Аҡсаны процентҡа бирһәң (риба)

     Сайт авторынан: Нимә ул риба? Риба аҡсаны, йәки башҡа әйберҙе үҙ хаҡынан артырып алыу маҡсаты менән процент өҫтәү. Ә процентҡа биреүсенән башҡа алыусы риба хөкөмөнә инәме? Әйе. Сөнки ул был эштә ҡатнашҡан һәм рибаны хуплаған кеше булып сыға. Һеҙҙең иғтибарға аҫтағы мәҡәлә. Шулай уҡ ошо биттә «риба» хаҡында: https://nazir1965.com/din/riba.html#more-6574

                                  Аҡсаны үтескә бирһәң – сауап, процентҡа бирһәң — оло гонаһ
     Ростовщиклыҡ һәм проценттарҙан килем алыу менән шөғөлләнеүҙән дә ҙур гонаһ юҡ. Ҡөрьәндә: «Әгәрһеҙ быны эшләмәһәгеҙ (йәғни, Алла язаһынан һаҡланмаһағыҙ, өҫтәмә хаҡ алыуҙың хәрәмлегенә ышанмаһағыҙ йәки ышанып та унан баш тартмаһағыҙ), Алланан һәм Уның рәсүленән һуғыш тураһында ишетегеҙ, әгәр тәүбәгә килһәгеҙ, һеҙҙең төп малығыҙ — үҙегеҙгә!» (Әл- Баҡара сүрәһе. 2-279).

     Бәйғәмбәр ﷺ, өҫтәмә хаҡ ҡуйыу менән шөғөлләнеу кешелекте бәхетһеҙлеккә килтерә, шунан да ҙур гонаһ юҡ, унан ҡасырға кәрәк, тигән. Проценттарҙан өҫтәмә килем алыуға килешеүҙәр төҙөүҙе тыйыу — ул, тимәк, кешеләрҙең уҙ-ара аңлашып, татыу йәшәүенә булышлыҡ итеү. Уны тыйып һәм зәкәт индереп, динебеҙ байҙар менән ярлыларҙы яҡынайта, кешеләрҙе сабырлыҡҡа, бер-береһен ихтирам итергә саҡыра. Зәкәткә ярашлы, аҡсаны өҫтәмә килем алыу өсөн түгел, ә үтескә биреү сауаплы эш, был осраҡта кешеләр бер-береһе өсөн ғибәҙәт ҡыла, күңелдәренә тыныслыҡ һәм ҡыуаныс алыуға өлгәшә.
     Проценттан килем алыу хәләл көс менән эш хаҡы алыуға, йәғни кәсепселеккә, сауҙагәрлеккә һәм башҡа эштәргә кәртә ҡуя, кешенең эшкә теләген һүндерә. Аҡсаны хәләл йә хәрәм юл менән табыуҙың айырмаһын аңламаған, проценттар ярҙамында аҡсаһын арттырып, байлыҡ туплау мөмкинлеген күргән кеше ялҡаулыҡҡа һалыша. Был мауығыуы, иртәме-һуңмы, иҡтисади йәһәттән уның хәле мөшкөлләнеүгә алып килә. Ул процент кредиты ярҙамында алынған аҡсаһына ниндәйҙер эш аса икән, табышының күп өлөшө шул процентты ҡаплауға ғына китеп торасаҡ. Шулай итеп, кредитҡа аҡса алыусы кредит биреүсегә (айырым кеше булһынмы ул, йә юридик шәхесме) бойондороҡло булып ҡала. Бындай хәл социаль йәһәттән кешеләрҙең үҙ-ара килешеп тыныс йәшәүенә, ғөмүмән, бөтөн донъя именлегенә хәүеф-хәтәр менән янай. Икенсе Бөтә донъя һуғышы тоҡанып китеүҙең бер факторы ла XX быуаттың 30-сы йылдарында Көнбайыш илдәрен ялмап алған иҡтисади кризисҡа бәйле була бит. Был иҡтисади кризистың иң төп сәбәпсеһе, әлеге лә баяғы, процентҡа кредит биреүҙең киң таралыуы ла инде.
