Йөрәк (ҡалб)

                                                                 Йөрәк (ҡалб)
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән китабында беҙҙең йөрәгебеҙ тураһында бик күп аяттарында әйтә һәм беҙгә ҡалбегеҙҙе һаҡлағыҙ тип киҫәтә. Нимә ул ҡалб? Ҡалб һүҙҙе ҡаләбә ҡылымынан барлыҡҡа килгән һәм ул бороу, үҙгәртеү, әйләндереү тип тәржемә ителә. Йөрәк-ҡалб, ул тәнебеҙҙең иң әһәмиәтле ағзаһы булып тора. Кеше ҡалбе менән аңлай, ҡабул итә, тоя һәм һиҙә. Ҡалбе менән кеше нимәгәлер ышана, нимәнелер инҡар итә, инана, хаҡлыҡты таба, ялғандан ҡаса, шатлана, ҡыуана, ҡайғыра һәм һыҙлана, бер хәл-тороштан ҡапма –ҡаршы яҡҡа борола һәм үҙгәрә. Әҙәм балаһы яуызлығы арҡаһында уны борсой, нәфрәт утында яндыра, ҡайғылар менән һынай, ә ул — кеше тормошоның нигеҙе, уның донъяһының ҡояшы булып тора. Кеше һәр эшендә, һәр халәтендә уға таяна һәм ул көс һәм хәрәкәт, ҡеүәт сығанағы.

     Тәнебеҙҙә ҡан әйләнешен тәьмин итә торған, мускуллы ҡапсыҡ һымаҡ органды йөрәк тип әйтәбеҙ. Әммә был йөрәк тип аталған орган, күңел – хис-тойғо, инаныуҙар урыны (сығанағы). Кешенең мәғнәүи, рухи донъяһын сағылдыра. Халҡыбыҙҙың ябай телендә: йөрәк ашҡына, әрней, өҙгөләнә, ярһый, ҡыҫа йәки башҡаса йөрәк менән ҡабул итем, йөрәк шыу итеп китте, йөрәк яраһы, йөрәк туҡтап ҡалғандай булды, йөрәккә яҡын алдым, йөрәк йылыһы һәм башҡа күп йән-күңел торошон аңлатҡан мәғәнәләге һүҙҙәр нимәһе менән йөрәгебеҙгә бәйле һуң?
     Аллаһ Тәғәлә кешеләрҙең иманлы һәм тәҡүәле булыуҙары ла, нимәнелер аңлау һәм тормоштағы юлды һайлап алыу һәләте нәҡ йөрәктән килә тип аңлата. Аҡыл нәфсеһе аша уй-теләгебеҙ нимәлер теләй, ләкин быға йөрәк ҡайһы бер ваҡыт ҡаршы сыға. Йөрәгең менән эш ит, аҡылына һылтанма тигәндәре лә шунандыр.
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә «Хажд» сүрәһенең 46 аятында:
      أَفَلَمْ يَسِيرُوا فِي الْأَرْضِ فَتَكُونَ لَهُمْ قُلُوبٌ يَعْقِلُونَ بِهَا أَوْ آذَانٌ يَسْمَعُونَ بِهَا فَإِنَّهَا لَا تَعْمَى الْأَبْصَارُ وَلَكِن تَعْمَى الْقُلُوبُ الَّتِي فِي الصُّدُورِ
     «Ә фәләм йә-сиируу фил-ардыи фәтәкүүнә ләһүм ҡулүүбүй-йәғҡилүүнә биһәә әү әәҙәәнүй-йәсмәғүүнә биһәә фә'иннәһәә ләә тәғмәл-әбсаару үә ләәкиң тәғмәл-ҡулүүбүлләтии фис-судуур».
     «Ер буйлап сәйәхәт итмәҫтәрме улар — йөрәктәре уйланһын өсөн? Ысынында, күҙҙәр һуҡыр булмай, ә күкрәктәрҙәге йөрәктәр һуҡыр була».
     Аллаһ Тәғәлә ошо аятында кешеләрҙе ғүмере дауамында, донъя буйлап, сәйәхәт итеп, ниндәйҙер фәһем, белем алып уларҙы аҡыл менән түгел, ә йөрәк аша аңларға саҡыра. Һәм дә әгәр кешенең йөрәге һуҡыр икән, тимәк ул хаҡиҡәтте күрмәй, был донъяға ни өсөн килгәнен аңламай.
