Күренекле ғалимдарҙе онотмағыҙ!

                                                  Күренекле ғалимдарҙе онотмағыҙ!
     1970 –се йылда Татарстан республикаһы Мәрҗани мәсете имам-хатыйбы Ғәбделхәбир Яруллин һөйләгән вәғәҙдән. Был вәғәҙендә имам-хатыйб Ғәбделхәбир Яруллин динебеҙҙә яҡты эҙ ҡалдырған дин ғалимдарығыҙҙы, ишандарығыҙҙы онотмағыҙ тип, совет осорондағы халыҡҡа өгөт-нәсихәт бирә.
     Ә беҙҙә, бөгөнгө көндә, күренекле ғалимдарҙы иҫкә алмаҫҡа, улар тураһында сара-конференцияларҙы үткәреүҙе тыялар тигән мәғлүмәттәр интернет киңлегендә тарала башланы. Зәйнулла ишан Рәсүлевтең, Ғабдрахман Рәсүлевтың, уларҙың урындағы шәкерттәренең хөрмәтенән үткәрелә торған сараларҙы өҫтәгеләр күрһәтмәһе буйынса тыйыла тигән хәбәр йөрөй. Һәм был саралар ҡайһы бер райондарҙа үтмәне. Әллә тарихыбыҙҙа тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәребеҙҙе халҡыбыҙҙың хәтеренән юйып ташларға йүнәтелгән маташыу түгелме?

     1970-се Миләди, 16-сы ғинуарь / 1389-сы Һижри, 8-се Зөл Ҡағиҙә, йома көн. Ғәбделхәбир Яруллин. Хөтбәләр мәжмүғаһы. Том 1
                                     Бисмилләһир Рахмәнир Рахим.
     Алыҫ һәм яҡын ерҙәрҙән пак кейем, саф күңел менән йәнәбе Халиҡ үә Раббил ғәләмин хәҙрәтенең ризалығын өмөтләнеп, йома намаҙына йыйылған мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәрем!
     Әссәләму ғәләйкум үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ! Аллаһы Раббил ғәләмин хәҙрәтенең сәләме үә рәхмәте үә бәрәкәте барыбыҙғала насип булһын ине. Ошо айҙың йомаһы йөмләбеҙ өсөн мөбәрәк булып, киләсәк йомаларҙы ла тыныслыҡ, шатлыҡ менән күрергә насип булһын.
     Мөхтәрәм йәмәғәт! Донъяла булған һәр төрлө мәҙәниәтле милләт һәм мәҙәниәтле ҡәүем һәм кешеләр һәр береһе үҙҙәренән алда донъяға килеп киткән халыҡҡа тейешле хеҙмәттәр күрһәткән, файҙалы ғәмәлдәр ҡалдырған, күренекле кешеләрҙе, ғалимдәрҙе тыуған һәм үлгән көндәрендә уларҙы ҙур ихтирам менән иҫкә алып үтәләр, уларҙың халыҡҡа күрһәткән файҙалы хеҙмәттәре менән бөгөнгө быуындарҙы таныштырып үтәләр. Бына был рәүешле күркәм ғәҙәт – Ҡөръән тәғлиме буйынса, пәйғәмбәребеҙҙең хәҙисе буйынса ла үткән ваҡыттарҙа йәшәп киткән кешеләребеҙҙе иҫкә алырға тейешбеҙ.
                                                                                             ايبراهيم الكتاب فى اذكر و باهلل استعيذ
                                                                                                          اسماعيل الكتاب فى اذكر و
                                                                                                              ادريس كتاب فى اذكر و
     Ошо хәҙис, аяттар һәм башҡа бик күп аяттар. Һәм хәҙрәт рәсүлебеҙ:
                                                                                                                اذكروا محاسن موتاكم
     Йәғни: үлгәндәрегеҙҙе ҡалдырған күркәм ғәҙәттәре, файҙалы хеҙмәттәре менән зекер итегеҙ, иҫкә төшөрөгөҙ, тип әйткән.
