Архив рубрики: вәғәздәр

Насар яҙмыш юҡ

                                                               Насар яҙмыш юҡ

     Аллаһ Тәғәлә доньяны юҡтан бар иткәндә бөтә йәндәрҙе лә яралтҡан һәм һорау биргән: «Әләстү бираббикүм», — йәғни: «Раббығыҙ кем?» — тип. Шул ваҡыт бөтә йәндәр: «Һин беҙҙең Раббыбыҙ һәм тәрбиәсебеҙ», — тип Аллаһты таныйҙар. Шул ваҡытт Аллаһ Тәғәлә йәндәргә Үҙен күрһәткән. Нисек күрһәткәне беҙгә таныш түгел. Бына ошо йәндәрҙе Раббыбыҙ «тән» тигән кейемгә төрөндөрөп, Ер йөҙөнә һынар өсөн ебәргән. Ер йөҙөндә йәндәр тән рәүешендә үҙҙәрен һәм башҡа йәндәрҙе күрәләр, әммә Аллаһты күрмәйҙәр. Аллаһты таныған, бер төрлө үк иман килтергән йәндәр төрлөһө һәр төрлө юлдар менән ғүмер һөрә башлай, төрлө яҙмышҡа дусар була. Ҡайберәүҙәр төшөнкөлөккә бирелеп: «Минең яҙмыш насар, мин бер ни ҙә эшләй ҙә алмайым» , — тип йөрөй. Ҡайберәүҙәр маһайып: «Мин барын да булдырам», — ти. Юғиһә, Әҙәм балаһы белә бит, Аллаһ теләмәһә, алдыңда торған ризыҡты ла ҡулың менән алып, ауыҙыңа килтерә алмайһың һәм бер кем дә һинең был халәтеңде үҙгәртә алмай. Бөгөн: «Шифаны Аллаһтан һорағыҙ», — тигән өсөн ҡайһы бер табибтарҙы ғәйепләп сығыусылар ҙа бар. Ул табип та бит Аллаһ ҡулында бер инструмент, Аллаһ теләһә, уның аша шифа бирә, теләй икән, үлемгә дусар итә. Әллә ниндәй данлыҡлы, билдәле табибтар, өшкөрөүселәр, экстрасенстар бар, шифа улар ҡулында булһа, берәүҙә, бигерәк тә йөрөргә, түләргә мөмкинлеге булған кешеләр үлмәҫтәр ине. Ләкин ни ғәжәп, байҙар ҡысҡараҡ ғүмерле. Читать далее

Таҙа булып ҡалыу

                                                                ТАҘА БУЛЫП ҠАЛЫУ
                                            Шəйех Мəхмəт Əфəнденең 12 ноябрь 2014 сөхбəте.

     Əссəлəмəғəлəйкүм үə рəхмəтуллаһи үə бəрəкəтүһү. Əғүҙү биллəһи минəш шайтанир ражим. Бисмиллəһир-Рəхманир-Рəхим. Əссəлəтү үə с-сəлəмү ғəлə Рəсүлинə Мəхммəдин Саййидил-əүүəлина үəл-лəхирин. Мəдəд йə РəсүлАллаһ, мəдəд йə Садати Асхабы Рəсүлиллаһ, мəдəд йə Шəйех Абдуллаһ Фаизи д-Дағыстани, мəдəд йə Шəйех Мөхəммəт Назим əл-Хаҡҡани, дестур. Тариҡатуна ас-сохбаһ, үə л-хайру фи жам'иййаһ.
     Ислам дине – иң һуңынан килгəн иң күркəм дин. Алланың һөйөклө Пəйғəмбəренə, ғəлəмдəрҙе уның хөрмəтенə яралтты тип, был Ислам динен, Уға бүлəк итə. Ул иң бөйөк, иң яҡшы дин булды. Бөтөн диндəрҙе теүəллəне. Сөнки яйлап, яйлап ти торғас, иң һуңғы был, унан һуң пəйғəмбəр ҙə юҡ, башҡа дин дə юҡ.
    Ислам дине бөтөн нəмəне теүəллəне, башҡа бер ихтыяж да юҡ. Əлбиттə, ҡиəмəт яҡын, тик тағы ла мең йыл булһа ла, миллион йыл булһа ла, башҡа дингə ихтыяж юҡ, сөнки Аллаһ янындағы, Аллаһ дине – мосолманлыҡ дине.

