Архив рубрики: вәғәздәр

Әжәлең еткәнсе...үтәргә ашыҡ (саҙаҡа)

                                                     Әжәлең еткәнсе...үтәргә ашыҡ

     Һуңғы ваҡыттарҙа Ҡөръән мәжлестәрендә бер-беренә өләшә торған саҙаҡалар тураһында күп һорауҙар бирәләр. Шуның өсөн был вәғәҙемдә күберәк ошо мәсьәләләргә туҡталмаҡсы булам. Аллаһ Тәғәлә хәйерле тел асҡыстары биреп, күркәм вәғәҙдәр һөйләргә насип итһә ине. Тыңлаусыларға ла, һөйләүсегә лә, ошо вәғәҙдәр менән вәғәзләнеп, изге ғәмәлдәрҙе күберәк ҡылырға насип итһә ине.
     Иң беренсе: нимә ул саҙаҡа? Саҙаҡа ул — ғәрәп телендә изгелек, яҡшылыҡ, ғәҙеллек, дөрөҫлөк, тигән һүҙ. Беҙҙең аңлауыбыҙса, саҙаҡа ул — әҙәм балаһының үҙенә иң ҡәҙерле булған әйберенән Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн өлөш сығарыу. Бына ошо нәмә саҙаҡа тип атала. Саҙаҡа күп төрлө: фарызы, вәжибе бар, сөннәте, мөстәхәбе, харамы, мәкруһ бар. Аллаһ Раббыбыҙ намаҙҙы фарыз итте. Намаҙ — беҙҙең өҫтөбөҙҙә торған иң ҙур бурыс. Был да беҙҙең Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында саҙаҡабыҙ булып тора, сөнки Ҡөръәни Кәримдә Аллаһ Раббыбыҙ «Ғимран» сүрәһендә (134-се аят) әйтә: Читать далее

Күрше хаҡы

                                                          Күрше хаҡы

     (текстың хәрефтәрен ҙурайтыр өсөн Ctrl кнопкаһын баҫып-тотоп, + кнопкаһына баҫырға, бәләкәйсәтер өсөн кнопкаһына баҫырға)

     Хөрмәтле йәмәғәт! Ислам дине кешенең үҙ-үҙенә, икенсе кешегә һәм башҡа йән эйәһенә, Аллаһ Тәғәләгә булған мөнәсәбәтен яйға һала. Был донъяла кеше яңғыҙы йәшәмәй, ә кемгәлер күрше була. Күршенең кем булыуына ҡарамаҫтан мосолман уның менән яҡшы мөғәмәләлә булырға тейеш, сөнки был – йәмғиәттең имен, ныҡ, тыныс һәм хәүефһеҙ булыу шарты. Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә күршелек тураһында бик йыш әйтелә. Мәҫәлән, Ҡөрьәндә: «Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, Уға һис бер нәмәне тиңдәш тотмағыҙ: ата-әсәләргә, яҡындарға, етемдәргә, ярлыларға, туғанлыҡ менән яҡын күршегә, яҡындағы күршегә, эргәләге дуҫыңа, юлсыға, уң ҡулдарығыҙ хужа булғанға — изгелек ҡылыу! Ысынлап та, Аллаһ тәкәббер, маҡтансыҡтарҙы яратмай» — тиелә. («Ҡатындар» сүрәһе. 04: 36). Читать далее

Рәжәб ураҙаһы

                                               Рәжәб айы ураҙаһы

                                     Рәжәб айында ураҙа тотоуҙың сауабтары
   Был баб (бүлек) рәжәб айының фазыйләте һәм рәжәб айында ураҙа тотоуҙың файҙаһын үә сауабын һеҙгә хикәйәт итә. Ихлас күңелдәрегеҙ менән ҡолаҡтарығыҙҙы һалып, был бабта әйтелгән һүҙҙәр менән ғәмәл ҡылһағыҙ әгәр, был иһә Аллаһы Тәғәлә рәхмәтенә сумып, ожмахта мәңге ҡалыуығыҙға сәбәп булыр.
   Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәлләм әйткән:
   - Рәжәб айының көндәре алтынсы күктең ишектәренә яҙылғандыр. Һәм әгәр бер кеше рәжәб айында бер көн ихлас күңелдән ураҙа тотһа, шул ишек һәм рәжәб айының көндәре, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән, һөйләшерҙәр һәм әйтерҙәр: Читать далее