     Ябай кеше аҡсаһын үҙенә 40 процент килем вәғәҙә иткән банкҡа һала. Банк үҙ сиратында был аҡсаны кредит сифатында эшҡыуарға, һатыусыға йәки етештереүсегә йылына 60-70 процентҡа бирә. Һатыусы һәм етештереүсе был процентты тауар хаҡына индерә. Шулай итеп, ҙур процент түләүе менән алынған кредит аҡсаһына сығарылған тауарҙың хаҡы күҙгә күренеп арта. Һөҙөмтәлә, тауарҙы һатып алыусылар зыян күрә.
     Проценттар килешеүенең тағы бер кире яғы — капиталдың фәкәт байҙар ҡулында ғына булыуы. Байҙар байлығына сумып, кинәнеп йәшәгәндә, ярлыларҙың бурысҡа аҡса алып йәшәүе уларҙың хәлен ауырлаштыра. Процент ярҙамында өҫтәмә табыш алыу берәүҙәрҙе әхлаҡһыҙлыҡҡа, ялҡаулыҡҡа алып килһә, икенселәрҙең ҡәнәғәтһеҙлеге, нәфрәте, башҡаларға ҡаршылығы көсәйә. Шуның өсөн донъяла тыныслыҡҡа, тәртипкә һәм үҙ-ара килешеп йәшәүгә ынтылыусы кешелек бөтөн көс менән ошондай финанс мөнәсәбәттәренә ҡаршы көрәшергә тейеш. Процентҡа кредит биреү нигеҙенә ҡоролған учреждение һәм ойошмаларҙың хеҙмәтенән файҙаланмай, эш хаҡы табыуҙың икенсе юлдарын табырға тырышыу йәмғиәтебеҙ яҙмышына битараф булмаған һәр мосолмандың ғына түгел, һәр намыҫлы кешенең төп бурысы.
     Фәхри Разиҙың әйтеүе буйынса, процент юлы менән өҫтәмә табыш алыуҙы хәрәм тип иҫәпләүҙең өс сәбәбе бар:
     1. Процент, тимәк бушлай тауар алыу йәки бер ниндәй сәбәпһеҙ хаҡты арттырыу ул.
     2. Проценттар халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә тейешле сауҙала бик күп проблемаларға һәм дефицитҡа алып килә, намыҫлы хеҙмәттең абруйын төшөрә.
     3. Йәмғиәттә киң таралған процентһыҙ ссуда биреү, уны яйлап процентлыға әүерелдереү кешеләр араһындағы яҡшы мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуына алып килә.
     Эскелек эскесенең генә гонаһы булмаған кеүек, проценттар ҙа уның менән кинәнеп файҙаланыусының ғына гонаһы түгел.
     Мөхәммәт бәйғәмбәр ﷺ: «Кем табыш аҡсаһын ала, кем уны түләй, кем процент килешеүҙәрен теркәй, кем уларҙың шаһиты — ләғнәт шунда», тигән. Процент килеме алып, капиталымды арттырам, тиеүселәр төптө хаталана. Был күренештең тышҡы яғы менән генә алданырға ярамай. «Аллаһ рибаны һәләк итә, ә саҙаҡаны үҫтерә» (Әл-Баҡара сүрәһе, 2-276). Проценттар тауар етештереүсенең эшен ҡорт һымаҡ кимерә һәм тора-бара уның капиталын тулыһынса һурып бөтөрә. Саҙаҡа иһә — ихтирамлыҡ, именлек, тормош сығанағы.
     "Алланың һәм Бәйғәмбәренең ﷺ һуғышы" тигән төшөнсәнең ҡайһы бер осраҡта ысынлап та һуғыш булараҡ ҡаралыуын оноторға ярамай. Икенсе осраҡта ул гонаһ ҡылыусыға уның ни тиклем ҙур енәйәт ҡылыуын аңлатыу өсөн бирелгән яза булараҡ ҡарала. Әлеге осраҡта быны ике мәғәнәлә лә аңларға мөмкин.
