Риба – биргән әйберҙе артырып алыу
Мәҫәлән: Бер кешегә бурысҡа бер мең һум биреп тороп, ҡайтарып алғанда бер мең ике йөҙ һум итеп алыу. Ул артыҡ ике йөҙ һум риба була.
Риба ашау Аллаһы Тәғәлә алдында оло гонаһтарҙан һанала. Аллаһы Тәғәлә риба ашаусыға ахирәттә ут ғазабын вәғәҙә итә.
Ҡөръәндән дәлил: «Бәҡарә» сүрәсенең 275-281 се аяттары:
275. الَّذِينَ يَأْكُلُونَ الرِّبَا لَا يَقُومُونَ إِلَّا كَمَا يَقُومُ الَّذِي يَتَخَبَّطُهُ الشَّيْطَانُ مِنَ الْمَسِّ ذَلِكَ بِأَنَّهُمْ قَالُوا إِنَّمَا الْبَيْعُ مِثْلُ الرِّبَا وَأَحَلَّ اللَّهُ الْبَيْعَ وَحَرَّمَ الرِّبَا فَمَن جَاءَهُ مَوْعِظَةٌ مِّن رَّبِّهِ فَانتَهَى فَلَهُ مَا سَلَفَ وَأَمْرُهُ إِلَى اللَّهِ وَمَنْ عَادَ فَأُولَئِكَ أَصْحَابُ النَّارِ هُمْ فِيهَا خَالِدُونَ
275. Әлләҙиинә йәькүлүүнә-ррибәә ләә йәкүүмүүнә илләә кәмәә йәҡуумү-лләҙии йәтәхаббәтуһү-шшәйтаанү минәл-мәсси ҙәәликә би’ән-нәһүм ҡаалүү иннәмәл-бәйғү миҫлү-ррибәә үә әхәллә-ллааһүл-бәйғә үә харрамә-ррибәә фәмән джәә'әһү мәүғиҙатүм-мир-раббиһи фәңтәһәә фәләһү мәә сәләфә үә әмруһүү илә-ллааһи үә мән ғәәдә фә'үләә'икә асхәәбү-ннәәри һүм фииһәә хаалидүүн.
275. Артым (риба) алыу өсөн бурыс биреп түләткән кеше (ҡиәмәт көнөндә) шайтан ҡағылған һымаҡ ҡалҡыр. Был яза уларға — сауҙа итеү артым алыу менән бер, тигәндәре өсөн. Аллаһ сауҙа итеүҙе рөхсәт итте, артым (риба) алыуҙы тыйҙы. Раббынан өгөт килеп, тыйылған кеше булһа, алда ҡылған эше ғәфү ителә: уның эше — Аллаһ ҡулында. Кемдер ҡабатлаһа, ул — тамуҡ әһеле, мәңге утта яныр!
276. يَمْحَقُ اللَّهُ الرِّبَا وَيُرْبِي الصَّدَقَاتِ وَاللَّهُ لَا يُحِبُّ كُلَّ كَفَّارٍ أَثِيمٍ
276. Йәмхәҡу-ллааһу-ррибәә үә йурби-ссадәҡаати үә-ллааһу ләә йүхиббү күллә кәффәәрин әҫиим
276. Аллаһ артым алыуҙы (рибаны) бөтөрә, саҙаҡаны үҫтерә. Ысынлап та, Аллаһ һәр гонаһлы кафырҙы бөтөрә, саҙаҡаны үҫтерә. Ысынлап та, Аллаһ һәр гонаһлы кафырҙы яратмай!
277. إِنَّ الَّذِينَ آمَنُوا وَعَمِلُوا الصَّالِحَاتِ وَأَقَامُوا الصَّلَاةَ وَآتَوُا الزَّكَاةَ لَهُمْ أَجْرُهُمْ عِندَ رَبِّهِمْ وَلَا خَوْفٌ عَلَيْهِمْ وَلَا هُمْ يَحْزَنُونَ
277. Иннә-лләҙиинә әәмәнүү үә ғәмилү- ссаалихәәти үә әҡаамү-ссаләәтә үә әәтәүүззәкәәтә ләһүм әджруһүм ғиңдә раббиһим үә ләә хауфүн ғәләйһим үә ләә һүм йәхзәнүүн.
277. Иманға килеп, изгелек эшләгән, намаҙға баҫҡан, зәкәт биргән кешегә әжер — Раббыһы ҡулында. Уға хәүеф тә, ҡайғы ла юҡ!
278. يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا اتَّقُوا اللَّهَ وَذَرُوا مَا بَقِيَ مِنَ الرِّبَا إِن كُنتُم مُّؤْمِنِينَ
278. Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнү-ттәҡуллааһа үә ҙәруу мәә бәҡийә минә-ррибәә иң күңтүм мүьминиин.
278. Эй һеҙ, иманлы кешеләр! Алланан ҡурҡығыҙ, артым (риба) алып ашауҙы ташлағыҙ, мөьмин булһағыҙ!
279. فَإِن لَّمْ تَفْعَلُوا فَأْذَنُوا بِحَرْبٍ مِّنَ اللَّهِ وَرَسُولِهِ وَإِن تُبْتُمْ فَلَكُمْ رُءُوسُ أَمْوَالِكُمْ لَا تَظْلِمُونَ وَلَا تُظْلَمُونَ
279. Фә’ил-ләм тәфғәлүү фәьҙәнүү бихарбим-минә-ллааһи үә расүүлиһи үә иң түбтүм фәләкүм р’үү'сү әмүәәликүм ләә таҙлимүүнә үә ләә туҙлә-мүүн.
