Архив рубрики: вәғәздәр

Рамаҙан һәм коронавирус

                                                        Рамаҙан һәм коронавирус
     Тиҙҙән Рамаҙан – ураҙа тотоу айы еттә. Ошо пандемия ваҡытында ураҙа тоторға яраймы тигән һорауҙар тыуа. Ни эшләп тотмаҫҡа һуң? Әллә Аллаһ Тәғәләнең берәй аяты төштөмө ошондай ваҡытта ураҙа тотмағыҙ тип? Бына тап ошондай һынау килгән осраҡтарҙа монафиҡтарҙың ике йөҙлөлөгө күренә лә инде. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, тигәндәй был теманы бигерәк ҡуйыртып ебәрҙеләр, донъяла ябай грипптән йылына 650 000 кеше үлә – быны бер кемдә ишетергә һәм күрергә теләмәй. Кемдәрҙер берәүҙәр бөгөнгө көндә кеше үлемһеҙ булырға тейеш тип, һанай башланылар ахырыһы. Кемдән ҡурҡырға, Аллаһ Тәғәләнәнме, әллә коронавирус ауырыуынанмы? Әлбиттә Аллаһынан, сөнки ауырыуы ла, шифаһы ла Унан. Һәм был һынауҙы ла мосолманса тыныс ҡабул итегеҙ. Читать далее

Ислам һәм кризис

                                                             Ислам һәм кризис
     Жәлил хәҙрәт Фазлыевтың 2011 йылдағы кризис ваҡытында һөйләгән вәғәҙе. Әлеге көндәрҙә яңы кризистың башы ғына. Был кризис халыҡтың кеҫәһенә генә түгел, илдәрҙең, хөкүмәттең политик сәйәсәтенә ныҡ тәъҫир итәсәк. Халҡыбыҙға, донъяла иң бай ил булып, элеккесә бөлгөнлөктә йәшәргәме, әллә ил сәйәсәтең алмаштырып яңы тормош башларғамы тигән һайлау барлыҡҡа килде...
     Вәғәҙ.
     Аллаһ Раббыбыҙ – Тәрбиәсе һәм уҡытыусы. Беҙ барыбыҙ ҙа Унан дәрес алыусылар. Аллаһ Раббыбыҙ хикмәт менән һәр көн үҙенең ҡолдарына дәрес бирә, был болғансыҡ донъяла тура юлды табырға ярҙам итә. Беҙ — донъя яратылғанда йән булараҡ яратылып, аҡыл ниғмәте менән ниғмәтләнеп, Ер йөҙөнә хәлифә булып килгән бәндәләр, тормош һабаҡтарына фәһем алып, үҙебеҙҙең хаталарыбыҙҙы төҙәтеп пак-саф хәлдә ҡабат Аллаһ хозурына ҡайтырға тейешбеҙ. Бер кем дә — баймы ул, ярлымы, ҙур дәрәжәле, түгелме — йәнен үҙе теләгән ҡәҙәр үҙендә тота алмай, Аллаһҡа ҡайтарырға тейеш. Йәндәребеҙҙе, ҡәлебтәребеҙҙе паклар өсөн беҙгә Ислам дине бирелде. Бөгөн дин тоторға, дини белем алырға мөмкинлектәр күп. Әммә, беҙ, ни ҡыҙғаныс, ғафиллектән сығырға ашыҡмайбыҙ, гонаһ ҡылыуҙан сирҡанмайбыҙ. Читать далее

Аллаһ Тәғәлә һәм вирус

                                                 Аллаһ Тәғәлә һәм вирус
     Ғәләмдәр тәрбиәсеһе, донъяны юҡтан бар ҡылыусы, ер йөҙөндәге барлыҡ кешеләргә ризығын биреп тороусы Ҡиәмәт көнөндә мөьмин мосолмандарҙы үҙенең йәннәтенә индереп рәхим ҡылыусы, бөтә халыҡтарҙың ҡылған ғәмәл-ғибәҙәттәрен, тәүбәләрен ҡабул ҡылыусы, гонаһтарын ярлыҡаусы, донъяны Әҙәм балаларына гөл-баҡса итеп яратыусы, бәндәләр аҙашҡанда тура юлға өндәүсе, пәйғәмбәрҙәр ебәреүсе, донъяның һәм ахирәттең хужаһы Аллаһ Тәғәләгә ихлас йөрәгебеҙҙән булған хәмде-ҫәнәләребеҙ, маҡтау һәм данлауҙарыбыҙ булһа ине.
     Бөтә маҡтауҙарыбыҙ, хәмде-ҫәнәләребеҙ Раббыбыҙ Үҙеңә генә булһын. Бөтөнөһөндә Үҙендән генә һорайбыҙ һәм Үҙендән генә ҡылған гонаһтарыбыҙҙан ғәфү итеүҙе һорайбыҙ. Йә, Раббым, һорағандарыбыҙҙы, доғаларыбыҙҙы риза булып ҡабул итһәң ине. Гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡаһаң ине, шулар өсөн ғаҙапламаһаң ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхаммәд саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәләмгә, уның изге нәҫеленә, сәхәбәләренә һәм уның артынан эйәргән өммәтенә салауат-шәрифтәребеҙҙе һәм сәләмдәребеҙҙе еткерһәң ине. Беҙҙе барыбыҙҙы ла мөьмин мосолмандарҙан ҡылһаң ине, ошо юлдан беребеҙҙе лә аҙаштырмаһаң ине. Читать далее

