Архив рубрики: вәғәздәр

Шәһәҙәт, иман, тәүхид

                                             Шәһәҙәт, иман, тәүхид
     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим!
     Әл-хәмдү лил-ләәһ!
     Әл-хәмдү лил-ләһи нәхмәдүһү үә нәстәғфирурү үә нүъминү биһи үә нәтәүәккәллү ғәләйһи үә нәғүҙү билләһи мин шүрури әнфүсинә үә мин сәййиәти әғмәлинә. Мән йәһдиһил-ләһү фәлә мүҙиллә ләһү үә мән йүҙлил фәлә һәҙиә ләһ. Үә әшһәдү ән лә иләһә илләл — лаһү үәхдәһү лә шәрикә ләһ. Үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү үә рәсүлүһ.
     Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем, әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллааһи үә бәрәкәтүһү!
     Бөгөнгө вәғәҙебеҙ иман шарты булған «ләә иләәһә илләллааһү» кәлимәи тураһында. Нимә ул иман? Иман – ул Пәйғәмбәребеҙгә Аллаһ тарафынан еткерелгән, тапшырылған хөкөмдәрҙең, бойороу һәм тыйыуҙарҙың барыһына ысын күңелдән ышаныу. Иман шарты шул ышаныуға нигеҙләнә. Тормошонда һәм үлемеңдә үҙеңә мосолман мөғәмәләһендә булыр өсөн кеше, кәлимәи шәһәҙәтте әйтеп, иманлығын раҫлап торорға тейеш. Тик бында бер тел менән генә раҫлау әҙ, мосолман булған кеше быны бар йөрәге, йөрәк күңеле менән ихластан һәр саҡ күңеленә төшөрөргә тейеш. Читать далее

Йөҙгә матурлыҡ кәрәкме?

                                               Йөҙгә матурлыҡ кәрәкме?
     Бер ҡатын бик иләмһеҙ ир менән ғүмер кисерә. Урамда улар үтеп киткәс, кешеләр: «Эй, меҫкен ҡатын, ғүмерен әрәм итә... » – тиҙәр, ә ысынын да бындай хәлдәр ирле-ҡатынлы мосолмандар өсөн нисек һуң?
     Шундай хикәйәт һөйләнә. Бер әҙәм бер мәле ире менән йөрөгән ҡатынды күрҙе: ҡатыны бик матур, әммә ире бик иләмһеҙ: бөкөрө, шаҙра битле, ҡиәфәтһеҙ әҙәм ине. Әлеге әҙәм ҡатындан һораны: «Әй, һеңлекәш, һиң үҙең бик матур, әммә ирең бик йәмһеҙ икән. Ул ир менән нисек риза булып йәшәйһең?». Ҡатын яуап итеп: «Әй, ағай, матур матур булып күренмәй, һөйгән матур булып күренә. Уның төҫө йәмһеҙ булһа ла, Аллаһ Тәғәлә менән уның араһы яҡындыр. Шуның өсөн Аллаһ Тәғәлә мине уға сауаб итеп бирҙе. Әммә минең менән Аллаһ Тәғәлә араһы йыраҡтыр. Шуның өсөн, минең гонаһыма күрә, уны Аллаһ Тәғәлә миңә ғазап итеп ебәрҙе. Ул минем матурлығыма шөкөр ҡыла. Мин уның иләмһеҙлегенә сабыр итәмен, Аллаһ Тәғәлә вәғәҙәһе буйынса. Шөкөр итеүселәр урыны – ожмаҡтыр», — тине. Читать далее

