Исем ҡушыу

                                                      Исем ҡушыу
     Нисек исем ҡушырға? Ниндәй исем? Исемеңдең мәғәнәһе ниндәй? Нимә аңлата? Исемең есемеңә тура киләме? кеүек һорауҙар йыш исемгә бәйле мәсьәләләрҙә барлыҡҡа килә.
     “Исем кешенең яҙмышына тәҫьир итә, яҙмышын билдәләй”, тигән ҡарашта бар. Ҡайһы бер халыҡ вәкилдәренең беҙ исеменә ҡарап милләтен билдәләй алабыҙ. Исем кешенең визит карточкаһы, шәхес таныҡлығы һымаҡ ул шәхестең ниндәй илдән, ниндәй милләт икәнен, хатта шулай уҡ беҙгә мосолманлығын да күрһәтеп тора. Әгәр әхләкле тәрбиәләнгән бала бәләкәйҙән үҙ исеменең мәғәнәһен белеп, яратып үҫһә, ул балала үҙенең милләтенә ҡарата ғорурлыҡ хисе уяна.
     Аллаһ Тәғәлә рәхмәте менән нәҫелдәребеҙҙе дауам итер өсөн сабый тыуа. Әлхәмдүлилләһи, ата-әсәне ҡыуандырып Аллаһ уларға бүләген — бәпесте бирә. Аллаһ Тәғәлә һәр кем был донъяға үҙ ризығы менән, үҙ өлөшө һәм үҙ яҙмышы менән килә тигән. Бала тыуыу – яңы кешенең донъяға килеүе ғәиләлә, йәмғиәттә ҙур ваҡиға итеп ҡабул ителә, Бала нәҫел-нәсәптең ебен өҙмәй йәшәүҙе дауам итеүсе, ата-бабаларҙың рухын киләһе быуындарға тапшырыусы, ғәиләгә йән һәм йәм биреүсе һәм беҙҙең был донъяла йәшәүҙең төп мәғәнәһе икәнен халыҡтың күбеһе аңлай.

     Ата-әсә, бала – бауыр ите, тип көтөп алған балаһын ҡәҙерләп, һөйөп уға оҙон ғүмер, бәхет теләп исем ҡушҡан. Баланың исемендә улар үҙҙәренең киләсәккә булған уй-хыялдарын, өмөт-теләктәрен сағылдырырға тырышҡан. Шулай итеп, халыҡтың донъяға ҡарашы, фекерләү ҡеүәһе, аҡылы, милләтебеҙҙең быуаттар буйына йәшәү рәүеше, халыҡ тарихы, тормош фәлсәфәһе, бай эске донъяһы төрлө мәғәнәле, тәрән йәкмәткеле исемдәр һәм исем ҡушыу йолаларын тыуҙырған. Быуаттар буйына ижад ителгән исемдәр һәм ҡушыу йолалары бөгөнгө көндә беҙҙең рухи байлығыбыҙҙың ҙур бер өлөшөн тәшкил итә.
     Бала тыуҙы. Өйгә, ғәиләгә яңы йәм, шатлыҡ, бәхет өҫтәлде. Шуның менән бергә яңы тыуған бала ата-әсәһенә өҫтәмә мәшәҡәттәр ҙә килтерҙе. Уларҙың иң беренсеһе балаға исем ҡушыу. Уға ниндәй исем бирергә? Был һорау һәр бер ата-әсәнең, баланың өлкән туғандарын, туған-ҡәрҙәштәрен уйландыра, борсой. Сөнки кешегә исем бер мәртәбә генә бирелә. Ҡыҙ бала исемендә гүзәлек, матурлыҡ, аҡыллылыҡ, ир-ат исемендә батырлыҡ, егетлелек, һөнәрмән сағылырға тейеш.