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм тәндең бер өлөшө булған йөрәккә төбәп: «Ысынында, тәндә бер ит киҫәге бар, ул сәләмәт булһа бөтөн тән сәләмәт була, ул ауырыһа, бөтөн тән ауырый. Ысынында ул ағза — йөрәктер»,— тине. (Бухари һәм Мүслим риүәйәттәре)
     Беҙҙе борсоған ауырыуҙарҙың тәнебеҙ менән бәйле түгел, ә тәнебеҙҙе йөрөтөүсе ҡалб менән дә бәйле икәнен уйламайбыҙ, микробтар һәм вирустарға һылтайбыҙ, ә рухи функцияларҙың һәм йәшәйештең бысрауына иғтибар итмәйбеҙ. Йән менән тән араһында айырма булғанда, ҡайһы ваҡыт рухи тормош ҡаҡшай башлай һәм ул кешенең тән һаулығына тәьҫир итә. Иман – кешенең йән һәм йөрәк таҙалағы тигәнде аңлата. Кеше Аллаһҡа инаныу менән үҙен башҡа нәмәләрҙән арындыра. Ә иман йөрәктә һаҡлана.
     Әйе, беҙҙең йөрәк (ҡалб) күңелебеҙ бар. Ул да беҙҙең иғтибарыбыҙға, наҙыбыҙға мохтаж. Ул да ауырый, уны ла ҡайғыртып, ашатып, дауалап торорға кәрәк. Ҡалб ауырыуҙарын, уларҙы күңел ауырыуҙары тип тә әйтәбеҙ, күҙгә күренгән тән ауырыуҙарынан да ҡурҡыныс. Сөнки ул ауырыуҙар, кеше тормошонда һиҙермәй генә, яйлап кешенең күңелен ағыулап, уны аҙағына тиклем ҡарайта. Һөҙөмтәлә, ул ҡалб, үлә. Бар нәмәне һиҙеп, танып, ҡайғырып һәм һөйөнөп тороусы, изгелек менән яуызлыҡты айырыусы ҡалб һуҡырая, күрмәй, ишетмәй, һиҙмәй, хаҡлыҡты ҡабул итмәй башлай...
     Бер туҡтауһыҙ «ләә иләәһә илләллааһ» тип тибеп торған йөрәк – Аллаһ Тәғәләнең иң шаҡ ҡатырғыс ижад емешенең береһе. Һәр бер күҙәнәккә, һәр органға, кешенең бар мөйөшөнә ҡан тамырҙар селтәре аша аҙыҡ һәм яғыулыҡ еткереүсе тәбиғи насос ул. Ҡан тамырҙары 150 саҡрымға тиклем һуҙыла. Йөрәк әсә ҡарынында яралғының ике айлыҡ ваҡытынан алып, кеше үлгәнсә эшләй. Минутына 80 тапҡыр тибеп торған орган тәүлегенә 8 тонна ҡан ҡыуа, был 8 кубометр ҡан самаһы. Йөрәктең электромагнит тулҡыны (поле) 5000 тапҡырға баш мейеһен электромагнит ҡыры көсөнән артығыраҡ.
      Һуңғы ваҡыттағы ғилми тикшереүҙәр, шулай уҡ яһалма йөрәк һәм йөрәк күсереп ҡуйыу операциялары ҡыҙыҡлы һөҙөмтәләргә килтерҙеләр. Йөрәк аҡыл һәм фекерләү үҙәге булыуы мөмкин тигән асыш-мәғлүмәттәр күренә башланы. Кешеләрҙең йөрәген (донор) икенсе берәүҙәргә күсергәндән һуң, ул пациентарҙа аҡыл, ихтияр көсө һәм үҙ-үҙен тотоу үҙгәрештәре барлыҡҡа килә икән. Ул ауырыуҙар: иң башта яңы йөрәктә бер ниндәй ҙә хис-тойғо юҡ тип яуап бирәләр. Был йөрәк ҡурҡыныс яҡынлашҡанға ла иғтибар итмәй, ә ҡәҙимге үҙ йөрәген был саҡта дерелдәп, йыш-йыш тибә башлай. Шулай уҡ кешегә яратҡан әйберен килтерһәләр ҙә уға уның реакцияһы күренмәй. Ул ҡалб – тән хәрәкәттәренә иғтибар итмәй торған һалҡын йөрәк булып ҡала.