                                                                                             إِنَّ الدِّينَ عِندَ اللَّهِ الْإِسْلَامُ

                                                                                            «Иннәҙ-ҙиинә ғиндәл-лааһил ислам» (3:19).

                                                                                             Мәғнәһе: Хаҡ дин, Аллаһ дине — Исламдыр

 

Яйлап-яйлап кешелəрҙе күнектерə-күнектерə камиллыҡҡа иреште. Читать далее

Ахирәткә иман

                                                                         Ахирәткә иман

     ” Был донъя тормошо — бәндәнең мәңгелектәге урынын билдәләүгә сәбәп булған имтихан”, — тип өйрәтә дин
     Әҙәм балаһының тормошон Аллаһ биш дәүергә бүлеп яралтҡан:
     Беренсеһе — йәндәр донъяһы. Әле кешенең тәне юҡ, донъяға күҙен асмаған, ҡулдары эшләмәй, аяҡтары йөрөмәй, аталар арҡаһында орлоҡ хәлендә генә ул.
     Икенсеһе — әсәләр ҡарынындағы тормош;
     Өсөнсөһө — тән менән үткән ғүмер.
     Дүртенсеһе — ҡәбер һәм... Бәрзәх — йәндәрҙең тәндән айырылып, Ахирәткә тиклем йәшәр төйәге;
     Бишенсеһе — Ҡиәмәт көнөнән һуң йә Йәннәттәрҙә, йә Йәһәннәмдә йәшәр дәүер. Читать далее

Тәҡдиргә иман

                                                                          Тәҡдиргә иман

                      Тәҡдиргә. Яҡшы-яман бөтә нәмәнең Аллаһ тәҡдире менән булыуына иман.

     Һәр нәмә — Аллаһтан. Уның ихтыярынан башҡа саң да күтәрелмәҫ. Ағастарҙа япраҡ, серәкәйҙә ҡанат та һелкенмәҫ.
     Үткәндәр, үтеп барғандар, алда торғандар тураһында ғилем Аллаһ ихтыярында, Ул уны белә. Сөнки тәҡдир итеп бөтәһен дэ Ул үҙе яҙып ҡуйған. Күҙе күрмәҫ кеше төҫтәрҙе лә айыра алмаған һымаҡ, кеше аҡылы яҙмыш серҙәрен дә аңлай алмаҫ.
     ”Һәр нәмәне Беҙ үҙенең тәҡдире менән яралттыҡ”, — ти Аллаһ.
                                                                                                                                      ”Әл-Ҡәмәр”,” Ай” сүрәһе, 49 -нсы аят.
     Үҙенең яҙмышы менән бәндә зарлана алмай, сөнки тәҡдирҙә яҙылғандар беҙҙең ихтыярыбыҙҙа түгел. Яҙмыштың беҙ яҡшыһын табыу өмөтө менән тырышлыҡ ҡына һала алабыҙ.
     Әммә маңлайына яҙылғаны алдан уҡ беленеп тормауы — бәндәгә бирелгән бөйөк бер игелек. Һәр кем үҙе менән алда нимә буласағын. Нимә күрәсәген белеп торһа, уның тормошо ла түҙеп тора алмаҫ дәрәжәлә аяныслы булыр ине.
     Һәр кемдең үҙ яҙмышын Аллаһ үҙенән йәшереп тота, кешенең алдағы көндәргә булған өмөтөн юйып ташламай. Читать далее

