Кемгә патриотизм кәрәк?
Совет осоронда һәр кемдең күңелендә тейерлек үҙ илең яратыу тойғоһо бар ине. Был Ватанды һөйөү көсө һәр кемгә тәрбиә аша: әкиәттәр, хикәйәләр, батырҙар, башҡорттарҙың азатлыҡҡа ынтылған бөйөк тарихы аша, атай-бабайҙарыбыҙҙың граждан һәм Бөйөк Ватан һуғышы тарих хәтирәләре аша килде. Бигерәктә һәр ир-егеттең үҙ Ватаны алдында изге һәм маҡтаулы бурысы бар ине. Ул — армия сафтарында хеҙмәт итеү ине. Төнгө ҡараңғыла, буранда, ямғыр яуғанда тыуған ауылында ҡалған атай-әсәйеңде, туғандарыңды, дуҫтарыңды һәм тағы бик күптәрҙең тыныс йоҡоһон, шат тормошон һаҡлауҙан да изге, маҡтаулы эш бармы һуң? Әйе, беҙҙең үткән социалистик осорҙа патриотизм тигән төшөнсә, үҙ Ватаныңды, үҙ илеңде яратыу тигән бик көслө тойғо бар ине.
Бөгөнгө көндә ни күрәбеҙ? Күңелдәре менән СССР тәрбиәһенә тоғро ҡалғандарҙың патриотизмы ғына һаҡланғандыр. Беҙ матур тормошта йәшәһең тип, миллиондаған ҡорбандар биреп илебеҙҙе һаҡлаған һәм хәйерселекте бөтөргән атай-бабайҙарыбыҙға хыянат итеп, демократия тип халыҡты талау капитализмы төҙөлгәс, кемдең был юнһеҙ сәйәсәт алып барылған илдә патриот булғыһы килһең? Байып, сереп, юғары ла ултырғандарҙың: ил баштарының һәм түрәләрҙең балалары сит илдә белем алып һәм шунда йәшәп – «Ненавижу Россию», тип ултырғастар, шулай уҡ үҫеп килгән быуындың — балаларыбыҙҙың был Россияла йәшәүҙе хурлыҡҡа һанағас — беҙгә түбән ҡатлам ярлыларға ошо байҙарҙы яҡлап, патриот булып йәшәргәме?
Бурысҡа һәм бөлгөнлөккә батып йәшәгән халыҡтың «Ватан» тигән һүҙҙе ишеткеһе киләме? Исем өсөн үткәрелгән патриотик сараларҙың бер һөҙөмтәһе лә булмаясағы көн кеүек асыҡ. Илебеҙҙә яңы тетрәнештәр булмайынса, «Ватан» һәм «патриотизм» тигән төшөнсәләрҙе оноторға тура килер ахыры. Аҫта Мәхмүт ХУЖИНдың Ватандаш журналында, 2016 йыл, февраль айында сыҡҡан ошо темаға ҡағышлы мәҡәләһең тәҡдим итәм.
Ят идеалдар рухландырмай, йәғни нисек патриотизм тәрбиәләргә?
«Ватандаш»тың былтырғы 10-сы сығарылышында донъя күргән «Как воспитать патриотизм?» тип аталған түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыу ҡыҙыҡһыныу ҡатыш сәйер тойғолар уятты. Беренсенән, Рәсәй йәмәғәтселегендә синыфтарға бүленеү дауам иткән ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы дәүерҙә был хаҡта һүҙ ҡуҙғатыу ысынлап та сәйер тойолһа, икенсенән, берәй яңылыҡ ишетмәмме, тигән ҡыҙыҡһыныу ҙа бар ине. Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар патриотлыҡ билдәләмәһе һәм йәмғиәттә уның тотҡан урыны, йәш быуында был сифат самалы булыу айҡанлы борсолоу белдереү, патриотизм тәрбиәләүҙә дәүләттең, айырыуса рус теле һәм әҙәбиәтенең роле һ.б. тураһында дөйөм фекер йөрөтөп, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү һәм был тойғоно көсәйтеү өсөн тейешле шартнамәләр хаҡында һүҙ алып барыуҙан ситләшә. Минеңсә, Тыуған илде яратыу тойғоһоноң ниндәй дәрәжәлә сағылышын асыҡлау өсөн тәүшарттар сифатында йәмғиәттең сәләмәтлеге, ниндәй ҡиммәттәргә табыныуы, ғаилә институтының роле, граждандар идараһының өлгөргәнлеге иҫәпкә алына. Исемлекте артабан мәктәп һ.б. мәғариф ойошмалары, дәүләт органдарының эшмәкәрлеге дауам итә ала, әммә уларҙың роле ҙур әһәмиәткә эйә түгел.