     Операциянан һуң икенсе кеше йөрәге менән йәшәгән әҙәмдәр үҙҙәренең тәнендә икенсе шәхес барлығын һиҙәләр, уларҙың рухында үлгән кешенең талантары асыла, уның нәфсеһен, холҡон ҡабатлай башлайҙар: мәҫәлән: ул (донор) яратҡан ризыҡ-эсемлекте йә иһә музыканы, хатта ул үлгән кешенең тән һыҙлауҙарында үҙҙәрендә тоялар. Бер әҙәмгә автокатастрофала арҡаһы бөтөнләй иҙелеп һәләк булған кешенең йөрәге күсерелеп ҡуйғас уның һау арҡаһы һыҙлай башлай... Бына шунан һуң уйлағыҙ инде – аҡылыбыҙ ҡайһы ерҙә?
     Бер хәҙистә кешенең аҡылы йөрәктә, ә башта түгел тип әйтелә. Һәм был фекерҙе күрше мәҙһәб (шафиғи) һәм мутакаллимдәрҙең (ислам теологтары) күпселеге яҡлай. Шуға ла Аллаһ Тәғәләнән килгән көс-ҡеүәт һәм аҡыл үә иман йөрәктә туплана ти әйтергә мөмкиндер...
     Ислам ғалимдәре ҡалб ул һауыт кеүек нәмә тип әйтәләр, әгәр ул ҡәҙерле һауыт иман, ғилем, нәсихәттәр менән тулып, әҙәп-әхлаҡ менән зиннәтләнһә, әлбиттә ул һауыттан бары тик яҡшылыҡ һәм изгелек кенә сығасаҡ. Һәм киреһенсә, йөрәк шик-шөбһәләр, боҙоҡлоҡ, яуызлыҡ, тәҡҡәбәрлек менән тулы булһа, ул һауыттан хәйерле нәмә түгел, ә яуызлыҡ сыға. Мейеләге аҡыл йөрәккә ҡаршы сыға.
     Бер ғалим әйткән: «Нәфсе кешене Раббыһына баш күтәрергә, ҡаршы барырға саҡыра. Донъя тормошо менән тәьҫирләндерә. Аллаһ бәндәһен гонаһ ҡылыуҙан һаҡланырға, нәфсегә эйәреп ҡол булыуҙан тыя. Ҡалб иһә ошо ике саҡырыусының араһында». Шуға ла нәфсегә эйәрмәй, Аллаһ Тәғәләнән йөрәктәрҙе тейешле хәлдә нығытыуҙы, яҡлауҙы һәм рухи шифа биреүҙе һорар кәрәк.
     Мәүләнә Руми яҙа: «Әгәр әхүәле рухиәң рухи нур менән яҡтырмаған икән, уянырға тырыш, Аллаһтан шул бәрәкәтте һора һәм, рухи мәғрифәткә эйә булыр өсөн, бөтә көсөңдө һал!». Ҡалбебеҙҙе боҙоҡ сирҙәрҙән арындырып сәләмәт йөрәк менән йәшәргә ынтылайыҡ.
     Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үәссәлләмдең йыш ҡыла торған доғаларынан берәүһе:
                                                                                                                  يَا مُقَلِّبَ الْقُلُوبِ ثَبِّتْ قَلْبِي عَلَى دِينِكَ   

 

     Әйтелеше: «Йәә, мукаллибәл ҡулууби ҫәббит ҡалбии ғәлә дииникә». «Аллаһүммә йәә, мукаллибәл ҡулууби ҫәббит ҡалуубәнә ғәлә дииник».
     Мәғәнәһе: «Әй, ҡалбтәрҙе алмаштырыусы Аллаһым! Ҡальбемде динең менән нығыт. Динеңдән айырма».
Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәсәлләм ошо доғаны йыш сәждәлә ҡыла ине, һәм әйтә ине: «Әгәр ҙә күңел дөрөҫ булһа, бөтөн ғәмәлдәр ҙә яҡшы, дөрөҫ булыр. Әгәр ҙә күңел боҙоҡ булһа, бөтөн ғәмәлдәре ҙә боҙоҡ булыр».
