Архив рубрики: тарих, риүәйәттәр, легендалар

Салауат батыр

                                                      Салауат батыр

Салауат батыр ир ине,
Салауат батыр ир ине,
Дошман менән көрәшкәндә
Яу башында бер ине,
Алғы сафта ул ине.
Юлай улы Салауат
Урал тауҙың батыры.
Көсө менән — арыҫлан,
Алтын булған аҡылы,
Алтын булған аҡылы.
Салауат ҡурҡмай һыуҙа йөҙгән,
Тәрән һыуҙа, ағында.
Йыртҡыстарға дошман булған
Кескенә үк сағында.
Уралдың тау-урмандарын
Йәштән йөрөп бөтөргән.
Ҡапма-ҡаршы һуғышып
Ике айыу үлтергән. Читать далее

Ғайса пәйғәмбәр сәхифәләре

                                              Ғайса пәйғәмбәр сәхифәләре

   Бер ваҡыт ғибәҙәтханаға килеп ингәс, Китап әһелдәре менән фарисейҙар — үҙҙәрен генә изгеләрҙән һанап йөрөгәндәр — уйнаш иткән сағында тотолған бер ҡатынды Аллаһ илсеһе ҡаршыһына алып киләләр. Хөкөм итеүен теләйҙәр. Үҙҙәренең күңелдәре этлек менән тулы була: әгәр ҙә Ғайса был ҡатынды һаҡлап алып ҡалһа, уның Муса, ғәләйһис-сәләм, хөкөмдәренә ҡаршы килеүен фаш итеп, илсене ғәйепләргә урын ҡала; ҡатынды ҡаты хөкөм итә ҡалһа ла ғәйеп табырға мөмкин, сөнки бәндәләрҙе Муса мәрхәмәтле булырға өйрәтә.
   «Остаҙыбыҙ! Был ҡатын уйнаш иткәндә тотолдо. Ундайҙарҙы Муса таштар атып үлтерергә бойорған. Һин нимә әйтерһең?» — тиҙәр.

Читать далее

Лоҡман-Хәким

                                                            Лоҡман-Хәким

   Заманының иң оло хикмәт эйәләренән, әүлиәләрҙән булған Лоҡман-Хәким бер балта оҫтаһының ҡоло, үҙе лә балта оҫтаһы була. Ғалимдарҙы хөрмәт итә, хикмәт эйәләренә ҡатнашып, уларҙың тапҡыр һүҙҙәрен тыңлап һәм хәтергә алып ҡына йөрөй. Аллаһтың да ул ямғырҙар менән ерҙе йәшәрткәне кеүек хикмәт нуры менән күңелдәрҙе лә терелтеп кенә торғанын яҡшы белә.
   — Мин, — тигән ул үҙенең улына нәсихәт биреп, — күп пәйғәмбәрҙәргә хеҙмәт иттем. Улар биргән хикмәтле һабаҡтарҙың һигеҙен үҙем өсөн һайлап алдым. Был кәңәштәргә тоғро булып ҡала алһаң, һин дә отолоуҙа булмаҫһың:
   — намаҙ ваҡытында — күңелеңде,
   — кешеләр араһында теленде һаҡла,
   — өҫтәл артында ултырғанда ҡулыңды тик тот,
   — ҡунаҡта күҙеңде тыя бел. Быныһы — тәүге дүртеһе. Ҡалған хикмәттәрҙең икеһен һәр ваҡыт хәтерҙә тот, икеһен онот.
   Аллаһы Тәғәләне хәтереңдән сығарма, Уны маҡтап-ололап ҡына тор. Үлем хаҡында онотма. Кешегә ҡарата үҙең эшләгән игелектәрҙе лә, һиңә ҡарата улар эшләгән насарлыҡтарҙы ла хәтерҙә генә тотма — бына ошо хикмәттәр улар.
   — Эй, улым! Донъя — тәрән диңгеҙ кеүек. Күп кешеләрҙе тартып алған ул. Унда кәмәң — тәҡүәлек, йөгөң — иман, хәлең тәүәккәллек булһа, батмаҫһың.
   — Эй, улым! Аллаһы Тәғәләне зекер итеп кенә торған кешеләрҙе күрһәң, улар менән бергәрәк булырға тырыш.
Читать далее

Бәйғәмбәребеҙгә бәйле хикәйәттәр...

