Ҡорбан ғәйете менән

                                      Ҡорбан ғәйете менән ҡотлау һәм ғәйет вәғәзе

     Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим!
     Ҡөрьәндә әйтелә: ”Һәр өммәт өсөн Беҙ шәриғәт хөкөмдәре — ҡанун-ҡағиҙә — төҙөп бирҙек, һәр халыҡ үҙ динен тотор. Башҡа диндәге халыҡтар (хәтергә һалып ҡуяйыҡ: беҙҙәге һымаҡ ”Мин — мосолманмын” тип йөрөгәндәр генә түгел) башҡа диндәге халыҡтар ҙа ислам дине хаҡында һинең менән тартҡылашмаһын.
     Кешеләрҙе Аллаһ диненә — исламға, иманға, ғибәҙәткә саҡыр, һин үҙең, әлбиттә, хаҡлыҡҡа алып бара торған тура юлдаһың”., — тиелә.
                                                                                                                                    ”Хаж”сүрәһе, 67 — нсе аят.
     Мосолман — Аллаһ бәндәһе. Уның ниәтендә — изгелек, ғәмәлендә — игелек, күңелендә нур, иман нуры, тип өйрәтә дин. Диндең был хөкөмдәрен ғәмәле менән ҡеүәтләп, хаж сәфәрендә йөрөгән ҡәрҙәштәребеҙ исламдың изге урындарында ғибәҙәттә тора, хажға барыр мөмкинлеге булмағандар ғәйет көнөн мәсет юлында, мәсеттә ҡаршы ала. Мәсеттәр улар — ҡиблабыҙ булған Кәғбәтулланың бер өлөшө.

     Әл-хәмдү лил-лаһ!
     Әл-хәмдү лил-ләһи раббүл-ғаләмин! Әс-саләтү үәс- сәләмү ғәлә расүлиһи мүхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин!
     Аллаһу Әкбәр! Аллаһу Әкбәр! Лә Иләһә Илләл- лаһу үәл-лаһу Әкбәр! Аллаһу Әкбәр үә лил-ләһил- хәмд!
     Һәр ҡайһыбыҙҙы яралтып бар иткән, ғүмер һәм иманлы тормош менән йәшәү мөмкинлеге биргән Аллаһы Раббыбыҙға — бөтә ғаләмдәргә тәрбиә биреп тороусы асыл Затҡа — күңел түрҙәребеҙҙән сыҡҡан маҡтау-ололау- ҙарыбыҙ булһа ине. Беҙ — мосолмандар һәр ваҡыт Уны ғына маҡтап һәм ололап, Уның бөтә кәмселектәрҙән пак булыуына геүаһлыҡ биреп торабыҙ.
     Аллаһ — Бер, Унан башҡа Иләһә юҡ. Мөхәммәд, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм — Уның хаҡ илсеһе һәм ҡоло.
     Ислам донъяһында — Ҡорбан ғәйете. Күңелгә лә, йәнгә лә, тәнгә лә ял биреп китә торған изге көндәр.
     Ғәйет көндәребеҙ мөбәрәк булһын!
     Байрам ул — шатлыҡ. Күңелдәрҙә иман көсәйеүенә, донъялар тыныс, күктәребеҙ сыуаҡ тормошобоҙ имен булыуна ҡыуаныс.
    Мосолмандар уны Аллаһҡа маҡтау-ололауҙар, Уның ризалығын алып ҡалыуға өмөт бағлауҙар менән үткәрә, кәсептәрҙән, донъя мәшәҡәттәренән туҡталып тора, әммә игелектәрҙән айырылмай, уны йылдың башҡа ваҡыттарына ҡарағанда ла күберәк эшләп ҡалырға тырыша, күберәк эшләй. Сөнки ғәмәлдәребеҙ үҙебеҙ өсөн булһа, игелектәребеҙ, ғибәҙәттәребеҙ — бәндәләр ҡыуанысы, Аллаһ ризалығы өсөн эшләнә.
     Хәҙистәрҙә әйтелә: ” Аллаһ Үҙе лә бер ваҡытта ла тик тормай, көнөнә 360 тапҡыр Ул ғаләмдәрҙәге ғәмәл дәфтәренә ҡарап, ҡараған һайын яҙмыштарҙы яралтып һәм таратып тора”, — тиелә.
     Ғүмере бөткәндәр әхирәткә күсеп китә йәшәргә тейештәр тормоштарын дауам итә, тыуырға тейештәр тыуа, дәрәжәләргә күтәрелергә тейештәрҙең дәрәжәләре күтәрелә, түбән төшөргә хөкөм ителгәндәр түбән төшә.