     Быны ишетеп, сәхәбәләр һоранылар: «Йә Аллаһ Рәсүле! Һин дә мөртәткә (диндән яҙыуҙан) әйләнеүҙән ҡурҡаһыңмы?». «Кем мине был донъяла яңылышыуҙан һаҡлай ала?» — тине Аллаһ Илсеһе (Уға Аллаһ рәхмәте үә сәләме булһын). Инанған кешенең иң ҡәҙерлеһе һәм ҡиммәтлеһе, — ул уның иманы, уның мосолман дине. Был динде Аллаһ Тәғәлә рәхмәте һәм фатихаһы менән бирә. Иман – кеше ҡаҙанышы түгел, шуға ла мосолман кеше даими рәүештә Аллаһы Тәғәләнән иманын нығытһын өсөн һәм дөрөҫ юлда барыр өсөн доға ла булырға тейеш. Был хаҡта ҡудси-хәҙистә: «Кешенең йөрәге — Мәрхәмәтлебеҙ (Рахман) хакимлегендә. Ул нисек теләй, шулай йөрәктәрҙе үҙгәртә».
     Әҙәм балаһының ҡылған һәр бер эше, иң әүәл уның ҡалбе менән бәйле. Пәйғәмбәребеҙҙең бер сәхәбәһе Әбү Һүрайра беҙгә ҡалб тураһында бик тә тәрән аҡыллы фекер әйтеп ҡалдырған: «Йөрәк тәндең батшаһы, бөтә ағзалар уның ғәскәре. Батша ғәскәргә нимә ҡушһа, ғәскәр шуны эшләй». Шулай итеп, күңел ниндәй, ғәмәлең шундай. Күңелем минең саф, тип аҙғынлыҡ юлында йөрөүселәр, үҙҙәренә әллә ниндәй аҡланыу ғына эҙләйҙәр, әммә Аллаһ уларҙы күреп тора.
                                                فَأَمَّا الَّذِينَ فِي قُلُوبِهِمْ زَيْغٌ فَيَتَّبِعُونَ مَا تَشَابَهَ مِنْهُ ابْتِغَاءَ الْفِتْنَةِ وَابْتِغَاءَ تَأْوِيلِهِ وَمَا يَعْلَمُ تَأْوِيلَهُ إِلَّا اللَّهُ
     «...фә'әммәл-ләҙиинә фии ҡулүүбиһим зәйғуң фәйәт-тәбиғүүнә мәә тәшәәбәһә минһү-бтиғаа'әлфитнәти үәбтиғаа'ә тәьүиилиһи үә мәә йәғләмү тәьүииләһүү илләллааһу... ».
     «Йөрәктәрендә сир булған әҙәмдәр Ҡөръәндең мәғәнәһе асыҡ түгел аяттары менән, шуның менән фетнә индерергә тип һәм уларға аңлатма бирергә маташып, эйәрәләр. Әммә уның аңлатмаларын Аллаһтан башҡа бер кем дә белмәй». 3/7
     Беҙҙең ҡайғыртыуыбыҙға мохтаж булған, шул күңел-йөрәгебеҙ өсөн беҙ ни эшләйбеҙ һуң? Донъя мәшәҡәттәренә сумып, бик күптәр күңел йөрәктәренә иғтибар итмәйҙәр. Беҙҙең тәндәребеҙгә һәр ваҡыт төрлө ауырыуҙар, инфекциялар инергә ынтыла, беҙ көсөбеҙҙән килгәнсә уларҙан һаҡланырға тырышабыҙ, ауырыған осраҡта, дауаланып ҡотолорға көс һалабыҙ һәм дә Аллаһ шифаһы менән уларҙан ҡотолабыҙ. Тап шулай, беҙҙең йөрәгебеҙ ҙә, нәфсегә, төрлө фетнәләргә, һынауҙарға дусар була. Хәҙистә әйтелгәнсә, ул фетнәләр, ҡалбкә яйлап инә. Ҡалб һынауҙы үтә алмай береһен үткәрһә, йөрәктә бер ҡара тап пәйҙә була. Һынауҙы үтеп, бер фетнәне кертмәһә, шундук аҡ тап барлыҡҡа килә.
     Аллаһ Тәғәлә беҙҙе был донъяға тыуҙырғанда ҡалбтәребеҙҙе ап-аҡ саф итеп яратҡан, гонаһтарҙан паклаған. Ләкин, аҡыл нәфсеһенә, һынауҙарға ҡаршы тора алмай, кәсеп иткән боҙоҡ эштәребеҙ, ҡалб өҫтөн ҡарайта.
     Ул ҡара пәрҙә тураһында Аллаһ Әл-Мөтаффифин сүрәһендә әйтте:
                                                                                                            كَلَّا بَلْ رَانَ عَلَى قُلُوبِهِم مَّا كَانُوا يَكْسِبُونَ
     «Кәлләә бәл раанә ғәләә ҡулүүбиһим мәә кәәнүү йәксибүүн».
