МИЛЛӘТ НИГЕҘЕ — ДИН ҺӘМ ТЕЛ!

                                         МИЛЛӘТ НИГЕҘЕ — ДИН ҺӘМ ТЕЛ!

     Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәссәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
     «Ҡөрьән Кәрим»дә Аллаһ Тәғәлә «бисмилләһир-рахмәнир-рахим» тип донъяла йәшәгән бөтөн кешегә мөрәжәғәт итә. «Мин һеҙҙе бер атанан, бер әсәнән яраттым», — ти Раббыбыҙ. Быны бөгөн генетика ғилеме менән шөғөлләнгән ғалимдар ҙа раҫлай.
     Шулай булғас, барыбыҙ ҙа бер телдә һөйләшергә тейеш инек, ләкин Аллаһ Тәғәлә аяттың дауамында: «Мин һеҙҙе төрлө милләт, халыҡ, ҡәбилә итеп яраттым», — тигән. Тимәк, был бүленеш — Хоҙайҙың хикмәте. Һәр милләткә айырым үҙенсәлек хас.
     «Телегеҙҙең төрлө булыуы — Аллаһ Тәғәләнең барлығына бер дәлил», — тиелә «Ҡөрьән»дә. Хоҙай барлыҡҡа килтергән был хазинаны һаҡлау — милләттәрҙең изге бурысы. Шул тиклем бөйөк ул тел: уның эсендә күпме изге фекер, фәлсәфә, мәғәнә ята, әкиәт, әйтем, ҡобайыр һәм башҡа ижади ҡомартҡылар бар! Улар әле лә яҙыла.
     Хоҙай Тәғәлә милләттәрҙе бер-береһе менән танышһын, төрлө тел өйрәнһен, ғилем уртаҡлашһын өсөн яратҡан.
     Донъяға килгән һәр кеше иң тәүҙә туған телен өйрәнә, уҡый башлағас, дәүләт телен, сит телдәрҙе үҙләштерә. Борон-борондан тәржемәселәр иң кәрәкле һөнәр эйәләре булып иҫәпләнгән. Күпме тел белһәң, донъяға ҡараш та шул ҡәҙәр киң була.
     Милләттең төп нигеҙе — тел һәм мәҙәниәт. Улар бер бөтөндө тәшкил итә. Туған телгә, мәҙәниәткә, йолаларға ғаиләлә иғтибар бар икән, милләт тә йәшәйәсәк. ӘхмәтЗәки Вәлиди «Башҡорт халҡына хушлашыу хаты»нда ике бөйөк ҡиммәтебеҙгә — динебеҙгә һәм телебеҙгә — һөжүм буласағы тураһында белдергән. Был һүҙҙәрҙе тарих иҫбатланы.
     Динебеҙҙе һаҡлаһаҡ, телебеҙ ҙә имен булыр. Ғабдулла Туҡайҙың «Эй, туған тел, эй, матур тел, атам-әсәмдең теле», Рәми Ғариповтың «Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ» тигән һүҙҙәре юҡтан ғына әйтелмәгән. Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, телебеҙ бер телдән дә кәм түгел. Уны аралашыу кимәлендә генә түгел, ә төбөнә төшөп өйрәнергә, барлыҡ ижади ҡомартҡыларын белергә ынтылырға тейешбеҙ. Бергәләп эшләһәк, сабыйҙарыбыҙҙа йырҙарыбыҙға, әҙәбиәтебеҙгә, сәнғәтебеҙгә мөхәббәт уятһаҡ ҡына милләтебеҙ һаҡланыр.