Ямғыр теләү, йәки истискә намаҙы

     Ҡоролоҡ ваҡытында ямғыр яуҙырыр өсөн ҡылынған истискә намаҙы – ул сөннәт намаҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллааһү ғәләйһи үәссәләмдең ҡоролоҡ йылдарында Аллаһ Тәғәләнән нисек ямғыр теләргә өйрәтеп ҡалдырған намаҙы. Был намаҙҙы яңғыҙын да уҡырға була, йәки йәмәғәт менән бергә уҡыһаңда була. Намаҙҙы ҡырҙа, яланда, бигерәктә һыу буйҙарында уҡыуы хуп, шулай уҡ мәсеттәрҙә, биш намаҙ артынан һәм йома намаҙын үтәгәс. Әгәр беренсе намаҙҙан һуң ямғыр яумаһа, икенсе тапҡыр уҡылыр, өсөнсө һәм ары... Әгәр инде намаҙ алдынан ямғыр яуа башлаһа, Аллаһ Тәғәләгә маҡтауҙар уҡып, салауат һәм доғалар ҡылып намаҙ уҡып алырға кәрәк.
     Имам ямғыр намаҙына саҡырыу алдынан йәмәғәткә (община) уға әҙерләнеүгә ваҡыт бирә: өс көн дауамында ураҙа тотоп, Аллаһынан гонаһтарҙы ярлыҡаныуын теләп, кемдәрҙер булған бурыстарын ҡаплап-ҡайтарып, кемдәрҙер кемгәлер ҡылған ҡылыҡтары өсөн ғәфү үтенеп, фәҡир һәм етемдәргә саҙаҡа таратып, бер-береһенә булған асыуҙарын алып, хәйерле һәм игелекле эштәр ҡылып, Аллаһы Тәғәлә ризалығын ҡаҙаныр кәрәк. Дүртенсе көн тотолған ураҙаларҙан һуң, байрамса кейенмәй генә, барыһы ла Аллаһынан ҡурҡыу үә ярлыҡау өмөтө менән яланға сығалар. Үҙҙәре менән ҡарт-ҡороно һәм бала-сағаны ла алып сығалар.

