Архив рубрики: вәғәздәр

Һин әҙерме?

                                                Һин әҙерме?
     Хөрмәтле мөьмин-мосолмандар, Аллаһ Тәғәләнең һуңғы илсеһе, ахыр заман нәбийе, пәйғәмбәр әфәндебеҙ ﷺ, был донъя ғүмерен бер көнлөк тормошҡа оҡшатып, үҙенең дә донъяға ошо көндөң икенде ваҡытында килеп, пәйғәмбәрлек вазифаһын башлағанлығы тураһында хәбәр бирә. Был хисаптан шуны күрәбеҙ – әлеге ер тормошоның дүрттән өс өлөшө үтеп, бер өлөшө генә ҡалғанын.
     Тимәк ҡиәммәткә лә оҙаҡ ҡалманы. Ҡөръән-и Кәримдә әйтелгәнсә:
                                                                                    اقْتَرَبَتْ السَّاعَةُ وَانْشَقَّ الْقَمَرُ۞
     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
     "Иҡтәрабәти-ссәәғәтү үәңшәҡҡаль- ҡамәр".
     "Сәғәт (Ҡиәммәт) яҡынайҙы һәм ай ярылды". («Ҡамәр». 54/1) Читать далее

Ғөшөр саҙаҡаһы

                                     Ғөшөр саҙаҡаһын биреү бәрәкәтте арттыра
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәни Кәримдә: «Ер-күктәрҙе һәм улар араһында булған бөтә нәмәләрҙе әҙәм балаһына хеҙмәт итәр өсөн яраттым», — тип әйтә. Көҙ көнө күбебеҙ Раббыбыҙ биргән ошо ерҙән, йәғни баҡсаларабыҙҙан мул итеп уңыш ала. Ислам дине ҡанундары буйынса, беҙ көҙгө ниғмәттәрҙән арабыҙҙағы мохтаж кешеләргә өлөш сығарырға, йәғни ғөшөр саҙаҡаһы бирергә тейеш.
     Мәғлүм булғанса, Ислам динендә зәкәт мәсьәләһе ҡуйылған, йәғни кеше бер йыл үткән һайын байлығының ҡырҡтан бер өлөшөн мохтаждарға, фәҡирҙәргә бирергә бурыслы. Зәкәт биреү ваҡыты мосолман календаре буйынса һанап сығарыла, сөнки унда йыл бер нисә көнгә күсеп бара. Әйтәйек, кеше зәҡәт малын Рамаҙан айында бирә башлаған һәм, бер йыл үткәс, байлығы кәмемәгән икән, тимәк, ул икенсе Рамаҙан айы еткәндә йәнә зәкәт сығарырға тейеш. Зәкәт — Ислам динендәге биш бағананың береһе. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: «Ислам диненең биш нигеҙе бар. Шуларҙың береһе — зәкәт», — тип әйткән. Зәкәтте беҙ Ҡөръәни Кәримдә әйтелгән төркөмдәргә — меҫкендәр, фәҡирҙәр, йәтимдәр, әжәт, бурысҡа батҡан, ҡоллоҡҡа эләккән кешеләргә бирәбеҙ. Ғөмүмән, зәкәт, фитыр саҙаҡаһы, ҡорбан салыу йәки ғөшөр булһын, Аллаһы Тәғәлә быларҙы байҙар меҫкендәрҙе, йәтимдәрҙе, мохтаждарҙы, фәҡирҙәрҙе һ.б. онотмаһын өсөн яратҡан. Икенсенән, кеше әлеге ғәмәлдәрҙе Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт белдереү йөҙөнән ҡыла. Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһы «мин малды үҙем таптым, үҙем эшләнем», тип тәкәбберләнеп ҡалырмы, йә иһә «күпме көс түктем, сәбәп ҡылдым, кәсеп иттем, ләкин быны биреүсе Аллаһы Тәғәлә», тип, шуны аңлап, мохтаждарға өлөш сығарырмы тип һынай. Аллаһы Тәғәлә: «Бөтә малығыҙҙы миңә бирегеҙ», — тиһә, шулай эшләр инек. Әлбиттә, бирмәй ҡалыусылар ҙа булыр. Ләкин бындай осраҡта ул кеше гонаһлы һанала. Аллаһы Тәғәлә беҙҙән шул тиклем ҙур фиҙаҡәрлек талап итмәй, билдәле. Әммә ғөшөр саҙаҡаһы – фарыз ғәмәл. Читать далее

