Риба

                                                                         Риба

     Һорау: «Риба» шәриғәттә һәм телдә  нимәне аңлата?
     Яуап: «Риба» телдә- «өҫтәү» тигән мәғәнәне аңлата. Шәриғәттә был аңлатма ике төрҙә ҡарала:
     1. Һатып-алыуҙағы риба;
     2. Залог һәм заем рибаһы.
     Был ике төрҙә Исламда — харам. Рибасы ла һәм проценттар менән аҡса биреүсе лә оло гонаһ ҡылыусыларҙан булалар. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә әйтте:
     «Әй иман килтереүсе бәндәләр! Риба ашамағыҙ, йәғни бурысҡа биреп торған өсөн арттырып алмағыҙ. Аллаһының һүҙҙәрен, хөкөмдәрен иғтибарһыҙ ҡалдырыуҙан һаҡланығыҙ, моғайын ғазабтан ҡотолоп, өҫтөнлөнлөк табырһығыҙ». «Әли Ғимран /Ғимран ғаиләһе», 3:130

     «Әй иман килтереүсе бәндәләр! Аллаһынан ҡурҡығыҙ, алырға һөйләшкән рибаларығыҙ алынмай ҡалған булһа, ул һөйләшкән рибаларығыҙҙы алмағыҙ, әгәр Ҡөръән менән ғәмәл ҡылыусы хаҡ мөьмин булһағыҙ. Әгәр риба менән мал алыуҙан туҡтамаһағыҙ, Аллаһының һәм Уның Рәсүленең һеҙгә ҡаршы һуғышыуҙарын үҙегеҙгә тейеш иткән булаһығыҙ, әгәр тәүбә итһәгеҙ, бурысҡа биргән малығыҙ — һеҙҙеке, биргәнегеҙ хәтле генә алығыҙ. Бурысҡа биргән кеше арттырып алыу менән золом итмәһен һәм бурысты кәметеп биреү менән бурысҡа биреүсегә золом итмәһен».«Бәҡара / Һыйыр», 2:278, 279
     Әбү Һурайранан, риүәйәт ителгән : «Пәйғәмбәребеҙ әйтте: «7 бәлә килтереүсе ғәмәлдән алыҫ булығыҙ!» Кешеләр: Йә Расүлүллаһ ﷺ, ул ниндәй ғәмәлдәр?», — тип һоранылар. «Аллаһыға ширек килтереүҙән, сихырҙан, бушҡа кеше үлтереүҙән, риба һәм йәтимдәр малын ашауҙан, һуғыш яланынан ҡасыуҙан, әхлаҡлы һәм мөьмин ҡатындарға яла яғыуҙан һаҡланығыҙ, — тине». (имам Бохари һәм имам Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан).
     Джәбирҙән риүәйәт ҡылына:«Рәсүлүллаһ ﷺ риба алыусыны һәм биреүселәрҙе, шаһиттар менән теркәүселәрҙе ләғнәтләне», — тине. (имам Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан).
     Ғабдулла бин Хәнзәлдән риүәйәт ҡылына: «Рәсүлүллаһ ﷺ әйтте: «Бер дирһәм генә риба кеүек алынһа ла, 63 зина ҡылыуҙан да хәйерһеҙҙерәктер», — тине. (имам Әхмәд һәм Әд-Дәрукутни хәҙистәр йыйынтығынан).
     Әбү Һурайранан риүәйәт ҡылына: «Рәсүлүллаһ ﷺ: Риба 70 төргә бүленә, шуларҙың иң еңеле — ир баланың әсәһе менән зина ҡылыуы», — тине». (Ибн Мәж хәҙистәр йыйынтығынан).
     Әбү Дәрҙәгә Ғабдулла бин Сәләм: «Әгәр һин рибаға алынған ерҙә булһаң, ә был ерҙең хужаһы һиңә бурыслы булып, был ерҙең уңышы менән түләһә, һин алма, был риба булыр», — тип әйткән.
     Һорау: Заемға һәм залогҡа риба алыу — нимә ул?
     Яуап: Милекте, күберәк суммала кире ҡайтарыу шарты менән билдәле бер суммалағы аҡсаға һалыу, икенсе төрлө әйткәндә бурысҡа алған аҡсаны проценттар менән күбәйтеп ҡайтарып биреү – зайымға йәки залогҡа риба алыу һәм биреү була.
     Һорау: Һатып-алыуҙағы риба нимә ул?
     Яуап: Был риба — тиңдәш булмаған, йәғни бер есемдән булмаған тауарҙарҙы алмашыу. Әбү Сәғыйд әл-Хөдриҙән риүәйәт:«Рәсүлүллаһ ﷺ әйтте: «Алтынды –алтынға, көмөштө — көмөшкә, бойҙайҙы — бойҙайға, арпаны – арпаға, хөрмәне — хөрмәгә, тоҙҙо — тоҙға, һәр ваҡыт үҙ тиңдәшенә һәм бер үк миҡдарҙа түләргә кәрәк. Әгәр бер кеше өҫтәп бирһә йәки өҫтәп биреүҙе талап итһә, ул риба ҡылған булыр, алыусы ла, биреүсе лә бер үк гонаһлы булырҙар», — тигән». (имам Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан). Әлеге хәҙистә был әйтелгәндән, бары тик тауарҙарҙы ғына алмаштырырға ярай икәне аңлашыла. Әгәр тауар төрлө-төрлө булһа, был осраҡта төрлө күләмдәге менән алмаштырырға мөмкин, ләкин ваҡлап түләү шарты менән алмаштырырға ярамай, әгәр тауар төрлө төрҙә һәм сифатта булһа, алмаштырғанда ваҡлап түләргә мөмкин.
     Һорау: Төрлө күләмдәге юғары сифатлы яҡшы бойҙайҙы насар сифатлы бойҙайға алмаштырырға мөмкинме?
