Ниәт (намерение)

                                                       Ниәт (намерение)
     Әғүҙү билләһи минәш шайтанир-раджим. Бисмилләһир рахманир рахим.
Аллаһы Тәғәлә ризалағы өсөн ихлас күңелдән (ниәт) менән йома ғибәҙәтенә йыйылған хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
     Барыбыҙға Аллаһының рәхмәт үә ризалығына ирешеп донъя менән ахирәт сәләмәтлеге, хәйерле һәм бәрәкәтле ғүмер һәм тормоштар насип булһын.
     Ошо йомабыҙ барыбыҙға ла мөбәрәк булып ил-йән тыныслығы, иҫәнлек-һаулыҡ менән киләсәк йомаларыбыҙҙы ла шатлыҡ менән ҡаршылап, саф күңел, ихлас ниәт менән ғибәҙәт һәм доғалар ҡылырға насип булһын.
     Хөрмәтле мосолмандар! Бөтә Ислам ғалимдары тарафынан ҡабул ителеп, динебеҙҙә дәлил итеп йөрөтөлә торған билдәле бер хәҙистәрҙән һаналған Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәлләм бер мөбәрәк һүҙҙәрен ишетәйек:
     «Иннәмәл-әғмәли бин-ниәт» (Һәр эш ниәткә ҡарап баһалана), донъяла бөтә эштәребеҙ бары тик ниәт менән генә була. Ниәт сәбәпле ҙур сауаплы, ниәт сәбәпле ҙур гонаһлы булырға мөмкин».

     Ниәт – бер эш-ғәмәлде ҡылыу тураһында уйлау була. Һәр бер ғәмәлдең нәтижәһе – тел менән әйтеләме, ҡул менән эшләнәме, йәғни тән ғәмәлеме, ул – ниәткә ҡарап баһалана. Тел менән әйтеү мәжбүри түгел. Ҡайһы бер ғәмәлдәрҙе башҡарыр алдынан иһә телдән әйтеү хәйерлерәк була. Мәҫәлән, намаҙ уҡыр алдында беҙ күңелдән дә ниәтләргә тейеш, телдән әйтергә лә кәңәш ителә. Ниндәйҙер ғәмәл ҡылыр алдынан, һәр мосолман уйларға тейеш: ул уны ниндәй маҡсат менән, ни өсөн башҡара?
     Әҙәм балаһы киләсәк аҙымын, эшен барлап, хыяланып, уйланып, ниәттәр ҡыла, шул тәүәҡҡәләгән уйҙарынан сығып төрлө ғәмәлдәр ҡыла. Ниәт төҙөк, уйҙары яҡшы икән, яҡшы эштәр башҡара, ниәт изге булһа – ғәмәл дә изге, ниәте яман булһа, гонаһлы аҙымдарға баҫа. Күптәребеҙ быға иғтибар ҙа бирмәй, әммә күп нәмәләр беҙҙең ниәттәрҙән тора. Тимәк, ниәттәр төрлө-төрлө була.
     Ғалим хәҙрәттәр: «Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салаллааһу ғәләйһи үә сәлләмдең «Ысынында, эштәр ниәт менән генә баһаланалар. Һәр кешегә үҙе ирешергә ниәтләгән генә нәмә буласаҡ...» тигән хәҙисе – Исламдың терәге тип аталыусы хәҙистәрҙең береһе», – тиҙәр. Әбү Дауыт радыйаллаһу ғәнһү: «Ысынлыҡта, эштәрҙең ниәткә ҡарап баһаланыуы хаҡында хәҙис Исламдың яртыһын тәшкил итә. Сөнки дин йә асыҡ, йә йәшерен була ала. Асығы – ғәмәл, йәшерене – ниәт», – тип ниәткә ҡарата аңлатма биргән. Йәғни, ниәттең мәғәнәһен аңлатҡан.
