Архив рубрики: вәғәздәр

Ватан

Ватан                                             Ватан
     Ватан төшөнсәһе нимә ул? Ватан ул, йә икенсе төрлө Тыуған ил (Родина) тигән мәғәнәлә килә. Әлеге Ватаныбыҙ — Рәсәй — бер дәүләт эсендә туғанлашҡан халыҡтарҙың уртаҡ Ватаны итеп таныла. Ә беҙҙең башҡорттар өсөн ватаныбыҙ иң ҡәҙерлеһе үҙ төйәгебеҙ – Башҡортостан. Боронға Урал эпосы һәм халыҡ тарихынан, бәйеттәр, риүәйәттәр, мөнәжәттәр, йырҙар һәм шиғырҙар аша килеп, ватандашлыҡ төшөнсәһен бөйөк илгә тәрән мөхәббәт, оло гражданлыҡ тойғолары менән тығыҙ үрелеүен аңлайбыҙ. Ватан ул – ата-әсә төйәге, Тыуған ил, туған тәбиғәт, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнеү, таратыу. Читать далее

Гонаһ һәм тәүбә

                                                         Гонаһ һәм тәүбә
     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдүлилләһи раббил ғәләмин. Үәссаләәтү үәссәләмү ғәлә рәсүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхәәби әджмәғин.
     Гонаһ — бөтә бәлә-ҡазаның сәбәбе. Әҙәм балаһы нәфсеһенә хужа була алмай гонаһҡа бата. Гонаһтың сәбәбе насар уйыбыҙҙа, телебеҙҙә, эшләгән кире эшебеҙҙә һәм башҡа насар ғәмәлдәрҙә. Гонаһлар — Аллаһы Тәғәлә әйткәнгә ҡаршы килеү. Ул гонаһлар ғаиләләрҙе емерәләр, йөрәктәрҙе һуҡырайталар, тәндәрҙе ғазапҡа һалалар, өммәтте алмаштыралар, кеше балаһын боҙоҡлоҡҡа сығаралар.
     Кешенең иң яуыз дошманы — ул үҙе. Кеше тәбиғәтендә нимәлер фәрештәнән, нимәлер шайтандан алынған. Әгәр кеше тура юлдан тайпылһа һәм уның шайтани сифаттары еңеп сыҡһа, ул нәфсеһенә хужа була алмай үҙенә зарар килтерә. Бәндәгә теләгән юлды һайлау мөмкинлеге үҙенә бирелгән. Теләһә тура юлдан яҙып гонаһҡа бата, теләһә Аллаһының тура юлына сығып игелектә була. Шуға Аллаһ Тәғәлә боҙоҡлоҡ теләгәненә насарлыҡты артырырмын, игелектә булғанына изгелеген артырырмын тигән. Читать далее

Аллаһ шифаһы

                                                           Аллаһ шифаһы
     Әғүҙү билләәһи минәш-шайтаанир-раджиим
     Бисмилләәһир-рахмәәнир –рахиим
     Әлхәмдү лилләәһи раббил ғәләмиин
     Аллаһ Раббыбыҙға бар хәмед-ҫәнәләребеҙ ирешеп, Уның тарафынан ҡабул булһалар ине! Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд әл-Мостафа, Аллаһ Тәғәләнең рәсүле үә хәбибенә салауат-сәләмдәребеҙ булһа ине! Һәм дә Рәсүл-Әкрәм салләллааһү ғәләйһи үә сәлләм хәҙрәттәре менән бер сафта тороп йәндәрен, малдарын ҡыҙғанмайынса тырышҡан әһле-бәйти кирам үә йөмлә сәхәбә-и-ғизамға Аллаһ Тәғәләнең ризуан-фатихалары булһа ине.
     Ислам дине юлында тырышлыҡ ҡылып, динебеҙҙең оло мираҫын беҙгә тапшырып ҡалдырған әбей-бабайҙарыбыҙға, остаздарыбыҙға, донъянан ахирәткә күскән хәҙрәттәребеҙгә, абыстайҙарыбыҙға, динебеҙгә хеҙмәт иткән бар иман әһеленә Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр өҙлөкһөҙ доғалар булһа ине! Читать далее

