Өшкөрөүсе Фәрит хәҙрәт
     Өшкөрөүсе Фәрит хәҙрәт: «Боҙом, сығарғас, уны яһаған кешегә ҡайта»
     Ендәр кешегә ни өсөн керә? Ен алыштырған тигән һүҙ ҡайҙан килеп сыҡҡан? Сихырсыларға кем хеҙмәт итә? Ҡазандың «Хәҙисә» мәсете имам хатибы, өшкөрөүсе Фәрит хәҙрәт Ҡадиров менән шулар тураһында һөйләштек.
     Күҙ тейһә, кешенең хәле бөтә – Фәрит хәҙрәт, күҙ тейеү тигән нәмә ысынлап та бармы?
     – Бар һәм ул бик хәүефле нәмә. Күҙ тейеүҙән кеше үлергә лә мөмкин. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенде күҙ тейеүҙән һаҡлау өсөн: « Уғииҙү күмәә бикәлимәәти лләәһи-ттәәммәәти — мин күлли шайтаани үә һәәммәти үә мин күлли ғәйнин ләммәһ » (тәржемәһе: «Һеҙҙе теләһә ниндәй шайтандан үә зарарлы нәмәләрҙән һәм яман күҙҙәрҙән һаҡлаһын өсөн, Аллаһтың һүҙҙәре менән Аллаһтың үҙенә генә һыйындырамын») тигән доғаны уҡый торған булған. Беҙҙең ауылда булған бер хәлде һөйләйҙәр ине. Элек шишмәгә ат менән баралар ине бит. Бер ир, ике балаһын атҡа ултыртып, һыуға бара. Бер әҙәм, уларҙы күреп, ай-һай, балаларың үҫеп еткән икән, тип һоҡланып әйткән. Уның күҙе бик ҡаты булып, балалар өйгә ҡайтҡас тәгәрәп үлгәндәр. Бер туғаныбыҙҙың да күҙе ҡаты ине. Уның беҙгә киләһен белһәк, әсәй һыйырҙы, һарыҡтарҙы тиҙерәк һарайға яба ине. Ул киткәс, болдор, ишек тупһаларын йыуып сығара ине. Ҡайһы бер кешенең күҙе шул тиклем ҡаты була.

     – Кеше үҙенә күҙ тигәнен нисек белә ала?
     – Хәле бөтә, уның бер нәмә лә эшләйһе килмәй, ҡулына эш бармай. Кәйефе төшә, ауырып китә, сөнки ен уның хәлен ала.
     – Ен ҡағылған тигән һүҙ ҙә бар бит әле, ул нисегерәк?
     – Ен ҡағылған кешенең күҙендә нур булмай. Мине йыш ҡына никах уҡытырға саҡыралар. Ҡайһы ваҡыт ҡыҙҙың йәки егеттең күҙенә ҡарап, енле икәнен күрәм. Мәжлестән һуң мин уларға бала алып ҡайтырға ашыҡмағыҙ әле, үҙегеҙҙе өшкөртөп ҡарағыҙ тим. Улар тыңламай, ҡатын-ҡыҙҙың тиҙ генә бәпес алып ҡайтаһы килә бит. Шунан ауырыу бала тыуа. Әсәһендә ен булғанда тыуған баланың боҙомон сығарыу бик ауыр. Яңы ғына эшләнгән сихырҙы сығарыу бик еңел.
     «Боҙом, сығарғас, уны яһаған кешегә ҡайта»
     – Һеҙгә өшкөртөргә күп киләләр. Өшкөргән ваҡытта уларҙың ендәре менән дә һөйләшәһегеҙ, тиҙәр. Ендәр тиҙ сығамы?
