Мәхәлләләр хәлдәре
     – Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Әлхәмдүлилләһ, ошо ҡыш аҙағында Әбйәлил районының Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратында торған мәхәллә имамдарының йыйылышы булып, унда ошо яҙғы миҙгелгә мәсеттәрҙе төҙөкләндереү буйынса кәңәшмә уҙып, хәҙерге мәлдә шул эштәрҙе башҡарыу башланды. Үткән осорҙа мәсеттәрҙең эшмәкәрлеге һүлпәнәйеүенә әлеге коронавирус инфекцияһының таралауы сәбәп ине. Аллаһ Тәғәләнең һәр биргән һынауын тыныс ҡабул итеп, сабыр булып, киләсәккә өмөтһөҙ булмайыҡ. Аллаһ Тәғәлә: «Һәр ауырлыҡтаң һуң еңелек килә», тигән бит. ИншаАллаһ, Аллаһ насип иткәс, тормошобоҙ дауам итә, ахирәтендә онотмайыҡ.
     Хөрмәтле йәмәғәт, Аллаһ йорто булған мәсеттәребеҙҙең эшмәкәрлеген көсәйтәйек. Мәсеттәрҙе бит йоҙаҡ эленеп торһон өсөн төҙөмәнек. Мәсеттәр – беҙгә насип иткән ҙур ниғмәт. Бөгөн был йорттарҙы төҙөүсе изге бәндәләребеҙгә Аллаһының рәхмәте булһын. Уларға өммәтебеҙгә файҙа иткән өсөн Аллаһы Тәғәлә әжер-сауаптарын яҙһын. Был хаҡта хәҙистә асыҡ әйтелгән: «Ҡош-ҡорт ояһы тиклем генә мәсет төҙөткән кешене лә Аллаһы Тәғәлә йәннәтле итер». Мәхәллә халҡының иман йортона йөрөүе, уны буш тотмауы, йома намаҙҙарына йыйылыуы – тағы ла бер ҙур изгелек. Мәсеттәребеҙ буш булмаһын. Мосолман кешеһе тәһәрәт алып, ғибәҙәт ниәте менән иман йортона юл алһа, был кешегә мәсеткә ингәнсе һәр аҙымы өсөн ҙур изгелек яҙылыр, гонаһ кәмер, тиелә хәҙистә. Ә имамдың төп эше – ул динде күтәреү һәм исламдың матурлығын халыҡҡа еткереү. Быны дин әһелдәре иң беренсе сиратта вәғәздәре, нәсихәттәре аша башҡара. Имамдар – кеше күңелен, рухын ҡайғыртыусылар. Шуға күрә улар халыҡ мәсеткә килмәй тип ҡул ҡаушырып ултырырға тейеш түгел. Ислам ул беҙҙең халыҡтың йәшәү рәүеше, әхләге һәм тәртибе. Дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙе торғоҙоу ул дини йолаларҙы тәртипкә килтереү тип һанала. ИншаАллаһ, балаларыбыҙҙы йәйге каникул осорҙарында  Ҡөръән Кәрим китабын уҡырға өйрәнеү курстарына саҡырырбыҙ.