     Ғалимдарының берҙәм фекере буйынса, намаҙ, ураҙа, хаж кеүек фарыз ғибаҙәттәрҙе ҡылғанда ниәт уның бер нигеҙе булып һанала. Шулай итеп, ниәт – зарури шарт. Ниәттән башҡа ғибәҙәт ҡабул булмай. Һәр ғәмәлдең, ғибәҙәттең ваҡыты, урыны бар. Мәҫәлән, намаҙ башлағанда «Аллаһу әкбәр!» тип әйтергә, хажда ихрам кейергә тейешбеҙ. Шуның кеүек үк, ниәттең дә урыны һәм, әйтергә кәрәк, ваҡыты ла бар. Ниәттең урыны – йөрәк, ҡальб (күңел). Ниәткә ҡараған зарури шарт ул – теләгән, йәғни уйлаған нәмәне билдәләү, миҫал өсөн, һәр намаҙға: иртәнге, өйлә, икенде, ахшам һәм йәстү намаҙҙарына айырым ниәт итеү.
     Дөрөҫ ниәтләп ғәмәлдең сауабын алабыҙ йәки юҡ. Бына ҡайһы саҡ бер-береһенә оҡшаш ғәмәлдәр ниәтенә ҡарап ҡына айырыла. Мәҫәлән, кеше ғөсөл ҡойона. Беҙҙең ғөсөл берәүҙең ҡәҙимге душ кереүенән ни менән айырыла? Ситтән ҡарағанда, айырма юҡ: икеһе лә һыу ҡойона, әммә берәүһе намаҙ уҡыу ниәте менән таҙарына, ә икенсеһе тәнен таҙартыу маҡсаты менән йыуына. Асылда бер үк ғәмәл башҡарып, иншәАллаһ, тәүгеһе сауап ала, ә икенсеһе ул сауаптан мәхрүм. Тимәк, ниәтебеҙгә күрә беҙ ҡәҙимге ғәмәлдәребеҙҙе ғибәҙәткә әйләндерәбеҙ һәм улар өсөн сауап алабыҙ. Айырма ниәттә генә, ниәтте тел менән әйтеү ҙә кәрәкмәй, ул кешенең күңелендә, йөрәгендә.
     Изге ниәт, ихласлыҡ, Аллаһтың ризалығын алырға теләү сәбәпле һәр файҙалы һәм яҡшы ғәмәл ғибәҙәткә әүерелә. Ниәтләп эшләнгән игелекле, изге эш-ғәмәлдәргә Аллаһ Тәғәлә әжер-сауап ирештерә. Исламдың асылы шунда: мосолман нимә генә эшләһә лә, әгәр ҙә ул яҡшы, изге эш-ғәмәл икән, уны Аллаһ ризалығы өсөн башҡарһа, ул эш-ғәмәлдәр ҙә ғибәҙәт булып иҫәпләнә. Ҡатын-ҡыҙ хәләл ризыҡтан аш-һыу әҙерләй башлағансы: «Аллаһ ризалығы өсөн, яҡын кешеләремә (ғәилә әһелеме) ғәмәл-ғибәҙәт ҡылырға, кәсеп итергә, уҡып белем алырға көс-ҡеүәт йыйыр өсөн аш-һыу әҙерләйем», – тип ниәтләй икән, уның аш-һыу хәстәрләүе лә ғибәҙәттән һанала. Ир кеше кәсеп итергә, эшкә сығып киткәндә: «Аллаһ ризалығы өсөн, ғәиләмде тәьмин итеү, көндәлек тормош алып барыу өсөн эшкә барам», – тип изге ниәт итә икән, ул кеше көнө буйы доға ҡылған кеше әжеренә эйә була.
     Аллаһ Тәғәлә ниәттәребеҙҙе белеүсе. Аллаһ ниәтебеҙгә ярашлы рәүештә, уның өсөн әжер ҙә бирә һәм, яза ла бирә. Бер кеше изге ниәт ҡылып та, ауырып китеү сәбәпле уны башҡара алмаһа, шул башҡара алмаған ниәтенә үкенеп-ҡайғырһа, уның өсөн әжер ала.