Саманан тыш шаярыу һәм көлөү

                                                         Саманан тыш шаярыу һәм көлөү

     Беренсе хөтбә
     Ислам дине беҙгә ошо донъяға етди күҙлектән ҡарарға ҡуша. Эйе, Ҡиәмәт көнөнә, Аллаһҡа, Уның язаһы — йәһәннәменә ышанған кеше һөйләм һайын шаярып, тик ҡыҙыҡ-мәҙәк һөйләүе менән билдәле булырға тейеш түгел. Был имандағы һәм әҙәптәге ниндәйҙер проблемаға ишара итә. Етдилек — мосолмандың асыл хәләте. Ысынлап та, алда көткән һынауҙарҙың — үлемде, Мүнкәр һәм Нәкир һорауын, ҡәберҙәге йәннәт баҡсаһын йә йәһәннәм соҡорон, Ҡиәмәттә ҡубарылыуҙы, хисапты, сиратты — белә тороп та, мосолман йыш уйланыусан, уфтаныусан, хатта ваҡыты-ваҡыты менән ҡайғырыусан һәм илаусан булмаһа, уға үҙенең эске донъяһына «ревизия» үткәреп, йөрәген рухи яҡтан дауалап алыр кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙисендә: «Мин белгәндәрҙе белһәгеҙ, аҙ көлөр, куп илар инегеҙ» — тигән (Әл-Бүхари риүәйәт итте). Шулай ҙа бер ҡасан да йылмаймай һәм шаярамай йәшәү — пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәтенән түгел, сөнки ул үҙе лә ҡайһы ваҡыт шаярып ала торғайны. Ләкин ул шаярған ваҡытта ла алдаманы. «Мин шаярам, ләкин хаҡтан башҡа нәмә әйтмәйем» — тигән хәҙис бар (Әт-Тирмиҙи, Әхмәт риүәйәт иттеләр). Шаярғанда ла ялған һәм буш һүҙ һөйләмәү тик пәйғәмбәргә ﷺ генә хас нәмә булмаған, был ҡағиҙә беҙгә лә ҡағыла: бер хәҙистә шулай тиелгән: «Үҙенең хаҡлы икәнен белеп тә, бәхәсен туҡтатҡан кешегә мин йәннәттең ҡырыйында өй вәғәҙә итәм. Хатта шаярғанда ла алдамаған кешегә мин йәннәттең уртаһында өй вәғәҙә итәм. Ә әхлағы менән иң яҡшы булған кешегә мин йәннәттең өҫкө яҡтарынан өй вәғәҙә итәм» — тигән хәҙис бар (Әбү Дәуд, Әл-Бәйһаҡи, Әт- Тирмиҙи риүәйәт иттеләр). Тимәк, хатта шаярып ҡына ла алдарға ярамай. Ә быны бит мосолмандар йыш ҡына онотоп китә һәм шаярып теләһә ниндәй уйҙырмалар, мәҙәктәр һөйләй башлай. Читать далее

Тел бәләләре

                                                                     Тел бәләләре

     Беренсе хөтбә
     Кеше күп ваҡытын һөйләшеп үткәрә, һәм уның һәр һүҙе фәрештәләр тарафынан яҙылып бара: «Ул бер генә һуҙ әйтһә лэ, уның эргәһендә күҙәтеүсе әҙер» («Ҡаф» сүрәһе. 50: 8). Ҡайһы ваҡыт беҙ ниндәйҙер нәмә һөйләйбеҙ һәм уның ҡурҡынысын аңлап та бөтмәйбеҙ: «Бына һеҙ быны телдәрегеҙгә ҡабул итәһегеҙ һәм, ул турала белемегеҙ булмаһа ла, ауыҙҙарығыҙ менән һөйләнһегеҙ, һәм бик әһәмиәтһеҙ тип иҫәпләйһегеҙ, ә ул Аллаһ ҡаршыһында — бөйөк нәмә (гонаһ)» («Нур» сүрәһе, 24: 15). Шуға күрә һәр нәмәне уйлап ҡына һөйләйек. «Кем Аллаһ Тәғәләгә һәм Ҡиәмәт көнөнә ышана икән, хәйерле нәмә әйтһен йә һөйләшмәһен» (Имам Муслим риүәйәт итте). Бер көн пәйғәмбәребеҙгә бер кеше килде лә: «Мине йәннәткә керетә торған берәй ғәмәл күрһәт әле», — тине. Мөхәммәт пәйғәмбәр : «Ошо нәмәңде тый», — тине лә теленә күрһәтте. Ысынлап та, кеше үҙ теле менән әллә нисә төр хаталар эшләп ташлай ала: исламда иң бөйөк гөнаһ булған ширк, Аллаһ Тәғәлә тураһында белемһеҙ һөйләү, ялған шаһитлыҡ, сихыр, ғиффәтле мосолман ҡатынды зинала ғәйепләү, мосолманды ҡарғау, ялған һүҙ, ғәйбәт, нәмимә (кеше араһын бутау)... Читать далее

