Рабиғүл әүүәл һәм мәүлид

                             Рабиғүл әүүәл һәм мәүлид

     Рабиғүл әүүәл – ғәрәп теленән «Яҙ башы» тигәнде аңлата. Боронғо исеме «Хуан».
Рабиғүл әүүәл айының 12-се көнө Ислам донъяһында оло байрам көнө. Бөтә донъя мосолмандарының ҙур байрамы. Был көндө һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәлләм донъяға килгән.

     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәлләм Рабиғүл әүүәл айынын 12-се көнөндә тыуған (Миләди йыл менән 571-се йылдың 27 апрелендә). Был көн бөтә донъя мосолмандарының донъя үә әхирәт сәғәҙәттәренә сәбәп булған пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең тыуған көнө булыу сәбәпле мөбәрәктер. Ошо көндән башлап донъяға Ислам нуры йәйелгән. Бик күп мөғжизәләр пәйҙә булған.

     Мәүлид — ғәрәб һүҙе, тыуыу тигән һүҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәлләм донъяға килгән көнө була. Читать далее

Аш-һыу мәжлестәрендә

              Аш-һыу мәжлестәрендә уҡыу өсөн

                  Мәжлесегеҙ күркәм булһын,

                  Өйөгөҙгә фәрештәләр тулһын.

                  Доғаларығыҙ ҡабул булһын, 

                  Әрүәхтәрегеҙ шат булһын.

                                      Килеп индем өйөгөҙгә,

                                      Доға бирҙек түрегеҙгә.

                                      Иман нуры йөҙөгөҙҙә,

                                      Нурҙар булһын ҡәберегеҙҙә. Читать далее

Кешегә соҡор ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң

копать ямуКешегә соҡор ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң

   Беҙҙең халыҡ мәҡәлдәрендә бик күп мәғәнәле һәм тәрән хикмәт ята. Ул мәҡәлдәр халыҡ араһында нисек таралған һуң? Күбеһе ошо тормош тарихенән, шулай уҡ Ислам диненән алынған. Мосолман дине һәр саҡ халыҡты әҙәпкә, тәртипҡә, әхләҡҡә өндәгән һәм әле лә шуға саҡыра. Бына ошонан сығып беҙ шуларҙы һәм Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡаның үтәһәк иманлы булабыҙҙа инде. Әлеге беҙҙең Совет осоронда атеизм көслө булһа ла бар Конституция һәм тәртип (право) нормалары ошо Ислам диненең нигеҙенә таянып эшләнгән. Шулай уҡ үткән ваҡыттағы комсомол, пионер, октябрят ойошмаларының эшмәкәрлегелә шул тәртипкә таянған. Читать далее

Зәйнулла ишан һәм үәххабиттәр

                          Зәйнулла ишан һәм үәххабиттәр

     Үәххабиттәр хаҡында күренекле ғалим Зәйнулла Рәсүлев хәҙерге мәлдә үҙҙәрен сәләфиттәр тип йөрөткән бәндәләр тураһында нимә яҙған? Был турала Зәйнулла ишандын ғәрәпсә яҙғандарын тәржемә иткән Ильшат Насыровтын «Божественные истины» тигән китабында уҡырға мөмкин.

     Бына ошо ссылка буйынса ҡарағыҙ: https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/z%d3%99jnulla-r%d3%99s%d2%aflev-%d2%bb%d3%99m-va%d2%bbabittar.html#more-8631

     Үәххабиттәр кем ул? Улар Мөхәммәд пәйғәмбәрҙән һуң 1131 йыл үтеп ошо донъяға тыуған кешенең идеяһына эйәргәндәр. Бер мәле Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә өс кеше килә. Әңгәмәләшкәндәң һуң, улар үҙ ерҙәре өсөн Пәйғәмбәрҙәң доға ҡылыуын үтенәләр. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм икәүһенең йәшәгән ере өсөн доға ҡыла, ә берәүҙәренеке тороп ҡала. Пәйғәмбәрҙән ҡабаттан һорайҙар доға ҡылыуын ошо ҡалған кеше өсөн. Пәйғәмбәр әйтә:

    — «Мин ул ер өсөн доға ҡылмайым, сөнки унан динебеҙҙе болғаусы сығыр» — тип. Был ер әлеге Үәххаб тыуыр ер була. Үәххабтәр быға тиклем булған мосолман динен һәм меңдәрсә бөйөк ғәлимдәрҙе эшкә һанамаусылар. Үҙ алды һәр ҡайныһы Ҡөръән Кәримде һәм хәҙистәрҙе нисек етте, шулай аңлатырға тырышалар. Әстәғфирулла, Аллам һаҡлаһын, ғүмер буйы динде өйрәнгәндәр, яңылышыуҙан ҡурҡалар, ә бында маңҡа малайҙар ошолай-былай ярай ти.

     Ваҡытында Пәйғәмбәребеҙҙең иң яҡын сәхәбәһе Усман быны үҙ ғәрәптәренә тыя. Ғүмер буйы изге Ҡөръән Кәримде һәм хәҙистәрҙе өйрәнгән ғалимдәрҙе мыҫҡыллап, мин шунда уҡып ҡайтым, мин ғалим тигән шайтан эйәрсендәре, дин ошолай булырға тейеш тип яр һалыусылар. Ғәләмәте шул, уларҙын мәҙхәбе (юлы) юҡ, сектанттар булып сығалар. Аллаһ Тәғәләне әҙәмгә оҡшаталар (ҡулы бар, тик кешенеке һымаҡ түгел һәм башҡа...). Был турала интернеттә хәбәр күп. Ә хәҙергә Зәйнулла ишандын үәххабиттәр тураһындағы хеҙмәтен ҡарағыҙ.

Тәҡдир үә ризыҡ

                                          Тәҡдир үә ризыҡ

     Һәр бер эш был донъяла Аллаһ Тәғәләнең ҡәләме үә тәҡдире менән эшләнә. Шуға ла иртәнге көнгә миңә, йәки балаларыма ризыҡ юҡ тип ҡайғырырға ярамай. Һәр көнгә ризыҡтан өлөшөбеҙ яҙылған. Әгәр берәй кем иртәнге көнгә ризығым юҡ тип ҡайғырһа, ул Аллаһ Тәғәләгә ышанмаусы! Һеҙҙең кем генә булыуығыҙға ҡарамаҫтан (милләт, раса, дин, мөьмин йә атеист...) Аллаһ Мәрхәмәтле үә Рәхимле булыуы арҡаһында һәр берегеҙгә үҙ өлөшөгөҙҙе биргән һәм бирә, тик шөкөр ҡылығыҙ.

     Шундай хикәйәт ҡылына: бер ваҡыт дүрт йәш кеше юлда осрашып бер-береһенә юлдаш булып сәфәр ҡылдылар. Уларҙың береһе — падишаһ улы, икенсе — сауҙагәр улы, өсөнсеһе — затлы бай атаның улы, дүртенсеһе — игенсе улы ине. Был юлдаштарҙын һәр береһе фәкирлеккә төшөп, өҫтәренә кейгән кейемдәренән башҡа һис бер нәмәләре юҡ ине. Читать далее

Ожмаҡмы әллә тамуҡ?

                                    Ожмаҡмы әллә тамуҡ?
   

   Әҙәм балаһы гөнаһ эшләһә лә, Аллаһ Тәғәлә ул бәндәгә дүрт нәмә менән шәфҡәт күрһәтә: шул кешене ризығынан яҙырмай, һаулығын алмай, гөнаһларын үҙенә күрһәтмәй, кисекмәҫтән шунда уҡ язаға тартырмай. Ваҡыт бирә: кемгәлер оҙон ғүмер, мал-байлыҡ, матур ғәилә һәм бала-саға... Ә кеше уйлап та бирмәй кемдең донъяһында йәшәгәнен.