«Сожительство» — зина (уйнаш итеү)

                                            «Сожительство» — зина (уйнаш итеү)!
     Хөрмәтле ғәзиз дин ҡәрҙәштәрем, милләттәштәрем, һеҙгә Аллаһ Тәғәлә сәләмен, бөтмәҫ рәхмәтен үә бәрәкәтен бирһен.
     Әҙәмдәрҙең, ер үә күктәрҙең, бөтә мәхлүктәрҙең эйәһенә – Аллаһ Субханәһү үә Тәғәләгә бөтә маҡтауҙарыбыҙ булһа ине, һәм дә уның иң яратҡан бәндәһенә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә, уның ғаиләһенә, сәхәбәләренә салауат-шәрифтәребеҙ барып етһен. Аллаһ Тәғәлә һәр ҡайһыбыҙға сауаптарына ирешергә насип итһен! Амин! Читать далее

Донъя малы

                                                                  Донъя малы

     Беренсе хөтбә
     Хөрмәтле йәмәғәт! Был донъяла барыһы ла Аллаһ Тәғәләнеке. Әгәр ҙә Раббыбыҙ беҙгә мал-мөлкәт биргән икән, был – һынау өсөн генә: Әҙәм балаһы байлыҡтың ҡәҙерен белерме, бушҡа сарыф итмәҫме, мохтаждарға өлөш сығарырмы, йәмғиәткә файҙа килтерерме, тәкәбберләнеп, бөтөн ниғмәттең Аллаһ Тәғәләнеке икәнен, Уның ҡушыуы буйынса йәшәргә кәрәклекте онотмаҫмы?
     Әҙәм балаһы, айырыуса ир-ат, матди яҡтан ныҡлыҡҡа, мул тормошҡа ынтылып йәшәргә тейеш. Уның ғаиләһен мохтажлыҡҡа дусар итмәүе, бер үк ваҡытта өммәтенә лә ярҙамлашыуы мөһим. Читать далее

Шөкөр итә беләйек

                                             Шөкөр итә беләйек

     Беренсе хөтбә
     Хөрмәтле йәмәғәт! Бәндәнең ғүмере – Аллаһ Тәғәләнең ихтыярында. Ул әҙәм балаһын һынау өсөн һәр төрлө ниғмәттәрен һәм ауырлыҡтарын ебәреп тора. Ҡыйынлыҡтарҙы кемделер юҡҡа сығарыу, түбәнһетеү түгел, ә уның сабырлығын, камиллығын тикшереү һәм яҡшылыҡҡа күндереү өсөн бирә.
                                                                         وَبَلَوْنَاهُم بِالْحَسَنَاتِ وَالسَّيِّئَاتِ لَعَلَّهُمْ يَرْجِعُونَ
     ...үә бәләү-нәәһүм бил-хәсәнәәти үә-ссәй- йи’әәти ләғәлләһүм йарджиғүүн.
     “Бәлки, тура юлға ҡайтырҙар, тип, Беҙ уларҙы яҡшылыҡтар һәм яуызлыҡтар менән һынаныҡ”, – тиелгән Ҡөрьәндә (“Әл-Әғраф” сүрәһе (7), 168-се аяттан).

