Гонаһ һәм тәүбә

                                                         Гонаһ һәм тәүбә
     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдүлилләһи раббил ғәләмин. Үәссаләәтү үәссәләмү ғәлә рәсүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхәәби әджмәғин.
     Гонаһ — бөтә бәлә-ҡазаның сәбәбе. Әҙәм балаһы нәфсеһенә хужа була алмай гонаһҡа бата. Гонаһтың сәбәбе насар уйыбыҙҙа, телебеҙҙә, эшләгән кире эшебеҙҙә һәм башҡа насар ғәмәлдәрҙә. Гонаһлар — Аллаһы Тәғәлә әйткәнгә ҡаршы килеү. Ул гонаһлар ғаиләләрҙе емерәләр, йөрәктәрҙе һуҡырайталар, тәндәрҙе ғазапҡа һалалар, өммәтте алмаштыралар, кеше балаһын боҙоҡлоҡҡа сығаралар.
     Кешенең иң яуыз дошманы — ул үҙе. Кеше тәбиғәтендә нимәлер фәрештәнән, нимәлер шайтандан алынған. Әгәр кеше тура юлдан тайпылһа һәм уның шайтани сифаттары еңеп сыҡһа, ул нәфсеһенә хужа була алмай үҙенә зарар килтерә. Бәндәгә теләгән юлды һайлау мөмкинлеге үҙенә бирелгән. Теләһә тура юлдан яҙып гонаһҡа бата, теләһә Аллаһының тура юлына сығып игелектә була. Шуға Аллаһ Тәғәлә боҙоҡлоҡ теләгәненә насарлыҡты артырырмын, игелектә булғанына изгелеген артырырмын тигән.

     Был турала Аллаһ Ҡөръәндә былай тип әйтә:
                                                          مَّا أَصَابَكَ مِنْ حَسَنَةٍ فَمِنَ اللَّهِ وَمَا أَصَابَكَ مِن سَيِّئَةٍ فَمِن نَّفْسِكَ
     «Мәә әсаабәкә мин хәсәнәтиң фәминәл-лааһи үә мәә әсаабәкә миң сәййи'әтиң фәмин-нәфсикә...»
     "Һиңә килгән игелектәр Аллаһтан. Башыңа килгән бәләләр үҙеңдән". Ән-Нисә сүрәһе, 79 аят.
     Ҡылған гонаһлар кешенең йөрәгендә лә, хатта тәнендә насар эҙ ҡалдыра, Аллаһ нурын һүндерә, иманһыҙлыҡҡа батыра.
     Бөгөнгө көн ысынбарлығына ҡараһаҡ, кешелектең гонаһ батыуын күреп таң ҡалырлык, бигерәк тә йәштәрҙең. Бөтә йәмғиәт үҙенә зарар һала тиәрлек. Бар бәлә иманһыҙлыҡтан килә. Был проблеманы хәл итеү бик ауырҙыр. Сәбәбтәр төрлөсә — хәҙерге йәштәр бары тик үҙҙәренең теләктәрен тәьмин итеү тураһында ғына уйлай. Улар Аллаһтың асыуын сығара торған нәмәләрҙе уҡыйҙар, тыңлайҙар, ҡарайҙар. Әлбиттә бында сит илдең боҙоҡ сәйәсәте һәм демократияһы ғәйепле. Әгәр ҙә берәү: «Мин гонаһыҙ», — тип әйтә икән, тимәк, был кеше иң гонаһлы була. Сөнки хатта Пәйғәмбәребеҙ ﷺ-дең сәхәбәләре гонаһ тураһында һөйләй башлаһалар, бик ҡурҡа торған булғандар. Әгәр ҙә берәү: «Мин урлашмайым, башҡаларға зыян һалмайым, иремде тыңлайым йәки ҡатынымды яратам», — тип маҡтана икән, уның гонаһлары тағы ла артырға мөмкин. Маҡтаныуҙа гонаһ.