Ир хаҡын һаҡлауҙың сауабы

                                             Ир хаҡын һаҡлауҙың сауабы
     Бар ғәләмдәрҙе юҡтан бар ҡылып, ошо ғәләмдәрҙәге бөтә мәхлүктәрҙе тәрбиәләп, беҙҙе ризыҡландырып тороусы, Ҡиәмәт көнөнең хужаһы булған Аллаһ Тәғәләғә барса ололауҙарыбыҙ, маҡтауҙарыбыҙ булһын. Тура юлда булғандарҙы йәннәт менән һөйөндөргән, хаҡ юлдан тайпылғандарҙы йәһәнәм менән киҫәткән, беҙҙе Ҡөръән, шәриғәт менән йәшәргә өндәгән, өйрәткән һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллааһу ғәләйһи үәс-сәләмгә күңелдәребеҙҙең иң түренән сыҡҡан салауат-шәрифтәребеҙ, доға-сәләмдәребеҙ ирешһә ине.
     Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү! Барыбыҙға ла Аллаһ Тәғәләнең ике донъяға булған сәләме, именлеге булһа ине. Иң яҡшы һүҙ – Аллаһтың һүҙҙәре, иң күркәм нәсихәт – Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең сөннәте, уның хәҙистәре.
     Был вәғәздә ирҙәрҙең ҡатындарҙа булған хаҡтарын һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәрҙе ҡәҙер итеүҙең сауаптарын һәм ирҙәрҙе рәнйетеүсенең гонаһтарын хикәйәт ителә. Шуға ҡатын-ҡыҙҙарға был нәсихәттәрҙе ихластан тыңлар кәрәк, ирҙәрегеҙҙең ризалығын алып йәнәттә булыр өсөн. Читать далее

Ҡөръән ашы тәртибе

                                              Ҡөръән ашы тәртибе
     Йәш имамдарға һәм мәжлескә барыусыларға.
     Бисмилләһир-рахмәниир-рахиим.
     Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү!
     Мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәребеҙ, барығыҙғала Аллаһының сәләме, рәхмәте һәм бәрәкәте булһа ине!
     Мәрхүм-мәрхүмәләрҙе иҫкә алыр өсөн, хәлендән килгәнсә мәжлес йыйырға мөмкин. Әгәр хәлеңдән килмәһә, мәсеткә барып берәй хәҙрәттән йәки Ҡөръән сүрәләрен уҡый белгән берәй таныштарыңдан уҡытырға мөмкин. Әреуахтар рухына мәжлес йыйыу беҙҙең халыҡтағы йола ғына. Йоланы үтәһәң дә була, үтәмәһәң дә була. Ислам шәриғәтенең бер өлөшө түгел. Мәжлес үткәрмәһәң гонаһ юҡ. Барыһы ла хәлегеҙгә ҡарап. Читать далее

Саҙаҡа (йәшерен саҙаҡа)

                                               Саҙаҡа (йәшерен саҙаҡа)
     Башҡа бөтә мәхлүктәр араһында беҙҙе кеше итеп яралтҡан, беҙгә ғүмер биргән, Ислам һәм Иман бүләк иткән, һөйгән Илсеһе өммәтенә индергән, Шәфҡәте менән беҙгә етәкселек рәүешендә хәҡиҡәт юлын күрһәтеүсе Изге Ҡөрьәнде һәм пәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары булған ғалимдарҙың һәм хәҡиҡәтте тапҡан әүлиәләрҙең нәсихәттәренән баһалап бөткөһөҙ файҙа алырға мөмкинлек биргән Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә сикһеҙ дан һәм маҡтауҙарыбыҙ!
     Һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) – был донъялағы иң бөйөк юл күрһәтеүсебеҙгә, тура юлдағы гүзәл үрнәгебеҙгә, шулай уҡ уның оло йөрәкле ғаиләһе ағзаларына һәм сәхәбәләренә (раҙыйаллаһу ғәнһүм) сикһеҙ именлектәр һәм Аллаһтың рәхмәт-бәрәкәттәре булһын!
     Әлхәмдүллилләәһи, Аллаһ Тәғәлә беҙҙең халыҡҡа бөтмәҫ ниғмәттәрен бирҙе. Беҙ башҡа халыҡтарға ҡарағанда Аллаһ рәхмәте менән бирелгән ожмах төбәгендә йәшәйбеҙ түгелме? Шөкөр итәйек! Теләгән нәмә бар, теләгәңенде табырға була. Тик бында барыһы ла һынау өсөн икәнен онотмайыҡ! Читать далее