     Тарихтан килгән риүәйәттәргә килгәндә, бер мәле ҡоролоҡ йылында Сөләймән пәйғәмбәр ﷺ бар халҡы менән Аллаһы Тәғәләнән ямғыр һорарға ҡырға сығырға ҡуҙғала. Шул ваҡыт уларға хәбәр ебәрелә: Һеҙҙең өсөн бер ҡырмыҫҡа Аллаһынан ямғыр һорап доға ҡылды һәм уның доғаһы ҡабул булды. Таралып үҙ эшегеҙ менән булышығыҙ, тиелә. Һәм өҫтәп, Мин (Аллаһ Тәғәлә) ямғырҙы фәҡәт тик хайуандар үә үҫемлектәр өсөн генә яуҙырам, кешеләрҙең гонаһ шул тиклем күп, улар өсөн бәрәкәт ебәрмәйем тигән. Шуға ла әгәр ямғырҙар яумай икән ғәйеп кемдә?
     Ямғыр теләү — истискә намаҙы ике рәҡәғәттән тора, ғәйет байрамдарында ҡылынған намаҙ һымаҡ үтәлә. Ямғыр теләү намаҙына билдәләнгән ваҡыты юҡ. Намаҙҙан һуң хөтбә уҡыла, ә байрам тәҡбире урынына истиғфәр (ғәфү үтенеү) уҡыла. (Истиғфәр тураһында мәғлүмәт ошо биттә: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/%D2%93%D3%99f%D2%AF-%D2%AFtene%D2%AF-do%D2%93a%D2%BBy.html
     Беренсе хөтбәнең башында ошо доға уҡылыр:
اللَّهمَّ اسقِناغَيْثاً مُغِيثاً هَنيئاً مَريأً مَريعاً غَدَقاً مُجَلِّلاً سَحَّا عَامّاً طَبَقاً دَائِماً اللَّهمَّ اسْقِنا الْغَيثَ و لا تَجْعَلْنا مِن القَانِطِينَ. اللَّهمَّ أِنّا نَسْتَغْفِرُكَ انَّكَ كُنْتَ غَفَّاراً فَأَرْسلِ السَّماءَ علينا مدْراراً
     «Аллаһүммә-сҡинәә ғәйсан муғиисан һәниән мәриан мәриғәдәҡән муджәллилән сәххан ғәммән табәҡән, дәимән. Аллаһүммә-сҡинәль- ғәйса үәлә тәджғәльнә минәл-ҡәнитиинә. Аллаһүммә иннәә нәстағфирүкә иннәкә күнтә, ғәффәәран фәәрсили-ссәмәә ә ғәләйнә мидраран».
     Әй Аллаһ, беҙгә ямғыр ебәр, шундайын, ул ҡазанан ҡотҡарғандайын, изге ямғыр, рәхмәтлеһен, һөҙөмтәһе булып (улар яҡшы уңыш биргәнен), мул ямғыр, бөтә ер биләүсеһен, бар ергә үтеп һәм туйындырғанын, даими яуғанын. — Әй, Аллаһ, беҙгә ямғырыңды ебәр, өмөтөбөҙҙө юғалтыусыларҙан итмә. — Әй Аллаһ, Һинән һорайбыҙ, Һин гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, Һин беҙҙең өсөн иң яҡшы Ғәфү итеүсеһең, беҙ мул ямғырҙар ебәр.)
     Хөтбә уҡығанда, ғәйет байрамдарындағы тәҡбирҙәр урынына истиғфәр уҡыла ( 9 тапҡыр)
                                                                                أستغفر الله الذي لا إله إلا هو الحي القيوم وأتوب إليه
     Әстәғфируллааһәл-ләҙи лә иләһә иллә һүүәл-хәйүл-ҡаййүм үәәтүбү иләйһ.
     Истиғфәрҙе күберәк ҡабатлап уҡыу хәйерле һәм ошо аяты уҡырға:
                                                                                           اسْتَغْفِرُوا رَبَّكُمْ إِنَّهُ كَانَ غَفَّارًا
                                                                                           يُرْسِلِ السَّمَاءَ عَلَيْكُم مِّدْرَارًا
     Шунан әйттем: Аллаһтан ярлыҡау һорағыҙ, Аллаһ — ысындан да, мәрхәмәтле ярлыҡаусы, тинем.
     (Яманлыҡтан баш тартһағыҙ) Аллаһ өҫтөгөҙгә мул ямғыр яуҙырыр, тинем. (Сүрә Нух 10-11 аяттар).
     Имам икенсе хөтбәнең өстән икенсе өлөшөн уҡығас ҡибла тарафына борола башлап еләненең тиҫкәре яғын кейеп Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылыуын һәм Уға үтенеү-мөрәжәғәтен дауам итә. Башҡаларҙа шул имам ыңғайы кейемдәренең тиҫкәре яғын кейеп алалар. Имам ҡысҡырып берәй нәмә һорағанда башҡалар «Әмин» тип ҡулдарының устарын аҫҡа бороп күтәрәләр. Ҡулды ошо хәлдә тоталар әгәр Аллаһынан бәлә китеүен теләһәләр. Ә инде берәй нәмә һорарға теләһәләр, устарҙы өҫкә ҡаратып тоталар. Тиҫкәре кейелгән кейемдә кискә тиклем йөрөйҙәр, йоҡоға ятҡансы тиклем.
     Икенсе хөтбәлә истиғфәрҙе ете тапҡыр уҡыйҙар.