Патриотизм, тип билдәләй түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар, — сәләмәт, тотороҡло һәм тормошсан йәмғиәттең идеологияһы һәм донъяға ҡарашы. Аталған сифаттар йәмғиәтебеҙҙең асылына ни рәүешле тап килә һуң? Бер быуаттан да ҡыҫҡа ғүмер эсендә капиталистик йәмғиәттә, артабан 70 йылдан ашыу социализмда көн күреп, тағы ла капиталистик ҡоролошҡа күскән йәмғиәттең «тын алышы»нда өр-яңы фекер әйтелмәүе, әлбиттә, ғәжәп түгел. Конфуций әйтмешләй, ҡараңғы бүлмәлә ҡара бесәйҙе, әгәр ҙә ул унда булмаһа, бигерәк тә, табыуы мөмкин түгел.
«Сикһеҙ ватансы мин совет иле булыу шарты менән ул Ватан...» — тип яҙған йәш башҡорт шағиры М. Хәй уҙған быуаттың 30-сы йылдары аҙағында. Патриотизм, йәғни ватансылыҡ — элекке Советтар Союзында, ә хәҙер Рәсәй Федерацияһында көн итеүселәр өсөн ят төшөнсә түгел. Айырыуса социалистик ҡоролош дәүерендә. Тыуған илгә һөйөү ташып барған кинофильмдар, сәхнә әҫәрҙәре, романдар, шиғырҙар... Ни өсөн икәнлеге лә аңлашыла кеүек: донъяла берҙән-бер булған эшсе-крәҫтиәндәр дәүләтен ошо пропагандистик тойғолар нигеҙендә генә һаҡлау һәм үҫтереү мөмкинлеген КПСС етәкселәре, моғайын, яҡшы күҙ алдына килтереп эш иткәндер. Совет иле патриоттарын тәрбиәләү башлыса ике йүнәлештә: социалистик Ватанды ғына түгел, хатта батша Рәсәйенең дә именлеген һаҡлау өсөн иҫәпһеҙ-һанһыҙ һуғыштарҙа үҙен данға күмгән ҡаһармандарға оло һөйөү-ихтирам тәрбиәләү, социализм төҙөүҙә фиҙакәрлек күрһәткән шәхестәрҙе юғары күтәреү йүнәлештәрендә алып барылды.
Бындай тәрбиәүи эшмәкәрлек мәктәптә башланғыс кластарҙа — октябрят, аҙаҡ пионер һәм комсомол ойошмалары аша даими алып барылып, КПСС-тың иң юғары форумдарының да иғтибар үҙәгенән төшмәне. Совет ҡоролошоноң хеҙмәткә мөнәсәбәтен хәҙерге дәүләт сәйәсәте менән сағыштырыу иһә бөтөнләй яңы власть файҙаһына түгел. «Кем эшләмәй — шул ашамай!» тигән тәү ҡарашҡа тупаҫ тойолған принцип артында ҡулынан килгән һәр кем үҙен файҙалы хеҙмәткә бағышларға бурыслы, тигән ғәҙел ҡанун тороп, Советтар Союзында эшһеҙлеккә юл ҡуйылманы. Хатта ғаиләләрҙә бишәр һәм унан да күберәк балалар тәрбиәләнгән 70-се йылдарҙа ла. Киреһенсә, тап шул йылдар ахырында СССР-ҙа алты тиҫтәнән ашыу яңы төҙөлөш йәйелдерелеүе хаҡында бынан бер нисә йыл элек «Комсомольская правда» гәзите тотош бер бит, хатта картаһын күрһәтеп, яҙып сыҡты.
Социалистик ҡоролоштоң хеҙмәт кешеһенә мөнәсәбәте айырыуса иғтибарға лайыҡ. Тырышып эшләгәндәрҙе ул саҡта баһалай белделәр: вазифала үрләтеү, сиратһыҙ фатир биреү, орден-миҙалдар һәм, ахыр килеп, Социалистик Хеҙмәт Геройы кеүек иң юғары почетлы исем! Дөрөҫ, һуңғыһы бик һирәктәргә генә тәтей торғайны. Ә хәҙер? Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 37-се статьяһына ярашлы «хеҙмәт ирекле», «мәжбүри эшләтеү тыйыла». Дөрөҫ, был принциптарҙың һис кенә лә насарлығы юҡ, тик улар юғары үҫешкән граждандар йәмғиәте өсөн генә ҡулай. Мәҫәлән, унда кеше матди эшмәкәрлек менән шөғөлләнмәһә лә, акционерҙар йәмғиәте ағзаһы икән, шуның дивидендтарына ла йәшәй ала. Хеҙмәтте ирекле тип иғлан итеп, яңы властар үҙҙәрен иҡтисадты үҫтереү өсөн өҫтәмә эш урындары булдырыу иҫәбенә һалым базаһын киңәйтеү һәм көслө социаль сәйәсәт тәьмин итерҙәй ҡаҙна туплау мәшәҡәтенән азат итте. Был конституцион принциптың емергес йоғонтоһон бөгөн тамаҡ аҫрарлыҡ аҡса эшләү өсөн Себер, Мәскәү һ.б. эре ҡалаларҙа эш эҙләргә мәжбүр граждандар үҙ елкәһендә татып белә. Уларҙан, һин патриотмы, тип һорап ҡара әле!