     Башҡортостан ҡыҙы журналында: «Барлыҡ халыҡтарҙың да тиерлек исемдәренә бер нәмә хас: ҡатын-ҡыҙ исемдәре наҙлылыҡ, инсафлыҡ, нәзәкәтлелек, гүзәллекте сағылдыра, уларҙы матур сәскәгә оҡшаталар, ә ир-егеттәрҙең исеме лә ысын ир-егет холҡондай, ҡыйыулыҡ, ныҡлыҡ, көс, таҫыллыҡҡа өндәп торғандай. Мәғәнәһенә иғтибар итһәң, исемдәрҙә тормошҡа яңы аяҡ баҫҡан балаға бәхет, оҙон ғүмер, ҡот, ырыҫ килһен, тигән изге теләктәр асыҡ күренә.
     Исем – кешегә ғүмерендә иң күп ишетергә тура килгән һүҙ ул. Һәр һүҙ, билдәле булыуынса, айырым өндәрҙән тора. Ә һәр өн – үҙ йышлығы булған тулҡын. Төрлө тулҡындар кешегә төрлөсә тәьҫир итә. Ябай ғына итеп әйткәндә, ошо бер һүҙ, үҙенә генә хас әйтелеше, аһәңе менән дә кешенең яҙмышын билдәләй. Хатта бер генә кешенең түгел, уның тирәһендәге башҡаларға ла йоғонто яһай. Хәҙерге тел менән әйткәндә, исем – ул яҙмыштың формулаһы, коды, тормош программаһы. Ул кешегә ғүмере буйына эйәреп йөрөй һәм уны бетеү урынына һаҡлап йөрөтә» – тип яҙылған бер яҙма бар. Әйе матур исемдәр, күркәм итеп өндәшеү һәм насар һүҙҙәр кешегә ныҡ тәьҫир итә тип фән ғалимдары ла тикшеренеүҙәре менән быны иҫбатланы.
     Башҡорт халҡы элек-электән яңы тыуған сабыйға исем ҡушыуға оло яуаплылыҡ менән ҡараған. Матур эстәлекле, моңло, ябай һәм аныҡ әйтелешле исемдәр бирергә тырышҡан. Исемдең есеменә туранан-тура килеүен теләгән һәм тәьмин иткән. Балаға исем ҡушыу – бик ҙур һәм яуаплы мөһим ваҡиға. Бына шуның өсөн ҡытай халыҡ мәҡәлендә хаҡлы рәүештә: «Насар яҙмыш менән тыуыу ҡурҡыныс түгел әле ул, ә бына насар исем алыу – ҡот осҡос», — тиелә.
     Исемен мәңгегә бирелә. Шуның өсөн дә балаға күркәм исем һайлау ата-әсәнең төп бурысы. Дөрөҫ тәрбиә биреү ҙә матур исем һәм хәләл ризыҡтан башлана.
     Йәш атай-әсәй балаһына исем ҡушҡанда, бер аҙ өлкәндәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалыу ҙа ҡамасау итмәҫ ине. Ҡайһы бер атай-әсәйҙәр, балаларыбыҙҙың тормошона тығылмайбыҙ, үҙҙәре белгәнсә йәшәһен тип әйтәләр. Был тормошҡа ҡыҫылыу түгел, ә кәңәш биреү генә була. Бер ҡушҡан исем бала менән ғүмер кисерә, ә унан, Аллаһ ҡаршына барып баҫа. Шуға ла сабыйығыҙға исем ҡушҡанда, уның киләсәк яҙмышы хаҡында ла уйлаһағыҙ ине.