     Проценттар килешеүе төҙөүҙә ҡатнашҡан теләһә ҡайһы кешенең Алланың асыуынан ҡаса алмауын аңлауы мөһим.
     "Ислам дине хәрәмгә илтеүсе теләһә ниндәй юлды тыя" принцибына ярашлы, гонаһҡа батырыусы бөтә төр прценттарға тыйыу киң таратыла. Хәҙистә Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең ﷺ шәхси өлгөһө менән яҙыҡ эштәргә юл ҡуймауы күренә. Билал бәйғәмбәргә яҡшы сортлы финиктар тәҡдим иткәс, Аллаһ илсеһе унан был финиктарҙы ҡайҙан алдың, тип һорай. «Беҙҙең финиктар бигүк яҡшы түгел ине, Аллаһ илсеһен һыйлар өсөн бер үлсәм насар финикты ике үлсәм яҡшыһына алыштырҙым», тип яуаплай Билал. «Һин процент алыу менән эш иткәнһең. Башҡаса бер ваҡытта ла улай эшләмә. Финиктарыңды һатырға теләһәң, хаҡын финиктар менән алма һәм аҡсаһына теләһә ҡайһы сорттан финик һатып ал», тигән. Сөнки бәйғәмбәр насар тауарҙы яҡшыһына алмаштырыу ғәҙелһеҙлек тип иҫәпләгән.
     Был миҫалдан күренеүенсә, әгәр бер үк тауарҙы алыштырырға кәрәк булһа, улар сифаты һәм күләме менән дә бер иш булырға тейеш. Әгәр сифаты насар булһа, алыштырырға тәҡдим ителгән тауарҙың хаҡы аҡса менән түләнергә тейеш. Үҙ-ара һүҙ ҡуйышып эш итеүҙең икенсе бер үҙенсәлеген Ислам дине «Алты тауар тураһындамы хәҙистә сағылдыра:
     »Алтынды алтынға, көмөштө көмөшкә, бойҙайҙы бойҙайға, финиктарҙы финиктарға һәм тоҙҙо тоҙға алыштырыу күләме, сифаты һәм хаҡы менән бер иш булырға һәм алыштырған саҡта улар ҡулда булырға тейеш. Әгәр тауарҙар сорты, сифаты һәм тышҡы йөҙө менән бер-береһенән айырылһа, уларҙы алыштырмаҫҡа, ә һатырға кәрәк” (Бохари, Буйу. 77-81). Был хәҙистә үҙ-ара килешеп эш иткәндә, тауарҙы алыштырыуҙың оҙайлы ваҡытҡа һуҙылыуына юл ҡуймау маҡсатында, аҡсаны шунда уҡ ҡулға биреү тураһында ла әйтелә. Бәйғәмбәр бер заман мохтаждар үтескә алған бер килограмм арпа урынына, уны аҙаҡтан өс-дүрт килограмм итеп ҡайтарып бирергә лә ризалашҡан.
     Тауар алмашыуҙың был күренеше эксплуатацияға, йәғни байҙарҙың ярлыларҙы буйһондороуына алып килгәс, ул Бәйғәмбәр тарафынан ҡәтғи тыйылған.
     Хәҙистә йәнә лә Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең ﷺ тауарҙар төрлө булғанда ирекле тауар алышыуға, мәҫәлән, 10 килограмм бойҙай өсөн 20 килограмм арпа бирергә рөхсәте бәйән ителгән. Иң мөһиме, тауарҙар менән алыш- биреш итеү ҡасан да булһа берәй ваҡытта түгел, ә килешеү ваҡытында уҡ бойомға ашырылырға тейеш. Тауарҙың берәүһе йә икеһе лә оҙайлы ваҡыттан һуң тәҡдим ителеүе лә мөмкин, тигән раҫлауҙар төптө хата.
     Мөхәммәт бәйғәмбәр ﷺ килешеү төҙөгәндә оҙаҡҡа һуҙылған бурыс йөкләмәләрен тыйыуына ҡарамаҫтан, тауар хаҡтарының айырмаһын билдәләргә рөхсәт иткән. Заманса термин менән әйткәндә, ирекле сауҙаға рөхсәт бирелгән.