     Әлхәмдүлилләһ Раббил ғәләмин, ошо Татарстан һәм башҡа республикаларҙа йәшәүсе мосолмандар өсөн дә бөйөк, ихтирамға лайыҡ булған дини, донъяуи ғилемдәрҙе шамил (яҡшы) белгән, хәҙерге ваҡытта ла шуларҙың мөҡәтдәс (изге) хеҙмәттәре булған ғилми әҫәрҙәре, китаптары менән файҙалана. Һәр береһе Аллаһының рәхмәтендә булһындар, ҙур әжер үә сауаптарға наил булһындар (ирешһендәр – А.Х.).
     Шул йөмләнән ошо мәсетебеҙҙә имам һәм мөдәррис булған, күп дини һәм донъяүи китабтар яҙып, бөтөн Ислам ғилемендә исеме танылған Шиһабетдин әл-Мәржәни хәҙрәттәренең бөгөнгө көн 16-сы ғинуарҙа донъяға килеүенә 152 йыл тыуған көн, Аллаһының рәхмәтендә булһын, рухы шат булһын.
     Ошо мөнәсәбәт менән Шиһабетдин әл-Мәржәни хәҙрәттәренең һөйләгән бер хөтбәһен иҫегеҙгә төшөрөп һөйләмәксе булам. Ғәйәт дәрәжәлә әҫәрле, ғибрәтле вәғәҙ, диҡҡәт (күңел) менән тыңлағыҙ:
     “Әммә бәғд! Аллаһыҡа хәмде үә пәйғәмбәребеҙгә салауат һуңынан: ғүмерҙең сәғәттәре осҡан ҡош кеүек үтә, үлем сәғәттәре яҡынлашып бара. Ирешергә теләгән маҡсаттар һәм теләктәр булғаны булып, үтәлмәге үтәлмәй ҡалып, йоҡолағы һаташыу кеүек юғала тора.
     Әсе үлем ҡылысы ҡынынан һурылған, ҡәбергә ләхет (ҡабыҡ) йыназа ағастарына һалынған, дуҫтар, туғандар, ҡәрҙәштәр берәм-берәм Ахирәт сәфәренә китеп тора, ҡайҙа? Юл өсөн әҙерләнгән кәрәк-яраҡтар, ҡайҙа? Ахирәт аҙыҡтары? Ғәфләт йоҡоһонан айнырға ваҡыт, донъя иҫереклегенән туҡталырға, оялырға ваҡыт. Үлем сәғәте етһә, Аллаһы уны кисектермәҫ. Әҙәмдең хәле ғәжәб, ул һис үлемдән ҡотоласаҡ түгел, ҡәбергә кермәй ҡаласаҡ түгел. Әжәле еткәндең Аллаһы Тәбарәкә хозурына бараһы бар, үҙенең ғүмере буйына ҡылған эштәре өсөн яуап бирәһе бар. Кеше шулай була тороп та яманлыҡты ташламай, донъя малына, аҡсаға динен һата, яҡшы эштәрҙе ҡылмай, һаман кисектерә бара, боҙоҡ эштәрҙе ташламай, ҡуймай, бәлки ашыҡтыра. Нәфсенең бысраҡ теләктәре артыннан йөрөүҙе, уны төҙөк тотоуҙы уйламай. Шулай уҡ ҡәбер хәлдәрен – Ҡиәмәт ҡатылыҡтарын уйламай, иҫенә лә төшөрмәй. Шулай булһа ла, үҙе үлем тырнағына эләгеп бөткән, үлемдең тырнаҡ батырыу сәғәттәре килеп еткән.
