Дәджәл фетнәһе

                                                               Дәджәл фетнәһе

     Аллаһ Тәғәлә Үҙенең Ҡөръән Кәримендә Әл-Ғәнкәбут сүрәһенең (29 сүрә, “Үрмәксе") 2-3 сө аяттарында былай тип әйтә:
                                                              أَحَسِبَ النَّاسُ أَن يُتْرَكُوا أَن يَقُولُوا آمَنَّا وَهُمْ لَا يُفْتَنُونَ
                                                وَلَقَدْ فَتَنَّا الَّذِينَ مِن قَبْلِهِمْ فَلَيَعْلَمَنَّ اللَّهُ الَّذِينَ صَدَقُوا وَلَيَعْلَمَنَّ الْكَاذِبِينَ
     2. Ә хәсибә-ннәәсү әй-йүтракүү әй-йәҡуулүү әәмән-нәә үә һүм ләә йүфтә-нүүн.
     3. Үә ләҡад фәтәннә-лләҙиинә миң ҡаблиһим фәләйәғләмәннә-ллааһу-лләҙиинә садәҡуу үә ләйәғләмәннәл-кәәҙибиин.
     2. Кеше үҙенсә: «Беҙ иман килтерҙек», — тип әйткәс, бүтән теймәҫтәр, һынап тормаҫтар, тип уйлайҙыр инде.
     3. Беҙ уларға тиклем булған кешеләрҙе һынаныҡ инде. Кемдең дөрөҫ һүҙле, кемдең ялған һүҙле икәнен Аллаһ белеп тора.