Башҡорт һәм шейх Мәхмәт

ШЕЙХ МЕХМЕТ
                  Башҡорт һәм шейх Мәхмәт

                   Ҡыҫҡаса тарихи белешмә
   Башҡортостан — үҙ ерендә борондан йәшәгән башҡорт халҡының иле, Рәсәй Федерацияһының Европа һәм Азия ҡитғалары арауығындағы эре төбәге.
   Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеү ваҡыты — 1917 йылдың 15 ноябре. Башҡорт халҡының милли хәрәҡәте Рәсәйҙе федерализациялау тулҡынына этәргес булды. 1917 йылдың декабрендә башҡорт халҡының Ойоштороу Ҡоролтайында буласаҡ «Рәсәй Ҡушма Штаттары»ның бер республикаһы булараҡ Башҡорт Республикаһы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Әхмәт-Зәки Вәлиди етәкселегендә ойошторолған башҡорт милли армияһы большевиктарға ҡаршы сыға. Әммә урыҫ аҡ генералдарының шовинистик фекерҙәре, генерал Колчактың тар милли ҡараштары башҡорттарҙың, казактарҙың һәм Рәсәйҙең башҡа милләт вәкилдәренең күп өлөшөн аҡтар хәрәкәтенән ситкә этәрә. Шуның арҡаһында 1919 йылдың 20 мартында Башҡорт хөкүмәте Совет власы менән Башҡортостандың Совет автономияһы тураһында килешеү төҙөргә мәжбүр була. Ул саҡта Ленин Башҡортостандың автономияһын Финляндия менән Украина кимәленә күтәреп тиңләй. Әммә, бер йылдан аҡ армияны ҡыйратыу менән, Ленин һәм большевиктар был килешеүҙе бер яҡлы боҙа һәм махсус декрет менән республиканың статусын ҡәҙимге өлкә кимәленә төшөрә. Читать далее

Башҡортостан сөхбәттәре

шейх Мехмет                    Башҡортостан сөхбәттәре

   Шәйех Мәхмәт Әдил ән-Наҡшбәндинең 2014 йылда Башҡортостанға килгәндә һөйләгән сөхбәттәре. Аҫтағы яҙмалар «Башҡортостан сөхбәттәре» китабынан алынды.

     Башҡорт һәм шейх Мәхмәт тигән мәҡәлде ошонда уҡығыҙ: //nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/bash%D2%A1ort-%D2%BB%D3%99m-shejx-m%D3%99xm%D3%99t.html#more-5605

                Өфө Туҡай мәсетендә әңгәмә
         Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир ражим,
         Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
         Әссәләмү-әләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Читать далее

Йәмғиәт

                                                                  Йәмғиәт

   “Исламда рухбанлыҡ (монашество) юҡ”, — тигән пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм. Мосолмандар халыҡ менән бергә булырға бурыслы. Күршеләр, эштәге ҡәрҙәштәр, ауылдаштар – барыһын да ситкә ҡуйып, үҙең тураһында ғына ҡайғыртып йөрөү пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең сөннәтенән түгел.

   Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән:

                                                          الخلق كلهم عيال الله وأحب خلقه إليه أنفعهم لعياله رواه البزار والطبراني

Читать далее

Асыуланыу

                                                                    Асыуланыу

   Рәсүлебеҙгә бер кеше килеп: «Миңә бер кәңәш бир», — тип әйтә. Рәсүлебеҙ уға: «Асыуланма», — тип кәңәш бирә. Ул кеше яңынан кәңәш һораһа ла, Рәсүлебеҙ уға «асыуланма» тигән кәңәш биреүен дауам итә.

   Асыу килеү сифаты кешегә тыумыштан уҡ бирелә, уның тәбиғәтенә һалынған. Шулай булһа ла кеше үҙен унан тыйыуҙы хуп күрә: ҡайһы ваҡыт асыу килтерә торған сәбәптәргә яҡын бармаҫҡа тырыша, ҡайһы ваҡыт асыуланһа ла бөтә көсө менән уны баҫырға тырыша. Мосолман кешегә матур сифаттар хас. Уны оят-хая, тыйнаҡлыҡ, башҡаларҙы һөйөү, ғәфү итә белеү һәм ниндәй генә хәлдә лә асыҡ, яҡты йөҙлө булыу биҙәй. Читать далее

Саҙаҡа биреү

Саҙаҡа биреү. Нәфел, фидия, гүр саҙаҡалары. Садака бирү юмартлык билгесе. хәҙрәт Ильдус Ахметович Файзов,  2011—2013 йылдарҙа Татарстан республикаһы муфтийе. Ислам дине.