Оялыу

                                                                  Оялыу
     Мосолман кешеһе өсөн иң мөһим сифаттарҙың береһе — әҙәп һәм оялыу. Әгәр кешеләрҙә әҙәп һәм оялыу, Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡыу булмаһа, тормошобоҙҙың, көн итмешебеҙҙең тәртибе боҙолор ине. Кеше ҡылған хаталарынан һәм гонаһтарынан оялмаһа, башҡаларҙан тартынмаһа, Аллаһынан ҡурҡмаһа, уны насар, йәмһеҙ эштәрҙән туҡтатып булмаҫ ине. Әҙәпле кеше башҡалар менән дуҫ, татыу йәшәр, ололарҙы хөрмәт итер, кешеләргә рәхим-шәфҡәт күрһәтер. Ундай кеше үҙен түбәнәйтә торған эштәрҙән алыҫ торор. Намыҫы өсөн ҡайғырған әҙәм — әҙәпле, күркәм кеше. Ислам дине ҡанундары буйынса, кешегә һис кенә лә гонаһ эшләргә ярамай. Эшләгән икән, тәүбә ҡылыу зарур. Гонаһлы кеше ҡылған гонаһтары өсөн тейешле язаһын аласаҡ. Аллаһ Тәғәләнән оялыу кешеләрҙән оялыуҙан да өҫтөн, ул кешеләрҙе һәр төрлө яуызлыҡтарҙан һәм уҫаллыҡтарҙан туҡтатыр.
     Әбү Һөрәйрә, Аллаһ унан риза булһын, шулай тигән: «Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм шулай тине: «Аллаһҡа иман етмештән артыҡ тармаҡҡа бүленә. Иң юғарыһы — «ләә иләәһә илләәллаһ», иң түбәне – юлда ҡамаусалап ятҡан әйберҙе ситкә алып ҡуйыу. Оялсанлыҡта ана шул имандың бер тармағы». Читать далее

Диндә радикаль милләтселек

                                                 Диндә радикаль милләтселек
     Википедеяла милләтселек нигеҙен үҙ милләтеңә тоғролоҡ, сәйәси бойондороҡһоҙлоҡ, халҡың именлеге хаҡына хеҙмәт, мәҙәни һәм рухи үҫеш, милләтеңдең тормош шарттарын, уның йәшәү территорияһын, иҡтисади ресурстарын һәм рухи ҡиммәттәрен ғәмәлдә һаҡлау өсөн милли үҙаңды берләштереү тәшкил итә, тейелгән. Әммә ошо милләтселек сиктәрен үтеп китеүселәр бар. Әлбиттә беҙ башҡорт булып ҡалырға тейешбеҙ. Башҡорт икәнебеҙҙе онотмаҫҡа, тел-йолаларыбыҙҙы һаҡларға тейешбеҙ. Башҡорт, татар мосолман мәктәптәре, балалар баҡсалары була тороп үҙ балаңды башҡа «сит телдә» генә һөйләшергә өйрәтеү, шул халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиәләү – был, һис шикһеҙ, монафиҡлыҡ билдәһе һәм ул шулай уҡ мосолман ҡәрҙәштәреңә, үҙ милләтеңә хыянат итеүҙер. Ҡөръән уҡыр өсөн, ғәрәп грамматикаһын өйрәнеү өсөн иң яҡын тел башҡорт теле. Әлбиттә икенсе милләт телдәрен өйрәнеүҙә тыйылмай. Ғүмәр раҙыйАллаһу ғәнһү әйткән: «Йондоҙҙар ғилемен өйрәнегеҙ – юлдарҙы белер өсөн. Нәҫел-нәсәбегеҙҙе, үҙегеҙҙең тамырҙарығыҙҙы, ниндәй халыҡтан булыуығыҙҙы, телдәрегеҙҙе өйрәнегеҙ — бер-берегеҙгә яҡынайта торған сәбәп булһын өсөн». Мосолман кеше һәр саҡ ғилемгә ынтылырға тейеш һәм ошо ғилемен тулыһынса башҡаларға еткерергә тейеш. Шул маҡсатта сит телдәрҙе өйрәнеү бик хуп эш. Читать далее