Бәндә хатаһыҙ булмаған кеүек, һәр социаль ҡоролоштоң да үҙ өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәре бар. Хәҙерге ысынбарлыҡҡа баһа биргәндә, Советтар Союзында йәшәп килгән «кеше — кешегә дуҫ һәм туған», ә капиталистик ҡоролошҡа хас «кеше — кешегә бүре» тигән принцип һис кенә лә ялған түгел, тигән һығымтаға киленә.
Совет йылдарының традицияһы буйынса йәмғиәтебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының үҫеп килеүсе быуын менән осрашып, яу хәтирәләре менән уртаҡлашыуы патриотик тәрбиәнең иң мөһим һәм йоғонтоло сараһы иҫәпләнде. Хәйер, әле лә иҫәпләнә. Совет осорона хас менталитетҡа ярашлы ватансылыҡ — иң элек социалистик тыуған илде яратыу һәм уның именлегенә ҡул һуҙған дошмандарҙан йән-тәнеңде аямай һаҡлауҙы аңлатты. Коммунистик идеология дәүләт сәйәсәте кимәленә саҡлы күтәрелгән социаль ҡоролош өсөн был иң мөһим эшмәкәрлек һаналды һәм, СССР-ҙың Ер шарында берҙән-бер «ғәҙел ҡоролош» булыуын иҫәпкә алғанда, бында ғәжәпләнергә һис тә урын юҡ. Тарихтан мәғлүм булыуынса, атай-олатайҙарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында эшсе-крәҫтиәндәр дәүләтен, йәғни капитализмға алмашҡа килгән иң ғәҙел социаль ҡоролош — социализмды яҡлап ҡан ҡойҙо. Дөрөҫ, ике тиҫтә миллиондан ашыу ҡорбан биреп булһа ла, ул изге Ватанын яҡлап ҡалды ғына түгел, хатта уның идеяларын үҙе фашизмдан азат иткән Көнсығыш Европа илдәренә лә таратырға өлгөрҙө.
Кисә ашағанға бөгөн туҡ була алмаған кеүек, алыҫ идеалдар ҙа рухландырмай. Бөгөн ата-бабаларыбыҙ яҡлап, ғүмерҙәрен фиҙа ҡылған социалистик ҡоролош та, уның матди кәүҙәләнеше — Советтар Союзы ла сирек быуат элек тарих саңына күмелеп ҡалды. Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, уны яҡлап бер генә социаль төркөм, хатта миллиондарса коммунистар ҙа күтәрелмәне. 90- сы йылдарҙа бойондороҡһоҙлоҡ (кемдән?) иғлан иткән Рәсәй Федерацияһы киңлектәрендә ярты быуаттан ашыу элек гитлерсылар тергеҙергә ынтылған капитализм тантана итә. Уның да ниндәйе әле! Рәсәй Президентының иҡтисад мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Сергей Глазьевтың һүҙҙәре менән әйткәндә, «иң ҡырағайы». Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар телгә алып үткән, «хәҙер Рәсәйҙе яратыу модала түгел», тигән күңелһеҙ һығымтаның (ул В.Путин ауыҙынан сыҡты) сәбәбе ошонда түгелме?
Ә хәҙер күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ. Окоптарҙа бет һимертеп, баштан-аяҡ ҡоралланған дошманға ҡаршы һөжүмдәргә күтәрелеп һәм әжәлдең үҙе менән нисәмә ҡат күҙмә-күҙ осрашып та, мең мөғжизә менән иҫән ҡалған 90 йәшлек ветеран йәш быуын менән осрашыуға килде лә, ти. Уның яу яландарында социалистик Ватанын нисек яҡлауы тураһында тәрән тулҡынланыу, хатта күҙ йәштәре аша һөйләүенән тыңлап ултырыусылар әҫәрләнерме икән? Донъяла берҙән-бер һаналған эшсе-крәҫтиән дәүләте юҡ бит! Әгәр ҙә тыңлап ултырыусыларҙың береһе, башы етеп, ошо турала һүҙ ҡуҙғатһа, ҡарт яугир ни тип яуаплар? Хәйер, уның тапҡыр яуап табыуы ла ихтимал, тик ул ахыр сиктә йәш быуында ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә булышлыҡ итер, тип бер кем дә ышаныс белдерә алмай.
Ни өсөн модала түгел?