   - Әгәр нәфсеңә, шайтанға эйәреп, бер-бер артлы гөнаһ ҡыла ҡалһан, төшөнкелеккә бирелмә, шунда уҡ кисекмәҫтән тәүбә ит, тәүфиҡҡа ҡайт, — тип әйтә Аллаһ Тәғәлә.
                 

                       Шағир Әбү Нәүүәстән:
         

          Фекер йөрөтһәм, гөнаһым күп донъяла тип,
          Рәхмәте Раббымдың гөнаһымдан иркенерәк.
          Изгелектә ғәмәл ҡылыу бер теләгем,
          Алланың рәхмәтенә өмөтләнеү – шул күберәк
          Был донъяға яратты Раббым мине,
          Мин – ҡол Уға, йән-тән менән буйһоноуса;
          Ярлыҡауға ирешә алһам, рәхмәте киң,
          Һин һуңғыһы була ҡалһаң, нишләр инем? Читать далее

Мөхәммәд ғәләйһиссәләм юлы

                            Мөхәммәд ғәләйһиссәләм юлы

     Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә әйткән: «Беҙ инде һиңә ҡәҙәр пәйғәмбәрҙәр ебәргән инек. Улар араһында Беҙ һиңә улар тураһында һөйләгәндәре дә, һөйләмәгәндәр ҙә бар».

     Әлеге өҫтәге аят Ҡөръән китабында яҙылған. Бик күп пәйғәмбәрҙәр ер йөҙөнә һуңғы пәйғәмбәр киләсәген белгәндәр. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм Ҡиәмәт көнө алдынан бар халыҡҡа хаҡты еткереү өсөн ебәрелгән рәсүл. Халыҡ бит иң башта пәйғәмбәрҙәргә эйәреп йәшәй торғас биргәс, быуындар алмашына килә, аҙа башлай. Ниндәй генә көслө илдәр булыуына ҡарамаҫтан, һәр кемдең байлыҡҡа батып йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итмәү арҡаһында ер өҫтөнән һөрөләләр. Бына һеҙгә ниндәй ҙур ҡалалар, ныҡ үҫешкән цивилизациялар тураһында көнө-төнө бар мәғлүмәт һөйләй. Ҡайҙа һуң улар? Бар хаҡ Ҡөръәндә яҙылған. Шуға ла кем генә булыуынан ҡарамаҫтан, раса һәм милләтенә, енесенә һәм башҡаһы, уға иман килтереү һәм уның бойороҡтарын үтәү — һәр кешенең бурысы.

     Аллаһ Рәсүле: «Мөхәммәдтең йәне Уның ҡулында булған Зат менән ант итәм! Был өммәттән кем генә булһала, йәһүд йәки насара (христианин) булһа ла, минең турала ишетеп һәм мин ебәрелгән нәмәгә иман килтермәйсә вафат булһа, ул һис шикһеҙ Ут әһеленән буласаҡ», — тип әйткән. Читать далее

Муллағыҙ указноймы?

                                   Муллағыҙ указноймы?

 

   Ошоға ярашлы: положения Федерального закона «О внесении изменений в Федеральный закон «О противодействии терроризму» и отдельные законодательные акты Российской Федерации в части установления дополнительных мер противодействия терроризму и обеспечения общественной безопасности» (№374-Ф3 от 6 июля 2016 г.) динде (мосолман, христиан, иврит...) таратыусыларға яңы үҙгәрештәр буйынса эш итергә ҡушыла.

   Мәсеттәргә һәм ауылдарға ҡуйылған имам-хатыйбтар ғына, әгәр уларҙын шуға рөхсәт ҡағыҙҙары булһа. Был документ: Мөфтий тарафынан ғына свидетельство бирелә. Документы булмаған муллалар тарафынан йыназа, мәжлестәрҙә аяттар һәм башҡа саралар, шулай уҡ балаларҙы һәм башҡаларҙы уҡытыуҙар тыйыла. Читать далее