Салауат һәм Ҡужан ауылы мәсете

Салауат һәм Ҡужан


 Рафиҡ хәҙрәт Шаяхметов

Рафиҡ хәҙрәт

    Әбйәлил районының Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратында торған мәхәллә имам хатыбтары әлеге көндәрҙә һәр ҡайныһы үҙ мәсетендә төҙөкләндереу эше менән булыша. Кемдер ҡәбер ҡаҙыу инструментарын һатып алыу өсөн интернет-чаттар асып, саҙаҡа йыйып, уларҙы һатып ала. Икенселәре ремонт өсөн, мәҫәлән тәҙрә алмаштырыу өсөн быны ҡуллана. Быйылға күп нәмә планлаштырылған, имамдарға үҙ мәхәлләләрендә эш күп. Һеҙҙе бөгөн шуларҙың берәүһе Шаяхметов Рафик Хаким улы менән ҡыҙҡаса таныштырып үтәйем. Ул 47- йыл хеҙмәте менән хаҡлы ялға сыҡҡан. Оло йәштәрҙәрҙә булыуға ҡарамаҫтан әле лә ул арымай талмай ике ауыл халҡы: Салауат һәм Ҡужан йәмәғәте йөрөгән мәсеттә 14- се йыл хеҙмәт итә. Ҡасан барһаңда мәсеттенә юл асыҡ, үҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, аҡыллы кәңәштәрен биреп ҡала. Мәсетенең ашхана булмәһе, йылытылған тәһәрәт алыу урыныла бар. Әле Рафиҡ ағай мәсет манараһына яңы тауыш көсәйткес алып ҡуйҙы, ике ауылға хәҙер матур аҙан тауышы ишетелә.
     Рафиҡ ағайға киләсәктә һаулыҡ теләп, рәхмәтле булып ҡалайыҡ. Оло йәштәге муллаларыбыҙҙы ололайыҡ, хөрмәтләйек, уларға таянайыҡ.
     Ололарҙы ҙурлауға, ихтирам күрһәтеүгә, уларҙың аҡыл-кәңәшен тыңлауға Ислам динендә, ифрат ҙур әһәмиәт бирелгән. Халҡыбыҙҙың тарихында бихисап әйтем-мәҡәле, әкиәттәре, риүәйәттәре, шиғри, сәсмә әҫәрҙәре, йырҙарында ла был төшөнсәләрҙең баһаһы аңлатыла. Борон-борондан һәр изге эш булһынмы йә ҡәҙимге башҡа һәр эш башланышы өлкәндәр менән кәңәшләшеп, фекер алышып башланған, шунлыҡтан улар мотлаҡ бойомға ашҡан, уңышлы һөҙөмтә биргән, сөнки ололарҙа — ҙур тормош тәжрибәһе, ғилем, фекер. Халҡыбыҙҙа аҡһаҡалдарҙың төрлө сараларҙа урыны түрҙә булыуы, тәүге һүҙҙең уларға бирелеүе — хөрмәттең бер билдәһе. Бөгөн, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта ололарыбыҙҙың фекере ситтә ҡала, уларға ихтирам, иғтибарҙың кәмеүен күрәбеҙ. Былар бигерәктә динебеҙҙең торошонда күренә. Был үҫеп килгән быуын өсөн хәүеф менән янай. Халҡыбыҙҙың быуаттар дауамында һыналған тәрбиә сараһын — ололарҙы ололауҙы, хөрмәт итеүҙе, тәжрибәһен, ғилемен, аҡылын күңелгә һеңдереүҙе — дауам итһәк, тормошобоҙ бәрәкәтле булыр.
     Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә өлкән йәштәгеләрҙе хөрмәтләргә, уларҙың фатихаһын алып йәшәргә насип ҡылһын. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Мосолмандың ҡулынан да, теленән дә берәү ҙә зыян күрмәй”, — тигән икән, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып йәшәргә тырышайыҡ. Һәммәбеҙгә лә, иншаллаһ, өлкән йәштәгеләргә, олатай-өләсәйгә, атай-әсәйгә һәр саҡ ярҙам итергә, хәлен белешеп, хәстәрләп, күңелен күреп, хәйер-фатихаһын алып йәшәргә насип ҡылһын. Ғибәҙәт-ғәмәлдәребеҙҙе фәҡәт Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн ҡылайыҡ. Әмин. 
             Башҡортостан республикаһы Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратының Әбйәлил районы мөхтәсибәтенең имам-мөхтәсибе Сәйфулла хәҙрәт Гайсин.

     Йәлембәт ауылы мәсетендә тәҙрәләр алмаштырыу бара һәм Тупаҡ ауылы зыяратына, мәрхүмдәргә ҡәбер ҡаҙыр өсөн кәрәк инструмент алынды. Фотоларға бер тапҡыр баҫһағыҙ — ҙурая. Тағы бер баҫһағыҙ — нығыраҡ ҙурая. Уң яҡта крестика баҫһағыҙ, кире урынына ҡайта.

Йәлембәт ауылы мәсете

ауыл мәсете


мәсеттең тәҙрәләрен алмаштырыу

мәсет тәҙрәләре


Тупаҡ ауылы ирҙәре

Тупаҡ ауылы