Ваҡыт үтмәҫ, ҡояш батмаҫ борон...

                                       Ваҡыт үтмәҫ, ҡояш батмаҫ борон...
     Ваҡыт үтмәҫ, ҡояш батмаҫ борон... «Инсан исемле Сер» китабынан, Нуриман Мусин.
     Бушҡа үткән ваҡытыбыҙ, юҡ-барға сарыф ителгән ғүмеребеҙ – тәүбәләр өсөн төп сәбәп. Ваҡытты бит һатып алып та, һаҡлауға һалып та ҡуйып та булмай. Үлемдең хәҡиҡи асылын белгәндәр фани донъяның үтә торған ләззәттәренә алданмай. Юлы ҡайҙа алып барғанын белгән әҙәмдең ер тормошоноң бер минутлыҡ рәхәтлектәренә күҙе ҡыҙмай. Донъяның бөтә байлыҡтарын йыйып, мең йыл йәшәгән сүрәттә лә бәндәгә ниндәй файҙа? Бер көн килеп, байлығы ла юҡҡа сығасаҡ, үҙе лә ҡара ер ҡуйынына инеп ятасаҡ.
     Әҙәм ғүмере ҡапма-ҡаршы ике нөктә — «йәшәү шатлығы» һәм «үлем ҡурҡынысы» араһында бәүелгән маятник ише. Башкөллө фани донъя ығы-зығыһына сумған бәндә үлемдең хәҡиҡи асылын, әҙәмдең был донъяға килеү серен һәм хикмәтен аса алмай. Ғаләмдең кескәй генә күсермәһе булған тәнебеҙҙә меңдәрсә күҙәнәк һәр даим тыуа һәм үлә. Тән был донъя менән оҡшаш: унда «бәпесләү бүлектәре» лә, «зыяраттар» ҙа бар. Нәфесебеҙ был донъяла ирешкән бөтә бейеклектәр балалар диңгеҙ янында төҙөгән ҡом ҡәлғәләргә оҡшаш — килтереп бәргән тәүге тулҡын менән улар йыуылып юҡҡа сығасаҡ.

     Был донъяға килеүбеҙ һәм китеүебеҙ тураһынла уйланып, шуны аңларға була: тормошобоҙ бихисап ыҙалар һәм михнәттәр, тормошҡа ашмаҫ фантазиялар һәм ҡанмаҫ теләктәр менән тулы. Һин әле йөрөгән юлдар буйлап нисәмә быуын кешеләре үткән, ә хәҙер улар ҡайҙа? Фани донъя моңһоҙлоғо, ғәмһеҙлеге пәрҙәһен алып ташлай алғандар ғына бында килеүебеҙҙең хәҡиҡи асылын аңларға һәләтле: «Тормош — имтихан биреү осоро, ә үлем — һөйгәндәрҙең ҡауышыуы». Үлем, йөрәктәрҙе өшөтөп, ҡотто алған яман нәмә булыуҙан туҡтап, гүзәл һәм күркәм булһын өсөн, кешенең ниндәй маҡсат менән барлыҡҡа килтерелеүен төшөнөү лазым — Раббыбыҙҙы танып белеү, Берҙән-бер Хаҡ Тәғәләбеҙгә ғибәҙәт ҡылыу һәм хәрәмгә ынтылған нәфесебеҙҙе даимән ауыҙлыҡлап тороу.
     Үҙен һәм үҙен уратып алған донъяны иғтибар менән өйрәнеп, кеше күрә: ул һоҡланғыс Илаһи сәнғәт өлгөләре мөхитендә йәшәй, һәр нәмәне Үҙ Ҡөҙрәте менән булдырыусы, Ижад итеүсе Раббыһының икһеҙ-сикһеҙ Ҡеүәтен күрә һәм мәңгелек донъяның барлығын инҡар итеүҙең мәғәнәһеҙлеген, хатта ки көлкө булыуын аңлай. Хикмәттәрҙе тоя белгән зирәк, һиҙгер йөрәктәр өсөн донъя бихисап мөғжизәләр менән тулы.
     Үҙ аҡылында булған әҙәм ғаләмдәге бөтә нәмәне һиҙә: яҙ етеү менән, орлоҡтарҙың тулышып уяныуын, тыуым һәм үлем, микро һәм макродонъялар, электрондар һәм метагалактикалар — һәммәһе әҙәм аҡылы етмәҫлек тәртип һәм даимилек менән һис бер тайпылышһыҙ хәрәкәттә. Был камил донъяны Барлыҡҡа килтереүсе, ҡаҡшамаҫ тәртипте Булдырыусы кем һуң ул? Йыһан үҙе гүзәл һәм хикмәтле нәсихәттәр менән тулы түгелме ни? Бәндәнең аҡылы етмәҫлек ундағы тәртип һәм күркәмлек, ғаләмдең кескәй күсермәһе булған кеше үҙе һоҡланыу һәм ихтирам тыуҙырмаймы ни?