     Динебеҙ ҡанундарына ҡараһаҡ, «атай-әсәй балаға мәғәнәле исем һайларға тейеш» тиелгән. Ислам шарттары буйынса, бала донъяға килгәнсе үк матур исем уйлап ҡуйыу – ата-әсәнең изге бурысы. Әгәр мәғәнәһеҙ исем икән, атай-әсәйҙең бурысы үтәлмәгән була. Кемдер әйтмешләй: «Балаһын табалар, исемен таба белмәйҙәр» тигәндәй булмаһын. Нисек мәғәнәле тигәндә: әлхәмдүлилләәһи, мәрхүм-мәрхүмә атай-әсәйем, уларға Аллаһтың рәхмәте булһын, ҡушҡан үҙ исемемдән аңлатайым. Нәзир – әйтеүсе, иҫкәртеүсе, еткереүсе, өгөтләүсе, ҡурҡытыусы, өлгөлө, үрнәкле һәм башҡа мәғәнәлә. Олатайымдыҡы Сабит – ныҡ тороусы — дөрөҫлөктө, ғәҙелекте яҡлаусы мәғәнәһендә. Олатайымды 5 йәштән урыҫтарға малайлыҡҡа биргәндәр, уларҙа урыҫса һөйләшергә-яҙырға өйрәнеп алып, аҙаҡ үҙҙәрен башҡорт ерҙәрен баҫа башлағас, ҡыуып, Әбей батшаға жалобалар яҙып, аттар саптырып йөрөгән. Мин дә, иншаАллаһ, шул исемемә ярашлы, Аллаһының ризалығы үә ҡөҙрәте менән ошо башҡортса сайты асып дини мәғлүмәттәрҙе һеҙгә еткерергә насип булды. Һәр кем бит был донъяға берәй ғәмәл ҡылырға Аллаһ тарафынан тәғәйләнеп килә һәм үҙ урынын таба, бурысын үтәй.
     Исеменә күрә есеме тип әйтерлек булһын, яңғырашы ла, мәғәнәһе лә матур исемдәр күберәк ҡушылһын ине, ҡолаҡҡа ишетелмәгән ят исемдәрҙең ниндәй мәғәнә белдергәнендә тикшерегеҙ. «Мин ҡайҙан беләйем. Главный — матур яңғырай һәм атаһының исеменә ярашлы!»тип аҡылһыҙланыу кәрәкмәй. Шуға мәғәнәһен белмәйенсә, сабыйға исем ҡушыу дөрөҫ булмаҫ. Аллаһ илсеһе – Пәйғәмбәребеҙ: «Һеҙҙе Ҡиәмәт көнөндә исемегеҙ менән һәм атағыҙҙың исеме менән саҡырырҙар, исемегеҙҙе яҡшы ҡылығыҙ», – тигән. Шуға Аллаһ Тәғәлә алдында беҙ исемдәр өсөн яуаплы. Хәрәм ғәмәлдәр, кешене гонаһҡа алып барған ғәмәлдәр араһында бына ошо пунктар бар: 264. Балаға мәғәнәһеҙ, йә сирҡанғыс мәғәнәле исем ҡушыу. 265. Балаға бик артыҡ маҡтауҙы аңлата торған исем ҡушыу.
     Ислам шәриғәте буйынса исем ҡушыу тәртибе бар. Бында беҙҙең боронғо динебеҙгә ҡыҫылышы булмаған йолалар менән буталырға кәрәкмәй. Был дингә ҡыҫылыш булмаған йола нисек башҡарылған?
     Боронғо йола буйынса элек тәүге исемде балаға кендек инәһе (кендек әбейе) ҡушҡан. Кендек әбейе яңы тыуған сабыйҙы ҡабул итеп алғас (донъяла һәр нәмәнең, һәр заттың исеме – атамаһы була, тигән ҡараштан сығып), баланың бер ҡулына ебәк еп бәйләп, ҡолағына шыбырлап ҡына, исемең шулай булһын, тип бер исем әйтеп йүргәккә төргән. Был тәүге исем – “йүргәк исеме” тип аталған. Йүргәк исеме һәм ебәк еп баланы төрлө яман заттан, ен-пәрейҙән һаҡлай, тигән ышаныу йәшәгән, һуңынан балаға рәсми ҡушыу йолаһы атҡарылған. Исемде ырыу аҡһаҡалдары, ата-бабалар, ололар ҡушҡан. Халыҡ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә нигеҙләнеп барлыҡҡа килгән “исем туйы” үткәрелгән. Артабан ислам дине инә башлағас, исем ҡушыу тантанаһы муллалар ҡулына күскән.
