Сөннәт ғәмәлдәр
Сөннәт ғәмәлдәр — пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салаллаһу ғәләйһи үәссәләм күп тапҡыр ҡылған үә ул ғәмәлде ҡылыусы сауаплы булыр тип һөйләгән ғәмәлдәр. Хәҙрәти Мөхәммәд өммәтенән булған кешегә сөннәт ғәмәлдәрҙең һәр береһен ҡылырға тырышыу тейешле. Сөннәт ғәмәлде ҡылған кеше сауаплы булыр, ғөҙөрһеҙ (сәбәпһеҙ) ҡылмаған кеше ҙур гонаһлы булмаһа ла, ҡиәмәт көнөндә шелтәгә тейешле булыр. Үә дәхи пәйғәмбәребеҙҙең шәфәғәтенә лайыҡлы булмаҫ. Мөьмин үә мосолман кешегә ҡылыуы тейешле булған сөннәт ғәмәлдәрҙең мәшһүрҙәре 70:
1. Һәр бер яҡшы үә изге эштәрҙе “Бисмилләһ” менән башлау.
2. Сөскөргәндән һуң “Әлхәмдүлилләһ” тийеү.
3. Иманлы кешеләргә осрағанда сәләм биреү.
4. Аш ашарға ултырғанда ике ҡулды йыуыу.
5. Аш ашап бөтөргәс, ауыҙҙы, ике ҡулды йыуыу.
6. Ашай һәм эсә башлағансы “Бисмилләһ” әйтеү.
Читать далее