Архив рубрики: вәғәздәр

Үҙеңде әрәм итеү иманһыҙлыҡтан килә

                                     Үҙеңде әрәм итеү иманһыҙлыҡтан килә
     Үҙеңде әрәм итеү иманһыҙлыҡтан килә, йәки иң мөһим нәмә — ул иман
     (Беренсе Өфө йәмиғ мәсете, 1 май 2015)
     Нәҡшбәндиә тәриҡәтендә сөхбәт мөһим урын алып тора.
     Был матур мәмләкәттәргә өсөнсө тапҡыр киләбеҙ. Саҡырҙылар. Саҡырыуҙы ҡабул иттек. Насип булды, килдек.
     Әлбиттә, кешеләрҙә бик ҙур үҙгәрештәр булған. Иман, Ислам тураһында бик күп нәмә белделәр. Әлбиттә, бер нәмә лә белмәү сәбәпле яңылышып киттеләр. Сөнки ҡайһы ваҡыт яҡшы кешеләр, ҡайһы ваҡыт яңылыш кешеләр килеп төрлө-төрлө нәмәләр тураһында һөйләне. Кешеләрҙең бик ныҡ башын ҡатырҙылар. Тышына ҡаранылар, эсенә әһәмиәт бирмәнеләр. Тышҡы яҡҡа әһәмиәт бирҙеләр. Читать далее

Пәйғәмбәребеҙ – иң камил кеше

                                             Пәйғәмбәребеҙ – иң камил кеше
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм – иң камил кеше.
     Беҙҙең эраның алтынсы быуатында, был донъяға бөтә кешелек өсөн үрнәк камил кеше ебәрелә – һуңғы Пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһи үәссәләм. Бөйөк Аллаһ изге Ҡөръәндә ерҙәге һәм Ахирәттәге тормош бәхетле булһын өсөн, барлыҡ кешеләргә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә эйәрергә ҡуша.
     Мөхәммәд ғәләйһиссәләм, пәйгәмбәрҙәр имамы булараҡ, барлыҡ пәйғәмбәрҙәрҙең иң матур сифаттарын үҙендә туплаған. Ул мул һыулы йылғалар ҡойған диңгеҙ кеүек. Һәр бер кеше уның тормошон үҙенә өлгө итеп алырға мөмкин. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм үҙенең бер хәҙисендә: «Мин күркәм әхлаҡты камилләштереү өсөн ебәрелдем», – тип әйткән (Әхмәд бин Хәнбәл, Муснад). Аллаһы Раббыбыҙ ҙа Ҡөръән Кәримендә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмде маҡтап:
                                                                                               وَإِنَّكَ لَعَلى خُلُقٍ عَظِيمٍ
     Үә иннәкә ләғәлләә хулүҡин ғәҙыиим Читать далее

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ үрнәге. (Мәүлид)

                                        Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ үрнәге. (Мәүлид)
     Әлхәмдулилләһи Раббил ғәләмин үәссәләтү үәссәләмү ғәлә рәсүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әлиһи үә әсхәбиһи әждмәғин. Бөтә маҡтауҙарыбыҙ, ололауҙарыбыҙ, бөтә ҡылған ғибәҙәттәребеҙ һәм доғаларыбыҙ бөтә донъяны юҡтан бар иткән һәм бөтөнөһөн дә тәрбиә ҡылып торған Раббыбыҙға бағышлайбыҙ. Һәм Уның һөйөклө Пәйғәмбәре һәм илсеһе Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәләмгә сәләмдәребеҙҙе һәм изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Йә Раббым барыһын да риза булып ҡабул итһәң ине.
     Ҡәҙерле, ғәзиз дин ҡәрҙәштәрем! Әссәләмүғәләйкүм рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ! Бөгөн беҙ Мәүлид – Ән-Нәби, йәғни Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ дең тыуған көнөн үткәрәбеҙ. Беҙҙең һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ошо Рабиғүл-әүүәл айында тыуған. Һәр йылды бөтә ер шарының Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ дең өммәтенән булған мосолмандар Мәүлид Ән-Нәби Байрамын үткәрәләр. Ысын күңелдән барығыҙҙы ла ошо изге байрам менән тәбрикләйем. Читать далее