     Бынан башҡа кемдәрҙер кешегә ике исем ҡушылһа, шул кеше бәлә-ҡазаларҙан имен була тигән яңылыш фекерҙә йөрөй. Был дөрөҫ түгел, кешене исем түгел, ә Аллаһ Тәғәлә һаҡлай, шуға ла һәр һулышыбыҙ, һәр аҙымыбыҙ Аллаһ ризалығы өсөн булырға тейеш. Был ике исем менән хаталаныу электән килә, атайымдың исеме Мөхәмәт-Балапан булды. Атайымдың ғәиләһендә тәүге балалар үлеп торғас, уға башҡорт муллаһы Мөхәмәт тип ҡуша, шунан һуң ҡаҙаҡ муллаһы Балапан тип аҙан әйтә. Өйләнеп, шунан армия хеҙмәтен Ҡытайҙың Порт-Артурында үтәп, Ғәйшә исемле әсәйебеҙ менән туғыҙ баланы үҫтерҙеләр, ошо донъяла йәшәүебеҙ Аллаһтың рәхмәтенәндер һәм әбәбеҙ (атайымдың әсәһе) доғаларынандыр. Әбәбеҙ Йәнифә исемле, динле булған, дәрүиштәр менән (ил гиҙеп йөрөүсе динлеләр, суфыйҙар) аралашҡан.

     Исем ҡушыу хөкөмөнә килгәндә, фарызы — ата-әсә балабыҙҙың исеме шул исемле булырға тейеш тип, һайланған исеме менән өндәшһәләр, фарыздарын үтәйҙәр. Ә сөннәт ғәмәл: аҙан һәм ҡамәт әйтеп балаға исем ҡушыу.
     Шуға, аҙан әйтеп исем ҡушылмаған кешеләрҙең исемдәре дөрөҫмө тигәнгә, улар фарыз яғын үтәгәндәр. Былар ауыр һуғыш заманында ирҙәр булмағанда әбейҙәр ҡушҡан исемдәр, йәки бөгөн Себер эшләгән йәки хәрби урындарҙа хеҙмәт иткән ғәиләләрҙең балалары элгәре динебеҙ барып етмәү сәбәпле аҙанһыҙ исем алғандар. Бындай исемдәрҙә гонаһ юҡ.
     Ҡайһы ваҡытта исем ҡушырға тигәндә: кемдәрҙер балаға 40 көнө тулғанын көтә, был дөрөҫ түгел. Мөхәммәд пәйғәмбәр (ғәләйһиссәләм) әйткән: иң яҡшыһы — бала тыуғандан һуң уҡ йәки етенсе көнөндә исем ҡушырға кәрәк, әммә был эште һуҙырға ярамай, ни тиклем тиҙерәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ.
     Балаға, ислам дине буйынса, исемде атаһы ҡушырға тейеш. Әгәр ҙә атай кеше исем ҡушыуҙың бөтә шарттарын да белмәй икән, ул ваҡытта мулла саҡырыр кәрәк йәки мәсеткә генә барып исем ҡушарға, ә һуңынан баланың һаулығына ниәтләп (Аллаһ Тәғәләнең ризалығынан балам иҫән-һау булһын тип):
     «Бисмилләһ, Аллаһүммә хадхә минкә үә иләйкә» (Аллаһ исеме менән, Эй, Аллаһ, был фәҡәт Һинең өсөн генә эшләнә) — тип ҡорбан салғас, туғандарығыҙҙы-яҡындарығыҙҙы саҡырып мәжлес яһарға була. Ҡорбанды өс өлөшкә бүлеп, бер өлөшөн өйҙә ашарға, икенсе өлөшөн туғандарға, күршеләргә һәм ярлыларға таратырға мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр исем ҡуштырыу өсөн имамды, мулланы өйгә саҡырырға буламы тип һорай. Әлбиттә, ярай. Әгәр өйгә саҡырырға уйлайһыҙ икән, бер аҙ алданыраҡ хәбәр итергә кәрәк, сөнки һәр бер имамдың ваҡыты яҙылып ҡуйылған һәм һеҙ теләгән ваҡытҡа ул буш булмаҫҡа мөмкин.
