Инсан исемле Сер
«Мин үлгәстен, күҙ-йәш түкмә! «Аһ, ҡайһылай йәл, ҡайһылай ҡыҙғаныс!» тип һамаҡлай күрмә. Тормош көткәндә, нәфесемә эйәреп, шайтан ҡапҡанына эләкһәм, был, ысынлап та, ҡайғы булыр ине».
«Йәнем, ҡанат киреп, Раббыһына уҡталғанда, «Аһ-аһ, ул беҙҙе ташлап китте!» тип һыҡтама. Бел: был хушлашыу мәле түгел, ә был – Раббым менән ҡауышыу мәле!»
«Мине ерләгәндә, ҡайғыға батып, «Хуш, хуш!» тип әйтмә. Ҡәбер – артында беҙҙе Йәннәт баҡсалары көтөп торған нескә генә ҡорған!».
«Ҡояш батышын күрһән, тимәк һин ҡояш сығышын да күргәнһең. Улайһа, уйлап ҡара: батышы һәм сығышы араһында ҡояш тоноҡланамы әллә?»
«Батышын юҡҡа сығыу, тип иҫәпләүең ихтимал, әммә киреһенсә: батышы – яңы тормош башы!»
«Тәү ҡарамаҡҡа ҡәбер – ер ҡуйынындағы соҡор, төрмә, зиндан ғына. Асылда иһә, Раббыһына бөтә күңеле менән ынтылғандар өсөн. Ҡәбер – донъя ығы-зығыһынан ҡотолоп, тыныслыҡ табыу урыны!»
«Ергә ташланған орлоҡ, шытып сығып, баш ҡалҡытмай ҡалырмы? Улайһа, ер ҡуйынына тапшырылған кешенең йәнә унан баш ҡалҡытып сығыуына ни өсөн шигең бар?»