Сауапҡа ирешеү юлдары

                                                Сауапҡа ирешеү юлдары
     Барлыҡ ғаләмдәрҙең Раббыһы булған, беҙҙе Үҙенең төрлө ниғмәттәре менән ниғмәтләгән Аллаһы Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә хәмед һәм ҫәнәләр, бөтә маҡтауҙарыбыҙ, хөрмәтләүҙәребеҙ булһа ине. Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәләнең Хәбибе һәм Хаҡ илсеһе, ғәләмдәргә рәхмәт булараҡ ебәрелгән һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ғәләйһиссәләм хәҙрәттәренә, уның хөрмәтле ғаиләһенә, барлыҡ сәхәбәләренә сәләмдәребеҙ һәм салауаттарыбыҙ булһа ине.
     Бөтә көндәрҙең солтаны, ике ғәйеттән дә өҫтөн булған мөбәрәк йома көндө Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешер өсөн мәсетебеҙгә йыйылған мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәрем, әссәләмү ғәләйкүм рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙисендә Аллаһы Тәғәлә ике төрлө бәндәне яратмай тине: «Донъя өсөн ахирәтте һатҡан, йәғни ахирәтенән ваз кискән, шул уҡ ахирәте өсөн донъяһынан ваз кискән кешенең икеһен дә яратмай», ти.

Читать далее

Йәшерен ғилем

                                                          Йәшерен ғилем
     Бар ғәләмде (бөтә донъяны) юҡтан бар ҡылыусы, тәрбиә ҡылыусы Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә хәмде-ҫәнәләребеҙ (маҡтауҙарыбыҙ) булһа ине. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә ил-көндәребеҙгә хәйерле именлектәр, тыныслыҡтар, ауырыуҙарға хәйерле шифалар, тәүфиҡһыҙлыҡта, намаҙһыҙлыҡта, динһеҙлектә йөрөүселәргә тәүфиҡ-һиҙиәт (тура юлға кереүселәргә хас сифаттар: күркәм әҙәп-тәрбиә, яҡшы әхләҡ), истиҡамәттәрен (ғәҙеллек, тоғролоҡ, дөрөҫ йүнәлеш) насип ҡылһа ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәләмгә күңелдәребеҙҙең түрҙәренән сыҡҡан салауаттарыбыҙ, доғаларыбыҙ ирешһә ине.
     Мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем, йома көндәребеҙ мөбәрәк булһын! Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә ике йома араһында вафат булған мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең рухтарына доғаларыбыҙҙы ирештерһә ине. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә ике йома араһында никахлашҡан йәштәребеҙҙең күңелдәренә өлфәт — мөхәббәт һалып, мөхәббәттәрен дауамлы ҡылып, уларҙан тыуған балаларҙы ла Ватаныбыҙға, динебеҙгә, милләтебеҙгә игелекле, файҙалы балаларҙан насип ҡылһа ине. Читать далее

Ғәйбәт

                                                                     Ғәйбәт
     Ғәйбәт тигән һүҙ — ул ғәрәп һүҙе ғәйибтән килеп сыҡҡан. Ул һөйләшеп-аралашып торған кешеләрҙең араһында булмаған кешенең, йәғни өсөнсө заттың насар, хәйерһеҙ яҡтарын иҫкә төшөрөп булышыуҙарын аңлата. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһи үәс-сәләм ғәйбәттең нимә икәнен аңлатып былай тип, әйтә: «Ғәйбәт – ул үҙеңдең мосолман ҡәрҙәшеңдең яратмаған яғын иҫкә алып һөйләү, уның хаҡында хаҡиҡәттә булған хәлен үҙе юҡта һөйләү, — тигән. Әгәр ҙә булмағанды булды тип, һөйләһәң боһтан булыр, икеһе лә бер хөкөмдә булыр тип», — дауам иткән.
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә ғәйбәтте әшәке бер сифат итеп бирә. Ул «Хүджүрат» (Бүлмәләр) сүрәһендә ғәйбәтте мәйет итен ашауға тиңләй: Читать далее