     Әй, әҙәм! Уйла, үлем сәғәте етһә, Аллаһы Тәғәлә уны һис кисектермәҫ. Хәленең ауырлығына, һөйәктәренең һыҙлауына ҡарап сырхауҙы, ауырып ятыусыны үлем ҡыҙғанмай, үлтермәй тормай, ҡалдырмай. Балалары күп тә, бәләкәй булһа ла, ас булһа ла, яланғас та булыуға ҡарап, үлем бер фәҡирҙе ҡалдырамы? Ҙур дәүләт эйәләренең, байҙарҙың байлыҡтарына һалып риғая ҡыламы? (өҫтөнлөк бирәме?) Яуыз кеше түрәләренең золомынан, батшаларҙың күп ғәскәренән, ҡеүәтле ҡоралдарында ҡурҡамы? Ҙур табибтарҙың, хаким-хан ҡолдарҙың дауалары файҙа, шифа бирәме? Кем үлмәй ҡала? Кем ҡәбергә инмәй ҡала? Сырхауҙы ҡараусы, тәрбиә ҡылыусы өмөтөн өҙһә, йәшәү, ҡояш һүнһә, ауырыу барасаҡ ерен күрһә, шул ваҡыт был һүҙҙәргә ышаныр, инаныр. Шул саҡта боҙоҡ эштәренә, һөйләнгән бысраҡ һүҙҙәренә үкенер, оялыр. Әҙәмдәрҙе рәнйеткәне, япһырған яла-ялғандары, һөйләгән ғәйбәттәре өсөн тамам хәсрәт баҫыр, ҡайғы солғап алыр. Шул ваҡыт хәлен һораһаң, яуап бирмәҫ.
                                                                                                             اجالها جاء اذا نفسا هللا يؤخر لن ة
     Үлем сәғәте етһә, уны Аллаһы Тәғәлә кисектермәҫ.
     Ҡатылығы менән иҫертә торған үлем сәғәттәре ниндәй ауыр сәғәттәр. Ауырыу ул сәғәттә ятағында көйөп яна, аунай, тәгәрәй, әйләнә, үлем әселегенән-ҡатылығынан сырхауҙың хәлдәре бөтә, телдәре бәйләнә, шул саҡлы ауыр-ҡайғылы ишетеүҙән генә белгән, ауыр булған был сәғәттәр һәр әҙәмгә, барыбыҙға ла киләсәк:
الموت ذائقة نفس كل                                                                                                3/185
     Шул ваҡыт әҙәм балаһы өҫтөнә тау-тау хәсрәттәр өйөләсәк. Унан һуңғы хәл иһә тар ҡәбергә күмелеү, ҡараңғы гүргә инеү. Күп әҙәмдәр ошо ҡәберҙәге хәлдәрҙе күреп, ғибрәт (һабаҡ) алмай, ҡәбер әһелдәре үҙҙәре лә баштарына килгән хәлдәрҙе һөйләй алмай, тел биргән Аллаһы Тәбарәкә үә Тәғәлә уларҙы телһеҙ иткән. Юҡтан бар ҡылған Аллаһы Тәбарәкә үә Тәғәлә уларҙы тупраҡ иткән ер, юҡ иткән. Бер көн килер, ул тарҡалған кәүҙәләрҙе Аллаһы Тәғәлә хәҙрәте ҡөҙрәте менән йыйыр, әүәлге хәлдәренә ҡайтарыр, Ҡиәмәт көн мәхшәр майҙанында һәр кемен Хисап майҙанына йыйып, донъяла ҡылған эштәренән хисап алыр, яуап алыр. Шул көндә әҙәм балаһына изге ғәмәле үә яҡшы эштәренән башҡа һис нәмә файҙа бирмәҫ.
اللباب اؤلى يا فاعتبروا59/
     Әй, аҡыл эйәләре! Был һүҙҙәрҙән ғибрәтләнегеҙ, донъя менән генә мәшғүл булып, Ахирәтте онотмағыҙ".
Шиһабетдин әл-Мәржәни хәҙрәттәренең һөйләгән хөтбәһенә ҡағышлы пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең бер хәҙис шәрифен иҫегеҙгә төшөрәмен. Рәсүл әкрам ғәләйһис-сәләм Ғәффәр ҡәбиләһенән булған Әбүзәр исемле сәхәбәгә төбәп әйтә:
أباذر يا
الناقد فإ ن العمل وأخلص , كؤود العقبة فإ ن ظهرك وخفف , طويل السفر فإ ن الزاد واستكثر , عميق البحر فإ ن السفينة أحكم
بصير
     Йәғни: Әй, Әбүзәр! Көймәнде яңырт, яраҡлы теүәл ит, диңгеҙ бик тәрән, ҡурҡыныслы, аҙығыңды, ашау-эсеү нәмәләреңде мул ал, барасаҡ юл бик алыҫ. Йөгөңдө еңел ҡыл, барасаҡ ерең бик мәшәҡәтле. Ғәмәлеңде ысын күңелдән хәлисән лилләәһи ҡыл. Быға баһа биреүсе, ҡабул итеүсе, үтә күреүсе, бик һайлап алыусы Рәсүл әкрам ғәләйһис-сәләмдең был хәҙисендә, был нәсихәтендә донъяла йәшәүҙе, йәшәүҙе тәрән диңгеҙҙә сәйәхәт ҡылыуға оҡшатҡан.