     Аллаһ Тәғәлә йәнә бер сүрә лә:
                                           أَوَلَمَّا أَصَابَتْكُم مُّصِيبَةٌ قَدْ أَصَبْتُم مِّثْلَيْهَا قُلْتُمْ أَنَّى هَذَا قُلْ هُوَ مِنْ عِندِ أَنفُسِكُمْ
     «Ә үә ләммәә әсаа-бәткүм мусыиибәтүң ҡад әсабтүм миҫләйһәә ҡуль-түм әннәә һәәҙәә ҡуль һүүә мин ғинди әңфүси-күм...»
     Был ҡайғы ҡайҙан (ни өсөн) килде? — тинегеҙ. Әйт һин; Ул ҡайғы үҙегеҙҙән, — тиген". "Ғимран”, сүрәһе, 165-нсе аят.
     Йылъяҙмала яҙылғанса, хәҙрәт Ғүмәр ибн Хәттаб хакимлыҡ иткән осорҙа Мәҙинәлә ер тетрәгән. Ул кешеләрҙе йыйған һәм: «Нимә булды?»- тип һораған. Улар: «Беҙ быны үҙебеҙ килтереп сығарҙыҡ», — тигәндәр. Ғүмәр хәҙрәт: «Ә сәбәбен беләһегеҙме?»- тигәс, кешеләр: "Беҙҙең гонаһларыбыҙ арҡаһында «, тип яуап биргәндәр. Ғүмәр әйткән: „Был әле киҫәтеү генә, әгәр ҡабатланһа, Аллаһ Тәғәлә һеҙҙе һаҡламаясаҡ“.
                       وَلَا يَزَالُ الَّذِينَ كَفَرُوا تُصِيبُهُم بِمَا صَنَعُوا قَارِعَةٌ أَوْ تَحُلُّ قَرِيبًا مِّن دَارِهِمْ حَتَّى يَأْتِيَ وَعْدُ اللَّهِ
     «...үә ләә йәзәәлүл-ләҙиинә кәфәруу түсыиибүһүм бимәә санәғүү ҡаариғәтүн әү тәхүллү ҡариибәм-миң дәәриһим хәттәә йәьтийә үәғдүл-лааһи...»
     »Кәферҙәр, Аллаһтың әмере килгәненә тиклем, ҡылған гонаһлары өсөн көтмәгәндә, өҙлөкһөҙ бәләгә тарыясаҡтар. Йәки бәлә-ҡаза уларҙың баш осонда ғына, өй түбәһендә генә һағалап торасаҡ. Һис шикһеҙ, Аллаһ Тәғәлә вәғәҙәһенән кире ҡайтмаҫ". (13-се «Рәғид» (Күкрәү") сүрәһе, 31-се аят).
     Әйе, бәлә-ҡаза баш осонда ғына һағалап тора, бөгөн күрәбеҙ Ҡытайҙа кешеләр өйҙәрендә бикләнеп килгән ҡазанан ҡотолорға тырыша. Килгән ҡазаларыла мосолмандарға ҡаршы яманлыҡ ҡылып гонаһҡа батыуҙарынан, Аллаһ Тәғәләне танымауҙан.
     Әгәр кемгә лә булһа ен эйәләшһә, ниндәй ҙә булһа бәхетһеҙлек килһә, ер тетрәһә, һыу баҫһа, дауыл ҡупһа, белегеҙ: быларҙың барыһының да сәбәбе гонаһ. Аллаһ уларға яуызлыҡ теләмәй, бәлки кешеләр үҙҙәренә тейешле язаны алалар. Ҡиәмәт көнөндә барлыҡ ҡылған гонаһ өсөн яуап тоторға тура киләсәк, тик кешеләрҙең күбеһе быны аңламай.
                                                                                            وَمَن يُهِنِ اللَّهُ فَمَا لَهُ مِن مُّكْرِمٍ
     «...үә мәй-йүһинил-ләәһү фәмәә ләһү мим-мүкримин...»
     Гонаһлар был донъялағы түбәнһетеүҙәрҙең сәбәбе лә. «Аллаһ кемде лә булһа хурлыҡҡа төшөрә икән, уны ҡотҡарырлыҡ башҡа берәү ҙә юҡ. Ундайға Аллаһының хөрмәте лә абруйы булмаҫ». (22-се «Хаж» сүрәһе, 18-се аят
     Гонаһлар бөтөн бер ҡаланың йәки халыҡтың юҡҡа сығыуына килтерергә мөмкин. Нух пәйғәмбәр вәғәздәрен тыңларға теләмәгән кешеләр һыу аҫтында ҡалған. Туфан бөтә кәферҙәрҙе, шул иҫәптән Нух пәйғәмбәрҙең ҡатыны һәм улын йотҡан. Һуд пәйғәмбәр һүҙен тыңламаған халыҡ ҡоролоҡҡа дусар ителгән, көслө ел-дауыл кешеләрҙе өйҙәренән һурып алған һәм үлтереп ергә ташлаған.