Шәғбан айының күркәмлеге

                                                       Шәғбан айының күркәмлеге
     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-раджииим. Бисмилләәһир-рахмәәнир — рахииим. Әлхәмдүлилләһи раббил ғәләмин. Үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхәәбиһи әджмәғииин.
     Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем, әссәләмүғәләйкүм үә рахмәтүллааһи үә бәракәәтүһ.
     Әлхәмдүлилләәһи, шөкөр, Аллаһы насип иткәс һәм Уның рәхмәте менән шәғбан айына аяҡ баҫтыҡ. Ислам тарихында иң мөһим ваҡиға булып ошо шәғбан айында Рәсүлебеҙгә вәхи төшөп ҡиблабыҙ үҙгәрә. Был ваҡиға шәғбән айының 15 –се көнөндә Мәҙинә ҡалаһының «Бәни Сәләмә» мәсетендә була.  Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһи үәс-сәләм өйлә намаҙы фарызының беренсе ике рәҡәғәтен уҡыған ваҡытта вәхи ингән. Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән яңы Ҡөръән аяттары төшә, белеүебеҙсә Ҡөръән Кәрим сүрәләре һәм аяттары өҡ йыл дауамында пәйғәмбәребеҙгә вәхи була. Читать далее

Миғраж кисәһе

                                                             Миғраж кисәһе
     Әлхәмдүлилләәһи Раббил ғәләмин. Бөтә ғаләмдәрҙең Раббыһы булған, барлыҡ мәхлүтәрҙе тәрбийәләп тороусы Аллаһы исеме менән башлайбыҙ. Аллаһы Тәғәләгә күңел түренән әйтелгән хәмде-ҫәнәләребеҙ, шөкөрҙәребеҙ булһын. Ғәләмдәргә рәхмәт өсөн ебәрелгән, үҙенең холҡо, әҙәбе менән беҙгә үрнәк булған һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үәс сәлләмгә әйтелгән салауат шәрифтәребеҙ, сәләмдәребеҙ ирешһен. Йә Раббым, беҙгә ошо вәғәзде дөрөҫ иттереп аңллап һәм үҙебеҙҙең йөрәгебеҙ менән ҡабул итеп, көндәлек тормошобоҙҙа ҡулланырға насип ит.
     Пәйғәмбәребеҙҙең тормошонда иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе — Миғраж кисәһе, ул ҙур мөғжизә булып тора. Аллаһының рәхмәте менән был кисә тураһында һөйләшеп китәрбеҙ.
     Исра үә Миғраж кистәре нимәне аңлата? Исра — ул төндә сәфәр ҡылыу, Миғраж — күккә күтәрелеү тигән мәғәнәгә эйә. Аллаһы Тәғәлә был ваҡиғаны Ҡөръәни Кәримдә шулай тип иҫкә ала: Читать далее

Йөрәк (ҡалб)

                                                                 Йөрәк (ҡалб)
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән китабында беҙҙең йөрәгебеҙ тураһында бик күп аяттарында әйтә һәм беҙгә ҡалбегеҙҙе һаҡлағыҙ тип киҫәтә. Нимә ул ҡалб? Ҡалб һүҙҙе ҡаләбә ҡылымынан барлыҡҡа килгән һәм ул бороу, үҙгәртеү, әйләндереү тип тәржемә ителә. Йөрәк-ҡалб, ул тәнебеҙҙең иң әһәмиәтле ағзаһы булып тора. Кеше ҡалбе менән аңлай, ҡабул итә, тоя һәм һиҙә. Ҡалбе менән кеше нимәгәлер ышана, нимәнелер инҡар итә, инана, хаҡлыҡты таба, ялғандан ҡаса, шатлана, ҡыуана, ҡайғыра һәм һыҙлана, бер хәл-тороштан ҡапма –ҡаршы яҡҡа борола һәм үҙгәрә. Әҙәм балаһы яуызлығы арҡаһында уны борсой, нәфрәт утында яндыра, ҡайғылар менән һынай, ә ул — кеше тормошоның нигеҙе, уның донъяһының ҡояшы булып тора. Кеше һәр эшендә, һәр халәтендә уға таяна һәм ул көс һәм хәрәкәт, ҡеүәт сығанағы. Читать далее

Күренекле ғалимдарҙе онотмағыҙ!

