Сәфәр әл-хәйер доғаһы
Сәфәргә (юлға, билдәһеҙ ваҡытҡа ҡайҙалыр киткәндә, мәҫәлән: яуға) сыҡҡанда махсус уҡыла торған доға. Был алдаҡ, ялған менән тулы тормошта, йәмғиәтебеҙҙә иртәгә ни булырын, ниндәй бәлә-ҡаза килерен белмәгән, билдәһеҙ заманға аяҡ баҫтыҡ. Был ваҡиғалар Аллаһ Тәғәләнең беҙгә Уны танымай инанмаған өсөн, тәүбәгә килеп, Уға шөкөр итмәгәнгә киләсәк ауыр һынауҙар булыр. Был Ахырзаманда күрәсәк көн һәм төндәребеҙ, донъяларыбыҙ ҡурҡыныс аҫтында, һимереп туйған Иблис ярандарының иртәгә беҙгә нимә әҙерләгәндәрен белмәйбеҙ. Был ҡырылыштың еле беҙҙең ғәиләләребеҙгә лә килеп етте. Шуға ир-егеттәребеҙҙе, үҙебеҙҙе Аллаһ Тәғәлә Үҙ һағына, яҡлауына алһың, иманыбыҙҙы нығытһын, иҫән-һау шунда йөрөп, тыуған төйәктәренә, йорттарына имен ҡайтһындар тип, ошо доғаны уҡып торайыҡ.
«Әғүүҙү билләәһи миң шәрри һәәзәз-замәәни үә әстәғииҙү биһи миң шүруури сәириз-замәәни үә әғүүҙү би-джәләәли үәджһикә үә шәмәәли ҡудсикә әң түджиирни минәл-бәләә-и фии һәәҙиһис-сәәнәти үә ҡыйнәә миң шәрри мәә ҡадәйтә фииһәә үә ҡыйнә миң шәрри ҡадәйтә фииһәә үә әкримнәә фис-сафәри йәә әкрамәл-әкрамиин. Әҙһир үә әһтим һәәҙиһиш-шүһүүри ғәләййә бис-сәләәмәти үәс-сәғәәдәти үә ли-әһли бәйти үә ли-әҡрибә-и үә ли-джәмииғый үммәти Мүхәммәдин ғәләйһис-саләәтү үәс-сәлаамү бирахмәәтикә йәә әрхәмәр-раахимиин. Аллааһүммә фәрриджнәә би-дүхулис-сафәәри үәх-тим бил-хайри үәҙ-зафәәр».
Мәғәнәһе: «Был замандың боҙоҡлоғонан, хәүеф-хәтәреннән Аллаһы Тәғәләгә һыйынамын һәм Унан ғына ярҙам һораймын. Башҡа заман ваҡиғаларының боҙоҡлоғонан да Уға ғына һыйынамын! Йә Раббым! Һинең ҡөҙрәтеңдең бөйөклөгө, изгелегеңдең гүзәллеге хаҡы менән үҙемде был йылдың бәлә-ҡазаһынан һаҡлаһаң ине, тип Һиңә һыйынамын. Һәм был сәфәремдә буласаҡ боҙоҡлоҡтарҙан мине һаҡлаһаң, яҡлаһаң ине».