     Сөннәт буйынса исемде етенсе көндә ҡушыу хәйерлерәк булып һанала. Әгәр мөмкинлек булмаһа, мәҫәлән, баланы бала тыуҙырыу йортонан сығармаған булһалар, ул ваҡытта исем ҡушыуҙы кисектерергә лә мөмкин. Унан һуң, баланың сәсен алыу, шул сәс ауырлығында хәйер-саҙаҡа биреү, баланы сөннәткә ултыртыу, ир бала тыуһа – ике, ҡыҙ бала тыуһа, бер ҡорбан салып, ғаҡиҡа үткәреү сөннәт ғәмәлдәрҙән һанала.
     Исем ҡушыу тәртибенә киләйек. Баланы саф, аҡ, пак әйбергә төрөп (тормошо аҡ булһын тигән ниәт менән), мендәргә һалып килтерәләр. Унан һуң баланың аяғын (башын) ҡиблаға ҡаратып ятҡыралар. Ошо ерҙә бәхәс тыумаһын, баланы нисек ятҡырырға, кемдер иң башта сабыйҙы бер ҡулына ҡосаҡлап алып аҙан ҡысҡыра һәм икенсе яҡ ҡулына алып ҡамәт әйтә, йәки баланы йөҙө менән ҡиблаға ҡаратып һалалар ҙа аҙан, шунан һуң икенсе яҡ йөҙө (ҡабырғаһы) менән йәнә ҡиблаға ҡарата һалып ҡамәт әйтә. Өлкәндәргә лә исем ҡушҡанда ҡиблаға ҡаратып ултыртып, артынан тороп аҙан әйтеп исем ҡушабыҙ бит. Исемде ир-ат ҡына ҡуша, ҡатын-ҡыҙҙың быға хаҡы юҡ. “Ислам дине йолалары. Хәҙистәр" тигән китапта балаға исем ҡушыу түбәндәгесә һүрәтләнә:
     “Аҙан әйтеп, аҙан доғаһын уҡырға. Баланың уң ҡолағына өс рәт енелсә тын өрөлә, исеме һәм атаһының исеме әйтелә. Ҡамәт төшөрөлә. Ҡамәт артынан баланың һул ҡолағына ла өс рәт енелсә тын өрөлә һәм әйтелә: фәлән кешенең донъяға килгән йән киҫәгенә шәриғәтебеҙгә тиң булған ошо исемде биреп, Аллаһ раббил ғәләмин хозурына тапшырабыҙ. Йә, Хоҙай, үҙең ҡабул итеп рәхмәтенә ирешер! Әмин".
     Исем ҡушыуҙың тулыраҡ варианты итеп ошолайыраҡ башҡарырға була, баланы түшәккә һалғас, доға ҡылабыҙ:
     «Субхәәнәкә-ллааһүммә үә бихәмдик. Үә тәбәәракә-смүк. Үә тәғәләә джәддүк. Үә ләә иләәһә ғайрук».
     Мәғәнәһе: «Аллаһым, Һиңә дан һәм Һиңә маҡтау, Һинең исемең мөбәрәк, Һине ололоғоң юғары, һәм Һинән башҡа һис бер иләһе юҡ».
     Шунан һуң ныҡ ҡысҡырмайынса баланың уң яғына аҙан әйтәбеҙ:
           Аллааһү әкбәр. Аллааһү әкбәр.
           Аллааһү әкбәр. Аллааһү әкбәр.
          Әшһәдү әл ләә иләәһә илләллааһ.
          Әшһәдү әл ләә иләәһә илләллааһ.
          Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-расүүлүллааһ.
          Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-расүүлүллааһ.
          Хәййә ғәләс-саләәһ. Хәййә ғәләс-саләәһ.
          Хәййә ғәләл-фәләәх. Хәййә ғәләл-фәләәх.
          Аллааһү әкбәр. Аллааһү әкбәр.
          Ләә иләәһә илләллааһ.