Уҙған сирек быуат ғүмер эсендә Рәсәй йәмәғәтселеге бик ҙур үҙгәрештәр кисерҙе: серегән байҙар, урта хәллеләр һәм күпселек тәшкил иткән фәҡирлек сигендә ғүмер һөрөүселәр барлығы бөгөн бер кем өсөн дә сер түгел. «Астың хәлен туҡ белмәй», «астың күҙе икмәктә, туҡтың күҙе — хикмәттә» тигәндәй, был синыфтарҙың ихтыяждары, эске донъяһы һәм донъяға ҡарашы бер нисек тә киҫешмәй. Иң мөһиме, уларҙы берләштерә алырҙай бер ниндәй ҙә уртаҡ идея юҡ һәм булыу ихтималлығы ла төҫмөрләнмәй. РФ Конституцияһының 7-се статьяһы буйынса «Рәсәй Федерацияһы — үҙ граждандары лайыҡлы тормошта йәшәһен өсөн шарттар булдырыусы социаль дәүләт». Европа илдәрендә был принцип, мәҫәлән, һалымдарҙы бүлешеп күтәреүҙә сағылыш таба. Әйтәйек, кешенең килеме ни саҡлы күберәк булһа, ул һалымды ла шул саҡлы күберәк түләй. Мәҫәлән, Бөйөк Британияла ул 50 проценттан да арта. Әммә социаль дәүләт өсөн ҡағиҙә һаналған был күренеш Рәсәйгә ҡағылмай. Дәүләт Думаһының өлгөр депутаттары тырышлығы менән һәр кемдән, хатта фәҡирлек сигендә көн итеүселәрҙән дә 13 процент килем һалымы түләтеү ғәмәле дауам итә. Мәҫәлән, мин йәшәгән Дим районында бер нисә балалар баҡсаһы булып, уларҙың иң иҫкеләренә ярлы балалары йөрөй. Сағыштырмаса яңыларына — хәлле граждандарҙың, ә иң яңыларына иһә, йөҙөү бассейны һәм башҡа заманса уңайлыҡтары булғандарына, иртә менән ҡиммәтле джипҡа ултырып, бай балалары килеп төшә. Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шуны күрә, тигәндәй, был үҫеп килеүсе быуындың ҡайһылары совет яҙыусыһы Максим Горькийҙың «Тормош төбөндә» пьесаһындағы — Челкаш, кемдәре Николай Островскийҙың «Бирнәһеҙ ҡыҙы»ндағы Парадовтар сафын тулыландырасағын фаразлау ҡыйын түгел. Тик әлегә бер һорау ғына асыҡ ҡала: ҡайһыларында патриотик тойғо көслөрәк булыр икән? Тыуған илде һөйөү төшөнсәһен аныҡ ерлекһеҙ, йәғни социаль ҡоролоштан айырып ҡарау нигеҙһеҙ булыр ине. Мәҫәлән, тәүтормош община ҡоролошонда, феодализм дәүерендә, капиталистик мөнәсәбәттәр хөкөм һөргәндә был хаҡта һүҙ ҡуҙғатыу етди булмаҫ ине. Йоҡа ғына хәрби ҡатламды иҫәпкә алмағанда, патриотизм батша Рәсәйенә лә хас күренеш булмаған. Миҫалға түңәрәк өҫтәлдә телгә алынған Михаил Лермонтовтың «Прощай, немытая Россия...»һын, шулай уҡ Федор Тютчевтың «умом Россию не понять», Василий Ключевскийҙың «в России миллионы никуда не пригодных людей» тигән раҫламаларын, Николай Бердяев, Валентин Плеханов хеҙмәттәренән юлдар килтерергә мөмкин.
Нисек кенә ауыр ҡабул ителмәһен, хәҙерге шарттарҙа хатта Советтар Союзы тәжрибәһен дә бермә-бер ҡабатлау мөмкин түгел. Хикмәт, моғайын, социаль ҡоролошта ла түгелдер, сөнки ул шул уҡ йәмәғәтселек елкәһендә йәшәй бит. Хикмәт, моғайын, ватандаштарыбыҙҙың ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн туплана алмауындалыр. Бының сәбәбе лә билдәле империя һыҙаттарынан арына алмаған күп милләтле дәүләткә генә хас сифат был.
Коммунистик тәғлимәт авторҙарының береһе Карл Маркстың билдәләүенсә, аң көнкүреш тарафынан, йәғни әҙәм балаһының холоҡ-фиғеле уның йәшәү шарттарына, йәмғиәттең ниндәй ҡиммәттәргә табыныуына ҡарап формалаша. Яҡшы шарттарҙа көн иткән, заманына күрә төплө белем алып, уға ярашлы эш урыны тапҡан һәм шәхси килеменә үҙен генә түгел, ғаиләһен дә тәьмин иткән кешелә ватансылыҡ тойғоһо ташып уҡ бармаһа ла, ярайһы көслө һәм тотороҡло булыуы ышандыра. Ә бына һәр мөйөшөнән мохтажлыҡ бөркөлөп торған, шул арҡала ғаиләлә йыш ҡына тауыш-талаш ҡупҡан шарттарҙа, аслы-туҡлы көн иткән кешеләрҙә ундай сифаттың булыуы, әлбиттә, ышандырмай. Иң хәүефлеһе шунда: ундайҙар йылдан-йыл арта һәм үҙе кеүектәрҙе үрсетә.
Ошо йәһәттән 2015 йылда Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) уҙғарған социологик тикшеренеүҙәрҙә фәһемле мәғлүмәттәр бар. «Халыҡ ни өсөн берҙәм түгел?» тигән һорауға респонденттарҙың 32 проценты «һәр кем үҙе тураһында ғына уйлай», 10 — «күптәр хәйерселектә көн күрә, байҙар менән ярлылар араһында айырма ҙур», 10 — «халыҡты берләштереү өсөн сәйәсмәндәр бер ниндәй ҙә сара күрмәй», 9 — «йәмғиәт күп милләтле», 7 — «кешеләр асыулы», 5 — «уртаҡ маҡсаттар, идеялар, патриотизм юҡ», — тип яуаплаған.
