Архив рубрики: вәғәздәр

Доға ҡылыуҙың фазиләте

                                                     Доға ҡылыуҙың фазиләте
     Аллаһ Тәғәләгә яҡынайыуҙың бер юлы доға ҡылыу менән бәйле. Доға Ислам динендә Аллаһ Тәғәләгә ялбарыуҙы, Уға мөрәжәғәт итеүҙе аңлата. Ул, ябай ғына ғәмәл булмайынса, Аллаһҡа яҡынайтыусы бер ғибәҙәт булып һанала. Мөхәммәд ﷺ әйтә:
     «Доға – ул ғибәҙәт» (Тирмизи).
     Бына шуға күрә лә Аллаһ Тәғәлә һәр ваҡытта ла Үҙенә доға ҡылырға ҡуша. Был хаҡта Ҡөръәндә шулай тиелә:
                                     وَإِذَا سَأَلَكَ عِبَادِي عَنِّي فَإِنِّي قَرِيبٌ أُجِيبُ دَعْوَةَ الدَّاعِ إِذَا دَعَانِ فَلْيَسْتَجِيبُوا لِي وَلْيُؤْمِنُوا بِي لَعَلَّهُمْ يَرْشُدُونَ
     Үә иҙәә сә'әләкә ғибәәдии ғәннии фә'иннии ҡариибүн үджи-ибү дәғүәтә-ддәәғи иҙәә дәғәәни фәлйәстәджиибүү лии үәл-йүьминүү бии ләғәлләһүм йаршүдүүн.
     «Әгәр ҙә һинән ҡолдарым Минең турала һораһа, ысынында, Мин яҡын. Әгәр ҙә ул Миңә доға ҡылһа, Мин доға ҡылыусының доғаһына яуап бирәм. Миңә иман килтерһендәр һәм Миңә ышанһындар. Бәлки улар тура юлдан барырҙар» (Баҡара – 186). Читать далее

Дин һәм зәғифтәр

                                                             Дин һәм зәғифтәр
     Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә үҙенең китабы Ҡөръәни Кәримдә әйтә:
                        يَا أَيُّهَا النَّاسُ إِنَّا خَلَقْنَاكُم مِّن ذَكَرٍ وَأُنثَى وَجَعَلْنَاكُمْ شُعُوبًا وَقَبَائِلَ لِتَعَارَفُوا إِنَّ أَكْرَمَكُمْ عِندَ اللَّهِ أَتْقَاكُمْ إِنَّ اللَّهَ عَلِيمٌ خَبِيرٌ
     «Йәә әййүһә-ннәәсү иннәә халәҡнәәкүм миң ҙәкәриү-үә үңҫәә үә джәғәлнәәкүм шүғүүбәү-үә ҡабәә'илә литәғәәрафүү иннә әкрамәкүм ғиңдә-ллааһи әтҡаакүм иннә- ллааһа ғәлиимүн хабиир».
     «Эй һеҙ, кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менән ҡатындан яраттыҡ. Бер-береһе менән танышһын тип, һеҙҙе төрлө халыҡ, төрлө ҡәбилә иттек. Аллаһ ҡаршыһында иң хөрмәтле кеше тәҡүәле кеше була. Аллаһ, ысынлап та, белә, Ул хәбәрҙар!». «Хүджүрат / Бүлмәләр», 49:13
     Һәр әҙәм балаһының, һәр хайуандың, хатта бөжәктең ҙә был донъяға килеүенең бер хикмәте бар. Был ғәләмдең, был мәхлүктарҙың барлыҡҡа килеүенең хикмәтен Аллаһ Үҙе генә беләлер. Беҙ был донъяға килгәнбеҙ икән, арабыҙҙа төрлөләребеҙ бар. Беренсенән, Аллаһ ир-ат һәм ҡатын енесенә, төҫтәргә бүлгән: аҡ тәнлеләр, һары тәнлеләр, ҡара тәнлеләр, ҡыҙыл тәнлеләр бар. Һәм Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларын башҡа төрлө йүнәлешендә лә бүлгән: аҡыл, зирәклек, ғилем, зиһен тарафында; бер үк төрлө халиҡ ҡылмаған. Һис шикһеҙ, берәүҙәргә Ул ғилемде әҙ биргән, ғалимдәргә иһә күп биргән. Ҡөръәни Кәримдә Мөхәммәдкә ﷺ әмер ҡылып әйтә: Читать далее