     Ғалим Бәйдәүи хәҙрәттәре былай тигән: «Тейешле ниәттән башҡа ҡылынған ғәмәлдәр дөрөҫ булмай. Сөнки ғәмәлһеҙ ниәт өсөн әжер бирелә, ә ниәтһеҙ ғәмәл юҡҡа сыға. Ғәмәлгә ҡарата ниәт – тәндәге йәнгә тиң: тән йәнһеҙ йәшәй алмай, ә йән тәнһеҙ ҙә юҡҡа сыҡмай». Быны нисек аңларға? Изге ниәт ҡылып та, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында кеше уны башҡара алмаһа (ауырып китһә йәки бер нәмә ҡамаусалаһа), ул кеше шул изгелекте ҡылған әжерҙе ала. Миҫал өсөн кеше изгелек ҡылырға ниәтләне, әммә ауырып китте йә иһә үлде һәм ниәтен тормошҡа ашыра алманы. Изге ниәтенә күрә уға барыбер әжер-сауап яҙыла. Ә инде изгелекте ниәтһеҙ генә, Аллаһ ризалығын өмөт итмәйенсә генә ҡылһа, ғәмәле әжер-сауапҡа килтермәй. Аллаһҡа тәҡүә булған мосолман барлыҡ изгелекле эштәрен, изгелектәрен фәҡәт Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн тип ниәтләп ҡыла.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһис-сәлләм әйткән хәҙисен ҡабатлайыҡ: «Ысынында, ғәмәлдәр ниәткә ҡарап баһалана» (Бохари). Йәғни әҙәм изгелек эшләһә лә, ул Аллаһы тарафынан ҡабул булырға ла, йә булмаҫҡа ла мөмкин. Әгәр ул изгелек дөрөҫ ниәт менән башҡарылһа, уның кеше өсөн бик күп әжер-сауаптар ала. Әгәр инде башҡа ниәт икән, миҫалҫа, кеше күрһен, маҡтаһын өсөн, йә иһә ниндәйҙер дәрәжәләргә ирешер өсөн, матди байлыҡҡа ирешер өсөн яҡшылыҡ ҡылып йөрөһә, уның ҡабул булыуы икеле.
     Икенсе хәҙис-шәрифтә әйтелгән: «Мөьминдең ниәте уның ғәмәленән хәйерлерәк» (Суютий «Джәмиғ әс-сәғир»). Мөьмин кеше изгелекте һәр саҡ Аллаһ ризалығы өсөн башҡарырға тырыша. Әгәр ҙә ул ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ниәтләгән изгелеген ҡыла алмаһа ла, уға әжер-сауаптар яҙыласаҡ. Был ғибәҙәттәргә лә ҡағыла. Миҫал итеп: ул нәфел намаҙҙарын һәр саҡ уҡырмын тип ниәт итеп ҡуйып та, ауырып китеү сәбәпле быны эшләй алмаһа, барыбер сауабын аласаҡ.
     Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһис-сәлләм дә әйткән: «Кеше изгелек ҡылырға ниәтләһә, ләкин ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ҡыла алмаһа, ул әжер аласаҡ. Ниәтләһә һәм башҡарһа, уға ундан алып ете йөҙгә тиклем әжер-сауап яҙылырға мөмкин. Әгәр кеше насар ғәмәлде ҡылырға ниәтләһә һәм уны ҡылмаһа – уға ла әжер яҙылыр. Әгәр боҙоҡ ғәмәлгә ниәтләһә һәм ҡылһа – гонаһ яҙылыр». Бер ғалим былай тип әйткән: «Беҙҙең ғәмәлдәребеҙ ҡабул булһын өсөн ике шарт үтәлергә тейеш. Беренсеһе – ихласлыҡ, икенсе – ул ғәмәлдең Ҡөрьәнгә һәм сөннәткә тура килеүе. Ни тиклем ихласлыҡ менән ҡылынған яҡшы ғәмәл булһа ла, ул сөннәткә һәм Ҡөрьәнгә тура килмәй икән, ул ҡабул булмаҫ. Киреһенсә, изге китапҡа һәм сөннәткә тура килә торған ғәмәл булһа ла, кешенең ихласлығы юҡ икән, ул да ҡабул булмаҫ».