Ике-өс йыл элек Рәсәйҙә бер ай самаһы йәшәп киткән Бразилия яҙыусыһы ла (исем-фамилияһы хәтерҙә ҡалмаған. — М. Х.) ватандаштарыбыҙҙың ауырлыҡтарҙы теләһә ниндәй юлдар менән булһа ла, яңғыҙы еңеп сығырға тырышыуы, тормошто еңелләштереү хаҡына берләшергә ынтылмауы хаҡында хәбәр итте. Ысынлап та, XXI быуат өсөн таң ҡалырлыҡ күренеш! Иң ғәжәбе шунда: был быуат феноменының тәбиғәте тураһында баш ватыусылар күренмәй. Үрҙә телгә алынған рус философы Николай Бердяевтың «Истоки и смысл русского коммунизма» тип аталған хеҙмәтендә (ә ул интернетта бар. — М.Х.) уйланыу һәм тейешле һығымталар яһау өсөн нигеҙ булырҙай мәғлүмәттәр бар.
Телгә алынған тикшеренеүҙәрҙә һәр өсөнсө респонденттың тиерлек бер ниндәй ҙә яуап һайлай алмауы ла тәбиғи хәл тип баһалана алмай: тимәк, ҡайһы берәүҙәр был хаҡта бөтөнләй уйланмаймы? Ә бына 13 процентының, «беҙҙең холоҡ-фиғел, мәҙәниәт шундай», тигән яуапты һайлауы ла йәмғиәттең мәртәбәһен күтәрмәй.
Патриотизмды нисек тәрбиәләү хаҡында фекер алышыуҙа мәсьәләне 90-сы йылдарҙа социаль ҡоролош ҡырҡа алмашыныу менән бәйләп ҡарамау, башлыса совет ҡанундары нигеҙендә фекер итеү ҙә белгестәрҙең тема өҫтөндә етди уйланмауын дәлилләй. Минеңсә, ВЦИОМ тикшеренеүҙәрендә һәр унынсы респондент тиерлек һайлаған «йәмғиәт күп милләтле» тигән яуап үҙ эсенә бик күп һығымталарҙы ала. Һәр хәлдә, уға ыңғай йөкмәтке һалынмаған. Түңәрәк өҫтәл артында яңғыраған ҡайһы бер фекерҙәрҙең Рәсәйҙең күп милләтлелеген ҡабартып күрһәтергә, мәҫәлән, «тик ҙур һәм берҙәм ил составында ғына Рәсәй халыҡтары тарихи мираҫын һаҡлай һәм үҫтерә ала», тигән раҫламаһы ысынбарлыҡты сағылдырмай. Шулай булһа, Изге Рим империяһы ла, Ғәрәп хәлифәте лә, Алтын Урҙа ла, Ғосманлылар һәм Австро-Венгрия империялары ла бөгөнгө көндә лә имен-аман йәшәп ятыр ине. Хатта уҙған быуаттың 90-сы йылдарында «суверенитеттар парады» үтеп, Советтар Союзы ла тарҡалмаҫ, хатта бер туған халыҡтар булған Чехия менән Словакия ла башҡа сыҡмаҫтар ине.
«Башҡортостан гражданы үҙен ҙур Рәсәй гражданы итеп тойһон өсөн, рус телен дәүләт теле кеүек кенә түгел, ә туған тел булараҡ өйрәнеү мөһим», — тип белдерә фекер алышыусыларҙың береһе. Икенсеһе иһә: «Төбәк телен (Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында дәүләт теле булараҡ нығытылған башҡорт теле. — М. Х.) өйрәнеүгә улай уҡ ҡәтғилек кәрәкмәй, икмәк-тоҙлоҡ белгәс тә ярай», — ти. Был ике ҡараш та етди уйланмау һөҙөмтәһе булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Һәр хәлдә, республика формаһында идара ителеүсе демократик хоҡуҡи дәүләттә улай һөйләмәйҙәр. Дәүләт телен өйрәнеү туған тел өйрәнеүҙән ни яғы менән айырыла? Рус теле туған тел булараҡ өйрәнелһә (быны, мәҫәлән, башҡорт балалары тик рус телендә генә белем алырға тейеш, тип тә ҡабул итергә мөмкин), тимәк, уҡыусы үҙенән-үҙе Рәсәй патриоты булып тәрбиәләнә. Ә инде республиканың дәүләт, уларса әйтһәк, төбәк телен икмәк-тоҙлоҡ ҡына белеүгә саҡырыу иң элек БР Конституцияһының 1 -се статьяһын инҡар итеү һәм РФ Конституцияһының 29-сы статьяһының 2-се пунктын (унда теге йәки был телде өҫтөн ҡуйырға маташыу тыйыла. — М.Х.) тупаҫ рәүештә боҙоу булып тора.