Читать далее

Ҡорбан (йома вәғәҙе)

                                               Ҡорбан (йома вәғәҙе)
     Әлхәмдүлилләһи Раббил-ғәләмин. Үәссаләтү үәссәләмү ғәләә расулиһи Мөхәммәдин үә хәбибиһи үә әсхәбиһи әждмәғиин!
     Бөтә ғәләмдәрҙе юҡтан бар Ҡылыусы, Тәрбиәсеһе Аллаһ Тәғәлә Раббыбыҙға хәмде-ҫәнә, һәм бер туҡтауһыҙ булған маҡтауҙарыбыҙ, хәмде ҫәнәләребеҙ булһа ине. Һәр эшебеҙҙә Унан ғына ярҙам һорайбыҙ. Йә Раббым ҡылғандарыбыҙҙы хәйерле итһәң ине.
     Хаҡ илсеһе, яратҡан бәндәһе — пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллааһу ғәләйһи үәс-сәләмгә, уның изге нәҫеленә, яҡындарына, Сәхәбәләренә һәм уларға бөтә изгелектә ҡиәмәт көнөнә тиклем эйәргәндәргәлә хәйер-доға, сәләмдәребеҙ, салауат шәрифтәребеҙ – Аллаһтын бөтмәҫ рәхмәттәре булһа ине.
     Бөгөн миләди иҫәбе буйынса 20... йылдың ... айының ... -се көнө, Һижри буйынса 14... йылдың зөлхизә айының ... -се көнө. Бына инде зөлхизә айына ла, иң ҙур фарыздарҙың береһен, Хаж ғибәҙәтен үтәй торған айға ла ирештек, әлхәмдүлиллаһ! Аллаһ Тәғәлә насип итһә бер-нисә көндән, ... көнө Ҡорбан – ғәйете байрамы башлана һәм 3 көн буйына мосолмандар Ҡорбан салып, ризыҡтар әҙерләп, ҡәрҙәштәрен, туғандарын саҡырып байрам итәләр. Шулай уҡ фәҡирҙәргә, ярлыларға ярҙам итәләр. Беҙҙең бөгөнгө вәғәҙәбеҙ Ҡорбан тураһында булыр. Читать далее

Ҡорбан ғәйете вәғәҙе

                                                 Ҡорбан ғәйете вәғәҙе
     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим!
     Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү!
     Мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәребеҙ, барығыҙғала Аллаһының сәләме, рәхмәте һәм бәрәкәте булһа ине!
Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҙур байрам — Ҡорбан ғәйетен ҡаршы алабыҙ. Аллаһы Тәғәлә барлыҡ яҡшы ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул итеп, ғибәҙәттәребеҙ өсөн сауаптарын арттырып, ике донъяла ла Үҙенең сикһеҙ мәрхәмәтен насип итһә ине! Ғәйетебеҙ мөбәрәк булһын, һәр йортҡа ла шатлыҡ, именлек һәм Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтен алып килһен.
     Ошо изге көндә Россияның әллә нисә тиҫтәсә миллион мосолмандары, дини хистәре тулы хәлдә, иртә таңдан мәсеткә Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәттә булыу һәм ғаиләләребеҙгә, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, мохтаждарға доға ҡылыу өсөн йыйылдылар.
     Ҡорбан байрамы — ер шарының бөтә ерҙәрендә ҙурлап билдәләп үтелә торған мосолман байрамы ул. Ҡорбан — Аллаһы беҙгә насип иткән ҙур ғибәҙәт, Раббыбыҙ биргән иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ниғмәттәре өсөн рәхмәтебеҙҙе белдереп, бойһоноуыбыҙҙы күрһәтеү. Ҡәләме Шәрифтә: Читать далее

Шайтан беҙҙең дошманыбыҙ!