     Был күркәм ғаләмдә, Хаҡ Тәғәләбеҙ кешеләргә аҡыл биреү өсөн бихисап пәйғәмбәрҙәрен ебәрһә лә, үлем сере кешелектең күпселеге өсөн тетрәндергес һәм ҡурҡыныс мәсьәлә булып ҡала. Был сер, ағыулы йылан ише, йә бәндәнең аңын томалай, йә мәйеттәрҙең ҡыҫылған тештәре араһында ҡатып ҡала, йә зыярат тынлығында шаңдау булып яңғырай. Үлем — бәндәне һағалап көтөп торған иң ауыр нәмә, ул утлы шыуғындай һәр кемдең тормошона бәреп инә. Уның серен йөрәктәре Илаһи үәхи менән нурланған пәйғәмбәрҙәргә эйәргәндәр генә сисә ала.
     Бөтә диндәр ҙә Хисап көнө тураһында хәбәр итә, әммә Изге Ҡөрьәндә Хисап көнө хаҡында аныҡ мәғлүмәттәр һәм дәлилдәр бар. Кешенең донъяға килеү маҡсатын Аллаһу Тәғәлә «Мүлк (Хакимиәт)» сүрәһенең икенсе аятында төшөндөрөп бирә:
     «Аллаһ, кемдең изгелек ҡыласағын һынап ҡарар өсөн, үлемде, йәшәйеш-тормошто бар итте...».
     Ер тормошо — алдатҡыс сағым, ә Әхирәт — үлемһеҙлек. Ҡиәмәт сәғәте һәр кемдең үлем мәлендә башлана. Зыян күргәндәр, өмөтөнән яҙғандар иҫәбендә булмаҫ өсөн, шул Ҡиәмәт сәғәтенә ҡәҙәр йоҡоңдан уяныу лазым.
     Ябай һүҙҙәр менән үлем әсеһен аңлатып бөтөп булмай. Фани нәмәләр, ерҙәге көстәр үлем алдында көсһөҙ. Ҡәбер төптәренән килгән өнһөҙ иңрәүҙәр һиҙгер күңелдәрҙә күҙ йәше, һыҡтауҙар булып ҡына сағыла. Аяттарҙа әйтелә:
     «Ер йөҙөндәгеләрҙең барыһы ла юҡҡа сығасаҡ». (әр-Рахман, 26),
     «Һәр йән эйәһе үлем әсеһен татыр...» (әл-Әнбийә (Пәйғәмбәрҙәр), 35).
     Һәр кемдең өйөнә үлем, бер көн килеп, мотлаҡан ишек ҡағасаҡ. Уның ҡурҡыныс серен барса әҙәм сисергә тейеш буласаҡ. Мәүләнә (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) ул серҙе асыу юлын өйрәтә:
     «Ҡәберҙәрҙе таштар, таҡталар, кейеҙҙәр менән матурларға тырышмағыҙ. Эске донъяғыҙҙагы, саф күңелегеҙҙәге ҡәберҙе матурларға тырышығыҙ, ә бының өсөн Аллаһ Ҡөҙрәте алдында нәфесеңде ауыҙлыҡлау һәм уны һауаланыуҙан әрсәләү лазым».
     Кеше ғүмере ни ҡәҙәр генә оҙон тойолмаһын, ер тормошон мәңгелек тормош менән сағыштырһаң, ул — күҙ асып йомған мәл генә. Аятта әйтелә бит:
     «Ҡиәмәт көнөн күргәс, уларға донъяла өйләгә саҡлы — ярты көн, өйләнән һуң ярты көн генә торған кеүек тойолор» (Нәзиғәт (Йолҡоп алыу), 46).
     Мөхәммәт пәйғәмбәр (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) был донъялағы ғүмер һәм уның ҡиммәте хаҡында шулай тигән:
     «Был донъя, Әхирәт менән сагыштырғанда, бармағыңды диңгеҙгә батырып, уның менән сыҡҡан һыу бәрәбәрендә» (Мөслим, Йәннәт, 55; Тирмиҙи, Зөхд, 15; Ибн Мәджә, Зөхд, 3; Әхмәт, IV, 229).