***

     Ямғыр һорау доғалары
                                                           اللّهُمَّ اسْقِـنا غَيْـثاً مُغيـثاً مَريئاً مُريـعاً، نافِعـاً غَيْـرَ ضار، عاجِـلاًغَـيْرَ آجِل
     Аллааһүммә, әсҡыйнәә ғәйҫән мүғыйҫән, мәри'ән, мәри'ән, нәәфиғән ғайра дааррин, ғәджилән ғайра әәджил.
     (Эй Аллаһ, беҙгә ҡотҡарыусы ямғыр яуҙыр, яҡшы, күп, файҙалы, ә зарарлы (зыянлы) түгел, тиҙ ҙә булһын, ә һуңынан түгел.)
                                                                                                                                  اللّهُمَّ أغِثْنـا، اللّهُمَّ أغِثْنـا، اللّهُمَّ أغِثْنـا

     Аллааһүммә ағыҫнәә, Аллааһүммә ағыҫнәә, Аллааһүммә ағыҫнәә,
    (Эй Аллаһ, беҙгә ямғыр яуҙыр.) (3 тапҡыр)
                                                                       اللّهُمَّ اسْقِ عِبادَكَ وَبَهـائِمَك، وَانْشُـرْ رَحْمَـتَكَ وَأَحْيِي بَلَـدَكَ المَيِّـت
     Аллааһүммә -сҡы ғибәәдәкә үә бәһәә'имәкә үәншүр рәхмәтәкә үә әхйии бәләдәкәл-мәййит.
     (Эй Аллаһ, Үҙ ҡолдарыңды, хайуандарыңды ямғыр менән һыуғар, Үҙ рәхмәтеңде тарат, үле һымаҡ булған илеңде терелт.)
     

     Ямғыр яуғанда уҡыла торған доға
                                                                                                                              اللّهُمَّ صَيِّـباً نافِـعاً
     Аллааһүммә, саййибән нәәфиғән.
     Эй Аллаһ, файҙалы ямғыр бир (Эй Аллаһ, был ямғыр файҙалы булһын.)

***
     

     Ямғыр яуғас уҡыла торған доға
                                                                                                                   مُطِـرْنا بِفَضْـلِ اللهِ وَرَحْمَـتِه
     «Мутырнәә бифәдлилләәһи үә рахмәтиһ."
     (Аллаһ рәхмәте һәм ниғмәте менән беҙгә ямғыр яуҙыр (Беҙ ямғырға туйындыҡ.)

***

     Ел-дауыл сыҡҡанда уҡыла торған доға:
            اللّهُـمَّ إِنَّـي أَسْـأَلُـكَ خَيْـرَ هَذِهِ الرِّيحِ وَخَيْـرَ ما فِيهـَا وَخَيْـرَ ما أَرْسَلْـتَ بِهِ وَنَغُـوذُ بِكَ مِنْ شَـرِّ مَا فِيهَـا وَمِنْ شَـرِّ ما أَرْسَلْـتَ
     «Аллааһүммә иннии әсьәлүкә хайра һәҙиһир-риихи үә хайра мәә фииһәә үә хайра мәә әръсәлтә биһии үә нәғүүҙү бикә мин шәрри мәә фииһәә үә мин шәрри мәә әръсәлтә.»
     (Аллаһым! Һинән был ел-дауылдың хәйерле булыуын теләйем. Аллаһым! Ул елдән булғанын үә килтергәнен хәйерле ҡыл һинән теләйем һәм һин ебәргән елдең үә уның алып килгән насарлығынан һиңә һыйынамын.)

***

     Йәшен менән күк күкрәгәндә уҡыла торған доға
                                                                                      اللهم لا تَقْتُلْنا بِغَضَبِك وَلا تُهْلِكْنا بِعدابِك وعافِنا قَبْلَ دلِك
     «Аллааһүммә ләә тәҡтүлнәә биғадабикә үә ләә түһликнәә би ғәҙәәбикә үә ғәәфинәә ҡаблә ҙәәлик».
     (Аллаһым! Асыуың менән үлтермә, ғазабың менән һәләк итмә үә ахырын хәйерле ҡыл.)

***
                                                                                 سُبْـحانَ الّذي يُسَبِّـحُ الـرَّعْدُ بِحَمْـدِهِ، وَالملائِكـةُ مِنْ خيـفَته
     «Сүбхәәнәлләҙии йүсәббихүр-рағдү би хәмдиһии үәл- мәләәикәтү мин хыыфәтиһ».
     (Күк күкрәү ҙә Уны данлап тәсбих әйтә, фәрештәләр ҙә Унан ҡурҡып).