     "Алты тауар тураһында"ғы хәҙис процент килешеүҙәрен тыйыуҙың ғәмәлдә ҡулланылыуын Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең ﷺ ихтисад һәм финанс мәсьәләләрен дә компетентлы булыуын да күрһәтә. Аллаһ бәйғәмбәре 14 быуат элек үк социаль ғәҙеллек принциптары боҙолмаған баҙар иҡтисады принциптарын урынлаштырған. Ул һатыу-алыуҙа аҡсаның мөһим урын тотоуын билдәләгән, тауар алмашыу системаһының камил булмауына, ваҡыты менән аҡсаның ҡиммәте үҙгәреренә лә иғтибар иткән.
     Хушлашыу хажы ваҡытында Мөхәммәт бәйғәмбәр ﷺ: «Һаҡ булығыҙ. Джахилия осорондағы ростовщиклыҡтың бөтөн төрҙәре лә ысын түгел. Төп капитал ғына һеҙҙеке. Шул рәүешле, һеҙ кемгә ҡарата булһа ла ғәҙелһеҙлек ҡылыуҙан ҡотолоп, үҙегеҙгә ҡарата ла ғәҙелһеҙлектән арына алырһығыҙ», тип иҫкәрткән.
     Был күренеш нисек тыйылған? Йәмғиәттә тәрән тамыр йәйгән зарарлы традицияларҙы, ғәҙәттәрҙе, ышаныуҙарҙы бер һелтәүҙә юҡ итергә ынтылыу — ауыр эш. Уны хатта абруйлы бер шәхестең йә төркөмдөң ихтыяры һәм тырышлығы менән дә юҡ итеп булмай.
     Бәлки бер мәлгә ул тамырынан бөтөрөлгән һымаҡ та тойолор, ләкин мөмкинлек булыу менән йәмғиәт үҙе үк уға әйләнеп ҡайтасаҡ. Шуға ла динебеҙҙә теге йәки был зыянлы традицияларҙан арыныу өсөн күпкә йоғонтоло, ныҡлы, оҙайлы барһа ла, файҙалы ысулдар ҡулланыла.
     Ғәйшә (раҙыйаллаһу ғәнһә) кешеләр аңында барған күсеү осоро үҙенсәлектәрен һөйләгәндә, иң тәүҙә ергә Бөйөк Алла, Ожмах һәм Тамуҡ хаҡында аяттар ебәрелде, ти. Кешеләрҙең дингә ышаныуы нығынғас, Аллаһ уларға нимә тыйылыуын, нимәгә рөхсәт бирелеүен аңлата башланы, ти. Әгәр ҙә зина ҡылыуҙы, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы тыйыу аяттары баштан уҡ төшөрөлгән булһа, кешеләр был гонаһлы ғәҙәттәрен бер ваҡытта ла ташламаясағын белдерер ине. Шуның өсөн яман ғәҙәттәрҙе тыйыу аяттары яйлап ебәрелә. Мәҫәлән, спиртлы эсемлектәрҙе ҡулланыу – өс, ростовщиклыҡты тыйыу ергә дүрт этапта төшөрөлә.
     Тәүҙә Мәккәгә төшөрөлгән «Әр-Рум» сүрәһенең 39-сы аятында: «Һәм кешеләрҙең байлығында ишәйһен өсөн тип риба менән биргән нәмәгеҙ Аллаһ ҡаршыһында үҫмәй. Ә Алланың йөҙөн өмөт итеп биргән зәкәтегеҙ — былар икеләтә арттырыусы», тип әйтелә. Был аят ростовщиклыҡты тыймай, ләкин шул юл аша йыйған аҡсанан бер ниндәй килем дә, файҙа ла булмаяса- ғын иҫкәртә.