Объектив фекер йөрөтөү был ике раҫламаның да ысынбарлыҡҡа тап килмәүен дәлилләй, сөнки кешелек тарихында сит тел аша Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү кеүек тәжрибә осрамай. Ни генә тиһәң дә, көн һайын тиерлек аралашыу сараһы ролен үтәгән рус теле башҡорттар һ.б. халыҡтар өсөн ят тел булып ҡала. Тимәк, Ватанды һөйөү хистәре тәрбиәләү сараһы булып хеҙмәт итә алмай. Шул уҡ ваҡытта республиканың төп халҡының аралашыу сараһын «төбәк теле» тип атаған һәм уны арлы-бирле белһәң дә еткән, тигән ҡарашта тороусылар үҙҙәре үк рус булмаған халыҡтарҙа милләтселек тойғоһоноң көсәйеүенә булышлыҡ итә. Түңәрәк өҫтәл башланыр алдынан уҡ телгә алып үтелгән «телдәр һәм мәҙәниәттәр диалогы милләтселек һәм экстремизмға ҡаршы тороу юлдарының береһе булараҡ күтәрелде» тигән фекергә ҡапма-ҡаршы булараҡ та яңғырай.
Шулай уҡ «иң элек рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә партиотик тәрбиә биреү мәсьәләһе ҡуйыла», тигән фекер-маҡсат та борсоулы уйҙар уята. Ни өсөн РФ Конституцияһында дәүләт статусы нығытылған һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булған шарттарҙа тик федераль дәүләт теле хаҡында ғына бара һүҙ? Әллә түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар, Рәсәй патриоттарын тик рус телендә генә тәрбиәләргә мөмкин, төбәк телдәре был маҡсатҡа тура килмәй, тигән ҡарашта торамы? Уның төптө хата булыуын, минеңсә, раҫлау ҙа кәрәкмәй.
Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары мауыҡҡан «данлы тарих биттәре, халыҡтың героик үткәненә баш эйеү түгел, илде үҙгәртергә, уны яҡшыраҡ, таҙараҡ итергә тырышыу — бына ул ватансылыҡ, ялған патриотизм иһә асыуҙы ҡабарта, ура-патриоттар тәрбиәләргә ынтылыу халыҡтарҙы айыра, үҙҙәренә оҡшамағандарға ҡарата нәфрәт уята», тигән фекерҙәр менән килешергә кәрәктер. Тик йәмғиәтебеҙҙәге күңелһеҙ ысынбарлыҡты сағылдырған был хәҡиҡәттең асылып бөтмәүе генә күңелде ҡыра. Үрҙә телгә алынған «Рәсәйҙе яратыу хәҙер модала түгел», тигән һығымтаның сәбәбен уның яҡшыраҡ, таҙараҡ булмауынан эҙләргә кәрәктер? Миллион самаһы хәлле ватандашыбыҙҙың йәшәү урыны итеп Европаны һәм АҠШ-ты һайлауы ошоға асыҡ миҫал түгелме ни?
Йәмғиәтенә күрә — дәүләте
Шундай һорау тыуа: француздар ХУШ быуатта уҡ гражданлыҡ хистәре менән тулышып, үҙҙәренең мәнфәғәтен хәстәрләгән республика ҡороу өсөн көрәшкә күтәрелеп, барыбер маҡсатына өлгәшһә, ниңә рәсәйҙәр хатта XXI быуатта ла граждандар йәмғиәтенең ни икәнлеген белеп еткермәй, ә 13 проценты иһә, беҙҙә граждандар йәмғиәте юҡ, тип иҫәпләй? ВЦИОМ үткәргән тикшеренеүҙәрҙә ҡатнашыусыларҙың 6 проценты ғына «граждандар йәмғиәте — хоҡуҡи, ирекле, демократик йәмғиәт», тип яуаплай алған. «Патриотик тойғоһо булған йәмғиәт», тигән ҡарашта тороусылар иһә 1 процент ҡына! Күренеүенсә, ватандаштарыбыҙ патриотизмдың тик юғары үҫешкән граждандар йәмғиәтендә генә күҙәтелеүен аңлап еткермәй.
Ысынлап та, Рәсәйҙә патриоттар күпме? Шул уҡ тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, респонденттарҙың 36 проценты, патриот тип ватандаштарыбыҙҙың аҙсылығын ғына иҫәпләргә мөмкин, тигән ҡараш яҡлы. Рәсәйҙәрҙең яртыһын патриотҡа индергәндәр 20 процент булһа, «бөтәһе лә патриот», тиеүселәр — 1, ә «бер кемде лә патриот һанап булмай», тип раҫлаусылар 9 процент. Уның ҡарауы респонденттарҙың өстән ике өлөшөнән күберәге үҙен патриот иҫәпләй, ә кире ҡарашта тороусылар 26 процент ҡына. Ғәжәпме? Һайлауҙарға йөрөмәгәндәр ҙә патриот була ала тигән фекер яҡлылар 41 (киреһенсә уйлағандар — 43) процент тәшкил итә икән, ысынлап та ғәжәпләнергә урын юҡ кеүек.