***

     Болоттар таралһын, ямғыр яумаһын өсөн уҡыла торған доға
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм, ошондай доға ҡыла торған булған:
                                                للّهُمَّ حَوالَيْنا وَلا عَلَيْـنا، اللّهُمَّ عَلى الآكـامِ وَالظِّـراب، وَبُطـونِ الأوْدِية، وَمَنـابِتِ الشَّجـر
     "Аллааһүммә хәүәләйнә үә лә ғәләйнә, Аллааһүммә, ғәләл-әәкәми үәҙ-ҙыраб, үә бутууниль- әудийәти үә мәнәбитиш-шәджәр".
     (Эй, Аллаһ, беҙҙең тирәлә беҙҙең өҫтә түгел. Эй, Аллаһ, үрҙәргә (ҡалҡыулыҡтарға) һәм тау баштарына, үҙәндәргә һәм ағас үҫкән ерҙәргә (болоттарҙы илт).)

                                                                             ***

                                                                            Хөтбә
                                           Хәҙрәти Ғәли раҙиаллаһүнең ямғыр доғаһы
     Эй, Аллаһым! Тауҙарыбыҙ уйылды, ерҙәребеҙ ҡороно. Малдарыбыҙ һыуһаны, кәртә ҡураларҙа шашып, балаһын юғалтҡан әсә тауышы менән ыңғырашып торалар. Үләнһеҙ ҡырҙарға, һыуһыҙ шишмәләргә сығып йөрөп арынылар.
     Эй, Аллаһым! Беҙелдәү һәм ыңғырашыуҙарын ишетеп, уларҙы ҡыҙған. Эй, Аллаһым! Көтөүгә сығарылғанда һәм кәртәләренә ябылғандарында хәлдәрен күреп, уларҙы ҡыҙған.
     Эй. Аллаһым! Ел – арыҡ дөйәләй. Ямғыр болоттары юғалды.
     Эй, Аллаһым! Ямғырҙар яумай, еребеҙ ҡорой, шуға өмөт менән Һиңә һорарға килдек. Сөнки зарланыусының хәлен дә, мөрәжәғәт итеүсенең үтенесен дә иң яҡшы белеүсе – Һин ул. Малдарыбыҙ хәлһеҙләнә, үләндәр янып-көйгәндә, сәскән игендәребеҙ ҡороған ваҡытта, ҡылғандарыбыҙҙың яңылышлығы арҡаһында һәм гонаһтарыбыҙҙың яманлығы өсөн беҙгә асыулы булмауынды һорайбыҙ. Өҫтөбөҙгә рәхмәт болоттарыңды ебәр, еребеҙгә муллыҡ ямғырҙарыңды яуҙырыусы, күҙҙәрҙе һәм күңелдәрҙе һөйөндөрөп тороусы үлән-үҫемлектәр сыҡһын, ҡороп үлгәндәр терелһен, китеп юғалғандар кире ҡайтһын!
     Эй, Аллаһым! Һинән туйғансы эселесәк, таҙартып терелтәсәк, бәрәкәтле итәсәк, тамырҙарҙы нығытасаҡ, емештәрҙе бешерәсәк, япраҡтарҙы йәшел итәсәк, зәғифләнгән ҡолдарына көстәрен ҡайтарасаҡ, үлемгә яҡын ҡалғандарҙы тормошҡа ҡайтарасаҡ һыу һорайбыҙ...
     Эй, Аллаһым! Тупраҡтарҙы йәшел итәсәк, үҙәндәрбеҙҙе йәнләндерәсәк, мөхитебеҙҙе терелтәсәк, яҡын-йыраҡ күршеләребеҙҙе файҙаландырасаҡ, рәхмәтеңә ҡалған тупраҡ һәм үҙ баштарына ҡалдырылған ҡырҙарыңа һыу яуҙырыуынды һорайбыҙ.
     Раббым, күктәреңдән беҙгә мул итеп ямғыр яуҙыр шундай итеп, болот артынан болот килһен, бер туҡтамайынса яуһын, йәшене өмөтһөҙ ҡалдырмаһын, болоттары – һыуһыҙ булмаһын. Ваҡ-төйәк күренеп юғалған болоттарың менән дә күңелебеҙҙе боҙма беҙҙең. Йәшеллеге ҡороғандар йәшелләнһен, бәрәкәттәре бөткәндәре терелһен шул ямғырҙарыңдан. Сөнки Һин: Өмөт өҙгәндәргә ямғыр яуҙырып, рәхмәтеңде еткерәһең. Хужаларҙың иң маҡтаулылыһың (Ҡөръән, Әш-Шура сүрәһе, 28
                                                                              ***
     Аллаһыбыҙ, Һин беҙгә йән биреүсе, рухыбыҙға шатлыҡ иңдереүсе, мул үә хәйерле ризыҡтар менән туҡландырыусыбыҙ. Раббыбыҙ, беҙгә һәр тарафты дымландырған ямғыр бүләк ит! Һәм беҙҙе өмөтөңдө өҙгән кешеләрҙән һаҡла! Аллаһыбыҙ, игендәрҙе үҫтер, хайуандарыбыҙ елененә һөт тултыр, беҙҙе күктең бәрәкәте менән һуғар, ер йөҙҙө бәрәкәттәрен бүләк ит! Әй, юмартлыҡ һәм кәрам эйәһе Раббыбыҙ! Беҙ Һинән генә мәғрифәт теләйбеҙ. Беҙгә күктән мул ямғыр яуҙыр! Уҡыған намаҙыбыҙҙы ҡабул ҡыл. Әгәр ҙә гонаһларыбыҙ күп сәбәпле, үзебеҙгә рәхәт ҡылмаһаң, гонаһыһыҙ сабыйҙарыбыҙға үә хайуандара рәхмәт ҡыл. Күтәргән ҡулдарыбыҙҙы кире ҡайтарма, шифалы ямғырыңды бир”.