Имам Ғариф — хажи Ғабдрахман

                  Бәйғәмбәребеҙгә бәйле хикәйәттәр...

                          ” Инжил” дәге хаҡиҡәт

     Ғайса ғәләйһиссәләмдең вафатынан һуң IV — V быуаттарҙа төрлө апостол* мөәллифтәр тарафынан Аллаһ һүҙҙәрен үҙҙәренә ҡулайлы итеп йәки үҙгәртеп 400-гә яҡын «Инжил» китабы яҙылып, нәсара* араһында таралған була. Папа* Жаласюс I Һижрәткәсә 492 йылда папа тәхетенә ултырғас, дүрт Инжилды ҡанунлаштыра, ә ҡалғандарын уҡымаҫҡа һәм юҡ итергә бойора. Шуларҙың араһынан «Барнаба Инжиле»н уҡылыуы ҡәтғи рәүештә тыйылған китаптар исемлегенә индерәләр. Хатта уны уҡыған кешене язаға тарттырыу ҡаралған була.
     Шуға ҡарамаҫтан, өс Барнаба Инжиле урлана. Шуларҙың береһе бер аҙ ваҡыт үткәс, Вияналағы Император китапханаһына еткәс, инглиз теленә тәржемә ителә. Икенсеһе һуңғараҡ Бөйөк Британияның Британия музейына, ә өсөнсөһө Америка Конгресы китапханаһына ебәрелә. Бында был китаптар хәрби сер булараҡ һаҡланалар.
Читать далее

Башҡорт суфый шәйех Зәйнулла ишан

                                              Башҡорт суфый шәйех Зәйнулла ишан

     Башҡорт суфый шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлевтың (1833—1917 ) ҡыҫҡаса тормош юлы
     Зәйнулла-ишан 1833 йылдың 23 мартында Ҡорбан байрамы көнөндә Троицк өйәҙенә ҡараған Туңғатар волосының (хәҙерге Башҡортостан Републикаһының Учалы районы) Шәрип ауылында ҡыуаҡан ырыуы башҡорттары ғаиләһендә тыуған.
     Уның шәжәрәһе түбәндәгесә: Зәйнулла — Хәбибулла — Рәсүл — Муса — Байрамғол — Ғашиҡ — Солтанай — Морат Тобай — Ураҙғали — Яғшай — Ятабай — Ҡабул (Ҡабулдың кем улы булыуы билдәһеҙ).
     Зәйнулла тәүҙә үҙенең тыуған ауылында, унан һуң Малай Муйнаҡ ауылында Яҡуп-шәйехтә белем ала. Был шәйех Ахун ауылына (хәҙерге Учалы районы Ахун ауылы) күсеп киткәс, уҡыусылары, шул иҫәптән, үҫмер Зәйнулла ла уның артынан китә. 1851 йылда 17 йәшендә Троицкиға юллана. Унда дамулла Әхмәт бин Хәлит әл-Минҡариҙан (1870 йылда вафат була) шәриғәт буйынса тәрән белем ала. Зәйнулла ете йыл буйына ғәрәп теленән, фекерләү, хикмәт, кәлам (был фәндән ул «Шәрх Ғакаид Ғадудия» китабын уҡып сыға) фәндәренән белем туплай. Шәйех дамулла Мөхәммәт Шаһ бин Мираҫтан Изге Ҡөрьәнде уҡыу (тәжүит) буйынса ла белем ала. Мәҙрәсәне тамамлап, уҡытыусылыҡ эшенә таныҡлыҡ (ижазәт) алып, тыуған яғына ҡайта. 1858 йылда Верхнеурал өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Аҡҡужа ауылына имам итеп тәғәйенләнә. Бында үҙенең мәҙрәсәһенә нигеҙ һала һәм уҡытыу эшен башлай. Шул йылда өйләнә.
Читать далее