     Ҡөрьәндең Мәҙинәгә ебәрелгән осоронда был темаға ҡағылышлы шулай тиелә: «Һәм уларға тыйылған рибаны алғандары, кеше малдарын юҡҡа сығарып ашағандары өсөн, уларҙың араларындағы кафырҙарға интектергес ғазап әҙерләнек» (Ән-Ниса сүрәһе, 4-161). Был аяттарҙа ростовщиклыҡ менән шөғөлләнеү тыйылыуға ҡарамаҫтан, уны инҡар итеүҙәре арҡаһында Хөкөм Көнөндә язаға лайыҡ булған иудейҙар иҫкә алына.
     Ростовщиклыҡты тыйыуға ҡағылышлы мосолмандарға беренсе мөрәжәғәт "Әлү Ғимран” сүрәһенең 130-сы аятында ебәрелгән. «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Ҡат-ҡат арттырылған риба ашамағыҙ, һәм Алланан ҡурҡығыҙ — моғайын, һеҙ бәхетле булырһығыҙ!» тиелгән унда. Был аят өҫтәмә хаҡ менән ҡайтарып алыу маҡсатында бурыс биреүҙе тыйған. Ул заманда әлеге тәжрибә киң таралып, ярлыларҙың тормошо түҙеп торғоһоҙ ауырлашҡан мәл була. Шулай ҙа был аятта ла ростовщиклыҡ ҡәтғи тыйылмай. Кешеләрҙе яман ғәҙәттәренән арындырыу өсөн әкренләп йоғонто яһау ысулы иҫерткес эсемлектәр менән мауығыуға ҡаршы ла ҡулланыла. Аяттарҙың береһендә аң томаланған саҡта намаҙ уҡыу мөмкин түгел, тиелһә лә, иҫерткес эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы ҡәтғи тыйыу күренмәй.
     Бер аҙҙан проценттан теләһә ҡайһы табыш алыуҙы ҡәтғи рәүештә тыйған аят ебәрелгән: «Риба ашаусылар ҡәберҙәренән торғанда фәҡәт шайтан үҙенең ҡағылыуы менән аяҡтан йыҡҡан кешеләр торған кеүек торасаҡтар. Уларға — был „Һатыу итеү ҙә шул уҡ риба бит“, тигәндәре өсөн. Аллаһ һатыу итеүҙе рөхсәт итте, ә рибаны харам ҡылды. Әгәр берәүгә Раббыһынан өгөт килһә, һәм ул тыйылһа, үткәндәре уға ғәфү ителә: уның эше Аллаһ ҡулында; әгәр берәү ҡабатлаһа, ул — ут әһеле һәм унда мәңге ҡалыр! Аллаһ рибаны һәләк итә, ә саҙаҡаны үҫтерә. Ысынлап та, Аллаһ һәр гонаһлы кафырҙы яратмай! Иман килтергәндәргә һәм изге эш эшләгәндәргә, намаҙ торғандарға, зәкәт түләгәндәр гә үҙ Раббылары ҡаршыһында — әжер, уларға хәүеф тә юҡ, һәм улар көйөнмәҫтәр ҙә! Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Алланан ҡурҡығыҙ һәм, әгәр иман килтергән булһағыҙ, рибанан ҡалғанды алмағыҙ! Әгәр һеҙ быны эшләмәһәгеҙ, Алланан һәм уның рәсүленән һуғыш тураһында ишетегеҙ, әгәр тәүбәгә килһәгеҙ, һеҙҙең төп малығыҙ — үҙегеҙгә. Залим булмағыҙ һәм һеҙгә лә золом булмаҫ! Әгәр берәү ауыр хәлдә ҡалһа, хәле еңеләйгәнгә ҡәҙәр көтөгөҙ, ә саҙаҡа итеү — һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ, әгәр белһәгеҙ. Һәм Аллаға ҡайтарыла торған көнөгөҙҙән һаҡланығыҙ; ул көндө һәр кемгә нимә ҡаҙанған булһа, шул теүәл түләнер, һәм уларға золом булмаҫ!» (Әл-Баҡара сүрәһе, 2/275-281).
                                                                “Золотой родник” журналынан, Киске Өфө,№3, 2009 йыл.