     “Иман килтерҙек (бер Аллаһҡа инандыҡ) тип әйткәндән һуң, ауырлыҡтар аша һыналмайбыҙ, беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырҙар, тип уйлайҙармы әллә кешеләр? Хаҡтыр ни, Беҙ уларҙан элек йәшәп киткәндәрҙе лә һынауҙар аша уҙҙырҙыҡ. Әлбиттә, Аллаһ кем дингә тоғро, кем монафиҡ икәнен дә белеп тора". Был аяттарҙан  шуныһы күренә, Аллаһ дингә иманлы бәндәләрен дә һынай. Кемдең һүҙе ғәмәле менән тура килә — шул кеше садыйҡ була. Иманы ныҡлымы, йөрәгендәге күңеле сафмы, Аллаһҡа ниндәй дәрәжәлә бирелгән — шулар һынала. Тыштан иманлы булып йөрөп, эстән көфөрлөктәрен йәшергән ялғансыларҙы айырыр өсөн имтихан ҡыла Раббыбыҙ.
     Ҡиәмәт көнөнә тиклем иң ҙур фетнә — Дәджәл фетнәһе буласаҡ. Унан да ҙурыраҡ фетнә булмаҫ, тине рәсүлебеҙ ﷺ. Ҡиәмәт алдында мосолман өммәте, фирҡәләргә, мәзхәбтәрҙә бүленеп, һәр береһе үҙен дөрөҫ һанап берләшә алмай йөрөгәндә, Аллаһ кешеләргә ошо фетнәһен ебәрер. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ заманында сәхәбәләр берҙәм булды. Ни өсөн? Сөнки Ислам диненең дошмандары һәм уларға пәйғәмбәребеҙгә ﷺ асыҡтан-асыҡ һөжүм итеп торҙолар, мосолмандарға һәр саҡ уяу булыу кәрәк ине. Бөгөн иһә рәхәткә сыҙай алмайынса мосолмандар бүлгеләнеп бөттө. Кем дошман? Бер-береһенә дошман! Дәджәл килгәс кенә берләшеү һуң буласаҡ. Шунда асыла бар хаҡиҡәт. Ә кем ул Дәджәл, ҡайҙан килә? Ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә, Дәджәл – әҙәм балаһы тип аңлатыла, 30 йыл буйына балалары булмаған ике йәһүдиҙән тыуған бала  буласаҡ ул. Улар мәшрик тарафындағы Хорасан тигән ерҙән булырҙар. Дәджәлде әсәһе ҡарынында 12 ай йөрөтәсәк. Башҡа балалар кеүек, тыуғас та илап ебәрмәй, бала тауышын фәҡәт бер айҙан һуң сығарасаҡ, бер күҙе булмай. Рәсүлебеҙ ﷺ тиҫтәләгән хәҙистә был баланың тыуасағын, донъяға сығасағын аңлата. Әммә Дәджәл килер алдынан әҙәм балаларына Аллаһтан бик ауыр һынау төшәсәк. Мөслим риүәйәт ҡылған сахих хәҙистә әйтелә: Дәджәл килер алдынан өс йыл рәттән ауырлыҡ булыр. Аллаһ күккә әмер бирер ямғырҙың өстән бер өлөшөн ергә төшөрмәҫкә. Унан ергә әмер ҡылыр үҫемлектәрҙең өстән бер өлөшөн сығармаҫҡа. Икенсе йылда Аллаһ әмере менән ямғырҙың өстән икеһе яумаҫ, ерҙән үҫемлектәрҙең өстән икеһе үҫеп сыҡмаҫ. Өсөнсө йылда инде күктән бер тамсы ла ямғыр төшмәҫ һәм бер генә үлән дә ерҙән тишелеп сыҡмаҫ, әҙәм балаларына аслыҡ килә. Һәм ошо аслыҡтан һуң тау-тау ризығы, алтындары, йылға-һыуҙары менән Дәджәл сығасаҡ. Өс йыл аслыҡ кисергән халыҡ ҡала-ауылдары менән бының янына иман килтерергә ҡуҙғаласаҡ. Сөнки Дәджәл үҙенә иман килтергән кешеләргә генә ризыҡ өләшәсәк. Ошо хәҙисте ишеткәс, сәхәбәләр рәсүлебеҙҙән ﷺ һорай: был тиклем аслыҡта халыҡтар нәмә ашап торорҙар һуң? Рәсүлебеҙҙең ﷺ яуабы былай була: кем дә кем әт-Тәкбир, ат-Тәхмид, ат-Тәсбихте ҡалдырмаһа, Аллаһ уның ҡарынын буш тотмаҫ. Йәғни әҙәм балаһы даими доғаларын ҡылһа, Раббыһы уны Дәджәл фетнәһенә ташламаҫ. Инсандарҙың иманын һынау йөҙөнән, был Дәджәлгә Аллаһ уларҙы аҙырыу өсөн бөтә мөмкинлекте бирә. Ә инде Дәджәлдең тышҡы ҡиәфәтенә килгәндә, рәсүлебеҙ ﷺ хәҙистәрендә ул ҡыҙыл битле, йәшел төҫтәге быяла һымаҡ мәғәнәһеҙ күҙле, мыҡты, бәләкәй буйлы итеп тасуирлана. Ике ҡаш араһына «кәфер» тип яҙылған булыр һәм ул яҙыуҙы наҙан да ғалим дә уҡый алыр икән, дөрөҫөрәге, иманы булған һәр кем уны күрер тип әйтелә.
     Дәджәл фетнәһе тураһында һөйләгәндә, урынлы бер һорау тыуа: ошо тиклем ҙур афәттең сәбәпсеһе тураһында ни эшләп Ҡөръәндә бер һүҙ ҙә юҡ? Бик ҙур ғалимдар, мүфәссирҙәр әйтә: тап бына шундай булғаны өсөн Аллаһ Үҙенең Китабында уның исемен телгә алырға теләмәгән. Әммә ләкин был бәндәгә ишарат Әл-Әнғәм (6 сүрә, “Мал-тыуар") сүрәһенең 158-се аятында килә:
     “... Алдан уҡ иман тотмаған килеш, иман тотоп та, ҡабул ителмәгән килеш, Раббының ғәләмәте ингән көндө (Ҡиәмәттә) генә файҙа булмаҫ..." Нисек инде иман да булыша алмаҫ тигәндә, рәсүлебеҙ ﷺ былай аңлата: өс төрлө ғәләмәт сыҡһа, шуны күреп кенә иманға килгән кешенең иманы ҡабул ителмәҫ, алдан иманлы булып, ул ныҡ булһа ғына ҡотолоп ҡала алыр. Былар — Дәджәл, кеше битле хайуан ( кеше тауышы менән һөйләшеүсе), ҡояштың мәғрибтән (көнбайыштан) сығыуы. Ҡиәмәт көнөнең ошо өс ғәләмәтен күреп кенә тәүбәгә, иманға килеү булышлыҡ итмәҫ икән...
     Көндәрҙән бер көндө рәсүлебеҙ ﷺ Ғүмәр (радыйАллаһ ғәнһә) менән йәһүдиләр ҡәбиләһе йәшәгән ауыл эргәһенән уҙып барғанда, бер йорттоң ишеге алдында уйнап йөрөүсе үҫмер егетте күрҙеләр. Бының янында туҡталдылар, ҡараһалар, бер күҙе юҡ. Һин был баланы ҡарыныңда нисә ай йөрөттөң, тип һорай пәйғәмбәребеҙ ﷺ егеттең әсәһенән. Яуап — «12 ай» була. Ҡасан беренсе тапҡыр илап ебәрҙе, тип тағы һораны рәсүлебеҙ ﷺ. Бер айҙан һуң, тип әйте әсә кеше. Шунан рәсүлебеҙ ﷺ егеттең үҙенән һорай: минең Аллаһтың рәсүле икәнлегенә шәһаҙәт бирәһеңме, ти. Быға ҡаршы йәш егет әйтә: ә һин минең Аллаһтың рәсүле булғанымды таныйһыңмы һуң, ти. Рәсүлебеҙ ﷺ: мин Аллаһҡа һәм үҙемә тиклем булған рәсүлдәргә иман килтерҙем, тип яуап бирә. Шунан Ғүмәр тиҙерәк ҡылысын сығара: был бит — Дәджәл, башын сабып өҙөргә рөхсәт бир, фетнә лә булмаҫ ине, тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Ғүмәрҙе был эшенән тыя: әгәр ул Дәджәл булһа, уны үлтереүсе һин түгел, Ғайсә ғәләйһиссәләм, әгәр Дәджәл булмаһа, үлтереүҙән мәғәнә юҡ, тип әйткән. Әлеге йәш егет Ибен Сияд исемле була, иманға килеп, һуңынан Хаж да ҡыла. Ысын Дәджәл иһә ер йөҙөндә ни бары 40 көн йәшәр, шулай ҙа уның бер көнө бер йылға тиң булыр, икенсе көнө бер айға бәрәбәр, өсөнсө көнө бер аҙна кеүек үтеп китәр, ҡалған 37 көнө ғәҙәти көндәр рәүешен алыр икән. Расүлебеҙҙән ﷺ тағы бер ҡат һорай сәхәбәләр: бер көнө йыл кеүек тойолғанда, биш ваҡыт намаҙ ғына етәрме һуң, тиҙәр. Был ваҡытта ҡояш батмаҫ, кешеләр намаҙҙы тәҡдир менән, сәғәткә ҡарап уҡыясаҡтар, тигән пәйғәмбәребеҙ.
     40 көн эсендә Дәджәл бөтә ер шарын урап сыға, уның тиҙлеге күктә йөҙгән болотто хәтерләтер икән. Ләкин дүрт изге урынға был яуыздың аяғы баҫмаҫ: Мәккә, Мәҙинә ҡалалары, Аҡса мәсете һәм Тур тауы. Был көндө Мәҙинә ҡалаһына таҙалыҡ килер: унан 70 мең ҡатын-ҡыҙ һәм монафиҡ сығып китәсәк, йәғни Дәджәл янына күсәсәктәр. Шуға күрә рәсүлебеҙ ﷺ әлеге фетнәнән һаҡланыу сараһы итеп беҙгә доғаларын әйтеп ҡалдырҙы: йә, Раббым, ҡәбер ғазаптарынан имен ҡыл, Дәджәл болаһынан, үлем менән йәшәү ауырлығынан һаҡла! Ислам ғалимдары әйтеүенсә, йома көн Кәһәф сүрәһенең йә башын, йә аҙағын йәки тулыһы менән уҡыу Дәджәл фетнәһенән һаҡлар. Уның теүәл ҡасан килеүе билдәле булмаһа ла, ҡайһы бер ғәләмәттәрен пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтеп ҡалдырҙы. Әбу Дауыт ибен Нәдж риүәйәт иткән сахих хәҙистә: Константинопольдәге фетнәнән һуң ете ай уҙғас, тип хәбәр ителә. Ул ҡаланың хәҙерге исеме — Истамбул. Икенсе бер хәҙистә мәғлүм: Дәджәл килер алдынан, 30 ялған пәйғәмбәр үҙе тураһында иғлан итер икән. Бүлгеләнгән, бер туҡтауһыҙ бәхәстән сыҡмаған мосолман өммәте нисек ҡаршылар был ҙур фетнәне? Бөгөнгө көндә күбебеҙ файҙаһыҙ, мәғәнәһе булмаған фәлсәфә менән мәшғүл. Ҙур ғалимдар ҙә уртаҡ фекергә килә алмаған ғилемдәрҙә наҙан башыбыҙ менән ҡаҙынған булабыҙ... Пәйғәмбәребеҙ ﷺ янына бер кеше килгән дә әйткән: йә, рәсүлулла, мин дүрт кенә ғәмәл беләм — намаҙ уҡыу, ураҙа, хәләл менән харам, былар менән йәннәтле булырмынмы? Шунан һуң был әҙәмде рәсүлебеҙ ﷺ ҡулынан етәкләп сәхәбәләр эргәһенә алып сыҡҡан — әгәр һүҙе дөрөҫ булһа — бына ул йәннәт әһеле, тигән. Беҙ халыҡты ошо дүрт кенә ғәмәлгә өйрәтһәк тә сауап ҡаҙаныр инек, аҡылыбыҙ етмәгән нәмәләрҙе ярышып ваҡыт туҙҙыраһы түгел.
                                                                                                     Рамил хәҙрәт Юныс вәғәҙҙәре.

     Ҡиәмәт көнө: https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%A1i%D3%99m%D3%99t-k%D3%A9n%D3%A9.html

     Ахырзаман ғәләмәттәре...: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/axyrzaman-%D2%93%D3%99l%D3%99m%D3%99tt%D3%99re.html