Һөйөнәбеҙ, атай, һин булғанға!

                                                Һөйөнәбеҙ, атай, һин булғанға!
     Ҡояш батып, кисе үтеп, төнө етте. ИншаАллаһ, Аллаһ насип итһә иртәгә тағы ла ошо матур донъяға уянырбыҙ. Атайҙар тураһында яҙығыҙ әле тигән хәбәр алғас, уйға сумдым. Ысынлапта, әсәйҙәребеҙҙең тормош юлдашы, терәге булған атайҙарыбыҙ был донъяла күләгә һымаҡ ҡына күренеп ҡалдылар.
     Бик иртә торорҙар ине лә ҡараңғы төн ҡайтырҙар ине. Көнө-төнө ғәиләһен ашатам һәм кейендерәм тип ялһыҙ эшләрҙәр ине. Ә беҙ балалар атай ҡайтып, ял итергә ятһа, арҡаһын семтеп-төртөп, бәләкәй йоҙроҡтар менән ышҡып, ахырына икәүҙәп-өсәүҙәп аяҡтар менән бил-яурынбашын тапап, тәнен яҙа инек. Ат итеп күмәкләп арҡаһына тейәлешә торғайныҡ…

     Атайҙар тураһында әллә ни яҙмайбыҙ шул, мәҡәләләрҙә уларҙы ир-егет тип кенә өҫтән яҙып китәбеҙ. Ғәиләлә төп кеше булған һәм уларға ашарға ризығын тапҡан, ваҡытында йылытҡан-кейендергән, бер ҡасанда үҙ көсөн йәлләмәгән иң яҡын кеше ситтә ҡала. Күпме атайҙар һәм атай була алмаған ир-егеттәр быуаттар буйы Тыуған илдәре өсөн көрәшеп һәм уны һаҡлап үлеп ҡалдылар. Йәндәрен бит улар беҙҙең өсөн, беҙ ошо донъяла йәшәп ҡыуанһындар өсөн бирҙеләр. Шуғала беҙгә атайҙарға төбәп – “Һөйөнәбеҙ, атай, һин булғанға!”, беҙҙе ошо донъяға тыуырға сәбәбсе булғанға тип, әйтергә ҡала!
     Атай кеше бала күңелендә әсәй менән иңгә-иң терәк булған иң ҡәҙерле, иң кәрәк кеше ул. Һәм дә атай – нәҫел башы, улы — уны дауам итеүсе, улар быуындар сылбырын дауам итәләр. Нәҫеле бар – нығыр, тигәндәр боронғолар. Тимәк, атай кеше, ысын мәғәнәһендә атай булып тәрбиә эшендә ҡатнашырға тейеш. Ул атай кешенең бала тормошонда туранан-тура ҡатнашыуын, балаларын яратыуын, иғтибарлы булыуын, сабыр ғына аңлатыуын, кәрәк ваҡытында шелтә биреүен, айырым уңыштары өсөн бүләкләүҙе, килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеүҙе күҙ уңында тота. Бына шундай яуаплы эш ул — атай булыу.
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдең «Әғрәф» сүрәһенең 11 аятында: иң башта атай кешене — ир-атты, ҡатын-ҡыҙҙан алда яраттым, тип әйтә.
                                                           وَلَقَدْ خَلَقْنَاكُمْ ثُمَّ صَوَّرْنَاكُمْ ثُمَّ قُلْنَا لِلْمَلآئِكِةِ ٱسْجُدُوا لآدَمَ
     «Үә ләҡад халәҡнәәкүм ҫүммә саууарнәәкүм ҫүммә ҡульнәә лилмәләә'икәтис-джүдүү ли'әәдәмә... ».
     « Ысынында төп атағыҙ – Әҙәмде балсыҡтан халиҡ ҡылдыҡ, һуңынан күркәм сүрәтле иттек, бынан һуң фәрештәләргә әйттек: «Әҙәмгә ҡарап сәждә ҡылығыҙ», — тип.
     Аллаһы Тәғәлә иң элек әсәбеҙ Һауаны түгел, ә атабыҙ Әҙәмде халиҡ ҡыла, фәрештәләргә атабыҙ Әҙәмгә сәждә ҡылырға бойора һәм фәрештәләр атабыҙ Әҙәмдең өҫтөнлөгөн танып сәждә ҡылалар.
     Аллаһ Тәғәлә Әҙәмде ябай мәхлүк итеп кенә халиҡ ҡылмай, Ул уны хәлифә итеп халиҡ ҡыла. Аллаһы Тәғәлә «Бәҡара» сүрәһенең 30 аятында әйтә:
                                                                 وإِذْ قَالَ رَبُّكَ لِلْمَلآئِكَةِ إنِّي جَاعِلٌ فِي الأَرْضِ خَلِيفَةً
     «Үә иҙ ҡаалә раббүкә лил-мәләә'икәти иннии джәәғилүң фил-ардыи халиифәтән... »
     «Һәм Раббың фәрештәләргә әйтте: «Мин, әлбиттә, ер өҫтөндә хәлифә итеп Әҙәмде ҡыласаҡмын».