— тигәс, аҙан доғаһын уҡыйбыҙ:
     Аллааһүммә раббә һәәҙиһид-дәғвәтит-тәәммәһ. Үәс-саләәтил-ҡааимәһ. Әәти Мүхаммәдәнил-үәсииләтә үәл-фаҙыыйләһ. Үәбғәҫһү мәҡаамәм-мәхмүүдән-илләҙии үәғәддәһ. Үәрзуҡнәә шәфәәғәтәһү йәүмәл-ҡыйәәмәһ. Иннәкә ләә түхлифүл-мииғәәд.
     Шунан сабыйҙың ҡолағына Фәлән улы фәлән булһын тип өс тапҡыр әйтеп, өрәбеҙ. Артабан икенсе ҡолағы ғына аҙандан шымыраҡ итеп ҡамәт әйтәбеҙ:
          Аллааһү әкбәр. Аллааһү әкбәр.
          Аллааһү әкбәр. Аллааһү әкбәр.
          Әшһәдү әл ләә иләәһә илләллааһ.
          Әшһәдү әл ләә иләәһә илләллааһ.
          Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-расүүлүллааһ.
          Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-расүүлүллааһ.
          Хәййә ғәдәс-саләәһ. Хәййә ғәләс-саләәһ.
          Хәййә ғәләл-фәләәх. Хәййә ғәләл-фәләәх.
          Ҡад ҡамәтис-саләәһ, Ҡад ҡамәтис-саләәһ
          Аллааһү әкбәр. Аллааһү әкбәр.
          Ләә иләәһә илләллааһ.
     Йәнә баланың һул ҡолағына исемең Фәлән улы фәлән булһын тип өс мәртәбә әйтеп, өрәбеҙ. Шунаң һуң берәй доға ҡылына, “Фатиха” йә “Ихлас” сүрәһен уҡырға була, беҙ иһә Ғимран сүрәһенең 36 аятынан ошо өлөштө уҡыйыҡ:
                                           وَإِنِّي أُعِيذُهَا بِكَ وَذُرِّيَّتَهَا مِنَ الشَّيْطَانِ الرَّجِيمِ
     …үә иннии үғииҙүһәә бикә үә ҙурриййә-тәһәә минә-шшәйтаани-рраджиим.
     Бына, мин уны һәм уның балаларын таш менән бәргеләнгән шайтандан һаҡлар өсөн Һиңә тапшырам.
     Теләгән доғалар уҡыла, теләктәр теләнә, вариантар:
     1. “Йә Раббым! Ошо балаға хәйерле ғүмер, һаулыҡ, бәхет, хәйерле белем, хәйерле һөнәр, хәйерле кәсеп биреп, динебеҙгә, илебеҙгә, милләтебеҙгә файҙалы, атай-әсәһенә миһырбанлы-шәфҡәтле изгелекле бала булып үҫеп етеүен насип ит.
     2. Был бала ислам динен ҡеүәтләүсе, ата-әсәһенә игелекле, миһырбан-шәфҡәтле, тәүфиҡлы зөрриәт (бала) булһын ине, ата-әсәһенә был баланы шатлыҡ-һөйөнөс, һаулыҡ, сәләмәтлек менән үҫтерергә насип итһен ине. Үҫеп еткәс. Хәйерле бәндәләреңде насип итеп, матур ғәилә ҡороуҙарын да насип ҡыл. Әмин”
     3. Йә, Аллаһым, йә Раббым ошо балаға бәрәкәт бир, һаулыҡ-сәләмәтлектән айырма, тәнен нығыт, ишетеү-күреү һәләтен яҡшырт, был баланы камил ҡыл.
     Йә, Раббым, Үҙ мәрхәмәтең менән киләсәктә был баланы ауырыуҙарҙан, гонаһтарҙан, хаталарҙан һәм аҙашыуҙан һаҡла һәм уны Үҙеңә тоғро ит.
     Йә, Раббым, был бала ата-әсәһен тыңлаусан булһын, юғары әхләкле бала булып үҫһен, уны Ислам динен хөрмәт итеүсе тәҡүәләрҙән насип ит.