Рамаҙан ғәйете (вәғәҙ)

                                                       Рамаҙан ғәйете (вәғәҙ)
     Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим. Эй мосолман ҡәрҙәштәрем! Белегеҙ һәм уяу булығыҙ! Ғалимдар һүҙҙәрен, китап һүҙҙәрең ихлас күңел менән тыңлап, ул вәғәз-нәсихәттәрҙе йөрәктәрегеҙгә һалығыҙ һәм көсөгөҙ еткәнсе ул һүҙҙәр менән эш итергә тырышығыҙ! Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә «Әй Минең берлегемә ышанған бәндәләр! Белегеҙ шуны, һеҙгә ураҙа тотоу фарызланды — һеҙҙән алда булып киткән ҡәүемдәргә фарыз ҡылынған кеүек...»
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Ураҙа тотоусының ике һөйөнөсө булыр: ауыҙ асҡан ваҡытында һөйөнөр һәм Раббыһы хозурына барып, Уның ниғмәт-рәхмәтен күргән ваҡытында ».— тине.
     Йәнә пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Рамаҙан-шәриф еткәс йәннәт ишектәре асылыр, тамуҡ ишектәре ябылыр: шайтан ҡәүеменең иң аҙғындары сылбырҙар менән бәйләнер — мөьминдәрҙең ураҙаларын боҙҙормаһындар өсөн». — тине. Читать далее

Рамаҙан байрамы хөтбәһе

                                                Рамаҙан байрамы хөтбәһе
     Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим!
     Әлхәмдулилләһи Раббил-ғәләмин! Вәс-сәләтү үәс-сәләмү ғәлә сайидинә Мөхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхабиһи әждмәғин!
     Алыҫ-яҡындарҙан Иман өндәүен ҡабул итеп, Рамаҙан байрамы шатлығын мөьмин ҡәрҙәштәрем менән уртаҡлашайым, Аллаһ Раббыма бойһоноу һәм зекерҙә, ҡиблаға юнәлгәндәрҙең сафында теҙелеүҙә күңел тыныслығы табайым тип, иң гүзәл, нурлы йорт-Мәсеттәрҙә йыйылышҡан мөхтәрәм, ғәзиз ҡәрҙәштәрем!
     Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
     Аллаһы Раббыбыҙҙың бөтмәҫ рәхмәт, бәрәкәттәре, һәр ике донъя сәләме барыбыҙға булып, был ҡәҙерле йортона килеүселәребеҙҙе мөбәрәк ҡылһа ине.
     Бөтә әһле Ислам ҡәрҙәштәребеҙҙе, хөрмәтле ғаиләләрегеҙҙе 1444 -сы йылыбыҙҙың (2023) Ғәйед-Фитр, Рамаҙан ғәйете байрамы менән ысын күңелдән тәбрик итәм һәм дә был сәғәҙәтле мөнәсәбәт менән ихлас сәләм һәм иң изге теләктәремде юллап ҡалам!
    Ысынлыҡта был бик ҡәҙерле мөнәсәбәт. Сөнки ер йөҙөнең мәшрик – мәғрибендә, иманлы ир һәм ҡатындар, йәш һәм ололарыбыҙ Аллаһы Тәғәлә Раббыбыҙҙың тәүфиҡ һәм ғиниәтенә шатланып, әл-хәмдү лилләһ, дин мөхитебеҙҙең биш терәгенән береһе, иманыбыҙ ысынлығына дәлилдәренең олоһо – ураҙа ғибәҙәтен үтәп, ғәйет шәриф шатлығына ирештек!
Читать далее