                                                  Күренекле ғалимдарҙе онотмағыҙ!
     1970 –се йылда Татарстан республикаһы Мәрҗани мәсете имам-хатыйбы Ғәбделхәбир Яруллин һөйләгән вәғәҙдән. Был вәғәҙендә имам-хатыйб Ғәбделхәбир Яруллин динебеҙҙә яҡты эҙ ҡалдырған дин ғалимдарығыҙҙы, ишандарығыҙҙы онотмағыҙ тип, совет осорондағы халыҡҡа өгөт-нәсихәт бирә.
     Ә беҙҙә, бөгөнгө көндә, күренекле ғалимдарҙы иҫкә алмаҫҡа, улар тураһында сара-конференцияларҙы үткәреүҙе тыялар тигән мәғлүмәттәр интернет киңлегендә тарала башланы. Зәйнулла ишан Рәсүлевтең, Ғабдрахман Рәсүлевтың, уларҙың урындағы шәкерттәренең хөрмәтенән үткәрелә торған сараларҙы өҫтәгеләр күрһәтмәһе буйынса тыйыла тигән хәбәр йөрөй. Һәм был саралар ҡайһы бер райондарҙа үтмәне. Әллә тарихыбыҙҙа тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәребеҙҙе халҡыбыҙҙың хәтеренән юйып ташларға йүнәтелгән маташыу түгелме? Читать далее

Һөйөнәбеҙ, атай, һин булғанға!

                                                Һөйөнәбеҙ, атай, һин булғанға!
     Ҡояш батып, кисе үтеп, төнө етте. ИншаАллаһ, Аллаһ насип итһә иртәгә тағы ла ошо матур донъяға уянырбыҙ. Атайҙар тураһында яҙығыҙ әле тигән хәбәр алғас, уйға сумдым. Ысынлапта, әсәйҙәребеҙҙең тормош юлдашы, терәге булған атайҙарыбыҙ был донъяла күләгә һымаҡ ҡына күренеп ҡалдылар.
     Бик иртә торорҙар ине лә ҡараңғы төн ҡайтырҙар ине. Көнө-төнө ғәиләһен ашатам һәм кейендерәм тип ялһыҙ эшләрҙәр ине. Ә беҙ балалар атай ҡайтып, ял итергә ятһа, арҡаһын семтеп-төртөп, бәләкәй йоҙроҡтар менән ышҡып, ахырына икәүҙәп-өсәүҙәп аяҡтар менән бил-яурынбашын тапап, тәнен яҙа инек. Ат итеп күмәкләп арҡаһына тейәлешә торғайныҡ… Читать далее

Имамдар һәм түрәләр

                                                     Имамдар һәм түрәләр
     Бөтөн ғәләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһы Тәғәләгә барса хәмде-сәнәләребеҙ һәм маҡтау доғаларыбыҙ булһын, һәм Уның рәсүленә әйткән салауат-шәрифтәребеҙ, сәләмдәребеҙ булһын, һәм шулай уҡ әһле бәйтенә, сәхәбәләренә лә булһын.
     Бөгөнгө көндөн хәле: ни эшләп динһеҙ түрәләр мәхәллә имамдары эшенә ҡыҫылалар һәм мосолмандар араһында ыҙғыш-сыуалыш тыуҙыралар?
     Бында яуап ябай. Сит илдәрҙең Америка ярҙамы менән Россияны тарҡатырға теләүҙәре көсәйҙе һәм беҙҙең илдәге түрәләрҙең башбаштаҡлығы. Сәғүд Ғәрәбстаны менән килешеүҙе яңынан теркәлде. Читать далее

Исемең есемеңә тап килһен

                                                  Исемең есемеңә тап килһен
     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-раджииим. Бисмилләәһир-рахмәәнир — рахииим. Әлхәмдүлилләһи раббил ғәләмин. Үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхәәбиһи әджмәғииин.
     Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем, әссәләмүғәләйкүм үә рахмәтүллааһи үә бәракәәтүһ.
     Аллаһ Тәғәлә кешене тереклектәге барлыҡ йән эйәһенән күркәмерәк итеп яратҡан: уға аҡыл, зиһен, ғилем биргән, иң яҡшы ризығын насип иткән, тоғро юлдан барһын өсөн динен ебәргән. «Шуның өсөн дә әҙәм балаһы һәр яҡтан матур булырға тейеш: холҡо-фиғеле лә, йөрөш-торошо ла, кейеме лә, исеме лә, — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. – Ата-әсәнең балаһына биргән иң ҙур бүләктәренең береһе — исем. Ҡиәмәт көнөндә лә уны әйтеп саҡырырҙар».
     Аллаһтың рәхмәте менән, ата-әсәһен шатландырып, «тән» тигән кәүҙәһенә «йәне» өрөлөп, тағы бер әҙәм балаһы һынау өсөн донъяға килде. Был ҡунаҡ була торған донъяла тағы бер кеше килеп инде. Ни өсөн килде ул? Ҡайҙан килде һәм ҡайҙа кире китәсәк? Беҙ «матур» тип һоҡланып, ләззәттәре өсөн артынан ҡыуа торған, йәшәп туйып булмай торған ошо яҡты донъяға килгәс, ни эшләп көлөп ебәрмәне, ә иланы? Читать далее