     Салих пәйғәмбәр тыйғандарҙан тыйылмаған халыҡ ер тетрәү арҡаһында һәләк булған.
     Шөғәиб пәйғәмбәрҙе ялғансыға сығарған халыҡты ҡаты тауыш ҡырып һалған.
     Халыҡтың гонаһ артып китеп, Үҙенең ҡушҡандарын һәм тыйғандарынан тыйылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уларҙы юҡ итә.
     Гонаһ – әҙәм балаһының йөрәгенә, төрлө ағыуҙар ниндәй зарар килтерһә, шундай зарар итә. Кеше бит ағыуҙы эсһә, ул үлә йә иһә сәләмәтлегенә бик ҙур зыян һала. Гонаһлар ҙа ана шундай төрлө була, йә кешене зәғифләндерә, йә иманһыҙ ҡалдыра. Гонаһтар кеше йөрәген һағыш менән тултыра. Ни ҡәҙәр бай булһа ла, ул кеше үҙ ғүмерен үҙе өҙә, үлемдән ҡотола алмай. Гонаһ ҡылыу ғүмер оҙонлоғон да ҡыҫҡарта. Гонаһлы кешеләргә үлем көтмәгәндә килә. Әле тағы йөҙ йыл йәшәргә, унан һуң тәүбә итергә йыйыныусылар гонаһлы килеш китеп бара. Әгәр кескенә генә бер гонаһ эшләһә, ул кешегә икенсе тапҡыр гонаһ ҡылыу гонаһ булып тойолмай.
     Ҡолдарына мәрхәмәте сикһеҙ булған һәм уларҙы ғазап итергә һис ҡасан да ашыҡмаған Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә, ҡолдары өсөн булған тәүбә ишектәрен асып, гонаһларҙан тәүбә һәм изге ғәмәлдәр менән ҡотолорға әмер итә, тәүбә һәм изгелек гонаһты бөтөрә торған сәбәб тип, һөйөнөслө хәбәрен бирә.
     Шуға күрә һәр мосолман, әжәле килмәҫ борон, һулышы өҙөлмәҫ элек, күҙҙәр әле йомолмаған саҡта һәм тағы бер ҡат килмәйәсәк уңайҙы ҡулдан ысҡындырмай тәүбә һәм яҡшылыҡҡа ашығып, гонаһларын бөтөрөргә, Аллаһтың ризалығын алырға тырышырға тейеш.
      Рахмән һәм Рәхимле булған Аллаһ Тәғәлә мөҡәддәс китабыбыҙ Ҡөръән Кәримдә шулай тип бойора:
    قلْ يَا عِبَادِيَ الَّذِينَ أَسْرَفُوا عَلَى أَنفُسِهِمْ لَا تَقْنَطُوا مِن رَّحْمَةِ اللَّهِ إِنَّ اللَّهَ يَغْفِرُ الذُّنُوبَ جَمِيعًا إِنَّهُ هُوَ الْغَفُورُ الرَّحِيمُ
     «Ҡуль йәә ғибәәдийәл-ләҙиинә әсрафүү ғәләә әң-фүсиһим ләә тәкнәтуу мир-рахмәтил-ләәһи иннәл-лааһа йағфируҙ-ҙунүүбә джәмииғән иннәһү һүүәл-ғафүүрур-рахиим».
     Әйт: «Эй, үҙ-үҙенә зыян ҡылған ҡолдарым, Аллаһтың рәхмәтенән өмөт өҙмәгеҙ! Ысынлап та, Аллаһ гонаһтарығыҙҙы тотош ғәфү итә. Ул ярлыҡаусан, рәхимле бит!», (Әз-Зүмәр сүрәһе, 53 аят).