Ҡәҙер кисәһе вәғәҙе

                                                       Ҡәҙер кисәһе вәғәҙе
     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдулилләһи раббил ғәләмин. Үәссаләәтү үәссәләмү ғәлә рәсүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхәәби әджмәғиин.
     Барлыҡ маҡтауҙарыбыҙ ғаләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһы Тәғәләгә һәм Рәсүлебеҙҙең Мөхәммәд Мостафа салләллааһу ғәләйһи үәс-сәләмгә ысын күңелебеҙҙән салауат-шәрифтәребеҙ булһын. Һәм дә иң беренсе Әҙәм ғәләйһиссәләмдән алып, бөгөнгө көнгә ҡәҙәр килеп киткән бөтөн мөьмин үә мөьминәләрҙең дә рух-шәрифтәренә тип ҡылған изге доғаларыбыҙ булһын.
     Әссәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
     Изге Рамаҙан айыбыҙ һәм йомабыҙ мөбәрәк булһын!
     Аллаһы Тәғәлә әйтә: Читать далее

Рамаҙан айының һуңғы көндәре

                                                  Рамаҙан айының һуңғы көндәре
     Бөтә ғаләмдәрҙең Раббыһы булған, беҙҙе төрлө ниғмәттәр менән ниғмәтләндергән Аллаһ Сөбхәнәһү үә Тәғәләгә бик икһеҙ-сикһеҙ рәхмәттәребеҙ, маҡтауҙарыбыҙ, шөкөр итеүҙәребеҙ булһа ине. Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә тарафынан ғаләмдәргә рәхмәт, мәрхәмәт булараҡ ебәрелгән һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм хәҙрәттәренә, уның хөрмәтле әһеленә, сәхәбәләренә барыбыҙҙың сәләмдәре, салауаттары һәм һәр төрлө изге доғалары булһа ине.
     Ислам диненең хаҡлығына ышанып, ислам шәриғәте менән ғәмәл ҡылыусы мөхтәрәм мосолмандар! Әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәәтүһ! Аллаһы Тәғәлә бөтөн айҙарҙың солтаны булған мөбәрәк рамаҙан айында тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, уҡыған тарауих намаҙҙарыбыҙҙы, ҡылған изге ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙҙе, доғаларыбыҙҙы ҡабулдарҙан ҡылһа ине. Аллаһ Сөбхәнәһү үә Тәғәлә ике йома араһында фани доньянан мәңгелек ахирәткә күскән ғәзиз дин ҡәрҙәштәребеҙҙең гонаһтарын ғәфү итеп, үҙенең рәхмәтенә ирештерһә ине.
     Мөхтәрәм йәмәғәт! Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ғәләйһиссәләм хәҙрәттәре үҙенең мөбәрәк хәҙисендә:
     "Рамаҙан айының беренсе ун көнлөгө – Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте көндәре, икенсе ун көнлөгө – гонаһтарҙан пакланыу көндәре һәм һуңғы ун көнлөгө – йәһәннәм утынан ҡотолоу көндәре", – тигән (Ибне Хузәймә, Сәхих). Читать далее

