Сәфәр әл-хәйер доғаһы
Сәфәргә (юлға, билдәһеҙ ваҡытҡа ҡайҙалыр киткәндә, мәҫәлән: яуға) сыҡҡанда махсус уҡыла торған доға. Был алдаҡ, ялған менән тулы тормошта, йәмғиәтебеҙҙә иртәгә ни булырын, ниндәй бәлә-ҡаза килерен белмәгән, билдәһеҙ заманға аяҡ баҫтыҡ. Был ваҡиғалар Аллаһ Тәғәләнең беҙгә Уны танымай инанмаған өсөн, тәүбәгә килеп, Уға шөкөр итмәгәнгә киләсәк ауыр һынауҙар булыр. Был Ахырзаманда күрәсәк көн һәм төндәребеҙ, донъяларыбыҙ ҡурҡыныс аҫтында, һимереп туйған Иблис ярандарының иртәгә беҙгә нимә әҙерләгәндәрен белмәйбеҙ. Был ҡырылыштың еле беҙҙең ғәиләләребеҙгә лә килеп етте. Шуға ир-егеттәребеҙҙе, үҙебеҙҙе Аллаһ Тәғәлә Үҙ һағына, яҡлауына алһың, иманыбыҙҙы нығытһын, иҫән-һау шунда йөрөп, тыуған төйәктәренә, йорттарына имен ҡайтһындар тип, ошо доғаны уҡып торайыҡ. Читать далее
Архив метки: сәфәр
Еңеләйтелгән намаҙ
Еңеләйтелгән намаҙ
Сәфәрҙә, юлда, ҡырҙа, вахтала, эштә йөрөгән кешеләргә намаҙҙы нисек уҡырға һуң? Намаҙҙарҙы берләштерергә буламы? Миҫалға: ҡайһы бер кешеләр Сибайҙан, Баймаҡтан Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләйҙәр. Сибай менән Магнитогорск ҡалалары араһы 97 км тирәһе. Ислам динебеҙ буйынса мосолман кешеһе үҙ йәшәгән урынынан 90 км тирәһе ары китһә, уға намаҙҙы ҡыҫҡартып уҡырға рөхсәт ителә. Әйтәйек өйлә (төшкө) намаҙҙың фарызы дүрт рәҡәғәт, ул шуларҙың тәүге ике рәҡәғәтен генә уҡый. Сөннәт һәм нәфел намаҙҙарын уҡымаһаңда була, әгәр уҡырға теләк бар икән, ул ваҡытта уларҙың күп рәҡәғәтлеһе ҡыҫҡартылмай тулыһынса уҡыла. Ә иртәнге намаҙҙың сөннәте уның фарызы менән бергә мотлаҡ уҡыла. Шулай уҡ ахшам менән витр намаҙҙары тулыһынса уҡыла
Юлда саҡта бәндә тота башлаған ураҙаһын тотмаһа ла була, мәжбүри булған Рамаҙан ураҙаһын өҙә ала. Тик һуңынан был ураҙаны ҡаза ҡылып тултырып ҡуя. Читать далее