Ялған «Имам Мәһди»ләр
Беҙҙең әлеге, тегенән-бынан алынған, түбән кимәлдә булған дин белемебеҙ менән хатта Ислам диненең ахыры алдынан буласаҡ иң мөһим ваҡиғаны – Имам Мәһди хәҙрәттең нисек һәм ҡайһы дәүерҙә килеүен белмәйбеҙ. Интернет биттәрен байҡаһаҡ, урыҫса Мәһди хәҙрәт тураһындағы хәҙистәрҙән алынған ары бире мәғлүмәттән башҡа хәбәр юҡ. Китаптарыбыҙҙала был ваҡиғаға ҡарата, заманаһына, сәйәсәтенә, фәни технологияларға бәйләнгән хәбәр юҡ, сөнки аңлатмалар диндең тәүге быуат цивилизация нигеҙҙәренән алынып, уның тәүге мәле сығыштырынан дәлиләнә. Ул ваҡыттарҙы бөгөнгө көндәр менән сағыштырһаҡ – улар ҡырағай мәлдәр булып сыға. Ә ошо яңы заманаларҙың, уның асыш-белем баҫҡыстарын, фән технологияһының тиҙ үҫеүен эшкә һанамай, һуңғы Ҡиәммәт ваҡиғаларына төшөнә алабыҙмы? Әлбиттә Ҡөръән Кәрим аяттары һәр яңы быуат өсөн асыштар алып килә, ул иҫкермәй.
Беҙ бала саҡта, октябряттәр значогында бөҙрә сәсле, ҡыҙыл битле бәләкәй дәджәлде күкрәктәрҙә йөрөттөк. Ҙурайғас коммунистик агитация менән колхозда көн-төнө, аҙна һайын туҡылған агитация менән коммунистәр рәтен яңы кешеләре менән тулыландырҙылар. Бына ошо Иблис идеологияһын ҡандарына һеңдергән Исламдың яңы «имамдар»ы, «бабайҙар» диненең тоғро һаҡсылары, — Имам Мәһди хәҙрәтте, Ленин бабай броневикә менеп Смольныйҙа сығыш яһаған кеүек, улда американдарҙың джип машинаһында, әллә Рәсәйҙең «Тигр» тигән бронеавтомобиле өҫтөнә баҫып, артынан мосолман армияһы эйәртеп, Мәккәне яулар тип, уйлайҙарҙыр ахыры.
Архив метки: имам
Мәхәлләләр хәлдәре
Мәхәлләләр хәлдәре
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Әлхәмдүлилләһ, ошо ҡыш аҙағында Әбйәлил районының Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратында торған мәхәллә имамдарының йыйылышы булып, унда ошо яҙғы миҙгелгә мәсеттәрҙе төҙөкләндереү буйынса кәңәшмә уҙып, хәҙерге мәлдә шул эштәрҙе башҡарыу башланды. Үткән осорҙа мәсеттәрҙең эшмәкәрлеге һүлпәнәйеүенә әлеге коронавирус инфекцияһының таралауы сәбәп ине. Аллаһ Тәғәләнең һәр биргән һынауын тыныс ҡабул итеп, сабыр булып, киләсәккә өмөтһөҙ булмайыҡ. Аллаһ Тәғәлә: «Һәр ауырлыҡтаң һуң еңелек килә», тигән бит. ИншаАллаһ, Аллаһ насип иткәс, тормошобоҙ дауам итә, ахирәтендә онотмайыҡ.
Хөрмәтле йәмәғәт, Аллаһ йорто булған мәсеттәребеҙҙең эшмәкәрлеген көсәйтәйек. Мәсеттәрҙе бит йоҙаҡ эленеп торһон өсөн төҙөмәнек. Мәсеттәр – беҙгә насип иткән ҙур ниғмәт. Бөгөн был йорттарҙы төҙөүсе изге бәндәләребеҙгә Аллаһының рәхмәте булһын. Уларға өммәтебеҙгә файҙа иткән өсөн Аллаһы Тәғәлә әжер-сауаптарын яҙһын. Был хаҡта хәҙистә асыҡ әйтелгән: «Ҡош-ҡорт ояһы тиклем генә мәсет төҙөткән кешене лә Аллаһы Тәғәлә йәннәтле итер». Мәхәллә халҡының иман йортона йөрөүе, уны буш тотмауы, йома намаҙҙарына йыйылыуы – тағы ла бер ҙур изгелек. Мәсеттәребеҙ буш булмаһын. Мосолман кешеһе тәһәрәт алып, ғибәҙәт ниәте менән иман йортона юл алһа, был кешегә мәсеткә ингәнсе һәр аҙымы өсөн ҙур изгелек яҙылыр, гонаһ кәмер, тиелә хәҙистә. Ә имамдың төп эше – ул динде күтәреү һәм исламдың матурлығын халыҡҡа еткереү. Быны дин әһелдәре иң беренсе сиратта вәғәздәре, нәсихәттәре аша башҡара. Имамдар – кеше күңелен, рухын ҡайғыртыусылар. Шуға күрә улар халыҡ мәсеткә килмәй тип ҡул ҡаушырып ултырырға тейеш түгел. Ислам ул беҙҙең халыҡтың йәшәү рәүеше, әхләге һәм тәртибе. Дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙе торғоҙоу ул дини йолаларҙы тәртипкә килтереү тип һанала. ИншаАллаһ, балаларыбыҙҙы йәйге каникул осорҙарында Ҡөръән Кәрим китабын уҡырға өйрәнеү курстарына саҡырырбыҙ.
Читать далее
Имам-мухтасиб Абзелиловского района
Имам-мухтасиб Абзелиловского района.
Уважаемые читатели! В конце прошлого года состоялось совещание имам-хатыбов Абзелиловского района с повесткой дня: выборы имам-мухтасиба района. Было предложено две кандидатуры: Гайсин С. А. и Сабитов Н. Б.
Имам-хатыб Таштимеровской мечети Сабитов Н. Б. взял самоотвод и предложил на этот пост хазрата Саифуллу, активного и способного организовать любые религиозные и прочие полезные деяния. И собрание единогласно избрало Гайсина С. А. имам-мухтасибом Абзелиловского района.
На основании решения протокола собрания имам-хатыбов Абзелиловского района Шейх-уль-Ислам Талгат Сафа Таджуддин Верховный муфтий Председатель ЦДУМ России подписал фарман-указ №24-20 о назначении Гайсина Сафиуллы Ахметшарифовича на должность имам-мухтасиба Абзелиловского мухтасибата Республики Башкортостан Центрального духовного управления мусульман России. Читать далее