     Исламдың асылы – һүҙҙә лә, эш-ғәмәлдә лә Аллаһ ризалығына ирешеүҙе белдереү, ихластан Аллаһҡа итәғәт итеү. Ниәттең күркәмлеге, ниәттең дөрөҫлөгө тәҡүә мосолмандың йәннәткә кереүенә сәбәп була, боҙоҡ ниәт сәбәпле әҙәм йәһәннәмгә төшәсәк. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм: «Ҡиәмәт көнөндә иң элек шәһит (Аллаһы Тәғәлә юлында үлгән мосолман) булған кешенең яҙмышы хәл ителәсәк. Уны Аллаһ ҡаршыһында килтерерҙәр: Аллаһ Тәғәлә уға донъяла ниндәй мәрхәмәт күрһәткәнлеген хәбәр итәр, ул уларҙы таныр. Шунаң һуң ул кешенән: «Һин Миңә рәхмәт йөҙөнән нәмә эшләнең?» – тип һорар. Ул: «Һинең өсөн һәләк булғансы көрәштем», – тип яуап бирер. Аллаһ: «Һин ялғанлайһың! Һин, кешеләр һинең хаҡта: «Ҡыйыу кеше!» – тип әйтһендәр өсөн генә көрәштең. Һәм улар шулай һөйләнеләр ҙә», – тип әйтер. Шунан һуң был кешене тамуҡ утына ташларға бойороҡ ителер. Шунан һуң белем алыусы, белгәндәрен башҡаларға өйрәтеүсе һәм Ҡөръән уҡыусыны килтерерҙәр. Аллаһ Тәғәлә уға Үҙенең биргән ниғмәттәре хаҡында хәбәр итәр, ул кеше уларҙы таныр. Ары Аллаһ Тәғәлә унан: «Һин Миңә рәхмәт йөҙөнән нәмә эшләнең?» – тип һорар. Ул: «Мин – Һинең хаҡҡа белем алдым. Белгәндәремде башҡаларға еткерҙем һәм Ҡөръән уҡыным», – тип яуап бирер. Унан һуң Аллаһ: «Һин ялғанлайһың. Һин, кешеләр һинең хаҡта: «Ул – ғалим!» – тип әйтһендәр өсөн генә белем алдың һәм Ҡөръәнде: «Ул һәйбәт уҡый!» – тип әйтһендәр өсөн генә уҡының. Һәм улар шулай әйттеләр ҙә», – тип әйтер. Шунан һуң ул кешене тамуҡ утына ташларға бойоролор. Һәм, Аллаһ ҡаршына, донъяла йәшәгәндә байлыҡтар бирелгән кешене килтерерҙәр. Аллаһ Тәғәлә уға Үҙенең биргән ниғмәттәре тураһында хәбәр итә, ул уларҙы таныр. Аллаһ Тәғәлә: «Һин Миңә рәхмәт йөҙөнән нәмә эшләнең?» – тип һорар. Ул кеше: «Малдарымды Һин теләгәнсә сарыф итеү өсөн бер мөмкинлекте лә ҡулдан ысҡындырманым. Һәм уларҙы Һинең өсөн сарыф иттем», — тип яуап бирер. Аллаһ: «Һин – ялғанлайһың. Сөнки һин быны ул кешеләр һинең хаҡта: «Йомарт!» – тип әйтһендәр өсөн генә эшләнең. Һәм улар шулай тип әйттеләр ҙә», – тип ишеттерер. Һәм уны йәһәннәм утына ташларға бойороҡ бирелер».
     Изге ғәмәлдәр ҡылғанда ла, кеше күрһен өсөн йә иһә шул ғәмәлебеҙгә күрә башҡаларҙан әллә нимәлер өмөт итеп ҡылыу дөрөҫ булмаҫ. Аллаһ ризалығы өсөн ғәмәл ҡылғанда, беҙ әжерҙе, нәтижәне Уның үҙенән көтәбеҙ, кешенән нимәлер өмөт итеү дөрөҫ түгел. Хатта саҙаҡа биргәндә лә, алған кешенән доға ишетер өсөн түгел, ә Аллаһтың әжере буласаҡ тип өмөтләнеү. Ихлас ниәт шундай була. Шундай ниәт менән башҡарылған изге ғәмәлдәр кешене дөрөҫ һәм мәңге булған бәхеткә килтерә. Ниәт иткәндән һуң, «Аллаһ теләһә», «иншәәАллаһ» тигәнде һәр саҡ әйтеп ҡуйыу тейешле. Ни тиклем генә тырышһаҡ та, Аллаһ юлын асмаһа, мөмкинлектәр тыуҙырмаһа, беҙ бер ғәмәлде лә ҡыла алмайбыҙ
     Рәсүлүлла ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә: «Ҡиәмәт көнөндә әҙәм балалары ниәттәре менән ҡубарылырҙар. Ниәттәре изгелектә булһа яҡшылар араһынан, насар булһа ямандар араһынан булырға мөмкин икән, һәр кем нимәне ниәт итһә ниндәй ниәт теләктә булһа шуны таба».