Ураҙаның ҡабул булыу билдәләре

                                               Ураҙаның ҡабул булыу билдәләре
     Кешеләрҙең күбеһе Рамаҙан еткәс ураҙа тота, Ҡөръән уҡый, ғибәҙәттә була, ләкин был ай бөткәндән һуң яңынан элекке гонаһлы тормошона әйләнеп ҡайта. Был ураҙа аша Аллаһ Тәғәлә теләгән маҡсатҡа ирешмәүҙе һәм унан файҙа алмауҙы күрһәтә.
     Аллаһ Тәғәлә фарыз ҡылған һәр ғибәҙәт билдәле бер маҡсатҡа эйә. Ислам динендә әҙәм балаларына бер әмер ҙә һәм бер тыйыуҙа маҡсатһыҙ һәм хикмәтһеҙ билдәләнмәне. Шунан сығып ураҙа тотоуҙың да билдәле бер маҡсаты бар – ул тәҡүәлек сифатына өлгәшеү. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
                                    يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا كُتِبَ عَلَيْكُمُ الصِّيَامُ كَمَا كُتِبَ عَلَى الَّذِينَ مِن قَبْلِكُمْ لَعَلَّكُمْ تَتَّقُونَ
     Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү күтибә ғәләйкүмү-ссыийәәмү кәмәә күтибә ғәлә-лләҙиинә миң ҡабликүм ләғәлләкүм тәттәҡуун.
     «Әй иман килтергән бәндәләр! Һеҙгә хәтле булғандарға ураҙа тотоу фарыз булған кеүек һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз булды. Бәлки һеҙ тәҡүәле булырһығыҙ» (Баҡара – 183).
     Тәҡүәлек ул Аллаһтың ғазабы менән үҙендең араңа һаҡлаусы бер кәртә ҡуйыуҙы аңлата. Быға, иң беренсе сиратта, фарыз ғәмәлдәрҙе үтәү һәм гонаһтарҙан тыйылыу инә. Әгәр ҙә кеше Рамаҙандан йөрәген һәм ағзаларын тултырыусы тәҡүәлек менән сыҡмаһа, был уның тотҡан ураҙаһынан файҙа алмауын күрһәтә.
     Элекке мосолмандар Аллаһҡа, Рамаҙан айына ирештереүҙе һорап, алты ай буйы доға ҡылалар ине. Әгәр ҙә Рамаҙан айы уҙһа, улар тотҡан ураҙаны ҡабул итеүҙе һорап, шулай уҡ алты ай буйына доға ҡыла торған булдылар. Бының мәғәнәһе, улар йыл буйы Рамаҙан айын онотманы (Ибн Рәжәб әл-Хәнбәли, «Ләтаифуль-мәғәриф»). Читать далее

Рамаҙан айы Ҡөръән айы

                                                        Рамаҙан айы Ҡөръән айы
     Бөтә маҡтауҙарыбыҙ, хәмде-ҫәнәләребеҙ Раббыбыҙ Үҙеңә генә булһын. Бөтә нәмәне Үҙеңдән генә һорайбыҙ һәм Үҙеңдән генә гонаһтарыбыҙҙан ғәфү һорайбыҙ. Йә Раббым һорағандарыбыҙҙы, доғаларыбыҙҙы риза булып ҡабул итһәң ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһи үәссәләмгә, Уның изге нәҫеленә, сәхәбәләренә һәм бөтә уның артынан эйәргән өммәтенә салауат шәрифтәребеҙҙе һәм сәләмдәребеҙҙе еткерһәң ине. Беҙҙе барыбыҙҙы ла мөьмин мосолмандар ҡылһаң ине, ошо юлдан беребеҙҙе лә аҙаштырмаһаң ине. Шәһәҙәт итәм: Әшһәдү әллә иләһә илләллаһ үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү үә расүлүһ — 3 тапҡыр
     Аллаһ Тәғәләнән башҡа бер ниндәй ҙә илаһ юҡ тип һәм Мөхәммәд салаллааһу ғәләйһи үәссәләм Аллаһ Тәғәләнең ҡолы һәм илсеһе".
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҙең сөннәтенә эйәреп, Аллаһ Тәғәләнең ризалығын өмөт итеп, Уға ғибәҙәт итеү өсөн, Әхирәт көнөндә мөбәрәк Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҙең шәфәғәтен өмөт итеп оло байрамыбыҙ, йома намаҙына килгән мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем —
     Әссәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Читать далее