     «Юҡ, уларҙың ҡылған эштәре, ҡалбтәрен ҡапланы».83/14
     Һәм хәҙистәрҙә лә: «Быларҙың йөрәктәре боҙоҡ эштәр менән ҡарайған, ер өҫтөндә буш ятҡан тутыҡ тимер кеүек» — тип, сағыштырыла.
     Ҡалбтәрҙе нисек паҡларға, уларға хас булған аҡлыҡты нисек ҡайтарырға?
     Ҡайһы бер ғалимдар әйттеләр, күңел дауаһына биш нәмәнән торалыр: тәртип буйынса Ҡөръән уҡыу; ашҡаҙанды буш тотоу (ураҙа, әҙ ашау); төнгө намаҙын (тәхәджүд) уҡыу; сәхәр ваҡытында доғалар ҡылыу; изгеләр, ғалим янында ултырыу (улар менән аралашыу).
     Ғалимдарҙың береһе әйтте: «Әгәр ҙә бер кеше иртәнге һәм киске ваҡыттарында бөтә иғтибарын, әһәмиәтен Аллаһҡа ғына бирһә, Аллаһы Тәғәлә ул бәндәнең бөтә хәжәттәрен үтәр. Уның бөтә мәшәҡәттәрен юҡҡа сығарыр. Һәм дә ул кешенең Аллаһы Тәғәләгә мөхәббәт өсөн күңелен азат итәр. Телен зекер менән шөғөлләндерер. Ҡальбен һәм ғәмәлен Аллаһы хеҙмәтенә үә итәғәткә бағышлар.
     Әгәр ҙә кемдер иртә менән дә, кисен дә бөтә иғтибарын донъяға бирһә, Аллаһы Тәғәлә уға донъя мәшәҡәттәрен ебәрер, кешене нәфсеһенә тапшырыр. Һәм дә күңелдәге мөхәббәте Аллаһы Тәғәләгә ҡарата түгел, башҡа заттарға ирештерер. Телде Аллаһы Тәғәләне зекер итеү менән түгел, башҡа заттарҙы иҫкә алыу менән шөғөлләндерер. Ғәмәлдәрен Аллаһы Тәғәләгә итәғәт итеү менән түгел, башҡа заттарға хеҙмәт итеү менән мауығыр. Ул зат хайуандан һис бер нәмә менән дә айырылмалы булмаҫ. Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында ул бәндәнең бер ҡиммәте лә юҡтыр.
     Бер ғалим әйтте: «Йөрәгеңде, күңелеңде өс осраҡта эҙлә: Ҡөръәне тыңлаған ваҡытта; зекер мәжлестәрендә; яңғыҙ булған ваҡыттарыңда. Әгәр уны ошо осраҡтарҙа тапмаһаң, Аллаһы Тәғәләнән йөрәк бүләк иткәнен һора, сөнки, хаҡиҡәттә һиндә йөрәк юҡтыр».
     Фудаил ибн Ғиәд әйткән: Был донъяла әҙгә ҡәнәғәт булмай тороп, һеҙҙең ҡәлбтәрегеҙ имандың тәмен тәтемәҫ. Бөгөн арабыҙҙа иманды тәмен татыусылар бар әле, тип әйтһәк тә, кешеләрҙе күпселеге донъялыҡҡа батҡан Улар Аллаһы Тәғәләне телдән «Яратам» тип әйтһә лә, ысынлыҡта, иман уларҙың телдәренән йыраҡ китмәй. Ҡөръәндә күрһәтелгән аяттар буйынса, иман уларҙың ҡулдарында донъя алып барыр өсөн кәрәк булған уйынсыҡ, ҡорал кеүек. Ә инсан йөрәге – Аллаһ яралтҡан, Илаһи ҡөҙрәт, Илаһи серҙәр сағылыш тапҡан урын. Шуға күрә иң ҙур ғибәҙәт – йөрәктәрҙе яулау. Ә иң ҙур һәләкәт – күңелде ҡырыу.
     Аллаһы Тәғәлә «Зәхрәф» сүрәһенең 36-сы аятында әйтә: «Берәй кеше Аллаһыны зекер итмәһә, беҙ уға иптәш итеп шайтанды бағларбыҙ». Һәм дә шайтан кешене нәфсеһе менән аҙырып был фани донъяны матур итеп күрһәтә.
     Мәүләнә Руми: «Наҙандарға был хәҡиҡәтте танып белеү яҙмаған. Ҡәлебтәре рухи мәғрифәт менән тулы тәҡүәле әүлиәләр генә ирешә быға!»