     Ҡөрьән өйрәтә: мәжүсилек нәжесенән һәм ялған һүҙҙәрҙән һаҡланған хәлдә "Аллаһ ҡаршыһында Уның үҙ ҡолдарынан булып һәм бер кемде лә Уға тиңдәш тотмай хаҡ дин тарафында булығыҙ. Кемделер Аллаһҡа тиңдәш тотҡандар күктән йығылып төшкәнгә оҡшап ҡала. Ашар өсөн уны ҡоштар тотоп ала, иҫкән елдәр, алыҫ-алыҫ төбәктәргә осороп алып китә.
     Бына шулай, әгәр ҙә кеше Аллаһ тарафынан бойоролған хаж ғибәҙәтен хөрмәт итә торған булһа, был — күңелдең Унан ҡурҡа белеүенә бәйле”.
    ”Үҙе бүләк итеп биргән малдар өҫтөндә Аллаһ исемен зекер итеп кенә торһондар тип һәр йәмәғәт өсөн Беҙ малдарҙы ҡорбанға салыу йолаһын булдырҙыҡ, һеҙҙең Аллағыҙ — Бер. Уға күндәм булығыҙ. Ә һин — Мөхәммәд, бәндәләремдең күндәмдәрен, төрлө хәлдәргә юлыҡҡанда сабыр була белгәндәрен, Аллаһ исеме телгә алынғанда тетрәнеп торғандарҙы, намаҙ уҡығандарҙы һәм Беҙ биргән малдан башҡаларға ла өлөш сығарғандарҙы Йәннәттәр менән һөйөндөр”.
                                                                                                                         ”Хаж” сүрәһе, 31,32, 34,35 — нсе аяттар.
     ”Беҙ һиңә игелектәрҙе мул итеп бирҙек. Ошо игелектәр өсөн Аллаһҡа шөкөр ит, намаҙ уҡы, ҡорбан сал”, — ти.
                                                                                                                                                             ”Кәүҫәр” сүрәһе.
     ” Аллаһ хаҡына һеҙ көсөгөҙ етер тиклем тырышлыҡ һалығыҙ. Ислам дине өсөн Ул һеҙҙе һайлап алды. Атағыҙ Ибраһим дине булған исламда Ул һеҙгә бер ниндәй ауырлыҡ та тыуҙырманы.
     Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, һеҙгә, һеҙ халыҡтарға геүаһ булһындар тип Ҡөрьәндә әйтелгәнгә тиклем үк Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, һеҙҙе лә мосолмандар тип атаны.
     Был байрамыбыҙ Аллаһы Раббыбыҙға яҡыныраҡ булырға тырышыу, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллал- лаһу ғәләйһи үә сәлләмдең алыҫтағы бабаһы — Аллаһтың дуҫы — Хәлилүр-Рахмән Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, заманынан ҡалған оло һәм ҡыуаныслы байрам.
     Изге урындарҙа, изге йорттарҙа осрашып, күрешеп, мосолман ҡәрҙәшлек элемтәләрен нығытып ала, намаҙ уҡый, ҡорбан сала.
     Был — йола.
    Һеҙ салған ” Ҡорбан малдарының ите лә, ҡаны ла Аллаһҡа барып ирешмәй, Аллаһҡа һеҙҙең тәҡүәлек динле, иманлы булыуығыҙ ғына барып етә,”- ти Ҡөрьән.
    Шуға ла был көндәрҙә мосолман хәләл малының ҡанын ағыҙа. Әммә кеше ҡанына ҡағылмай, унан алыҫ тора. Йән ҡыйыуҙар мосолман эше түгел. Осрашып, күрешкән саҡтарында ла ул "Сәләм — Әс-сәләмү ғәләйкүм! — һеҙгә тыныслыҡ теләйем!”- тигән һүҙҙәрҙән башҡаны белмәй.
    Һәр кем белә: кешенең бөтә ғүмере хеҙмәт һәм мәшәҡәттәр менән тулы. Донъя көткәндәге тырышлыҡтарын да, шул тырышлыҡтар араһында ваҡыт табып, шөкөр һәм зекер менән Аллаһҡа ҡылған ғибәҙәттәрен дә бәндә үҙенә игелек өсөн тип эшләй, мәшәҡәтле донъя тереклеген Ахирәттең игенлегенә әйләндерә.
     Бер кем дә мәңгегә килмәгән, һәр беребеҙҙең Аллаһ ҡаршыһына барып баҫаһыбыҙ бар.