     Ошо хәҙисттәрҙән фәһем һәм һабаҡ алайыҡ. Ниәттәребеҙҙе дөрөҫләйек һәм ғәмәл-ғибаҙәттәрҙе, изге эштәрҙе ихластан, Аллаһ ризалығы өсөн ҡылайыҡ. Зәғиф иманлы йә иһә бөтөнләй имандан яҙған кешеләр, Аллаһ ризалығы өсөн тип ҡылған изге эш-ғәмәлдәребеҙҙән риза булмайҙар, уларҙың беҙгә асыуҙары сыға. Аллаһ ризалығын маҡсат итеп ҡуйған тәҡүә мосолмандың Аллаһ Үҙенең яҡлауына, һаҡлауына ала. Мөхәммәд салаллааһу ғәләйһи үә сәлләм: «Аллаһ ризалығы өсөн тип йөрөүе менән насар кешеләрҙең асыуын сығарыусы бәндәне Аллаһ Үҙе яҡлай һәм һаҡлай. Кешеләргә ярарға тырышып, Аллаһтың асыуын сығарыусыны иһә, Аллаһ Тәғәлә шул кешеләрҙең хөкөмөнә тапшыра», – тигән.
     Ни өсөн беҙ ғәмәлде Аллаһ ризалығы өсөн тип башҡарырға тейешбеҙ? Сөнки Ул беҙҙең Хужабыҙ, беҙгә төрлө изгелектәр ҡылыу өсөн дә мөмкинлектәрҙе Ул ғына бирә. Уның ярҙамы, рәхмәте булмаһа, үҙебеҙ генә бер ни ҙә эшләй ҙә алмайбыҙ. Мөьминдең теләһә ҡайһы ғәмәле изге ниәте арҡаһында ғибәҙәт булып һаналырға мөмкин. Мәҫәлән, йоҡлар алдында тәһәрәтләнеп, доға уҡып ятһа, күңеле менән «мин йоҡларға ятам, иртәгә лә уянып изгелектәр ҡыласаҡмын, ғибәҙәттә буласаҡмын» тип ниәтләһә, уның йоҡоһо ла ғибәҙәт булырға мөмкин. Өҫтәл артына ашарға ултырғас та, Аллаһ ризалығы өсөн изгелектәр ҡылырға көс булһын тип ниәтләп хәләл ризыҡты ашаһа ла, әжер-сауап яҙыласаҡ. Йәшәү рәүешенә ҡарап, уның бөтә тормошо ғибәҙәт булып һаналырға мөмкин.
     Әҙәм балаһы ишеткән хәйерле-файҙалы вәғәҙ-нәсихәттән, уҡыған китабынан, күргән һәм ишеткән хәл-ваҡиғаларҙан һабаҡ алырға, фекер йөрөтөргә тейеш. Уйлаған изге ниәттәребеҙ тормошҡа ашһын! Ҡыласаҡ ғәмәлдәребеҙ халҡыбыҙҙы, динебеҙҙе ҡыуандырырлыҡ, ҡеүәтләндерерлек булһын. Ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙҙе, изге эштәрҙе Аллаһ ризалығына ирешеү ниәте менән ҡылайыҡ, Раббыбыҙҙың рәхмәтенә ирешербеҙ, иншәәАллаһ.

     Хыял үә ниәт: https://nazir1965.com/din/xyyal-%D2%AF%D3%99-ni%D3%99t.html