Ураҙа тотһаң, гонаһтарҙан арынырһың

                                                  Ураҙа тотһаң, гонаһтарҙан арынырһың
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ әйткән: «Көндәрҙең олоһо — йома көнө, ул ике ғәйет, Ғәрәфә, Ғашүрә көндәренән дә олоғораҡ. Кисәләрҙең олоһо — Ҡәҙер кисәһе, айҙарҙың олоһо — изге Рамаҙан айы». Әлхәмдүлилләһ, оло рамаҙан-шәриф айы дауам итә.
     Нимә һуң ул ураҙа? Ни өсөн беҙ уны тотабыҙ? Кемгә кәрәк ул? Беҙ ураҙаны Раббыбыҙ ризалығы өсөн тип тотабыҙ. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәне Кәримдең «Әл-Бәҡара» сүрәһенең 183 сө аятында:
                                   يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا كُتِبَ عَلَيْكُمُ الصِّيَامُ كَمَا كُتِبَ عَلَى الَّذِينَ مِن قَبْلِكُمْ لَعَلَّكُمْ تَتَّقُونَ
     183. Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү күтибә ғәләйкүмү-ссыийәәмү кәмәә күтибә ғәлә-лләҙиинә миң ҡабликүм ләғәлләкүм тәттәҡуун
     «Әй иман килтергән бәндәләр, һеҙҙән үткән ҡәүемдәргә фарыз булған кеүек, һеҙгә лә ураҙа фарыз булды», — тип, ураҙаның фарызлығын белдерҙе.
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә бәндәләргә төрлөсә өндәшә. Ә был аятта, ураҙа тураһында әйткәндә: «Әй иман килтергән кешеләр», — тип әйтә, сөнки Раббыбыҙ белә: ураҙа тотоу иман килтермәгән һәм иманы зәғиф булған кешенең көсөнән килмәй. Ҡайһы берәүҙәр ваҡытым юҡ, эшем күп тип, юҡ һылтауҙы таба. Беҙ: «Ләәә иләәһә илләллаааһ Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ», — тип, үҙ иркебеҙ менән иман килтереп, иман кәлимәһен әйткәс, мосолман булабыҙ. Шунан һуң беҙҙең өҫтөбеҙгә иманды яҡшы белеү, биш ваҡыт намаҙ, йылға бер ай ураҙа, зәкәт, хаж кеүек фарыздар йөкләнә. Читать далее

Сабырлыҡ

                                                                    Сабырлыҡ
     Бар маҡтау-шөкөр итеүебеҙ Аллаһ Тәғәләгә булһа ине. Уның хаҡ хәбибе Мөхәммәдкә ﷺ күңелдәребеҙҙең түрҙәренән сыҡҡан салауаттарыбыҙ ирешһә ине. Аллаһ Тәғәлә һәр беребеҙҙең дә тәндәребеҙгә сәләмәтлек, ил-көндәребеҙҙгә тыныслыҡ, күңелдәребеҙгә мәғрифәт нурҙары һалып, тормоштарыбыҙға бәрәкәт биреп, Үҙе риза булырлыҡ ғәмәлдәр ҡылырға насип әйләһен.
     Аллаһ Тәғәлә беҙҙе һәр беребеҙҙе сабырлыҡҡа өндәп: «Сабыр булығыҙ, Аллаһ Тәғәлә сабыр булған ҡолдары менән бергә була», — тип әйтә.
     Шулай уҡ:
                                                         وَاسْتَعِينُوا بِالصَّبْرِ وَالصَّلَاةِ وَإِنَّهَا لَكَبِيرَةٌ إِلَّا عَلَى الْخَاشِعِينَ
     «Үә-стәғиинүү биссабри үә-ссаләәти үә иннәһәә ләкәбииратүн илләә ғәләл-хааши-ғиин». Читать далее