Пәйғәмбәребеҙ доғаларынан
1. «Аллаһүммә, инни әғүүҙү бикә мин мүнкәраатил-әхләәки, үәл-әғмәәли, үәл-әһүәә’и».
«Йә Аллаһ! Насар әхләҡи сифаттарҙан, насар ғәмәлдәрҙән һәм насар ынтылыштарҙан һинең һаҡлауың аҫтына һыйынам!»
2. «Аллаһүммә, иннәкә ғәфүүн, Кәриимүн, түхиббүл-ғәфүә, фәә-ғфү ғәнни».
«Йә Аллаһ! Һин — Ғәфу итеүсе, Йомарт, Һин ғәфу итергә яратаһың, мине ғәфү итсе!»
Иртән, йоҡонан торғас, уҡыла торған доға:
Түшәктән "Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим'', тип торабыҙ.
Унан һун ошо доға уҡыла: «Әлхәмдү лилләәһилләҙии әхйәәнәә бәғдә мә әмәәтәнәә үә иләйһил-бәғҫү үән-нушур»
(Беҙҙе үлгәндән һуң терелтеүсе Аллаһҡа маҡтау булһын! Үлгәндәң һуң терелтеү Аллаһтандыр, ҡайтыу ҙа Уғалыр). Был доғаны, белмәгәндәргә: «Һаулыҡ һәм сәләмәтлек эсендә тағын бер көндө башлатҡан Аллаһҡа маҡтау булһын! Беҙгә бөгөн дә хәйерҙәр һәм гүзәллектәр бирһен»- тип тә доға ҡылырға мөмкин. Аллаһҡа шөкөр итергә кәрәк. Читать далее