Рамаҙан ғәйете вәғәҙе

                                                        Рамаҙан ғәйете вәғәҙе

     Джәберҙән (р.) риүәйәт ителгәненән, Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәре Мөхәммәд салаллааһу ғәләйһиссәләм әйтте: «Әгәр Рамаҙан ғәйете көнө алдындағы кисә етһә, Аллаһы Тәғәлә ер йөҙөндәге бөтә ил-ҡалаларға фәрештәләр ебәреп, уларға: «Эй Мөхәммәд ﷺ өммәте! Аллаһы Тәғәлә хозурына (ғәйеткә йыйылыр өсөн) сығығыҙ! Ул һеҙгә сикһеҙ әжер-сауабтар бирер һәм булған оло гонаһларығыҙҙы ярлыҡар!» — тийеп ауаз һалып, хәбәр таратырға ҡушар. Был әйткәнде Әҙәм балалары менән ендәрҙән башҡа бөтә мәхлүкәт ишетер һәм аңлар. Һәм, халыҡ мәсеттә йыйылғас, Аллаһы Тәғәлә әйтер: «Мин уларға Рамаҙан ураҙаһын фарыз ҡылдым, шулай булғас, улар был фарызды үтәнеләр, Минең йорттарымды (мәсеттәрҙе) китабымды — Ҡөръәнде уҡып йәнләндерҙеләр; малдарынан зәкәт сығарҙылар; ә хәҙер иһә Миңә тағы ла яҡыныраҡ булыр өсөн намаҙ уҡырға йыйындылар. Эй фәрештәләрем! Йөкләнгән (ҡушылған) эшен үтәүсегә ул эште йөкләүсе ниндәй хаҡ түләргә тейеш?» — тине. Фәрештәләр: «Һис кәметмәйенсә муафиҡ камил түләү-әжер бирергә тейештер»,— тинеләр. Шунан һуң Аллаһы Тәғәлә әйтте: «Мин фарыз ҡылған ураҙаны ололаған һәм Минең ризалығымды ҡаҙаныр өсөн намаҙ торғоҙоусының бөтә гонаһтарын ғәфү итеп, уға йәннәткә инеүҙе насип итермен»,— тине. Һуңынан Субхәнәһү үә Тәғәлә, әйтте: «Эй бәндәләрем! Һорағыҙ Минән, һорағыҙ Минән теләгән нәмәләрегеҙҙе! Ҡөҙрәтем һәм бөйөклеге менән ант итәмен тим, донъя-әхирәт маҡсаттарығыҙҙы белдергән һәр бер үтенесегеҙгә лә яуап бирәсәкмен! Һеҙ Минән риза булдығыҙ, шулай булғас, Мин дә һеҙҙән ризамын!» Шулай булғас, йәшерен ауаз әйтер: «Өйҙәрегеҙгә ҡайтығыҙ, әй Мөхәммәд өммәтенең тоғро бәндәләре, һәм белегеҙ: яҙыҡ эштәрегеҙ Аллаһу Сүбехәнә үә Тәғәлә тарафынан изге ғәмәлдәргә әйләндерелде! Читать далее

Ураҙа ғәйете

                                                                  Мосолмандың оло байрамдары.
                                           (Ғәйет көндәрендә әҙерләнгән тапшырыуҙарҙан бер нисә сәхифә.)
                                                                                Ураҙа ғәйете

      Бисмилләһир-рамәнир-рахим!
     Әл-хәмдү лил-лаһ!
     Әл-хәмдү лил-лаһи раббүл-ғаләмин! Әс-саләтү үәс- сәләмү ғәлә рәсулүһи мүхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин!
     Илдә бөгөн оло байрам — динебеҙҙең төп терәктәренән береһе булған ураҙа ғибәҙәтен тамамлап, мосолман байрам итә.
     ”Мин, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — Түҙемлеккә һәм сабырлыҡҡа саҡырған, шул уҡ ваҡытта бәндәнән тормошта тырышлыҡ та талап иткән дингә дәғүәт алып барыу өсөн һайлап алындым”.
     ”Эй, Минең Берлегемде һәм барлығымды таныған иманлы бәндәләр! — ти Аллаһ, —

     Йәә әййүһәл — ләҙиинә әәмәнүү күтибә ғәләйкүмүс — сийәәмү кәмәә күтибә ғәләл — ләҙиинә миң ҡабликүм ләғәлләкүм тәттәҡуун.
     Һеҙҙән алда булған өммәттәргә фарыз ителгән кеүек һеҙгә лә ураҙа ғибәҙәте фарыз ителде, бәлки, һеҙ ҙә, дингә кәмселек килтереүҙән һаҡланып, тәҡүә кешеләрҙән булырһығыҙ”.
                                                                                                                   ”Бәҡара”,”һыйыр” сүрәһе, 183 — өнсө аят. Читать далее