Һәр ҡайһыбыҙ, Тыуған ил тигәндә, иң элек тыуған йортон, ата-әсәһен, туғандарын күҙ алдына баҫтыра һәм ғүмеренең ахырынаса уларға ҡарата күңелендә йылы тойғолар һаҡлай. Артабан был тойғо ауылдаштарға, ҡала ерендә иһә бер ихатала уйнап, бер мәктәптә уҡыған иптәштәргә, ҡыҫҡаһы, ғүмер юлын бергә үткән һәм күңелдә йылы тойғо ҡалдырған кешеләргә күсә. Был исемлектә өсөнсө итеп туған халҡыңды атарға кәрәктер, сөнки ул беҙгә тел, белем биргән, шуның ярҙамында оло юлға сығарған.
Ә Оло Ватан? Миңә алты тиҫтә йылдан ашыу ғүмеремдә Советтар Союзының бик аҙ ғына мөйөштәрендә булырға тура килде. Алыҫ Көнсығышта, Итуруп утрауында хәрби хеҙмәт үткәндә, башҡа ҡалаларҙа булғанда, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, үҙемде тыуған ерҙә, тыуған илдә, тип хис итмәнем. Тыуған ауылы-ма, һис юғында Башҡортостаныма тартты. Хатта 1989 йылдың йәйендә беҙгә ҡарағанда күпкә мулыраҡ көн иткән Германияның Берлин ҡалаһындағы Бранденбург ҡапҡаһы янында баҫып торғанда ла миңә Советтар Союзына түгел, ә Башҡортостанға тиҙерәк ҡайтыу теләге тынғы бирмәне. Эйе, тыуған төйәгең юҡ икән, Тыуған илең дә юҡ.
Түңәрәк өҫтәлдә «дәүләт үҙ граждандары тураһында хәстәрлек күрһә, кешеләрҙә ғорурлыҡ тойғоһо уяна һәм улар Ватанын яҡларға әҙер», тигән фекер яңғырауы ла ошондайыраҡ кәйефтәргә ауаздаш ҡабул ителә. Граждандар үҙҙәре үк ошо дәүләтте хасил итә, тигән бәхәсһеҙ формуланан сығып фекер йөрөткәндә, граждандар үҙҙәре хаҡында хәстәрлек күрә белмәй, тигән күңелһеҙ һығымтаға урын ҡала. Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, был йәмғиәтебеҙҙә быуаттар дауа-мында нығытылып килгән патернализмдың (һалышыу кәйефе) һаман да көслө булыуы хаҡында һөйләй.
Һис шикһеҙ, «дәүләт» төшөнсәһе йәмғиәтебеҙҙә иң элек идара итеү аппараты сифатында ҡабул ителә һәм граждандар уның конституцион принципҡа ярашлы үҙҙәренең мәнфәғәтен ҡайғыртырға, ябай тел менән әйткәндә, йәмғиәткә хеҙмәт итергә бурыслы икәнлеген белмәй. Эйе, «граждандар һәм дәүләт» дилеммаһында тәүгеһе — беренсел, әммә икенсеһе түгел. «Кеше, уның хоҡуҡтары һәм азатлығы — иң юғары ҡиммәттәр», — тиелә РФ Конституцияһының 2-се статьяһында. Кеше хоҡуҡтарын һәм азатлығын таныу, һанлау һәм яҡлау — дәүләттең бурысы. Социологик тикшеренеүҙәргә ярашлы, ил граждандарының 18 проценты ғына Төп Закон менән теге йәки был дәрәжәлә генә танышлығын иҫәпкә алғанда, ысынлап та мифик дәүләттең үҙ граждандары өҫтөнән хөкөм йөрөтөү ғәмәле урынлы, тип ҡабул ителеүенә ғәжәпләнергә урын ҡалмай.
Илдең Төп Законына мөрәжәғәт иткәс, тағы ла бер мөһим положениены иҫкә төшөрөү урынлы. «Рәсәй Федерацияһында суверенитетты йөрөтөүсе һәм властың берҙән-бер сығанағы — уның күп милләтле халҡы». Был принцип 3-сө статьяла сағылыш тапҡан. Ватандаштарыбыҙға уның ғәмәлдә ни аңлатҡанын яҡшылап төшөндөргәндә, бәлки, улар үҙ хоҡуҡтарын аңлап, һайлауҙарға йөрөр, тормош кимәленә үҙенең туранан-тура ҡатнашы булыуынан сығып эш итер ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә граждандар түгел, ә мифик дәүләт идара итә: закондар сығара, һалым һала, хатта тәрбиә бирергә лә ынтыла. Ошо йәһәттән Карл Маркстың, дәүләттең халыҡты тәрбиәләүе бер нигә лә ярамай; киреһенсә, дәүләт халыҡ тарафынан ҡаты тәрбиәгә мохтаж, тигән фекерен иҫкә төшөргө килә. Ә бит был юлдарҙың ташҡа баҫылыуына ла быуат ярым ваҡыт уҙған!