     Бер Әбү Зәрра тапшырған хәҙистә Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Әй Минең ҡолдарым! Ысынында, һеҙ көнө-төнө гонаһла, ә Мин бөтә гонаһтарығыҙҙы ғәфү итеүсе, шулай булғас тәүбә итегеҙ, Мин Ғәфү итәм». (Муслим, 2577)
     Был хәҙистән күренгәнсә, әҙәм балаһы Аллаһы Тәғәләне нисек күрергә теләй, Ул шул рәүештә. Йәғни бер ваҡытта ла Аллаһының рәхмәтенән Һәм мәрхәмәтенән өмөт өҙөргә кәрәкмәй. Әлбиттә, кеше гонаһлы, ул үҙенең башынан алып аяғына тиклем гонаһҡа батҡанын аңлай һәм үҙенең гонаһлары арҡаһында язаға таратыласағын ышана. Әммә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенән өмөт өҙәр кәрәкмәй.
     Аллаһы Тәғәлә әйтә: “Аллаһы Тәғәлә Үҙенә тиңдәшлек ҡылыуҙы ғәфү итмәҫ, тиңдәшлек ҡылыуҙан башҡа гонаһларҙы Үҙе теләгән кешенән ғәфү итер". (4:48). Әммә был — Аллаһы Тәғәлә бөтөн гонаһларҙы ла кисерә, тигән һүҙ түгел. Шуға күрә, ғалимдар фекеренсә, иман ҡурҡыу менән өмөт араһында урынлашҡан.
     Шуға күрә мосолман кеше гонаһы ни тиклем күп булһа ла, Аллаһ рәхмәтенән өмөтөн өҙмәйәсәк, Уның ғәфү итеүенә ышанасаҡ, Уға һыйынасаҡ һәм яҡшы ғәмәлдәр эшләп, гонаһларына тәүбә итәсәк. Эшләнгән гонаһының яманлығын белә-күрә, уны ҡайтанан ҡабатламаҫ өсөн һүҙ биреүҙе аңлатыусы тәүбә — һәр мосолман өсөн тейешле важибтыр. Тәүбәне кәрәкмәй тигән кеше – гонаһлыр. Ысын күңелдән ҡылынған түбәнең Аллаһ тарафынан ҡабул ителәсәгенә ышаныу — асылдыр.
     Расүлуллаһ саллаллааһү ғәләйһи үәс-сәлләм үлем түшәгендә ятҡан бер йәш кенә сәхәбәнең хәлен белергә барған. Рәсүлуллаһ уның хәлен һораған һәм ул яуап биргән: “Әй Аллаһының илсеһе! Мин Аллаһтың рәхмәтен өмөт итәм һәм үҙемдең гонаһларым өсөн ҡурҡам", — тип. Рәсүлуллаһ ﷺ әйткән: «Кемдең ошо хәлдә йөрәгендә икеһе лә бар, йәғни өмөт һәм ҡурҡыу, Аллаһы Тәғәлә фәҡәт шул кешегә генә өмөт иткәнен генә бирә һәм фәҡәт уны ғына ҡурҡанынан ҡотҡара».
     Бер хәҙистән аңлашылғанса, мөьмин үҙенең гонаһларын ҙурға һанай, әйтерһең дә, ул бер тау янында ултыра һәм тау ул бына-бына уға ишелер кеүек тойола. Кәфер кеше иһә үҙенең гонаһларын еңел генә ҡыуып ебәреп була торған себенгә тиңләй, йәғни үҙенең гонаһылары өсөн әҙ генә булһа ла борсолмай.
     Был миҫалдарҙан күренгәнсә, кешелә үҙенең гонаһлары өсөн тейешле ҡурҡыу ҙа һәм шул уҡ ваҡытта Аллаһының рәхмәтенә өмөт тә булырға тейеш.
     Һөйөклө пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙис шәрифендә шулай тигән:
     "Кем ҡояш көнбайыштан сыҡҡансы тәүбә итһә лә, Аллаһ уның тәүбәһен ҡабул итер". Һәм икенсе хәҙисендә
     "Әй, кешеләр, Аллаһҡа тәүбә һәм истиғфар итегеҙ, сөнки мин көндә лә йөҙәр мәртәбә тәүбә итәм".