     Мәңгелек диңгеҙе тулҡындарындағы күбек кеүек кенә ул ғүмер, әҙәмгә шул ҡыҫҡа ғүмеренең ҡайҙа һәм ҡасан өҙөлөрө билдәле түгел. Үлем өсөн ваҡыт та, сират та, сәбәп тә юҡ        — Һәр бәндә тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалмай. Унан боҫоп ҡалыр бер генә урын да юҡ.   Аятта кешенең үлем алдындағы көсһөҙлөгө шулай тасуирлана:
     «Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, үлем һеҙҙе тотор. Бейек һәм нығытылған ҡәлғәләрҙә булһағыҙ ҙа...» (Нисә (Ҡатындар), 78).
     Ғәжәп түгелме ни, үлем эҙәрлекләп килгәндә, бер көн килеп эргәбеҙгә баҫыуы билдәле булғанда, әҙәм, фани донъяла мәңге йәшәргә йыйынғандай, ваҡытын юҡ-барға сарыф итә. Суфьян Ҫәүри бәндәнең моңһоҙлоғо тураһында былай ти:
     «Һөрәнсе, бөгөн кискә ҡәҙәр йәшәй аласағына шиге булмаған әҙәм баҫһын, тип иғлан итһә, берәүҙә баҫмаясаҡ. Әммә шуныһы ғәжәп: «Үлемгә әҙер булғандар баҫһын!» тип иғлан иткән сүрәттә лә берәү ҙә баҫмаясаҡ!»
     Сир-сырхау, хәүефле хәлдәр, һәләкәттәрҙән берәү ҙә азат түгел. Ғүмере эсендә үлем менән бик күп тапҡыр йөҙмә-йөҙ осрашыуы хаҡында әҙәм уйлап ҡарамаймы икән? Нисәмә тапҡыр үлеп ҡурҡынысы аҫтында ҡалып, кеше һәм үлем араһындағы ҡорғандың ни ҡәҙәр йоҡа булыуын вайымһыҙлығы арҡаһында тоймаймы икән?
     Мәүләнә (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) тыуғандан бирле үлем менән йәнәш йәшәгән, әммә ике донъяла ла файҙа бирмәгән юҡ-бар эш менән мәшғүл булған кешегә мөрәжәғәт итә:
     «О юламсы, иҫеңә кил! Уян! Эңер төштө, ғүмер ҡояшың байыуға табан бара...
     Көсөң, бер аҙ ваҡытың бар саҡта, йомарт бул һәм изге ғәмәлдәр ҡыл...
     Усыңда ҡалған орлоҡтарҙы яҡшылап сәсергә тырыш, йәғни үлемгә ҡәҙәрге ғүмереңде тейешенсә файҙалан; фани донъялагы һуңғы һулыштарыңда булһа ла мәңгелек Йәннәтте ҡаҙанырға ынтыл... Аҡылыңа кил, ҡәҙерле ғүмер шәмең һүнмәҫ борон, уның филтәһен төҙәт, май өҫтә. Ғүмер шәмеңде изге ғәмәлдәр, Раббыңа ғибәҙәттәр менән дөрләтеп ебәр.
     Аҡылыңа кил һәм быны иртәгәһе көнгә ҡалдырма. Күпме шундай «иртәгә эшләйемдәр», килеп, бер нәмәһеҙ китеп тә барҙы. Хәҙер, «изге ғәмәлдәр сәсеү» мөмкинлеге бөтмәҫ борон, тәүбә ит һәм был эште башла.
     Нәсихәтемә ҡолаҡ һал!.. Нәфес тышауҙары көслө, улар изге ғәмәлдән айыра, Раббыңа табан юлда кәртә булып тора. Үҙеңде үҙгәртергә теләһәң, ҡәҙимге тормошоңдан, ер теләктәреңдән баш тарт. Рухи ләззәт, ҡәлбең өсөн рухи һоҡланыу һәм ләззәт эҙлә.
     Телеңде ғәйбәттән, буш һүҙҙәрҙән, сафсатанан һаҡла. Әгәр аҡсаң булһа, уларҙы фәҡирҙәргә бир. Нәфес мин-минлегенән баш тарт, йомарт, киң күңелле бул».
     Хаҡтыр, һәммәбеҙ билдәле бер ваҡытта һәм билдәле бер урында үлем фәрештәһе менән осрашасаҡ, унан ҡасып ҡотолорға урын юҡ. «Барығыҙ ҙа Аллаһҡа һыйынығыҙ!..» (Ҙәрийәт (Таратыусылар), 50) аятының мәғәнәһенә төшөнөп, берҙән-бер таянысы Аллаһ икәнлеген бәндә аңларға тейеш.