     Тәрән, ҙур диңгеҙҙә сәфәр ҡылыу өсөн иманың дөрөҫ үә теүәл, тура булыуы кәрәк, юҡһа, һис шикһеҙ, һәләк булыуың мөмкин. Был мөбәрәк һүҙҙәр: кешегә ғүмер сәфәрендә иң беренсе нәмә пак, ысын иманлы, саф, сәләмәт күңелле булыуҙы аңлатыу булһа кәрәк. Сөнки был рәүештә булмаған әҙәмдең тормош сәфәрендәге мәшәҡәттәрҙе үткәреүе ауыр булыр, һәләк булыуы мөмкин (юҡ ҡына ауырлыҡтарға ла сабыр итмәй һәләк булыуҙар – иман зәғифенән). Аҙыҡ-түлекте мул ал тигән һүҙе, сөнки барасаҡ юлы йыраҡ һүҙе: кешеләрҙең донъяла йәшәп Ахирәт сәфәренә барыуҙарын оҙон һәм мәшәҡәтле юлға, сәфәргә сығыуға оҡшатҡан. Кеше йыраҡ үә мәшәҡәтле сәфәргә сығасаҡ булһа, аҙыҡты яҡшыраҡ, мулыраҡ алырға тырыша. Донъяға килгән һәр әҙәм теләһә лә, теләмәһә лә Ахирәткә юлға сығасаҡ.
     Был сәфәргә иһә әҙәм балаһы донъя нәмәләрен алып бара алмай, бәлки үҙенә ризыҡ итеп, юлдаш итеп алған нәмәне: тәнендәге ҡеүәте, ҡулындағы малды Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн (Аллаһы ризаһы булған урындарға) сарыф ҡылып, тапҡан изгелектәре, үҙенән һуң ҡалдырған яҡшы эштәре, яҡшы исеме буласаҡ.
     Һәм йөгөңдө еңел ал, юл мәшәҡәтле тигән һүҙе: ғүмер сәфәрендә кеше өҫтөнә йөкләнә торған боҙоҡ, насар, эштәр гонаһлы эштәр булып, Ҡиәмәттә йәнәбе Хаҡ хозурына ҙур мәсьүлиәткә, хурлыҡҡа ҡалдыра торған нәмәләрҙән һаҡланыуҙы һәм йыраҡ булыуҙы аңлатҡан.
     Йәнәбе Раббил ғаләмин хәҙрәте беҙгә — бәндәләренә пәйғәмбәрҙәре аша донъя һәм ахирәт сәғәҙәтенә ирешеү юлдарын күрһәткән кеүек, донъяның Ахирәттә һәләҡәтле сәбәбе була торған нәмәләрендә беҙгә асыҡ аңлатҡан.
     Ғүмер юлында булған аҡыл эйәләре был әхкәм үә тәүсыйәләрҙы ҡабул итеү һәм эшкә ашырыу менән генә сәғәҙәткә ирешеүҙе хәтерҙә тотоп, шунан ситкә тайпылмаҫҡа, һиҙайәт һәм истиҡамәт юлынан айырылып, үҙенә һәм бөтөн кешелек доньяһына йәбер-золом итеүгә мәйел итмәҫкә. Шул насар сифаттарҙан алыҫ булырға тейеш.
     Йәнәбе Хаҡ барыбыҙҙыла хата һәм кәмселектәребеҙгә тәүбә-истиғфар ҡылып, шик-шөбһә һәм көфөрлөк бысраҡтарынан имен ҡылып, йәнәбе Хаҡ хозурына саф йөрәк менән ҡайтырға насип итһен.