҙ ашарға ник мохтаж, ник ашайбыҙ икәнде белергә кәрәк. Шуны белһәк, ниндәй ашты ашарға кәрәк, ҡайһыһынан һаҡланырға кәрәк икәнде белеү бик еңел булыр. Читать далее →

Башҡорттарҙа Ислам дине йолалары

                    Башҡорттарҙа Ислам дине йолалары

    Башҡорттарҙа Ислам дине йолалары: исем ҡушыу, ниҡах, йыназа, йома хөтбәләре, Ураҙа хөтбәһе
Ҡорбан байрамы хөтбәләре һәм вәғәздәре хаҡында ошо мәҡәләнең авторы хәҙрәт Ямалетдинов Рәүил Вәхит улының яҙғандарын шул көйө (төҙәтеүһеҙ) һеҙҙең иғтибарға.

                                                     Кереш һүҙ.

                                             بسم الله الرحمن الرحيم

   Әғүҙү биЛлаһи минә шшайтани ррәджим. БисмиЛлаһи ррахмани иррәхим.

                  Әль хәмдү лиЛлаһи Раббиль ғәләмин.

   “Аллаһы Тәғәләбеҙгә хәмед-сәнә һәм Уның ризалығы өсөн, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа салла Ллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә, арттабан (صلعم) салауат-шәриф һәм уның шәфәғәте өсөн. Раббыбыҙ–Аллаһтың, Ғәззә үә Джәлләнең ярҙамына ышанып һәм Уға тәүәккәлләп, шуға күрә, ошо яҙмабыҙҙың хәйерле тамамланыуына инанып, әйтәһе һүҙебеҙҙе оҙонға һуҙмаҫбыҙ.

   Башҡорт халҡының үткән быуындарҙан, әбей-бабайҙарыбыҙ һәм атай-инәйҙәребеҙҙән ҡала килгән, көндәлек тормошыбыҙҙағы төрлө осраҡтарға бәйле; исем ҡушыу, никах хөтбәһе, зиназа намаҙы һәм дә башҡа Ислам динебеҙҙәге йолаларҙың төрлөсә үтәлеше тураһында әйтәһе һүҙебеҙ. Ҙур Башҡортостаныбыҙҙың дүрт яғындағы ырыу-ҡәбиләләренең төбәктәрендә аҙ-мәҙ булһа ла ошо йолаларҙы үҙ урынынса үҙгәртеп уҙғарылыуы, динебеҙ Исламдағы йолаларға, етди ҡарашта булған имамдарҙы һәм бүтән дин әһелдәрен дә, был күренеш борсой. Читать далее →

Мүлк (Тәбәрәк) сүрәһе

орнамент круг

                               Мүлк (Тәбәрәк) сүрәһе.
 

   Мүлк сүрәһе 30 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мүлк», — батшалыҡ, тигән һүҙ. Пәйғәмбәребеҙ салаллаһү ғәләйһи үә сәлләм был сүрәне уҡымайынса йоҡларға ятмаған.хадис
    Читать далее →

Ер һәм йыр улы

                                   Ер һәм йыр улы

     "Ер һәм йыр улы" китабынан өҙөк (Китапта йырсы, сәсән, йыраусы Мөхәмәтйән Абдулла улы Ҡаҙаҡбаевтың ҡатмарлы һәм фәһемле тормош юлын сағылдырған хәтирәләре тасуирлана, халыҡ йырҙары, мөнәжәттәр, таҡмаҡтар, ил ағаһы хаҡында төрлө йылдарҙа донъя күргән мәҡәләләр килтерелә) авторҙар Раушания Ҡаҙаҡбаева, Бүләкбикә Ҡаҙаҡбаева

         Әсәйемдең ата-әсәһенең Аҡһыйырҙағы йәшәйеше

     Мине, бер йәш тулыр-тулмаҫтан, әсәйемден аталары Аҡһыйырға алып ҡайтҡан, һәм мин әсәйемдең тәүге иренән булған Зәйнәп апайым менән 16 йәшемә тиклем уларҙа тәрбиәләндем.
     Сәйетгәрәй ҡартатай указлы мулла булды. Ул, Мекетәләге (Ырымбур өлкәһенең Мөхәмәтйәр ауылы) Минһаж хәҙрәттең мәҙрәсәһендә дини белем алғас, Өфө дини идаралығының указы менән Аҡһыйыр ауылына мулла итеп тәғәйенләнә (фотоға ул шул указ ҡағыҙын тотоп төшкән). Ҡартатайҙың атаһы Бәхтеғәни — мулла табип, унын ҡустыһы Шәкир — Аҡташта мулла булып торғандар. Ҡартатай бушлай малайҙар уҡытты: яҙыу танытты, дин ғилемен дә өйрәтте, ҡартәсәй өйҙөң икенсе яртыһында ҡыҙҙарҙы йыйҙы. Бик ғилемле булмаһа ла, боронғо яҙыуҙы танып уҡырға өйрәткәндер Читать далее →

Бәраәт кисәһе намаҙы

                                               орнамент круглой формыБәраәт кисәһе намаҙы

     Бәраәт кисәһендә уҡырға айырым махсус намаҙ юҡ, шуға ла аҫта яҙылған нәфел намаҙҙарын үҙ теләгенә ҡарап башҡараһың. Бәраәт кисәһе намаҙына түбәндәгесә ниәт ителә: «Әй, Раббым! Ниәт иттем был намаҙға, күңел тупаҫлығынан һәм донъя баҫыуынан ҡотолоу өсөн, шулай уҡ илаһи ғәфүүнә һәм бәхетлеләр дәфтәренә яҙылыуым өсөн...».
      Бәраәт намаҙы: йәсиғ йәки витр намаҙынан һуңыраҡ ун ике рәкәғәт намаҙ уҡыла, һәр рәкәғәттә бер «Фатиха» сүрәһе, өс мәртәбә сүрәи «Ихлас» уҡыла. Был намаҙҙа 2 рәкәғәт һайын сәләм бирелә.
     Хаҡ Сүбхәнә үә Тәғәлә ул намаҙ эсендә уҡыған Ҡөръән өсөн сауап ҡыла үә хәбәр бирер: «Тамуҡ уты һиңә харам булды», — тип. Читать далее →