Донъя тормошо

Абу Талиб                                 Донъя тормошо
     Хәмед үә маҡтау Аллаһҡа зарурҙыр тик, маҡтаусылар Уны тейешенсә итеп маҡтай алмаҫ, һанаусылар — ниғмәттәрен һанап бөтөрә алмаҫ, эшләп арығандар — Уға тейешлене ҡайтарып бирә алмаҫтар. Нисәмә уй Уны аңлай алмаҫ, нисә фекер диңгеҙенә сумыусы Уға төшөнә алмаҫ. Тасуирлау өсөн сифаттарының билдәле бер сиге, уның сифатланышына айырым бер ваҡыт аралығы һәм күрһәтелгән бер осор юҡтыр. Мәхлуҡтар ҡөҙрәте менән барлыҡҡа килтергән, елдәрҙе рәхмәте менән иҫтергән һәм бар иткән ер йөҙөн ҡаялар менән нығытҡан Заттыр Ул.
     Диндең башы — Уны аңламаҡтыр, Уны аңлауҙың камиллеге — Уны таныуҙыр, Уны таныуҙың камиллеге — Уны бер итеп таныуҙыр, Уны бер итеп таныуҙың камиллеге лә — Уға ҡарата ихлас булыуҙалыр.

Читать далее

Аллаһ илсеһенең дауаһы

                                                         Аллаһ илсеһенең дауаһы

                                              وَنُنَزِّلُ مِنَ ‌الْ‍‍قُ‍‍رْ‌آنِ مَا‌ هُوَ‌ شِف‍‍َ‍ا‌ء‌ٌ‌ ‌وَ‌‍رَحْمَة ٌ‌ لِلْمُؤْمِن‍‍ِ‍ي‍‍نَ ۙ ‌وَلاَ‌ يَز‍ِ‍ي‍‍دُ‌ ‌ال‍‍‍ظَّ‍‍الِم‍‍ِ‍ي‍‍نَ ‌إِلاَّ‌ خَ‍‍سَا‌ر‌اً
     Үә нүнәззилү минәл-Ҡур'әәни мәә һүүә шифәә'үү-үә рахмәтүл-лил-мүьминиинә үә ләә йәзиидү-ҙҙаалимиинә илләә хасәәраа.
     Беҙ мөьминдәргә Ҡөрьәндән шифа һәм рәхмәт төшөрәбеҙ, ә залимдарға (Ҡөръән менән ғәмәл ҡылмағандарға) ул зыян ғына килтерә. Исра 17/82
     Хөрмәтле һәм ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем, был дәресебеҙҙе Аллаһ Тәғәлә Илсеһе ﷺ дарыуханаһына бағышларға булдыҡ.
     Әй, бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең Пәйғәмбәре! Һин дин менән бәйле ауырыуҙарҙы күрә беләһең һәм дауаланыу өсөн иң файҙалы дарыуҙарҙы билдәләйһең. Беҙ һәм бөтә донъя һиңә бик рәхмәтле. Читать далее

Мөғжизә үә «Йәсин»

                                                       Мөғжизә үә «Йәсин»

     Әлхәмдүлилләһи Раббил-ғәләмин. Үәссаләтү үәссәләмү ғәләә расулиһи Мөхәммәдин үә хәбибиһи үә әсхәбиһи әждмәғиин!
     Бөтә маҡтауҙарыбыҙ, хәмде-ҫәнәләребеҙ Раббыбыҙ Үҙеңә генә булһын. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһи үәс-сәләмгә, Уның изге нәҫеленә, сәхәбәләренә һәм бөтә уның артынан эйәргән өммәтенә салауат шәрифтәребеҙҙе һәм сәләмдәребеҙҙе еткерһәң ине. Беҙҙе барыбыҙҙы ла мөьмин мосолмандар ҡылһаң ине, ошо юлдан беребеҙҙе лә аҙаштырмаһаң ине.
     Мөғжизә хаҡында һәм «Йәсин» сүрәһенең бер-нисә аяттарынан вәғәҙ.
     Дингә бәйле берәй мөғжизә тураһында һүҙ сыҡһа ҡайһы бер әҙәмдәр: юҡ булмаҫ, юҡты һөйләмәгеҙ, йә яҙмағыҙ — тип әйтәләр. Икенселәре: ысынмы ул? – тип шик белдерәләр. Шулай итеп улар Аллаһ Тәғәләнең көс-ҡөҙрәтенә ышанмайҙар һәм көфөрлөккә төшөләр. Ә көфөрлөк кафырлыҡҡа алып бара. Читать далее