     Йә, Раббым ата-әсәһенә ошо баланың ҡайғы хәсрәт килтермәй, хәләл кәсептәр менән матур ғәилә ҡорғанын, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күрергә нассип ит.

     - Әгәр исем мәғәнәһеҙ йәки насар мәғәнә бирә икән, был исемде мулла ҡушыуҙан баш тарта аламы? Мулланың ата-әсәне өгөтләргә хаҡы бармы?- тигән һорауға,
     - Имам кеше исем ҡушарға килде икән, иң беренсе сиратта ул ата-әсәгә ошо исем, уның мәғәнәһен, ни өсөн аҙан әйтелеп исем ҡушылыуы хаҡында кәңәш-нәсихәт әйтергә тейеш. Сөнки кәңәш-нәсихәт биреү мосолман хаҡы булып һанала. Исем ҡушыр алдынан, ата-әсәгә баланың был исемде күтәреп йөрөйәсәген әйтергә, балаға был исем менән ауыр булмаһын тип, аңлатырға кәрәк. Бөгөн был исем беренсе рәттә тип ҡаңғырмаҫ кәрәк. Әле бына әйлән-тирәлә бөтәһе лә бер исемдә икәнен аңғараң. Бер йылда бөтәһе лә бер исемде балаларына ҡушҡан. Мода үтә ул, әммә исемдәр тәрән мәғәнәле, аҡыллы булырға тейеш. Шуны беҙ халыҡҡа еткерергә тейешбеҙ.
     Әгәр инде ата-әсә насар мәғәнә бирә торған исем ҡушарға теләй икән, имам был исемде ҡушмаҫҡа мөмкин. Һәм ата-әсәне өгөтләргә, нәсихәттәргә тейеш. Сөнки Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм заманында сәхәбәнең исеме Ғабдулшәмс (ҡояштың ҡоло мәғәнәһендә) ине. Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм уға: «Исемеңде алыштыр, һин Ғабдулшәмс түгел, Ғабдуллаһ», — тип әйтте. Береһенең исеме Хузн ине. Йәғни ҡайғылы, хәсрәтле кеше тигән мәғәнәлә. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм уға Сәхл (еңел мәғәнәһендә) тип исем ҡушты. Ҡыҫҡаса  әйткәндә, әгәр исем насар мәғәнәне белдерә икән, исемде ҡушмаҫҡа һәм был хаҡта ата-әсәгә әйтергә мөмкин.
     Әгәр балаға ҡушылаһы исем беҙҙең халыҡтыҡы йәки башҡа милләттең исеме икән, уны ғәрәп теленә тәржемә итергә кәрәк түгел. Уны нимәгә тәржемә итергә? Ул бит ғәрәп исеме түгел. Аллаһ һәр халыҡты һәм телдәрҙе күркәм ҡылды. Беҙҙә башҡортта Гөлнара тигән исем киң таралған. Ул фарсынан килгән исем, «гранат сәсҡәһе» тигәнде аңлата. Ләкин ҡайһы берәүҙәр, «нар» – тип «ут» тәржемә итеп, был исемдең мәғәнәһен юғалта. Әгәр урыҫ кешеһе ислам динендә, уның исеме Владимир йәки Алексей икән, былар — урыҫ телендә матур, мәғәнәле исемдәр. Уны үҙгәртергә йә мосолман исемен ҡушарға кәрәк тигән нәмә шарт булып тормай. Иң мөһиме исемдең мәғәнәле булыуы кәрәк. Сит халыҡтар исемдәрен ҡушыуҙы тыйыуға шәриғәттә дәлилдәр юҡ.

      Исемең есемеңә тап килһен:  https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/iseme%D2%A3-eseme%D2%A3%D3%99-tap-kil%D2%BBen.html

     Динебеҙҙә исемдәрһең әһәмиәте:  https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/dinebe%D2%99%D2%99%D3%99-imemd%D3%99r%D2%99e%D2%A3-%D3%99%D2%BB%D3%99mi%D3%99te.html

     Балаға ҡорбан: https://nazir1965.com/din/bala%D2%93a-%D2%A1orban.html