     Хәлифә итеп атабыҙ Әҙәм шәхсән үҙе генә түгел, ә, ғөмүмән алғанда, ир-ат менән билдәләнә. Шулай итеп атай була торған кешенең өҫтөнлөгө билдәләнә. Ир кеше – атайға ҙур бурыс йөкләнелә.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа салләллааһү ғәләйһи үәс-сәләм әйткән:
     «Һеҙҙең һәр берегеҙ көтөүсе һәм һәр береһе үҙенең көтөүе өсөн яуаплы. Имам – көтөүсе һәм үҙенең көтөүе өсөн яуаплы, ир-ат үҙенең ғаиләһе өсөн көтөүсе һәм ул үҙенең көтөүе өсөн яуаплы, ҡатын-ҡыҙ үҙенең иренең өйөндә көтөүсе һәм үҙенең көтөүе өсөн яуаплы, хеҙмәтсе үҙенең хужаһының малдары өсөн көтөүсе һәм ул үҙенең көтөүе өсөн яуаплы, һәм һеҙҙең һәр берегеҙ көтөүсе һәм үҙегеҙҙең көтөүегеҙ өсөн яуаплы». («Бохари», 844;«Мөслим», 7408)
     Был хәҙистән күренгәнсә ир-ат – ғаиләһенә, йәғни ҡатынына, балаларына көтөүсе. Ҡатын-ҡыҙ иһә фәҡәт үҙенең иренең өйөндә көтөүсе. Кемдең кем өҫтөнән көтөүсе икәнен Аллаһы Тәғәлә билдәләй. Ҡатындың йә иһә ирҙең теләге менән генә вазифаларҙы алышыу хаҡлыҡҡа тура килмәй. Атай кеше үҙ ғәиләһен хәләл ризыҡ менән тьәмин итергә тейеш һәм шул ваҡытта балаларҙы тәрбиәләү мәсьәләһендә оноторға тейеш түгел.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: «Атайҙың балаға ҡалдырған иң ҙур мираҫы – яҡшы тәрбиә», — тине. Атаның мөхәббәте әсәнекенә ҡарағанда ла баланың изге йәнле булыуына нығыраҡ тәьҫир итә икән. Ир бала атаһына оҡшап үҫергә ынтыла, ҡыҙ бала атаһына оҡшаған егеткә кейәүгә сығырға тырыша. Ысынлап та бер ниндәй байлыҡ та баланың холҡон кире ҡайтара алмайҙыр. Шуға күрә киләсәктә үҙегеҙ үҫтергән емештәрҙең иң татлыһын ашайһығыҙ килһә, балаларығыҙға дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышығыҙ, тип әйтелә бит.
     Әлбиттә атай кеше донъяүи эштәр менән мәшғүл, ирҙәргә ғәиләне мәтди яҡтан тәьмин итеү бурысы йөкләтелгән бит. Шуға ла баланы тәрбиәләгәндә күп мәшәҡәттәр әсәйҙәр өҫтөнә төшә. Ләкин бала тәрбиәһендә атайҙар мөһим роль уйнарға тейеш. Ата наҙына малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа бер үк дәрәжәлә мохтаж. Атай мөхәббәтенә төрөнөп үҫкән балалар бәхетле һәм үҙ маҡсатына ирешеүсән булып үҫә. Атай кеше баланың үҙ баһаһын формалаштырырға ла ярҙам итә.
     "Күпме мәктәптәр, институттар, университеттар булыуға ҡарамаҫтан, яҡшы атайҙан башҡа яҡшы тәрбиәле балалар ҙа була алмай", – тип яҙған яҙыусы Н.Карамзин. Әлбиттә беҙҙең заманда илебеҙҙең тарихы, батырҙарыбыҙҙың ғәйрәтлеге, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың иплеге беҙҙең тәрбиәлә ҙур роль уйнаны. Шул атайҙарыбыҙ образында булған халыҡ батырҙарына, һуғыш геройҙарына, кешеләрҙе бандит-хулигандарҙан яҡлаған көслө артист ирҙәргә оҡшарға тырыштыҡ. Абруй — ирҙең ҡеүәте, ә атай абруйы беҙгә үрнәк.
     Хәҙерге заманда балаларыбыҙға тыуған ил, тыуған ер, туған тел төшөнсәләрен аңлатмайынса уҡытыу эштәре алып баралар. Ә беҙ балалар тәрбиәләүҙе тулыһынса мәктәптәргә тапшырғанбыҙ. Өйҙә саҡта балаларыбыҙ телевизорға йә компьютергә бирелгән. Был ниндәй тәрбиә булһын?