     – Ендәр – сихырсыларҙың ялсылары. Кешегә уның ҡушыуы буйынса керәләр. Кемдеңдер ғәиләһен боҙалар, кемделер – эсеүгә, ә кемделер ауырыуға һабыштыралар, эштәре алға барған кешенең эше бармай башлай. Матур кешегә ен ғашиҡ булып та инә, ҡайһы берҙәре матурлығынан көнләшеп, уны йәмһеҙләр өсөн керҙем, тип әйтә. Улар боҙомды кем ҡуйғанын да әйтәләр, әммә бөтөнөһөнә лә ышанып булмай, алдарға ла мөмкиндәр. Йөҙгә береһе генә дөрөҫөн әйтә. Мин өшкөргәндә, кешеләр йә илай, йә көлә, йә тибенә, йә һуғыша башлай. Ҡайһы берҙәре бик тыныс ултыра, аҙаҡ инде бик көслө ауырыйҙар. Шунан кеше ен теле менән һөйләшә башлай. Мин уларҙан, ни өсөн керҙең, кем менән йәшәйһең, һеҙ нисәү, ниндәй бурыс үтәйһең, тип һорайым. Ҡайһы бере, йәшәргә урын булмағанға индем, тип тә әйтә. Улар бик тиҙ хәрәкәт итә. Бер тип әйтеп ҡуйғанда, улар Мәккәлә булырға мөмкин.
     – Боҙомны сығарғас, ендәр ҡайҙа китә?
     – Сихырсының үҙенә йәки уны кем индергән, шуға ҡайта. Шуның өсөн дә улар боҙом яһатырға һорап килгән кешегә, сихырҙы сығара ҡалһалар тип, уны үҙенә ҡайтарырлыҡ итеп эшләйҙәр, йәғни яһатҡан кешегә ҡайта. Сихырсылар – шайтандарға иманын һатҡан кешеләр, улар боҙом яһамай торһа, ул үҙе ауырый башлай. Үлгән ваҡыттарында тиҙ генә йән бирә алмай улар, яфаланып үләләр.
     – Сихыр ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң ул?
     – Һарут менән Марут исемле ике фәрештәгә иңдерелгән ул сихырсылыҡ. Ләкин улар уны бер кемгә өйрәтмәне. «Беҙ һеҙгә фетнәбеҙ. Аллаһ беҙҙе һеҙҙе сихыр менән һынар өсөн ебәрҙе, сихыр менән шөғөлләнһәгеҙ, гөнаһлы бәндәләрҙән булырһыҙ», – тип киҫәттеләр. Уларҙың сихырҙарын кешеләргә ендәр өйрәтте. Сөләймән пәйғәмбәрҙең ҡоштар, елдәр менән һөйләшкәнлеге билдәле. Ул үлгәс, уның тәхете аҫтына шайтандар сихыр китабын яҙып һала. Йәһүдтәр, быны күреп, Сөләйман пәйғәмбәр сихырсы булған икән тигән нәтижәгә килә. Бер ғалим кеше, Сөләйман ғәләйһиссәлләм кәфер булманы, ул сихырсылыҡ менән шөғөлләнмәне, китапҡа ышанмағыҙ, тип әйтә. Тимәк, шайтандар сихырҙы шул китапҡа яҙып ҡалдырған.
     – Шайтандар кеше ҡиәфәтенә лә инә аламы?

     – Мин һеҙгә үҙемдең өләсәйемдең әсәһе менән булған хәлде һөйләйем. Ул кендек әбейе булған. Бер ваҡыт яҡшы тарантаста яҡшы ғына кейенгән бер кеше килеп, бер ҡатынға бала таптырырға кәрәк, тигән. Әбейгә күҙен йоморға ҡушҡандар, шунда ул уларҙың ен булыуҙарын белеп ала, сөнки аяҡтары ат тояғы кеүек ине ти. Бик тиҙ арала уны бер мунсаға алып килгәндәр. Ен ҡатыны ләүкәлә ята икән, ти. Әбейгә ҡулын йыуырға һыу кәрәк бит, ләкин һыу юҡ. Мунсалағы һыуҙы аса алмайҙар, сөнки бисмилла әйтеп ябылған. Бер ен, бына шундай бер кешенең баҙында бисмилла әйтмәйенсә ябылған һөт бар, тип әйткән һәм уны алып килә. Әбей, әллә төшөммө был, әллә өнөммө был тип, балдағын һөт һалынған сүлмәккә төшөрөп ҡалдыра. Әбейҙе өйөнә алып ҡайтып ҡуялар, бер кемгә бер ни ҙә әйтмәҫкә ҡушалар. Икенсе көндө ул киленен һөтлө сүлмәктең хужаһына ебәрә. Минең балдағым шунда булырға тейеш, тип әйтә. Ысынлап та балдаҡты шунан табалар.