Аллаһтан ҡурҡыу

                                                        Аллаһтан ҡурҡыу
     Мөхәммәд пәйғәмбәр ғәләйһи үәс-сәләмдән риүәйәт килә: «Аллаһ Тәғәлә әйтте: «Берәү был донъяла Минән ҡурҡһа, ахирәттә уны тыныслыҡта ҡалдырырмын, ә инде икенсе берәү ошо донъяла Минән ҡурҡмаһа, тыныс йөрөһә, Ҡиәмәт көнөндә уны ҡурҡытырмын». Һәм тағы бер риүәйәтендә: «Мөьминдең күңеле Аллаһтан ҡурҡыуҙан тетрәһә, ул мөьминдең гонаһтары ағастан япраҡтар ҡойолған кеүек ҡойолор».
     Аллаһтан ҡурҡыу – һәр яҡшылыҡтың башы (хәҙис), сөнки Аллаһ хозурында хисап бирәсәген һәм ҡиәмәт язаһын уйлаған кеше мөмкин тиклем яҡшылыҡтар эшләргә, насар эштәрҙән бигерәктә йәбер үә золомдан һаҡланырға тырыша, үҙенең фани буласағын (үләсәген) уйлап, мохтаж кешеләргә мал менән һәм ғилем менән ярҙам итергә тырыша. Аллаһ тарафынан ҡушылған эштәрҙе эшләргә, тыйған нәмәләрҙән тыйылырға тырыша. Үҙенә һәм донъя малына ҡыҙыҡһынмайынса, тик Аллаһтың тәҡүәле ҡоло булырға тырыша. Бына ошондай игелекле эштәр тамуҡ ғазаптарынан ҡотолоу өсөн хәйерле ғәмәлдәр булып торалар. Аллаһтан ҡурҡыуы булмаған кешеләрҙә иһә, был шарттар юҡ. Ахирәт тормошона ҡарағанда донъя тормошон өҫтөнөрәк күрә. Фәҡәт мал йыйыуға ғына әһәмиәт бирә, был эштәр ахирәт көнөндә ғәрәсәт майҙанында үкенеүгә сәбәп булаларҙа инде. Читать далее

Ғәли хәҙрәттең мәшһүр хөтбәһе

                                       Ғәли хәҙрәттең мәшһүр хөтбәһе
     Хәҙрәт Ғәлинең раҙыаАллаһу ғәнһәнең «Әл-Ғара» исеме аҫтында танылған мәшһүр хөтбәһе
     Хәле менән һәр нәмәнән өҫтөн булып та, һәр нәмәгә түбәнәйерлек ҡәҙәр миһырбанлы Аллаһҡа маҡтауҙар булһын. Теләгәнен яйлы итеүсе, әҙәм балаһына артығын биреүсе, ауырлыҡтар һәм ҡыйынлыҡтарҙы юҡ итеүсе лә Ул. Сикһеҙ игелектәре, һанауһыҙ ниғмәттәре өсөн Үҙен маҡтап, Беренсе (Әл-Әүүәл) һәм Башланғыс (Әл-Бадый) икәнлегенә ышанабыҙ, Яҡын (Әл-Ҡариб) һәм Юл Күрһәтеүсе (Әл-Һаҙый) икәнлеген белеп, Үҙенән тоғро юл һорайбыҙ, Өҫтөн (Әл-Ҡаһир) һәм Ҡөҙрәтле (Әл-Ҡадир) икәнлегенә ышанып, Үҙенә генә һыйынабыҙ, Булышыусы (Әл-Ҡафый) һәм Ярҙам Итеүсе (Әл-Насир) икәнлеген белеп, Үҙенә генә тәүәккәлләйбеҙ. Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең Уның ҡоло һәм әмерҙәрен тормошҡа ашырыу, дәлилдәрен еткереү һәм иҫкәртеүҙәрен өсөн ишетереү өсөн ебәрелгән илсеһе икәнлегенә шәһәҙәт итәбеҙ.

Читать далее