Рәнйеү

                                                                  Рәнйеү
     Рәнйеү (обида) беҙҙең бер-беребеҙ менән аралашҡанда килеп сыҡҡан, әллә ни иғтибар ителмәгән йыш булып торған рух-күңел күренеше. Рәнйеш, рәнйетелгән, кәмһетелгән (мәзлүм), мыҫҡыл ителгән, үпкә, үпкәләү, хәтер ҡалыу (ҡалдырыу), күңел ҡырылыу, йән әсеүе, күңел һыҙлауына төшөү, кеше арҡаһында аяныс хәлгә төшөү тигән мәғәнәләрҙә булған был һүҙҙәр кешенең ауыр күңел хәлен күрһәтә. Иҫебеҙ китеп бармаған был хәлде динебеҙ нисек аңлата?
     Рәнйеш ул — берәүҙең икенсе кешегә ҡарата хаҡһыҙға, заяға, бер сәбәпһеҙ кәмһетеүе, ҡыйыртыуы, йәберләүенә ҡарата йән-күңелдә ҡуҙғалған асыу, ғазап, әрнеү, һыҙланыу. Рәнйеш төшөү — кемде лә булһа рәнйеткән, кәмһеткән, түбәнһеткән кешенең берәр төрлө бәлә‑ҡаза күреүе, ауырлыҡ-бәхетһеҙлеккә дусар булыуы, йән һәм тән ғазабы, йөрәк-күңел язаһына төшөү тигән һүҙ. Беҙ үҙебеҙ аңғармаҫтан эш-ғәмәлебеҙ менән, йәки тел-күңелебеҙ менән кемделер ошо рәнйеү хәленә төшөрәбеҙ. Әлбиттә рәнйегән кеше үҙенең хәлен әллә ни һиҙереп бармай, күңелендә йәшерә. Әммә йөрәгендә асыу ҡала. Халҡыбыҙ: «Әйткән һүҙ – атҡан уҡ», — тигәндәр бит. Ошо, бәлки шаярыу менән әйткән һүҙебеҙгә лә яуапты Аллаһ алдында бирәһе, үпкәләгән кешенән рәнйеш яуабы ҡайтарып алаһы ҡала. Олата-бабабыҙ: «Рәнйеш ҡарғыш кеүек төшә», тип әйтә килгәндәр. Ана шул беҙгә әйткәнгә яуап бирмәгәндәр, телдәре менән ҡарғамаһалар ҙа, йөрәк-күңелдәре менән бик ҡаты рәнйейҙәр. Кеше рәнйеше төшә тигәндәре хаҡ. Читать далее

Сихыр

                                                             Сихыр
     Сихыр ул шайтанға яҡынайта торған ғәмәл һәм уларҙан ярҙам һорау. Сихыр тәнгә, йөрәккә һәм аҡылға тәьҫир итә ала. Сихырсылар тел менән, йәки ҡағыҙ битенә яҙыу-уҡыу менән, йәки башҡа ғәмәл башҡарып кешене сихырлай алалар. Сихыр ул ялғанды хаҡ итеп күрһәтә һәм бында ен-шайтан ғәләмәте. Сихырсы шайтандан ярҙам һорар өсөн төрлө ҡурҡыныслы гонаһ ғәмәлдәр ҡылырға, йәки Аллаһҡа ширк (тиңдәш) ҡылырға тейеш. Шунан һуң ғына шайтан сихырсының талаптарын үтәй. Сихыр зәхмәте билдәле бер кешегә билдәле бер маҡсат менән яһала. Бының өсөн: ғәҙәттә, кешенең фотоһүрәте, сәсе, кейеме, аш-һыуы, ҡәбер тупрағы ҡулланыла. Маҡсаттарына килгәндә, улар төрлө булыуы мөмкин. Кешене үлтереүгә еткереп, ҡәбергә индерергә, яңғыҙлыҡта ыҙалаһын өсөн, нәҫелен өҙөү, йәки эшендә проблемалар тыуҙырыу өсөн уҫал күңелле кешеләр шул яман аҙымға бара. Читать далее