                                                                               ***

                                                  Истискә намаҙы хаҡында мәғлүмәттәр
     Фикһүл Ислам китабынан:
     8. Истискә намаҙы-ҡоролоҡ йылында Аллаһы Тәғәләнән ямғыр һорап, доға ҡылыр өсөн уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы. Был намаҙ ҡырҙа уҡылыр. Истискә намаҙынан һуң, ошоно уҡып, доға ҡылына: «Аллаһүммә әски ғибәәдәки үәрхәм бәһәәимәк. Аллааһүммә әмәртәнә бидуғаа, икә үә үәғәттәнәә би, ижәәбәтикә фәҡәдэ- дәғәүнәәкә кәмәә әмәртәнәә фә әжибэнәә кәмәә үәғәттәнәә. Аллааһүммә илләм тәрхәм лиәнфүсинәә ликәҫрәти ҙүнүбинәә фәрхәм сибэйәәнәнәә үә бәһәә, имәк». Мәғәнәһе: Йә, Рабби, ҡолдарыңды һуғар, хайуандарыңа Рәхмәт ҡыл. Йә, Рабби, беҙгә доға ҡылырға бойорҙоң һәм ҡабул итергә вәғәҙә бирҙең. Инде беҙ һиңә Үҙең бойорғанса доға ҡылабыҙ, шулай булғас инде һин, вәғәҙәң буйынса беҙҙең доғабыҙҙы ҡабул ҡыл. Йә, Рабби, әгәр ҙә гонаһтарыбыҙ күп булыу сәбәпле үҙебеҙгә Рәхмәт ҡылмаһаң, гонаһһыҙ сабыйҙарыбыҙға үә хайуандарыңа Рәхмәт ҡыл.
     9. Әгәр тәүге көн истискә намаҙын уҡып та, ямғыр яумаһа, йәнә ике көн шул рәүешле истискә ҡылырҙар.
     10. Ҡырҙа истискә ҡылған саҡта ямғыр яуа башлаһа, баш киемдәрен сисеп, баштарын ямғыр аҫтында тоторҙар, Аллаһы тәғәләгә шөкөр ҡылырҙар.