     Йәшерен-батырын түгел, донъя көткән саҡтарыбыҙҙа беҙ теләһә нәмә өсөн ваҡыт табып ҡына торабыҙ, Аллаһты зекер итеү, намаҙға баҫыу, араларҙа татыулыҡты нығытып ҡына тороу өсөн генә ваҡыт таба алмаған саҡтарыбыҙ күп.
     Төҙөп ҡуйған мәсеттәребеҙ буш тора, Ҡөрьән уҡылмаған өйҙәребеҙ аҙ түгел. Ҡөрьәне булмаған, Ҡөрьән уҡылмаған өйҙәрҙең ҡәбергә оҡшауы хаҡында уйламайбыҙ.
     Намаҙ менән ҡорбан ул — Аллаһҡа яҡынайыу өсөн ҡылған ғибәҙәттең иң күркәме, иң ҡиммәтлеһе. Намаҙ ул тәндең дә, күңел менән йәндең дә Аллаһ алдында тыйнаҡ, күндәм, баҫалҡы була белеүе, ҡорбан — йомартлыҡ һәм игелек билдәһе — Аллаһы Тәғәләгә мал менән яҡынайыу.
     Ҡорбан ғәйетен бөгөн беҙ Ер шарындағы миллиард ярымдан ашыу мосолман ҡәрҙәштәребеҙ менән бергәләп байрам итәбеҙ. Күңелдәребеҙ Аллаһ биргәндәргә шөкөр, Аллаһ рәхмәтенә өмөт һәм Уның ололоғона зекер менән тулы. Ә хаж — Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәттең бер рөкөнө, бәндәләрҙең Уның ҡоло булыуна бер дәлил...
    Был көндәр — динебеҙҙең бишенсе терәге булған хаж көндәре.
    Мосолмандың көн һайын уҡып торған һәр намаҙында, хаж көндәрендә инде миллионлаған мосолмандар бергәләп уҡыған намаҙҙарҙа:
    — Эй Аллаһ! Ибраһимға, ғәләйһис-сәләм, уның ҡәүеменә мәрхәмәт-шәфҡәт күрһәтеп кенә торған кеүек пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдте һәм уның өммәтен дә мәрхәмәт-шәфҡәтеңдән ташлама, һин — маҡтаулы һәм олоһоң!
     - Эй Аллаһ! Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, һәм уның ҡаүеменә бәрәкәт биргәнең кеүек Мөхәммәдкә һәм уның өммәтенә лә бәрәкәт һәм ололоҡ бир! Һин бит маҡтаулы һәм оло, — тип доға ҡылып ҡына тора.
    Хажға килгән миллиондарса мосолмандар йыл һайын бер үк ваҡытта исламдың изге урындарында туҡталып:
    ”Эй, Раббым! Бына мин Һинең ҡаршыңа килдем. Ҡаршыңда баҫып торам, Һинең тиңдәшең юҡ. Маҡтау һәм ололауҙарҙың бөтәһенә лә Һин үҙең генә лайыҡлыһың, бөтә ниғмәттәр, батшалыҡ үҙ ихтыярыңда, Һинең тиңдәшең юҡ!”- тип бәндәселек күрһәтә, бәндә булып ҡалыуҙа ярҙам һорай.
     Бындай ярҙамдарға беҙ әле исламдың мең дүрт йөҙ йылдан ашыу ғүмергә һуҙылған бөтә боролоштарына ҡарағанда ла нығыраҡ мохтажбыҙ. Доғалар күберәк кәрәк. Сөнки беҙ үҙебеҙ бөгөн — дингә, иманға, иманлы булыуға, ә тормош беҙҙең үҙебеҙгә битараф була башланы. Аллаһы Тәғәләнең Ерҙәге урынбаҫары итеп күркәм сифаттар биреп яралтылған бәндә үҙе түбәндәрҙең дә түбәнерәгенә төшөргә генә тора.
    Ислам ул — Аллаһ дине. Ер йөҙөндә йәшәгәндә Аллаһ ҡуйған тәртипте боҙмау, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә лә бәндәләрҙең үҙ ҡәҙерен юғалтып, йыртҡысҡа әйләнеп бөтмәүе өсөн бирелгән дин.
    Малды ғына Аллаһ кешеләргә ризыҡ биреп торһон тип яралтып бар иткән. Ҡорбан салыуҙы хаж көндәрендәге бер йолаға өйләндергән.
    ”Был ғәйҙүл—кәбир — оло байрам көнөндә, — тип аңлата Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, — әҙәм балаһының хайуан ҡаны түгеүҙән дә сауаплыраҡ эше юҡ”.
    Хайуан ҡанын, әммә кеше ҡанын түгел.