     Аллаһ Тәғәлә йөрәкте күреүсе, һиҙеүсе, ҡайғыртыусы һәм айырыусы итеп бар ҡылған. Ни сәбәпле бөгөн күңел йөрәктәребеҙ үҙ вазифаһын үтәмәй? Күптәребеҙҙең ҡалб күңелдәре Аллаһ һәм Уның Ҡөръән серҙәре йөрәк аша асылмаған. Улар хаҡҡиҡәтте күрмәйҙәр, был донъяға килеүҙең маҡсатын аңламайҙар. Шуға ла, күп йөрәктәр изгелек ҡылыуҙан бик йыраҡ йөрәйҙәр, улай ғына ла түгел, изге эштәрҙән оялалар. Аҙғынлыҡ, боҙоҡлоп ҡылып, тәүбә итеп үкенәһе урынға, шул ҡылған эштәренән ҡыуаналар, бер-береһенә һөйләп маҡтанышалар. Сәләмәт йөрәк изгелек ҡылһа һөйөнә, аҙғынлыҡ ҡылһа көйөнә. Ауырыу йөрәктә был хистәр юҡ, ул киреһенсә боҙоҡлоҡты яҡшылыҡ тип күрә, шуны ҡылып ҡыуана. Күпме кешеләребеҙ, Аллаһ йорттары булған мәсеттәргә барып, Раббыларына сәждә ҡылыу тураһында уйламай, хатта мәсет тупһаһы аша атлап та инергә лә оялалар.
     Ҡалбтең сәләмәт булыуы, донъя һәм ахирәт бәхетенә ирешеүгә сәбәп булып тора. Үрҙә иҫкә алған тәкәбберлек, көнсөллөк, ҡаты күңеллелек... был ауырыуҙар менән бәхеткә ирешеп булмай. Ҡиәмәт көнө етеп, бөтә кешеләр ҡәберҙәренән Раббылары ҡаршына хисаб өсөн ҡубарылғаста, бәндәгә сәләмәт йөрәк кенә файҙа бирә.
     Хөрмәтле, дин ҡәрҙәштәрем! Раббыбыҙ, беҙгә ҡалбтәрҙе сафлап, дауалап торорға бойора. Был хаҡта Ҡөръәндең күп аяттарында әйтә. Йәмғиәттә, кешеләр араһында сыҡҡан борсоу, проблемаларҙың күпселеге нәҡ ауырыу ҡалбтәрҙән килә. Именлекте, матурлыҡты боҙоусы көнсөллөк, тәкәбберлек, ике йөҙлөлөк, ҡаты бәғерлелек... былар барыһы ла йөрәк сирҙәре, мосолман ҡәрҙәштәрем. Ошо сирҙәрҙән арынмайынса, йәмғиәткә именлекте ҡайтарып булмай.
                                                                      رَبَّنَا لَا تُزِغْ قُلُوبَنَا بَعْدَ إِذْ هَدَيْتَنَا وَهَبْ لَنَا مِن لَّدُنكَ رَحْمَةً إِنَّكَ أَنتَ الْوَهَّاب

     «Рәббәнәә ләә түзиғъ ҡулүүбәнәә бәғдә иҙ һәдәйтәнәә үәһәб ләнәә мил-ләдүңкә рахмәтән иннәкә әнтәл-үәһһәәб».
     «Әй Раббыбыҙ, беҙҙе тура юлға күндергәндән һуң, ҡалб-күңелдәребеҙҙе ялғанға ауыштырма, беҙгә Үҙ рәхмәтеңде насип ит, Һин бит йомартлыҡ менән Биреүсе.» 3/8 .
     Раббым Аллаһ, ғәләмдәр Хужаһы, күңелдәребеҙҙе таҙартып, беҙгә һәм Үҙендең һәм илсеңдең саҡырыуын ҡабул итә торған аҡ йөрәктәр насип ит. Һинең көсөң бар нәмәгә лә етә бит. Тәндәребеҙгә һаулыҡ өҫтәп, ҡалбтәребеҙгә нур өҫтөнән нур итеп иман сафлығы өҫтәһәң ине.
     Эй Раббым! Йөрәктәребеҙҙе Һинең Илаһи ризалығыңа алып киләсәк дуҫлығың менән нығыт! Беҙгә Һөйөүеңде бүләк ит, һәм беҙҙең һөйөүебеҙҙе ал, шатландыр беҙҙе! Әмин.