     Яуап: Юҡ, мөмкин түгел, сөнки бер бер енес булғас, үлсәме лә, күләме лә бер үк булырға тейеш. Әбү Сәғыйд әл-Хөдриҙән риүәйәт китерелә: «Билал Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ яҡшы хөрмә алып килә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Ҡайҙан алдың был хөрмәне?», — тип һорай. Билал: «Беҙҙең насар хөрмәбеҙ бар ине, һәм беҙ 2 сағ насар хөрмәне 1 сағ яҡшы хөрмәгә алыштырҙыҡ», — тип яуап бирҙе. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: Был — риба, былай эшләргә ярамай, әгәр яҡшы хөрмә алаһың килһә, үҙеңдең насар хөрмәләреңде һатып, килгән аҡсаға яҡшыһын һатып ал", — тине". (имам Бохари һәм имам Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан).
     Һорау: Тауар йәки аҡса менән үҙ-ара алмашыу дөрөҫмө?
     Яуап: Әгәр алмашыуҙа үрҙә әйтелгән тыйыуҙар булмаһа, дөрөҫ.
     Һорау: Һатып-алыуҙағы үҙ-ара алмашыуҙың халәте ниндәй?
     Яуап: Аҡса менән алмашҡанда үҙ-ара бирешеү кәрәк, ә тауар менән алмашҡанда тауар исемен билдәләүҙә етә.
     Һорау: Ниндәй төр тауарҙарҙы үлсәргә кәрәк икәнен нисек белеп була?
     Яуап: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән һәм алмашыу тыйылған, хатта кешеләр уларҙы үлсәмәй башлаһалар ҙа, бөтә төр ризыҡтар ҙа, һәр ваҡыт үлсәнергә тейешле. Мәҫәлән, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бойҙай, арпа, емеш, тоҙ һәм башҡа үлсәнелә торған төрлө үлсәмдәге нәмәләрҙе, хатта кешеләр үлсәмәй башлаған алтын һәм көмөш кеүек булһа ла, алмаштырыуҙан тыйҙы. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтмәгән, ғөрөф-ғәҙәткә буйһонған, йәғни ике яҡтың да ризалығы менән, үлсәме һәм оҙонлоғо буйынса йәки даналап алмаштырырға мөмкин,
     Һорау: Бойҙайҙы онға йәки был бойҙайҙан эшләнгән ярмаға йәки уны онды ярмаға алмаштырырға мөмкинме?
     Яуап: Бындай алмашыу тыйыла.
     Һорау: Итте хайуанға алмашып буламы?
     Яуап: Әбү Хәнифә фекеренсә, ярай, Әбү Йософ уҡытыусыһы менән килешә, әммә Мөхәммәд (ғалим) фекеренсә, иттең үлсәме малдың үлсәменән күберәк йәки малдың үлсәме кеүек булһа ғына мөмкин.
     Һорау: Әбү Хәнифә бер күләмдәге яңы өҙөлгән хөрмәне кипкән хөрмәгә һәм шулай уҡ виноградты йөҙөмгә алмаштырыу хаҡында нимә әйткән?
     Яуап: Әбү Хәнифә фекере буйынса, ярай, әммә уның уҡыусылары фекеренсә, бындай алмаштырыу тыйыла.
     Һорау: Зәйтүн майын зәйтүнгә, көнжөтте көнжөт майына алмаштырыу мөмкинме?
     Яуап: Зәйтүн һәм көнжөт һанынан алынған май күберәк булһа, мөмкин.
     Һорау: Төрлө сифатта һәм төрлө күләмдә булған итте алмаштырыу мөмкинме? 
     Яуап: Әйе, мөмкин.
     Һорау: Төрлө енестән (төрҙән) булған хайуандарҙың һөттәрен алмаштырырға яраймы?
     Яуап: Әйе, ярай.
     Һорау: Төрлө күләмдәге хөрмә уксусын виноград уксусына алмаштырырға мөмкинме?
     Яуап: Ярай.
     Һорау: Әҙер бойҙай икмәген тигеҙ булмаған үлсәмдәге бойҙайға йәки онға алмаштырырға мөмкинме?
     Яуап: Мөмкин.
     Һорау: Хужа үҙ хеҙмәтсеһенә сауҙа итергә рөхсәт биреп, шул хеҙмәтсеһенән риба ҡылып, бер нәмә һатып алырға яраймы?
     Яуап: Хужа менән хеҙмәтсе араһында бер ниндәйҙә риба ҡылып килешеүҙәр булыуы мөмкин түгел, сөнки хеҙмәтсе һәм уның бар булған милке хужа милкенән һанала.
     Һорау: Һуғыш ваҡытында мосолман дошман илендә йәшәүсе менән риба ҡылып, килешеү төҙөһә, бындай осраҡта ниндәй хөкөм ҡылына?
     Яуап: Дошман илендә дошман һәм мосолман араһындағы килешеүҙә бер ниндәй ҙә риба юҡ.
                                   Әт-Тәсһил Әз-Зарури ли Мәсәил Әл-Ҡудури, Ҡудури китабынан еңеләйтелгән фикһи мәсьәләләре.

     Ошо темаға ҡағышлы мәҡәлә: Аҡсаны процентҡа бирһәң (риба) - https://nazir1965.com/din/a%D2%A1sany-procent%D2%A1a-bir%D2%BB%D3%99%D2%A3-riba.html#more-6570