     Һәр бер үлем — пак һәм һиҙгер йөрәктәр өсөн өнһөҙ, һүҙһеҙ нәсихәттәр һәм хикмәт тулы һабаҡ. Үлемдең билдәле бер теле юҡ. Әммә уның өнһөҙ тынлығы ҡурҡыныс серҙәр һаҡлай, һәр бер ҡәбер ташы үлем теле һәм ҡараңғы ҡәбер һалҡынлығы менән бәйән итеүсе остаз. Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән:
     «Мин һеҙгә ике остазды ҡалдырҙым. Береһе — өнһөҙ, икенсеһе — телле. Өнһөҙ остаз — үлем, ә теллеһе — Изге Ҡөрьән».
     Ерҙәге үҙ өлөшөн алып бөткәс, ата-әсәләр, балалар, туған-тыумаса, дуҫтар, иптәштәр зыяратҡа күсә.
     Ғүмер ҡайҙа ғына үтмәһен: һоҡланғыс һарайҙамы йәки һалам башлы аласыҡтамы, оҙонмо ғүмерең йәки ҡыҫҡамы, тормош юлың турамы йәки бормалымы, аҙаҡ һәммәбеҙҙе бер нөктәгә — ҡәбергә алып килә. Һәммәбеҙҙең тарихы бер үк: башта ер — байҙар һәм ярлылар, ҡолдар һәм солтандар, йәштәр һәм ҡарттар өсөн йәшәү урыны, аҙаҡ ул — һәммәбеҙ өсөн ҡәбер. Был хәҡиҡәтте ашуғ Йуныс Эмре бик күркәм тасуирлай:
     Кемдең башында үҫер ағастар,
     Кемдең башында һарғайыр үләндәр.
     Кеме мазлум, кеме гүзәл егеттәр
     Ни һөйләрҙәр, ниндәй хәбәр бирерҙәр. 
     Тупраҡҡа һеңгән нескә тәндәре,
     Өнһөҙ ҡалған татлы телдәре.
     Килегеҙ, доғанан онотмаң уларҙы,
     Ни һөйләрҙәр, ниндәй хәбәр бирерҙәр.
     Кеме дүртендә, кеме бишендә,
     Кеменең тажы юҡтыр башында,
     Кеме алты, кеме ете йәшендә,
     Ни һөйләрҙәр, ниндәй хәбәр бирерҙәр.
     Кеме сауҙагәр, кеме ишан,
     Әжәл шәрбәтен эсеү ауыр, йә...
     Кеме аҡ һаҡаллы, кеме әүлиә,
     Ни һөйләрҙәр, ниндәй хәбәр бирерҙәр.
     Йуныс, — тине ки: күр тәҡдирең эшен,
     Ҡойолған керпектәр, ҡойолған ҡаштар,
     Баштары осона текәлгән таштар,
     Ни һөйләрҙәр, ниндәй хәбәр бирерҙәр.
     Мәүләнә (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) ҡоҙоҡҡа ташланған Йософ (ғәләйһис-сәләм) менән сағыштыра кешене:
     «Әй Раббыһына ғашиҡ! Һинең гүзәллегең Йософка тиң. Ә донъя ҡоҙоҡҡа оҡшаш. Аллаһтың тәҡдиренә буйһон һәм зарланма. Түҙемлек — бау, уға йәбешеп ҡоҙоҡтан сығырһың.
     Әй ер тормошо ҡоҙоғона ташланған Йософ! Бау төштө, ике ҡулың менән дә йәбеш уға һәм ыскындырма, эңер төшөп килә, ғүмер байышына бара». 
     Хайран ҡалырлыҡ хәл: был донъяға бер нисә көнгә генә ҡунаҡҡа килгән бәндә ер ләззәттәре менән ни ҡәҙәр алдана. Көн һайын үлем-китемде күрә тороп, үҙемә үлем тиҙ генә килмәҫ, тип өмөтләнә. Донъялыҡта йыйғандарым — мәңгелек, тип уйлай, теләһә ниндәй мәлдә уларҙы юғалтырын башына ла килтермәй. Ә бит йәне тәненә ваҡытлыса ингән, үлә торған төйәккә ингән, ул иһә был турала иҫенә лә алмай. Әммә шундай көн килер: мәңгелек донъяға ишек булған ҡәбере аша, тәненән айырылып, йәне икенсе оҙайлы сәйәхәткә юл тотор.
Йышыраҡ шул турала уйларға кәрәк: ерҙә үлемдән ҡотолоп ҡала торған урын юҡ, ҡәберҙән кире ҡайта торған юл юҡ, Хисап көнөндә һыйыныр урын юҡ.