                                                                           ***

     Хәнәфи мәҙһәбенең дәлилдәре:
     241 бүлек
     Истискә (ямғыр һорау) намаҙы
     740. Риүәйәт ҡылынғанса, Ғабдуллаһ бине Зәйд (Аллаһ унан риза булһын): «Мин Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләмде, Аллаһы Тәғәләнән ямғыр һорарға тип, Мәҙинә ситенә сыҡҡан көндө күрҙем. Был ваҡытта ул кешеләргә арҡаһы, ә ҡиблаға йөҙө менән боролдо. Шул ваҡыт өҫ кейемен икенсе төрлө итеп кейҙе. Унан һуң, беҙҙең менән бергә ике рәкәғәт намаҙ уҡыны», — тигән. Бохари риүәйәтендә ул: «... Ҡөръәнде ҡысҡырып уҡыны», — тип өҫтәгән.
     741. Әбү Һөрәйрә (Аллаһ унан риза булһын): «Бер ваҡыт Мөхәммәд ғәләйһиссәләм, Аллаһы Тәғәләнән ямғыр һорап мөрәжәғәт итергә тип, беҙҙең яҡҡа сыҡты. Ул, аҙан һәм ҡәммәт әйтмәйенсә генә, беҙҙең менән ике рәкәғәт намаҙ уҡыны. Шунан һуң вәғәҙ һөйләне. Вәғәҙен (хөтбә) тамамлағас, ҡиблаға әйләнеп, ҡулдарын күтәрҙе һәм Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып мөрәжәғәт итте. Намаҙҙы тамамлағас, ул, уң еңен һул яҡта, һул еңен уң яҡта ҡалдырып, кейемен кейҙе», — тип риүәйәт ҡылған. Ошо хәҙис сылбыры «яҡшы» тип һанала.
     742. Ибне Ғәббәс (Аллаһ унан һәм уның атаһынан риза булһын): «Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм, истискә намаҙын уҡырға тип, тыйнаҡ ҡына итеп кейенеп сыҡты. Ул, Аллаһҡа түбәнселек ҡылып, баҫынҡы һәм һалмаҡ ҡына атлап барҙы. Шунан һуң ул, байрам намаҙында кеүек, ике рәкәғәт намаҙ уҡыны, әммә һеҙҙең вәғәҙҙәргә оҡшаш вәғәҙ һөйләмәне», — тип риүәйәт ҡылған. Ошо хәҙис сылбыры «ышаныслы» тип һанала.