     Сихырҙан нисек һаҡланырға?
     – Һеҙ үҙегеҙҙә өшкөрөү һәләтен нисек астығыҙ?
     – Бер ваҡыт эшкә барырға тип урамға сыҡтым, подъезд төбөндә кешеләр йыйылып тора. Барып ҡараһам, бер кеше ята, ауыҙынан күбектәр сыҡҡан, ҡалтырана. Ҡулымды күкрәгенә ҡуйҙым да, «Аятүл-Көрси», «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡығас, ул һикереп тороп китеп барҙы. Шунан һуң мәсеткә туғандары бер ҡыҙҙы алып килде. Ул ишеккә йәбешкән дә әллә ниндәй тауыштар сығарып үкерә, мәсеткә инәһе килмәй икән бының, ене индермәй. Мин уларҙың өйҙәренә үҙем барҙым. Доғалар уҡый башлағас, әллә ниндәй яман тауыштар сығарҙы һәм шунан һуң тынысланды. Төштә лә күрҙем, унда, йәнәһе, өшкөрәм икән, шунда ендәрҙең сыҡҡандарын күрҙем.
     – Һеҙҙеңсә, ауырыуҙарҙың да сәбәбе ендән булып сыға түгелме?
     – Яман шеш, йөрәк, шәкәр ауырыуы шуларҙан. Шеш ен ултырған урында башлана.
     – Күҙ тейеү, сихырҙан нисек һаҡланырға?
     – Һәр ваҡыт бисмилла әйтеп йөрөргә кәрәк. Өйөнән бисмилла әйтеп сыҡҡан кешене 70 мең фәрештә һаҡлап йөрөр. Аллаһы Тәғәлә уларға, был кеше юлын Миңә тапшырҙы, уны өйөнә ҡайтып еткәнсе һаҡлағыҙ, тип әйтә. Ишектән сыҡҡанда ла, өйгә ҡайтып ингәндә лә, телефондан һөйләшә башлағанда ла бисмилланы әйтегеҙ. Телефон тигәндәй, хәҙер социаль селтәрҙәргә фотоһүрәттәрен эләләр. Шунан күҙ тейә, шуны ҡулланып боҙом эшләргә мөмкиндәр. Фотоны ҡәбергә күмәләр ҙә, кеше һарғая башлай. Өйҙә фотолар эленеп торорға тейеш түгел. Ундай йортта фәрештәләр булмай. Һәр саҡ тәһәрәтле йөрөгөҙ, Аллаһы Тәғәләне зекер итегеҙ, намаҙ уҡығыҙ. Һоҡланып ҡарағанда, сөбханалла һүҙен әйтегеҙ. Шәриғәт ҡушҡанса кейенегеҙ, был бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла. Йоҡлар алдынан ҡулдарығыҙҙы күтәреп, өс тапҡыр «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс»-те уҡып, тәнегеҙҙе һыпырығыҙ, шул рәүешле шайтандарҙан һаҡланырһығыҙ. Иртә-кис түбәндәге доғаны уҡығыҙ: «Ләә иләәһә иллалааһу үәхдәһү ләә шәрикә ләәһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүә ғәләә күлли шәй-иң ҡадир!» («Аллаһынан башҡа илаһ юҡ. Уның иптәше һәм оҡшашы юҡ. Мөлкәт – Уныҡы, маҡтау ҙа Уға хастыр. Уның һәр нәмәгә көсө етә!»).
                                                   http://matbugat.ru/news/?id=23810 сайтынан алынды.

     Сихыр: https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/sixyr.html#more-8728

     Күҙ тейеү: https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/k%d2%af%d2%99-teje%d2%af.html#more-8713