Рамаҙан байрамы хөтбәһе һәм доғалары

                                                      Рамаҙан байрамы хөтбәһе һәм доғалары

                                                          Рамаҙан ғәйетенең беренсе хөтбәһе
     "Аллааһү әкбәру, Аллааһү әкбәр, ләә иләәһә илләллааһү үәллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр, үә лилләәһил-хәмде. Сүбхәәнә мән нәүүәра ҡулүбәл- ғаарифиинә би нуурил-мәғрифәти үәл-иимәән, үә шәрахә судуурас-саадиҡыынә би шәрхил-һидәәйәти үәл-ғирфәән, үә әкрамә ғибәәдәһүл-мүьминиинә би сыйәәми шәһри рамадаан.
     Аллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр, ләә иләәһә илләллааһү уаллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр, үә лилләәһил-хәмде. Сүбхәәнә мән фәтәхә ғәләс-сааимиинә әбүәәбәр-рахмәти үәл- ғуфраан, үә зәййәнә ҡулүүбәл-мүхиббиинә битиләәүәтил-Ҡурьәән, үә ғәлләҡа ғәләс-сааимиинә әбүәәбән-ниираани фии шәһри рамадаан.
     Аллааһү әкбәру Аллааһү әкбәр, ләә иләәһә илләллааһү үәллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр, үә лилләәһил-хәмде. Сүбхәәнә мән үәғәдә лис-саа'имиинә дүхуулә бәәбин мин әбүәәбил-джинәәни кәмәә әхъбәранәә нәбиййүнәә нәбиййү әәхыриз-зәмәән: «Иннә лил-джәннәти бәәбән йүҡаалү ләһүр-раййәән. Ләә йәдхулүһүү илләс-саа'имүүнә фии шәһри рамадаан». «Шәһру рамадаанәлләҙии үңзилә фииһил-ҡурьәәнү һүдәл-лин-нәәси үә бәййинәәтим-минәл-һүдәә үәл- фүрҡаан.»
     Аллааһү әкбәру Аллааһү әкбәр, ләә иләәһә илләллааһү үаллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр, үә лилләәһил-хәмде. Үә әшһәдү әлләә иләәһә илләллааһү үәхдәһүү ләә шәриикә ләһүү ҙүл-ғәфьүи үәл-ғуфраан, үә әшһәдү әннә мүхәммәдән ғәбдүһүү үә расүүлүһүү шәһәәдәтән-нәәтыҡатән бил- хүджжәти үәл-бүрһәән. Салләллааһү Тәғәәлә ғәләйһи үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһии саләәтән мүүсыләтән иләә дәәрил-джинәән, хусуусан минһүм ғәләә Әби Бәкринис-сыддикы үә Ғүмәрал-фәәрууҡы үә Ғүҫмәәнәҙ-ҙиннүүрайни үә Ғәлиййинил-муртәдаль-ә- иммәһ, ридъүәәнуллааһи ғәләйһим әджмәғиин.
     Әммәә бәғд: Әййүһән-нәәс, үүсыикүм ғибәәдәллааһ, үә нәфсии әүвәлән битәҡүәллааһ. «Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим, бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Иннәллааһә мәғәлдәҙиинәттәҡау үәлләҙиинә һүм мүхсинүүн.»                 Бәәракәллааһү ләнәә үә ләкүм фил-ҡурьәәнил-ғәҙыым, үә нәфәғәнәә үә иййәәкүм бил-әәйәәти үәҙ-ҙикрил-хәкиим, иннәһүү һүәл-ғафуурур-рахиимүль-джәүәәдүль-кәриимүль- ғәлиййүл-ғәҙыымү сәмииғуд-д үғәә.
Читать далее

Ураҙаға хөрмәт күрһәтеү

                                                                   Ураҙаға хөрмәт күрһәтеү

     Билдәле булғанса, ғибәҙәт ҡылған кеше уны бөтә кешегә күрһәтеп эшләмәй. Был эш һәр инсандың шәхси эше. Дөрөҫ, шулайҙыр. Шулай ҙа ғибәҙәтте йәшермәйсә башҡарыу ҙа ғәйеп эш түгел бит. Ғибәҙәттән кешегә зыян — зәүрәт килмәй. Киреһенсә, ғибәҙәт ҡылған кешегә башҡалары ҡарап, уларҙа ла ғибәҙәт ҡылыу теләге уяныр, выждандары хәрәкәткә килер, ҡоллоҡ вазифаларын үтәй башларҙар тигән өмөт бар. Был бигерәк тә ураҙаға ҡағыла. Читать далее