    Үҙенең Китабы Ҡөрьәндә Аллаһ әйтә: "Салған ҡорбандарығыҙҙың ите лә, ҡаны ла Уға килеп етмәй. Уға һеҙҙең тәҡүәлек, һеҙҙең диндарлыҡ ҡына килеп етә”, — ти.
    Иманлы бәндә ҡан ҡойоуҙарға ла, кеше рәнйетеп йөрөүҙәргә лә бармай.
    ” Аллаһ тыйғандарҙан һаҡлан — кешеләрҙең иң күркәме булырһың! Раббың биргән менән ҡәнәғәт бул — иң бай кешеләрҙән булырһың! Күршеңә ҡарата яҡшы бул — мөьминдәрҙән булырһың! Үҙең һөйгән нәмәнең кешеләрҙә лә булыуын телә — мосолман булырһың! Күп көлмә — күп көлөү күңелде үлтерә”, — тип өйрәткән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
    Имам Садыҡтан ҡалған нәсихәттәр бик фәһемле. Фәһемле булған өсөн дә уны хәтерҙә генә тоторға кәрәктер. "Кешеләрҙең иманһыҙлығы өс нәмәлә күренеп тора, — тигән ул, — Ҡомһоҙлоҡта, тәкәбберлектә, көнсөл булыуҙа. Ҡомһоҙлоҡ Әҙәм ғәләйһис-сәләмде емештең тыйылғанын татып ҡарарға мәжбүр итә; тәкәбберлек — Иблесте Аллаһ ихтыярына ҡаршы барып, Әҙәмгә сәждә ҡылыуҙан баш тартыуға алып килә; көнсөллөк — Әҙәм улдарынан берәүҙең икенсеһен үлтереүгә юл ҡуя”.
    ” Бәхет ҡапҡалары ла, ҡайғы ҡапҡалары ла һәр кем өсөн асыҡ.
    Бер кем дә тыуғанда уҡ йә Йәһәннәм, йә Йәннәт өсөн тәғәйенләнеп тыумаған, һуңғы төйәген һәр кем үҙе өсөн үҙе һайлап ала”.
    "Диндең ҡеүәте, — тигән Ғәли хәҙрәт, — игелекле эштәр эшләргә бойороу, насарлыҡтарҙан тыйыу һәм Аллаһ бойорғандарҙы үтәү кимәле менән билдәләнә”.
    Үҙ хәлебеҙгә күҙ һалып алайыҡ. Ауыл-ҡалаларыбыҙҙа эскегә бирелгән ирҙәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа кәмеүгә бармай. Ураҙа тип туҡтап тороу, ғәйет еткәнен белеү тигән нимә юҡ — эсергә генә булһын, әлеге лә, баяғы шул эсеү тигәндәренән баштары сыҡмай. Араҡы менән танһығы ҡанмай әфйунға бирелгәндәр менән донъя тулып бара.
    Ҡарттар йортона барып ингәндәрҙең балалары типтереп йәшәп ята; балалар йорттарында көн иткән сабыйҙарҙан күбеһенең ата-әсәһе иҫән.
    Ошондай мөбәрәк байрам көндәрендә лә беҙ,ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъяның төрлө тарафтарында булып ҡына торған төрлө фажиғалар, ҡан ҡойоуҙар, йөрәк әрнеткес фетнәләр, бәндәләр башына төшкән ҡайһы-хәсрәттәр тураһында ла әйтмәй ҡала алмайбыҙ.
    Быуаттар буйы тупланып килгән тормош тәжрибәһен, ата-бабаларыбыҙҙың хикмәтле нәсихәттәрен өйрәнеп, уларҙы ил һәм халыҡтар именлеге, татыулыҡ һәм бәрәкәт өсөн файҙалана беләйек.
    Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә ил-көндәребеҙҙе, мәсет-мәхәлләребеҙҙе, ғаиләләребеҙҙе, ауыл-ҡалаларыбыҙҙы, ғәзиз Ватаныбыҙҙы тыныслыҡ һәм бәрәкәттәрҙән айырмаһын. Динебеҙ һәм милләтебеҙгә хәйерле хеҙмәттәр насиб итеп, күңелдәребеҙ ҙә имандан һәм сәләмәтлектән айырылмаһын.
    Ҡорбан ғәйетебеҙ мөбәрәк булһын!
    ”Раббәнә әтинә фид-дүнйә хәсәнәтәү үә фил әхирәти хәсәнәтәү үә ҡинә ғәҙәбән-нәр”
                                                                Сәхифәләр Башҡортостан радиоһының "Иман” программаһынан алынды. "Дин –ул нәсихәт” китабынан.