ТАҘА БУЛЫП ҠАЛЫУ
Шəйех Мəхмəт Əфəнденең 12 ноябрь 2014 сөхбəте.
Əссəлəмəғəлəйкүм үə рəхмəтуллаһи үə бəрəкəтүһү. Əғүҙү биллəһи минəш шайтанир ражим. Бисмиллəһир-Рəхманир-Рəхим. Əссəлəтү үə с-сəлəмү ғəлə Рəсүлинə Мəхммəдин Саййидил-əүүəлина үəл-лəхирин. Мəдəд йə РəсүлАллаһ, мəдəд йə Садати Асхабы Рəсүлиллаһ, мəдəд йə Шəйех Абдуллаһ Фаизи д-Дағыстани, мəдəд йə Шəйех Мөхəммəт Назим əл-Хаҡҡани, дестур. Тариҡатуна ас-сохбаһ, үə л-хайру фи жам'иййаһ.
Ислам дине – иң һуңынан килгəн иң күркəм дин. Алланың һөйөклө Пəйғəмбəренə, ғəлəмдəрҙе уның хөрмəтенə яралтты тип, был Ислам динен, Уға бүлəк итə. Ул иң бөйөк, иң яҡшы дин булды. Бөтөн диндəрҙе теүəллəне. Сөнки яйлап, яйлап ти торғас, иң һуңғы был, унан һуң пəйғəмбəр ҙə юҡ, башҡа дин дə юҡ.
Ислам дине бөтөн нəмəне теүəллəне, башҡа бер ихтыяж да юҡ. Əлбиттə, ҡиəмəт яҡын, тик тағы ла мең йыл булһа ла, миллион йыл булһа ла, башҡа дингə ихтыяж юҡ, сөнки Аллаһ янындағы, Аллаһ дине – мосолманлыҡ дине.
إِنَّ الدِّينَ عِندَ اللَّهِ الْإِسْلَامُ
«Иннәҙ-ҙиинә ғиндәл-лааһил ислам» (3:19).
Мәғнәһе: Хаҡ дин, Аллаһ дине — Исламдыр
Яйлап-яйлап кешелəрҙе күнектерə-күнектерə камиллыҡҡа иреште. Читать далее