     Мәғәз раҙыйАллаһ ғәнһү ваба (чума) ауырыуынан үлә һәм үләр алдынан йыш ҡына аңын юғалта. Хәле яхшырган ваҡытта ул әйтә: “Әй, Раббым! Минең Һине яратҡанымды беләһең. Һинең дан-шөһрәтең менән ант итеп әйтәм, Һин был турала беләһең". Һәм үлем ваҡыты яҡынлашҡас әйтә: “Әй, Үлем! Рәхим ит, ниндәй көтөлмәгән ҡунаҡ килде, әммә ул аслыҡ ваҡытында килде". Шунан һуң ул әйтә: “Әй, Раббым! Һиңә билдәле: мин мәңге Һинән ҡурҡа инем, бөгөн иһә минең күңелем өмөт менән тулы. Әй, Раббым, мин тормошто каналдар ҡаҙылған һәм баҡсалар ултыртҡан өсөн яратманым, ә бәлки дин өсөн ҡаты ҡыҙыуҙарҙа һыуһауға сабыр иткән, ауырлыҡтарға түҙгән һәм зекер йыйындарында ғалимдар менән ултырған өсөн яраттым".
     Әнәс ибн Мәлик раҙыйАллаһү ғәнһүҙән риүәйәт ҡылына. Расүлуллаһ ﷺ әйтә: «Әгәр кешеләр Аллаһ ризалынан башҡа бер нәмә лә өмөт итмәйенсә, тик Аллаһына ғына зекер итергә йыйылһалар, күктәрҙән бер фәрештә уларға хәбәр бирер: „Әй, кешеләр, гонаһғыҙҙы ғәфү ителгән хәлдә тороғоҙ, һеҙҙең гонаһларығыҙ яҡшы ғәмәлдәр менән алыштырылды“. (Мусаид Әхмәд, Табарани,).
     «Гонаһтары өсөн ысын күңелдән тәүбә итеүселәр – һис тә гонаһ эшләмәгәндәр кеүектер». Хәҙис 387. Һәм быға өҫтәп ошо хәҙисте уҡыйыҡ:
     «Ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә иманлы кешене Үҙенә яҡынайтыр, уға Үҙенең рәхимлеген күрһәтер, уны башҡа кешеләрҙең күҙенән йәшерер ҙә, һорау ала башлар: «Ошо гонаһыңды таныйһыңмы? Ә ошо гонаһыңды таныйһыңмы?» — тип гонаһларын һанар. Ә теге кеше: «Эйе, йә Аллаһ!» — тип әйтеп торор. Ә инде Аллаһ уның бөтә булған гонаһты ла танырға мәжбүр иткәс, һәм теге мосолман, бөлдөм икән, тип уйлай башлағас, Аллаһы Тәғәлә: «Мин һинең бөтә был гонаһтарыңды ерҙәге тормошоңда ла йәшереп килдем һәм бөгөн Мин һине ғәфү итәм», — тип әйтер». (Бохари йыйынтығынан).
     Күреүебеҙсә, Ғәзиз һәм Ғәфур булған Аллаһ Сүбхәнәһү Тәғәлә, Үҙенең икһеҙ-сикһеҙ рәхмәте менән, тәүбә итеп, гонаһтары өсөн үкенеүселәрҙе һәм Үҙенә һыйыныусыларҙы ғәфү итеүсе бер Заттыр. Шулай булғас, тәүбә һәм истиғфар ҡылып һәм яҡшы ғәмәлдәр эшләп, гонаһтарығыҙҙы бөтөрөргә тырышығыҙ. Сөнки тәүбә һәм игелектәр гонаһ һәм яманлыҡтарҙы бөтөрөр.
     Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ: «Әгәр һеҙҙең эргәлә тап-таҙа йылға аҡһа һәм кеше көнөнә биш тапҡыр шул йылғаға төшөп йыуынһа, тәнендә кер ҡалмаҫ ине. Шуның кеүек көнгә биш ваҡыт намаҙ уҡыған кешенең күңелендәге гонаһлары юйылып бара. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе шул намаҙҙарҙан айырмаһын һәм белеп тә, белмәй ҙә ҡылған гонаһларыбыҙҙы ғәфү ҡылһын. Әмин