Был Рәсәй йәмәғәтселегенә айырыуса хас, хатта уның төп һыҙаттарының береһе булған социаль күренештең тәбиғәтен бер-ике һүҙ менән генә аңлатыу мөмкин түгел, сөнки уның тарихи, сәйәси, психологик һ.б. яҡтары бар. Мәҫәлән, Рәсәй империяһында быуаттар буйы парламент ҡоролошо кеүек мөһим гражданлыҡ институты инҡар ителеп килә һәм 1917 йылда батша тәхетенең ҡолатылыуына килтерә. Советтар Союзында ла халыҡ власы тигән төшөнсә һүҙҙә генә булып, ғәмәлдә барыһы ла КПСС етәкселеге тарафынан, дөрөҫ, совет халҡы исеменән һәм совет халҡы мәнфәғәтендә хәл ҡылынды. Ошо уҡ күренеш республика идараһы урынлашҡан демократик хоҡуҡи Рәсәй Федерацияһында ла дауам итә. Инглиз тарихсыһы Артур Тойнби хаҡлы: холоҡ-фиғелдәрҙән арыныуы бик ауыр, һәм улар беҙҙе артыбыҙҙан һәр даим эҙәрлекләп бара.
Түңәрәк өҫтәл бер көтөлмәгән яңылығы менән шаҡ ҡатыра. Рәсәй йәштәр сәйәсәте комитеты 2016—2020 йылдарҙа ватандаштарыбыҙҙы патриотик тәрбиәләү программаһы эшләгән. Төрлө сығанаҡтарҙан финансланасаҡ был документ авторҙары биш йылда Тыуған иле менән ғорурланыусы рәсәйҙәрҙең сафын 8 процентҡа арттырырға иҫәп тота. Нисекме? Гражданлыҡ яуаплылығын, Ватанды һаҡлауға (кемдән?) әҙерлекте көсәйтеү буйынса шарттар булдырыу иҫәбенә. Әйткәндәй, был идея депутаттар тарафынан шунда уҡ яҡлау тапты. «Новые Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, быйыл патриотик тәрбиәне яҡшыртыу өсөн йәштәр ойошмаларына сығымдар раҫланған. Мәҫәлән, 680 миллион һум «Балтик Артегы», «Клязьма — мәғәнәләр биләмәһе», «Итуруп», «Таврида» йәштәр форумдары уҙғарыуға тотоноласаҡ. Шулай уҡ 150 миллион — былтыр ойошторолған уҡыусылар хәрәкәтенә, 63,5 миллион — «Еңеү волонтерҙары» ижтимағи хәрәкәтенә, 40 миллион һум — патриотик фестивалдәр үткәреүгә тотоноласаҡ. Минеңсә, был һандар аңлатмаға мохтаж түгел.
Ошо йәһәттән француз мәғрифәтсеһе Шарль Монтескьеның, «балаларҙа Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙең иң йоғонтоло сараһы — ул ошо тойғоноң аталарҙа булыуында», тигән ҡанатлы һүҙҙәрен иҫкә алыу урынлы булыр. Дөрөҫ, был генетика фәне инҡар ителгән Советтар Союзында тыуып үҫкәндәр өсөн сәйер ҙә яңғырайҙыр, әммә Монтескьеның хаҡлылығын үрҙә телгә алынған социологик тикшеренеүҙәр ҙә раҫлап тора. Түңәрәк өҫтәл аҙағында интернеттан алып ҡуйылған, «ватансылыҡҡа өйрәтеү мөмкин түгел. Ул кешеләрҙең аңында граждандар менән властар, йәшәү шарттары, властың ғәҙеллеге һәм намыҫы, граждандарға ихтирамы аша үҙенән-үҙе формалаша», тигән фекер аша ла күпте асыҡларға була.
Баҙар иҡтисады йылдарында урынлашҡан сәйәси, социаль-иҡтисади шарттарҙа йәш быуынды Рәсәй патриоты итеп тәрбиәләү хаҡында хыял йөрөтөүе ауыр. Тирә-йүнгә иғтибар менән күҙ ташлаған, эҙмә-эҙлекле объектив фекер йөрөтөргә һәләтле кешеләргә ни өсөн икәнлеген аңлатыу ҙа кәрәкмәй. Быуаттар буйы патерналистик тәрбиә алған, етмәһә, күп милләтле һәм үҙәктән идара итеүгә ҡоролған дәүләттә иң мөһиме федерация субъекттарының мөмкин тиклем дәрәжәлә иҡтисади, социаль, хатта сәйәси бойондороҡһоҙлоҡҡа эйә булыуын хәстәрләү мотлаҡ. Барыһына ла үҙәктән идара итеүҙең ни менән бөтәсәген СССР тәжрибәһе раҫланы инде.
Әлбиттә, РФ Конституцияһының 2-се статьяһына ярашлы властарҙың граж-дандар тарафынан һайланып ҡуйылыуы һәм граждандар алдында яуаплылығы ла мотлаҡ. Ил тормошона идара итеүҙә үҙенең дә ҡатнашлығы, туранан-тура уҡ булмаһа ла, барлығын тоймай тороп, Рәсәйҙә ысын-ысындан патриотик тойғоға эйә граждандар тәрбиәләүгә иҫәп тотоу урынһыҙ.
Тулыраҡ: http://atnya-rt.ru/news/%D2%97%D3%99mgyiyat/vatannyi-saklau-izge-esh
Ватан: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/vatan.html