     «Фәтыр» сүрәһендә Аллаһу Тәғәлә Йәһәннәмгә ырғытылған гонаһкәрҙәрҙең һыҡтауҙарын шулай тасуирлай:
     «Улар шунда: «Раббыбыҙ, зинһар, беҙҙе сығар бынан, әүәл ҡылған эштәребеҙ урынына изгелекле эштәр башҡарыр инек, — тип үкереп ялбарырҙар.
     - Һеҙгә уйлап аңларлыҡ ғүмер бирмәнекме? Һеҙгә киҫәтеүсе (Ҡөрьән, Пәйғәмбәр) килмәнеме? Хәҙер инде (язаһын) татығыҙ! Залимдарға ярҙам итеүсе булмаҫ» (Фәтыр (Яралтыусы), 37).
     Аят ике мөһим нәмәгә баҫым яһай:
     беренсенән, һәр әҙәмгә йәшәйеш һәм үлемдең мәғәнәһен аңлар өсөн етерлек ғүмер бирелгән; 
     икенсенән, баҡыйлыҡтағы мәңгелек тормош хаҡында кешеләрҙе киҫәтеү өсөн, Аллаһу Тәғәлә пәйғәмбәрҙәрен ебәргән.
     Мөшриктәр һәм гонаһкәрҙәр ҙур үкенес кисерәсәк, тик инде һуң буласаҡ. Мәүләнә (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) ер тормошоноң хәҡиҡи асылы хаҡында былай ти:
     «Ер тормошо һин хазина тапҡан төш кеүек. Әммә, иртән уянып киткәс, һин үҙеңдә хазинаһын да, башҡаһын да таба алмаясаҡһың. Ҡайҙа хәҡиҡәт, ҡайҙа төш — быларҙы әҙәм үлем килгәс, ер тормошо йоҡоһонан уянғас аңлаясаҡ, ләкин инде һуң буласаҡ, һәм ҡулы буш буласаҡ...»
     «Мәснәүиҙәр»ҙә ҡиммәтле ғүмерен фани донъяға, файҙаһыҙ хыялдарға һәм фантазияларға сарыф иткәндәр шулай тасуирлана:
     «Фани донъяға күңел бағлағандар ҡыр тауығы күләгәһенә һунар итеүселәргә бәрәбәр. Ә күләгәне тотоп буламы ни? Был иҫәр һунарсылар, ул күләгәләрҙе ҡош тип уйлап, тоторға маташа. Ботағында ултырған ҡош хатта уларҙың ҡыланышына хайран ҡала».
     Бәндәнең үҙенең бөтә тырышлығын һәм һәләттәрен эңерҙә юҡҡа сыҡҡан күләгә ише ер байлыҡтарын көҫәп йыйыуға бағышлауы мәғәнәһеҙлек түгелме ни? Бындай күләгә һунарсыларының ғәмәлдәре, тапҡан-таянғаны ахыр килеп әсенеп үкенеүгә әүереләсәк.
Бушҡа уҙған ваҡытыбыҙ, юҡ-барға сарыф ителгән ғүмеребеҙ — тәүбәләр өсөн төп сәбәп. Ваҡытты бит һатып алып та, һаҡлауға һалып ҡуйып та булмай. Үлемдең хәҡиҡи асылын белгәндәр фани донъяның үтә торған ләззәттәренә алданмай. Юлы ҡайҙа алып барғанын белгән әҙәмдең ер тормошоноң бер минутлыҡ рәхәтлектәренә күҙе ҡыҙмай. Донъяның бөтә байлыҡтарын йыйып, мең йыл йәшәгән сүрәттә лә бәндәгә ниндәй файҙа? Бер көн килеп, байлығы ла юҡҡа сығасаҡ, үҙе лә ҡара ер ҡуйынына инеп ятасаҡ.
     Йә Аллаһ! Ваҡытыбыҙҙы исраф итеп бөтмәҫ борон, ғүмеребеҙ ҡояшы батмаҫ борон беҙҙе бер үк уята күр; фани донъя диңгеҙенә сумып, үҙен бер стакан һыуҙа батырғандар иҫәбендә итмә беҙҙе! Йә Раббым, Мәрхәмәтлеләрҙең Мәрхәмәтлеһе! Ғүмеребеҙҙе һәм үлемебеҙҙе тәҡүәле ҡолдарыңды бүләкләгән бәрәкәттәр һәм өҫтөнлөктәр менән биҙә һәм Һиңә ҡайтыуыбыҙҙы гүзәл һәм бәрәкәтле ит!.. Әмин!

     Китапты тулыһынса ошо ссылка буйынса уҡығыҙ:  https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/insan-isemle-ser.html