Бәхеткә юл

                                                   Бәхеткә илтеүсе бер юл
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙисендә күңел тыныслығы, донъя бәхете һорап килгән, хәсрәттәрҙән ҡотолоу өсөн юл эҙләгән бер сәхәбәһенә: “Донъянан булған әйберҙәрҙән ваз кис. Донъянан ваз кис, Аллаһ Тәғәлә һине һөйөр. Кешеләр ирешкән байлыҡ, дәрәжәләрҙән ваз кис. Күңелеңдән сығар уларҙы, кешеләр һине һөйәр", — тине.
     Әлеге хәҙистең мәғәнәһе бик тәрән. Әгәр кеше донъянан ваз кисә икән, уның күңеле лә, тышҡы донъяһы ла бер төрлө тыныслыҡҡа эйә буласаҡ. Донъя мәшәҡәттәре ни өсөн килеп сыға? Беҙ Аллаһ Тәғәләне бөтә нәмәнән дә юғары ҡуя белмәгәнгә күрә. Донъяла бик күп беҙҙең хәсрәттәребеҙ, ауыртыуҙарыбыҙ, бәләләребеҙ — Аллаһты бөтә нәмәләрҙән өҫтөн ҡуя белмәгәнгә күрә. Аллаһ Тәғәлә беҙгә ике нәмә биргән: аҡыл һәм нәфсе.

Читать далее

Динебеҙҙә исемдәрҙең әһәмиәте

                                            Динебеҙҙә исемдәрҙең әһәмиәте
     Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим!
     Әлхәмдүлилләһи Раббил-ғәләмин! Вәс-сәләтү үәс-сәләмү ғәләә сайидинә Мөхәммәдин үә ғәләә әлиһи үә әсхабиһи әждмәғин!
     Бөтә маҡтауҙар Аллаһҡа ғына. Аллаһтың хаҡ илсеһе Мөхәммәд пәйғәмбәргә Аллаһтың салауаттары һәм сәләмдәре булһа ине.
     Аллаһы Тәғәлә әйтте:
                                                                                تَبَارَكَ اسْمُ رَبِّكَ ذِي الْجَلَالِ وَالْإِكْرَامِ
     «Тәбәәракәсмү раббикә ҙилджәләәли үәл-икраам». Читать далее

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ зекер тураһында

                                   Пәйғәмбәребеҙ ﷺ зекер тураһында
     Хөрмәтле Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙис-шәрифтәрендә: «Зекерҙән башҡа әҙәм балаһын ғазаптан ҡотҡарыусы бер нәмә лә юҡ», — тине.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Дәрәжә яғынан кешеләрҙең иң бөйөгө Аллаһты зекер иткәндәре», — тип әйтте.
     Берәү килеп Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ: «Йә, Рәсүлуллаһ! Аллаһтың ризалығына һәм ахирәт сәғәҙәтенә ирешеүҙең бер еңел юлын өйрәт, шуны үтәйем әле», — тигәс, ул ﷺ: «Телең зекерҙән туҡтамаһын», — тине.
     Уҡыуҙан күп әжере булған зекерҙәрҙе бына шулай уҡып, мәғәнәһен аңлап, башыбыҙҙа (аңыбыҙҙа) тоторға тырышайыҡ. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Кем дә булһа; «Ләә-хәүлә үә ләә ҡүүәтә иллә-билләһ» зекерен уҡыһа, бөтөн ҡайғы-хәсрәттәре китәр. Был зекерҙең мәғәнәһе: «Көс һәм ҡеүәт бары тик Аллаһ Тәғәләнән». Читать далее

Мосолманлыҡ нисек үлсәнә?

                                                 Мосолманлыҡ нисек үлсәнә?
     Күңелдәребеҙҙе Иман, Ислам нуры менән нурландырған, изге динебеҙгә мөхәббәт уятҡан, Аллаһыны бар, бер, хаҡ тип аңлатҡан, Ер йөҙөнә рәхмәт өсөн ебәрелгән хөрмәтле Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ дең изге ғәмәлдәрен түкмәй-сәсмәй беҙгә килтереп еткергән ғалим-ғөләмәгә, остаз, мөғәллим-мөғәллимдәребеҙгә Аллаһының сикһеҙ рәхмәте һәм мәрхәмәте насип булһа ине.
     Беҙҙең һәр беребеҙгә Иманлы булып донъяға килгәндән һуң да Аллаһының беҙгә аманат иткән изге байлығынан айырылмайынса, түгелмәй-сәселмәй, аҙашмай-һаташмай, Аллаһының һүҙе булған Ҡөръән Кәримгә һыйынырға, Пәйғәмбәребеҙ сөннәте-хәҙистәрен аңлап, белеп, ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәүҙәребеҙ насип булһа ине. Читать далее