                                                                              ***

     Әт-Тәсһил Әз-Зарури ли мәсәил Әл-Кудури китабынан:
     Һорау: Истискәнең мәғәнәһе нисек?
     Яуап: Истискә – ҡоролоҡ ваҡытында ямғыр теләү.
     Һорау: Истискә намаҙында ни эшләйҙәр?
     Яуап: Шәриғәттә ямғыр яумағанда намаҙ уҡыу ҡаралған,
ләкин ул намаҙҙы уҡыу важиб түгел. Истискә доға үә истиғфәр менән ҡылһалар ҙа дөрөҫ. Расүлүллаһ ﷺ истискә намаҙын уҡыған, ҡайһы ваҡыт йома көндө минбәр өҫтөндә Аллаһы Тәғәләнән ямғыр теләп намаҙ уҡымайса ғына доға ҡылған. Былар барыһы ла Расүлүллаһтан ﷺ сабит булғандар.
     Һорау: Әбү Хәнифә: «Истисҡә — сөннәт намаҙынан түгел», — тигән. Был һүҙҙән нәмә аңларға була?
     Яуап: Әбү Хәнифә һүҙененең мәғәнәһе – истискә намаҙы әмер ителмәгән һәм сөннәти-мөәккәдә лә булмаған. «Һидия» китабында әйтелә: «Рәсүлүллаһ ﷺ был намаҙҙы ҡайһы ваҡыт уҡыған һәм ҡайһы ваҡыт уҡымаған, шуның өсөн сөннәти-мөәккәдә түгел». Шами «Радул Мохтар»ҙа: «Һәр ваҡыт ҡылынған эш кенә сөннәти-мөәккәдә булыр. Бер ваҡыт уҡып, икенсе тапҡыр ҡалдырыу мөстәһәб булыуҙы күрһәтә», — ти. «Истискә намаҙы юҡ» тип әйтеү дөрөҫ хәҙистәргә ҡаршы килеү булыр. Әбү Хәнифәнән килгән риүәйәттән истискә намаҙы сөннәт түгел, тип әйтә алмайбыҙ, бәлки сөннәти-мөәккәдә түгел, тип кенә әйтә алабыҙ.
     Һорау: Әгәр имам йәмәғәт менән истискә намаҙы уҡырға теләсә, нишләргә тейеш?
    Яуап: Имам һәм йәмәғәт тыйнаҡлыҡ үә Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡыу менән баштарын түбән эйеп, йәйәү берәй яланға йәки бер тигеҙ урынға сығалар, имам улар менән ҡысҡырып ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, унан һуң ике хөтбә уҡыла. Йәмәғәт йөҙәрен имамға табан йүнәлтә. Имам хөтбә уҡыған сапанын аҫтын өҫкә, өҫтөн аҫҡа ҡайтарып уң яҡ ситен һул яҡ елкәһенә, һул яҡ ситен уң яҡ елкәһенә һала. Хөтбәнән һуң ҡиблаға ҡаршы ултырып, доға, истиғфар үә тәүбә ҡылалар. Әбей-бабайҙарҙың, сабый балаларҙың үә зәғифтәрҙең дә лә истискә намаҙына сығыуҙары тейеш була.
    Һорау: Был әйтелгән нәмәләрҙән башҡа берәр ғәмәл бармы?
     Яуап: Әйе, намаҙға сығыу алдынан саҙаҡа бирергә тейеш.

                                                                             ***

     Доға китабы:
     Ямғыр доғаһы.
     Ғәрәпсәне быға «истискә» тип әйтелә. Ул Аллаһы Тәғәләнән ямғыр теләү мәғәнәһен аңлата. Ҡоролоҡ булғанда, кешеләр һәм хайуандар ас һәм һыуһыҙ ҡалғанда кешеләрҙең бөйөк Яратыусыларына ялбарыуҙарын да тәбиғирәк нимә бар? Аллаһы Тәғәлә лә «Нәмел» сүрәҺенең 62-се аятында былай тигән:

    «Әммәй-йүджибүл-мудтарра иҙәә дәғәәү...»
     (Ҡыйынлыҡта ҡалған кеше доғала булғанда, уның доғаһын Аллаһынан башҡа кем ҡабул итә алыр?)
     Шуға күрә, яуым-төшөмһөҙ ваҡыттарҙа ямғыр доғаһына сығыу сөннәт тип иҫәпләнә. Ямғыр доғаһына сыҡҡансы, элек ҡайһы бер әҙерлектәре эшләргә кәрәк. Мәҫәлән, фәҡирҙәргә саҙаҡалар бирергә, өс көн ураҙа тоторға, һөйләшмәгәндәр килешергә, тәүбә-истиғфар итергә кәрәк. Кеше хаҡтарын үтәргә, бәхилләшергә кәрәк. Ямғыр доғаһына, баштарҙы эйеп, муйындарҙы бөгөп, моңһоу ҡиәфәттә баралар. Балалар, ҡатындар, ҡарттар, ауырыу һәм зәғифтәр лә баралар, хатта хайуандар ҙа килтерелә. Аллаһыға яратҡан мәхлүктәренең ауыр хәле күрһәтелә.
Беренсе көн ямғыр яумаһа, икенсе һәм өсөнсө көндәрҙе дә шулай уҡ доғаға сығылыр. Сөнки Аллаһ доғала даими булғандарҙы яратыр.
     Ямғыр доғаһы ваҡытында намаҙ ҡылынмаҫ, хөтбә уҡылмаҫ, бары тик доға һәм истиғфәр ителер. Кешеләр айырым-айырым намаҙ уҡырға мөмкин. Йәмәғәт менән дә ҡысҡырып ике рәкәғәт намаҙ ҡылыу яҡшы эш. Ямғыр намаҙында ҡаммәт килтерелмәҫ, байрам намаҙында кеүек тәкбирҙәр генә әйтелер. Имам беренсе рәҡәғәттә «Каф», икенсеһендә иһә «Нух» йәки «Ҡәмәр» сүрәләрен уҡыр. Йә иһә беренсе рәкәғәттә «Әғлә», икенсе рәкәғәттә «Ғәшийә» сүрәләрен уҡыр. Имам намаҙҙан һуң, ике хөтбә уҡыр, мөнбәргә сыҡмаҫ. Хөтбәлә нәсихәт ителмәҫ, доға һәм истиғфәр ғына ҡылыныр. Һуңынан имам, арҡаһын йәмәғәткә бороп, йөҙөн ҡиблаға йүнәлдереп, ҡулдарын күтәреп доға ҡылыр.
     Әнәс бине Мәлик (р.г.) шулай аңлата: "Бер кеше йома көндө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хөтбә уҡығанда мәсеткә инде һәм тура мөнбәргә табан барып:
    — Йә, Рәсүлуллаһ! Һарыҡтар, һыйырҙар һәләк булды, юлдар киҫелде. Аллаһыға доға ит, беҙгә ямғыр яуҙырһын, — тине. Аллаһының Илсеһе ҡулдарын күтәреп:
     - Аллаһым! Беҙгә ямғыр бир, Аллаһым, беҙгә ямғыр бир, — тип доға ҡылған.
Хөтбәлә йәки доға ваҡытында шул доға уҡылыр:

     «Аллааһүммә асҡинәә ғайсән мүғийисән һәниән мариән ғадәҡән муджәлләлән сәйхан ғәәман табәҡа. Әллааһүммә әсҡинәл-ғаиса үә ләә тәдж,ғәләә минәл-ҡәәнитиин. Аллаһүммә иннәә бил-биләәди үәл-ғибәди үәл-халҡы минәлләүәи үәддәнки мә ләә нәшкү илләә иләйкә. Әллааһүммә әбит ләнәҙәрға үә әдир ләнә-дарға үә асҡинә минәл — бәракәәтүһ-сәмәә-и и әбит ләнәә мин бәрәкәәтил — әрҙ. Аллаһүммә иннәә әстәғфирүкә иннәкә күнтә ғәффран фәә әрсилис-сәмәә-ә ғәләйнәә мидраараа.»
     (Аллаһым! Беҙгә йән биргән, рухыбыҙға шатлыҡ биргән бәрәкәтле, мул һәм хәйерле ризыҡтар менән туҡландырған һәм төрлө яҡтарға ағып киткән, һәр тарафты дымландырған, һәр тарафҡа йәйелгән ямғыр бүләк ит. Аллаһым! Беҙгә ямғыр бүләк ит һәм беҙҙе өмөтөңде өҙгән кешеләрҙән һаҡла. Аллаһым! Ҡолдарҙа һәм илдәрҙә, бөтә яратылғандарҙа шундай ауырлыҡ һәм ҡыйынлыҡ бар ки, Һинән башҡаға аңлата алмайбыҙ. Аллаһым! Игендәребеҙҙе үҫтер, малдарыбыҙҙың елендәренә һөт тултыр, беҙҙе күктең бәрәкәте менән һуғар. Беҙгә ер йөҙөнөң бәрәкәттәрен бүләк ит. Әй, йомартлыҡ һәм карам эйәһе Раббыбыҙ! Беҙ Һинән генә мәғфирәт теләйбеҙ, һис шикһеҙ, Һин һәр ваҡыт ғәфү итеүсе. Беҙгә күктән мул ямғырҙар яуҙыр, әй ғәфү итеүсебеҙ, әй, мәрхәмәтле Раббыбыҙ!)