279. Шуны эшләмәһәгеҙ, Аллаһ менән Уның рәсүлнән һуғыш хәбәре ишетегеҙ. Тәүбәгә килһәгеҙ, һеҙҙең милкегеҙ — үҙегеҙҙеке. Рәнйетмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә рәнйемәҫһегеҙ!
280. وَإِن كَانَ ذُو عُسْرَةٍ فَنَظِرَةٌ إِلَى مَيْسَرَةٍ وَأَن تَصَدَّقُوا خَيْرٌ لَّكُمْ إِن كُنتُمْ تَعْلَمُونَ
280. Үә ин кәәнә ҙүү ғүсратиң фәнәҙыиратүн иләә мәйсәратиү-үә ән тәсаддәҡуу хайруль-ләкүм иң күңтүм тәғләмүүн.
280. Кемдең хәле ауыр — хәле еңеләйгәнсе көтөгөҙ. Саҙаҡа биреү үҙегеҙгә яҡшы, белә белһәгеҙ!
281. وَاتَّقُوا يَوْمًا تُرْجَعُونَ فِيهِ إِلَى اللَّهِ ثُمَّ تُوَفَّى كُلُّ نَفْسٍ مَّا كَسَبَتْ وَهُمْ لَا يُظْلَمُونَ
281. Үә-ттәҡуу йәүмәң турджәғүүнә фииһи илә-ллааһи ҫүммә түүәффәә күллү нәфсим-мәә кәсәбәт үә һүм ләә йуҙләмүүн.
281. Аллаға кире ҡайта торған көндән һаҡланығыҙ. Шул көндө һәр йәндең үҙ ҡаҙанышына ҡарап, тотош түләнер. Улар рәнйетелмәҫ!
Икенсе төрлө мәғәнәһе: «Риба ашаусылар ахирәттә шайтан зәхмәте һуҡҡан кеше кеүек торорҙар. Уларҙың был хәле: «Һатыу-алыу ҙа тап риба кеүек бит»,— тигәндәре өсөн. Ысынында, Аллаһы Тәғәлә һатыу-алыуҙы, саүҙаны хәләл ҡылды, ә рибаны харам ҡылды. Әгәр берәүгә Раббыһы тарафынан өгөт-нәсихәт килеп ирешкәс тыйылһа (риба ашауҙан туҡтаһа) элек ҡылған рибаһы ғәфү ителер һәм уның эше Аллаһ хөкөмөнә тапшырылыр. Кем ҡабаттан риба ала ҡалһа, бының өсөн ул йәһәннәм әһелдәренән булып унда мәңге ҡалыр. Аллаһы Тәғәлә рибанан бәрәкәтте ала, саҙаҡаны иһә үҫтерә. Аллаһы Тәғәлә гонаһ ҡылыусы кәферҙәрҙең һис береһен һөймәҫ. Хаҡиҡәттә, иман килеүселәр, изге ғәмәл ҡылыусылар, намаҙҙарҙы уҡыусылар һәм зәҡәттәрҙе биреүселәр — барыһының да әжер-сауаптары Раббылары хозурындалыр, уларға бер ниндәй ҡурҡыныс янамай һәм улар ҡайғырмаҫтар ҙа. Әй, иман килтереүселәр йәмәғәте! Әгәр мөьмин булһағыҙ, алаһы торған рибаларығыҙҙы алмағыҙ. Шулай эшләмәһәгеҙ, Аллаһы һәм Аллаһ рәсүле тарафынан һуғышҡа саҡырылырһығыҙ. Әгәр тәүбә итһәгеҙ, төп малығыҙ үҙегеҙҙеке булыр, золом ҡылмаһағыҙ, үҙегеҙ лә золом ҡыланмаҫ. Әгәр бурыслы кеше ауыр хәлдә булһа, хәле еңеләйгәнсә уға ваҡыт бирегеҙ. Ә саҙаҡа ҡылыуығыҙ, беләһегеҙ килһә, һеҙҙең өсөн яҡшыраҡтыр. Һеҙ Аллаһҡа ҡайтарыласаҡ көндән ҡурҡығыҙ! Һуңыраҡ һәркемгә үҙе ҡылған нәмәһе бирелер һәм улар золом ҡыланмаҫтар».
Хәҙистән дәлил:
«Йәәтии ғәлән-нәәси зәмәәнүн йәәкүлүүнә фииһир-рибә». Ҡыйилә ләһүү: «Ән-нәәс күллүһүм?» Ҡаалә: «Мән ләм йәәкүлһү минһүм нәәләһүү мин ғүбәәриһ».
Мәғәнәһе: «Бер ваҡыт килер, ул ваҡытта кешеләр риба ашарҙар». Рәсүлебеҙҙән: «Бөтә кешеме?» — тип һоралды. «Кемдер рибаны ашамаһа ла, уға уның туҙаны булһа ла ирешәсәк»,— тип яуап бирҙе Рәсүлебеҙ ғәләйһиссәләм. (Әбү Дауд риүәйәте).
Хәҙистән дәлил:
«Ләғәнәллааһү әәкиләр-рибәә үә мү-әккиләһүү үә шәәһидәйһи үә кәәтибәһ».
Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә риба ашаусыны, уға тулы хоҡуҡлы булыусыны (алыусыны), ике шаһитын һәм яҙыусыһын ләғнәт ҡылды».
Аҡсаны процентҡа бирһәң (риба):https://nazir1965.com/din/a%D2%A1sany-procent%D2%A1a-bir%D2%BB%D3%99%D2%A3-riba.html#more-6570
Риба: https://nazir1965.com/din/riba.html#more-6574