Күҙ тейеү

                                                           Күҙ тейеү
     Пәйғәмбәребеҙ салаллааһу ғәләйһи үәс-сәләм: «Күҙ тейеү – хаҡ нәмә», тине. Был хәҙистең тулы әйтелешендә ошондай юлдар бар: «Ҡайһығыҙ булһа ла үҙегеҙҙә, байлығығыҙҙа, йәки башҡаларҙа үҙенә оҡшаусы әйберҙе күрһә, был әйберҙең хәйерле булыуын, бәрәкәтен һораһын, сөнки күҙ тейеү – ул хаҡ», — тигән.
     Кешенең насар уйҙары яман ниәтте тыуҙыра һәм үҙенә күрә насар теләк теләгән кеүек тәьҫир итә. Күҙ ҡарашының тиҫкәре энергияһы эләгеү сәбәпле, кеше йәнендә рухи проблемалар тыуҙыра һәм, уны эстән емергән күңел, тән ауырыуҙарын тыуҙыра. Көндәрҙән-бер көндө быға дусар булған кеше ауырый башлай... Башта тәненә дауа эҙләп табибҡа бара, хәстәханаларҙа дауалана, дарыуҙар ҡабул итә, ләкин файҙаһын ғына күрмәй... Читать далее

Бала юғалтыу ҡайғыһы

                                                     Бала юғалтыу ҡайғыһы
     Башыбыҙға ҡайғы килтереп, ҡапыл арабыҙҙан йәш бала йәки үҫеп етеп, бәлиғ булған балаларыбыҙ үлеп китһә, ҡайғы-хәсрәткә төшәбеҙ һәм ни өсөн йәш кенә көйө был донъяға туйына алмай китте икән, тип уйлайбыҙ. Ошо ауыр минуттарҙа Аллаһты иҫкә төшөрөп, ни өсөн баламды алдың, ни өсөн Аллаһ Тәғәлә балаларыбыҙға мәрхәмәтле түгел тип көйөнәбеҙ. Йә балаларыбыҙ ауырып китә, йә ғәрип булып тыуа. Ни өсөн гонаһыҙ балалар өҫтөнә ололар күтәрә алмаҫлыҡ ауыр һынауҙар төшә? Ни өсөн матур итеп, күркәм генә йәшәп ятҡан ғәиләләргә көтмәгәндә бала юғалтыу ҡайғылары килә? Әлбиттә был бөтә һынау-хәсрәттәр Аллаһынан, сөнки донъяға әүрәп ошо тормошҡа беҙҙе барлыҡҡа килтергән Аллаһты онотоуҙан, Уның ахирәтенә битарафлыҡ күрһәтеүҙән. Күңелебеҙ йоҡола булып, киләсәк әжәл тураһында уйланмауҙан. Читать далее

Яңы йылға ҡараш

                                                    Яңы йылға ҡараш
     Ихлас күңелдәребеҙ менән Аллаһ Тәғәләнең ризалығын теләп, Пәйғәмбәребеҙ салаллааһу үәс-сәләм өмәтенән булыуҙы теләп, йыраҡ һәм яҡын ерҙәрҙән йома ғибәҙәтең үтәргә килгән мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәрем!
     Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү! Аллаһтың сәләме, Аллаһтың рәхмәте, Аллаһтың бәрәкәте барыбыҙғала насип булһын. Тәндәребеҙ кейемдәребеҙ кеүек пак булған шикелле, күңелдәребеҙ ҙә саф булһын. Аллаһ Тәғәлә хозурына аҡ йөҙ менән барырға Аллаһ насип итһен. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла һаулыҡ-сәләмәтлек, тыныслыҡ менән хәйерле ғүмер биреп мөбәрәк йортына килеп, ғибәҙәт ҡылырға үә доғалар ҡылышырға насип итһен. Әмин. Читать далее