    Шуға ла балаларыбыҙ менән күберәк аралашып, аңлашып, үҙ-ара мөхәббәттә тәрбиәләй алмаһаҡ, уларҙы юғалтырбыҙ. Атай кешенең роле ғаиләлә бик ҙур шул. Беҙ теләйбеҙме, юҡмы, балалар, бигерәк тә малайҙар атайҙарының холҡон һәм ҡылығын ҡабатлайҙар. Яҡшы холоҡ-ғәҙәттең дә, насарында. Донъя тормошондағы ауырлыҡтарҙы еңергә, кешеләр менән аңлашырға һәм аралашырға, игелеккә ынтылырға, мохтаждарға ярҙам ҡулы һонорға, ҡатын-ҡыҙҙы хөрмәт итергә баланы бәләкәй саҡтан уҡ атай кеше өйрәтергә тейеш. Хеҙмәт һөйөүҙе, һөнәр алыуҙы, яуаплылыҡ хисен, маҡсат ҡуйыу, уға ынтылыу һәм барыу юлдарын табыуҙа бала атаһынан өйрәнә.
     Динебеҙҙәлә төп бурыс булып – баланың юғары рухи үҫешен тәьмин итеү, Аллаһты таныу тора. Бында атай кешегә ҙур бурыс йөкмәтелә, сөнки ул ғәиләһе өсөн яуаплы. Ислам ҡанундары буйынса йәшәгән ирҙе ҡатын-ҡыҙҙа хөрмәт итә, балалары ла ололап йәшәр, Аллаһыла риза булыр. Әлбиттә, Аллаһ юлынан тайпылып, гонаһҡа батҡан, үҙен хөрмәт итмәгән, ғәиләһен онотҡан ирҙе ҡайһы ҡатын-ҡыҙҙың яратаһы, ҡәҙерләгеһе килер икән? Ғаиләлә атай кеше эскелек менән шөғөлләнеп, тәмәке тартып, әсә кешегә ҡул күтәреп йәшәй икән, иманлы, әҙәпле бала үҫтереүгә өмөттө өҙһәң дә була. Атай-әсәнең тормошо — бала өсөн көҙгө. «Ояһында ни күрһә — осҡанында шул булыр», мәҡәленә ярашлы балала донъяға ҡарашы формалаша. Бына тулы ғаиләлә үҫеүсе һәм атаһыҙ балаларҙы сағыштырып ҡараһаҡ, бер әсәй тәрбиәһендә генә ҡалған баланың насарыраҡ уҡыуын, йышыраҡ тәртип боҙоусылар рәтендә күрәбеҙ. Ата-әсәләрҙең айырылышыуын, атаһы ғәиләһен ташлап китеүен үҫмер бала күңеле ауыр ҡабул итә. Яҡын булған атаһын һағыныу, тирә-яҡтағыларҙан оялыу, әсәһен ҡыҙғаныу, матди хәленең насарайыуы кеүек көслө кисерештәргә бала үҙенсә яуап бирә. Берәүҙәре үҙ-үҙенә бикләнә, икенселәрендә насар ҡылыҡтар барлыҡҡа килә, өсөнсөләре уҡыуҙарына битарафлыҡ күрһәтә. Ғаилә тарҡалған ваҡытта балаға бик ауыр була, уның тәрбиәгә бирелеүсәнлеге юғала. Бала кешеләргә лә, үҙ-үҙенә лә ышанысын юғалта. Ана шулайтып иң яҡын һәм ҡәҙерле булған атаһынан ҡыйырһытылған һәм рәнйетелгән баланың холҡонда шикләнеүсәнлек, тупаҫлыҡ, үс алыусанлыҡ, рәхимһеҙлек, алдаҡсылыҡ сифаттары барлыҡҡа килә.
     Ошондай ҡыҙғаныс хәлдәр килеп сыҡмаһын өсөн Ислам динебеҙ атай кешене ғәиләһенә ҡарата ғәҙел булырға саҡыра. Атай кеше шәхси үрнәге менән балаларын тәрбиәләргә тейеш. Бала алдында атай кешенең – ғәиләнең терәк-таянысы, ғәиләне һаҡлаусы һәм һүҙендә тора белеүсе, ихтыярлы кеше булыуы мөһим.
     Йә Раббым, беҙҙе ысын мөьмин мосолмандар итһәң ине. Үҙең һәм һөйөклө Пәйғәмбәрең Мөхәммәд Мустафа ғәләйһис-сәләм ҡушҡанса йәшәргә насип итһәң ине, харам эштәрҙән һәм гонаһтарҙан беҙҙе һаҡлаһаң ине. Ғаиләләребеҙҙә именлек – тыныслыҡ — татыулыҡта һәм мөхәббәттә йәшәргә насип итһәң ине. Араларыбыҙҙы нығытһаң ине. Ауыр һынауҙар менән беҙҙе һынамаһаң ине. Балаларыбыҙға бәхет-тәуфиҡ бирһәң ине. Уларға ла ғәилә бәхете бирһәң ине. Боҙоҡ – иманһыҙ кешеләрҙе беҙҙән алыҫ ҡылһаң ине. Яҡындарыбыҙ менән ахирәт донъяла ла бергә булырға насип итһәң ине, тамуғ уттарынан һаҡлаһаң ине! Әмин!