                                                  Шайтан беҙҙең дошманыбыҙ!
     Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә «Йәсин» сүрәһенең 61 аятында:
                                                                                    وَأَنِ اعْبُدُونِي هَذَا صِرَاطٌ مُّسْتَقِيمٌ
     «Үә әниғбүдүүнии һәәҙәә сыираатум-мүстәҡиим».
     "Миңә генә ғибәҙәт итегеҙ, хаҡ юл шул була, тимәнемме?", – тип әйткән Аллаһ Тәғәләгә ололауҙарыбыҙ һәм маҡтауҙарыбыҙ булһын! Шулай уҡ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үәссәләм рухына салауаттарыбыҙ һәм сәләмдәребеҙ ирешһен. Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Бөгөн мосолмандарҙағы иң ҙур ауырыуҙарының береһе – наҙанлыҡ, дин һәм донъяуи белемдәрҙе белмәүҙәре, шул сәбәптән үҙҙәренең асыҡ дошмандарын танымайҙар, күҙҙәре була тороп күрмәйҙәр һәм иң ҡурҡыныс дошмандарына ҡол булып йәһәннәмгә китеп баралар. Кешене үҙенә ҡол иткән асыҡ дошман кем һуң ул? – тигән һорауға яуапты Аллаһ Тәғәләнең үҙенән ишетәйек:

Читать далее

Салауат әйтеүҙең хикмәте һәм ҡағиҙәләре

                                        Салауат әйтеүҙең хикмәте һәм ҡағиҙәләре
     Әл-хәмдү лилләһи раббил-ғәләмин.
     Был донъяға ла, беҙгә күренмәгән донъяларға ла тәрбиә ҡылыусы Раббым Аллаһы Тәғәләгә бөтә маҡтау-ололауҙарыбыҙ булһын!
     Әс-сәләтү үәс-сәләәмү ғәлә хайри халҡиһи Мүхәммәд үә ғәлә әһли бәйтиһил-кираам үә әсхәбиһил-ғизам.
     Юҡтан бар итеп яралтылғандарҙың иң хәйерлеһе, әфәндебеҙ Мөхәммәдкә саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм, уның хөрмәтле әһле бәйтенә, бөтә сәхәбәләренә салауат-сәләмдәребеҙ барып етһә ине!
     Барлыҡ әһле иманға ике донъя именлеге, рәхмәт-бәрәкәттәре насип булһа ине!
     Раббыбыҙ аманатҡа биргән нәмәләрҙе эйәләренә ҡайтарыуҙы, аманат үтәүҙе талап итә, аманатҡа хыянат ҡылыуҙан ҡәтғи хәлдә киҫәтә. Ошо аманат тигән нәмәләрҙең береһе — донъяларға Аллаһы Тәғәләнең Үҙ рәхмәтенән күндерелгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд әл-Мостафа саллал-лаһү ғәләйһи үәс-сәлләм хәҙрәттәренә салауат әйтеү булыр. Читать далее

Яҡшы һүҙ — йән аҙығы

                                                 Яҡшы һүҙ — йән аҙығы
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ иң яҡшы әҙәп-холоҡ сифаттарына ғына эйә булған. Беҙҙең дә холҡобоҙҙо төҙәтергә саҡырған. Беҙҙең холҡобоҙҙың бер өлөшөн телебеҙ, уның менән һөйләгән һүҙҙәребеҙ сағылдыра. Шул турала беҙҙең вәғәҙдәребеҙ ҙә булыр иншәАллаһ!
                                                                                                      ﻗﺍﻝ ﺮﺴﻭﻞ ﺍﻟﻟﻩ ﺼﻠﻰ ﺍﻟﻠﻩ ﻋﻠﻴﻩ ﻭﺴﻟﺍﻢ:
                                                                                                              أَفْضَلُ الْمُؤْمِنِينَ أَحْسَنُهُمْ خُلْقًا .
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ бер Хәҙис Шәрифендә шулай тигән:
     «Мөьминдәрҙең иң яҡшыһы – холҡо күркәм булғаны».Тағы ла әйткән:
     «Берәү Аллаһы Тәғәләгә һәм ахирәт көнөнә ышанһа, күркәм һүҙҙәр генә һөйләһен, күркәм һүҙҙәр һөйләй алмаһа, өндәшмәй торһон», — тип әйткән. Икенсе бер хәҙисендә: «Һәр яҡшы һүҙ — саҙаҡа», — тип белдерҙе. Читать далее