Ҡаһым түрә

башкирский всадник

                           Ҡаһым түрә

   Бер заман француз батшаһы Наполеон, Россияға ҡаршы һуғыш асып, рус батшаһы Александрҙы Мәскәүҙән ҡыуып сығарған. Александр батша ғәскәре менән Мәскәүҙе кире үҙ ҡулына алыу өсөн ни тиклем һуғышһа ла булдыра алмаған. Көн уйлаған, төн уйлаған, көндәрҙең берендә бер уйға килә алған. Үҙенең һанаттарына әйткән: «Минең ҡул аҫтымда башҡорт тигән халыҡ бар бит әле. Шуларҙан ғәскәр һорап ҡараһаҡ, ҡалай булыр икән?» — тигән. Һанаттар: «Дөрөҫ әйтәһең, батша хәҙрәт, был эште булдырһа, шулар ғына булдыра инде», — тигәндәр. Башҡорт иленә илсе ебәргәндәр. Был хәбәрҙе алғас, башҡорттарҙың аҡһаҡалдары йыйылышып кәңәш-төңәш иткәндәр. «Барайыҡ, шул дошмандарҙы айҡайыҡ, батырлығыбыҙҙы күрһәтәйек», — тигәндәр, Тирә-яҡҡа һөрән һалғандар, «Һуғышырға теләгән кешеләр, ҡоралдарын алып, аттарына менеп сыҡһын», — тигәндәр.
   Күҙ асып йомғансы йыһан ғәскәр йыйылған. Йыйылышып, һуғышырға тип, юлға сыҡҡандар. Башлыҡ итеп Ҡаһым түрәне һайлағандар.                  Ашамағандар, эсмәгәндәр, ун көн, ун төн киткәндәр. Читать далее

Икенсе әрме

Башкиры, война 1812 год                         Икенсе әрме

   Берҙән-бер көн француз батшаһы Мәскәү батшаһына һуғыш аса. Күп ер-һыуын, күп ҡалаларын баҫып алып, Мәскәүгә килеп инә. Француздар Мәскәүҙе килеп алғас, батша, һанаттарын эйәртеп, Мәскәүҙән сығып киткән. Үҙ һанаттарының ҡалтырап тешәүен күргән батша ҡулына бер ус тупраҡ алып әйткән, ти: «Ай, ата-бабам йөрөгән ер-һыуым! Шулай уҡ дошманға ҡалырһығыҙмы икән ни? Ҡабат миңә һеҙҙе күреү насип булмаҫмы икән ни?». Һанаттары ләм-мим һүҙ әйтмәй, баштарын баҫып, уйға талып тик ултырғандар, ти.
   Был хәлде ситтәрәк ауын ямап ултырған бер балыҡсы ҡарт ишеткән дә батша янына килгән, ти. Читать далее

Салауат менән Балтас

                                               
                                            башкирские всадникиСалауат менән Балтас

   Урыҫ батшаһы башҡорттарҙың батыр, һуғышсан халыҡ икәңен белен, оло яу-фәлән сығып китһә, уларҙы яуға аты-ние менән саҡырыр булған.
   Бер заман прусактар менән һуғыш башланғас, башҡорттарҙы яу сабырға саҡырып батшанан фарман килгән. Күп ир-егеттәр менән атҡа атланып, Танып буйҙарынан Ҡыйғаҙы, Балтас тигән старшина, Йүрүҙән яҡтарынан Юлай батыр яуға киткән. Балтик диңгеҙе буйында дошманды ҡыйратҡас, батша башҡорт ғәскәрҙәрен йыйып алған да, башлыҡтарының теләгенә, хеҙмәтенә ҡарап, төрлө бүләк, чиндар биргән. Теләге буйынса Ҡыйғаҙы батыр ер-урман, Балтас— фәҡәт аҡса алған. Юлайға ер-һыу ҙа, миҙал да тейгән.
   Ҡолой Балтастың ере былай ҙа күп булған. Шулай ҙа, яуҙан ҡайтып күпмелер йәшәгәс, хәҙерге Илекәй ауылы яҡтарындағы урманлы-туғайлы, йылғалы, күлле ерҙәргә күҙе төшкән, шул ерҙәрҙе лә үҙенеке итергә ҡыҙыҡҡан.
   Ул заманда ошо яҡтарҙа Илекәй менән Дауыт исемле ике батыр йәшәгән икән. Был ике батыр әйткән: «Беҙҙең дә ул ерҙәргә күҙебеҙ ҡыҙа, тик уны әйтергә ҡыймай ғына йөрөнөк, — тигәндәр. — Улайһа, өс уҙаман, ил-йорт башы, йәрәбә һалайыҡ. Йәрәбә кемгә сыға, ер шуныҡы булыр». Читать далее

Салауат телмәре

Салауат батыр                       Салауат телмәре

   — Казактар араһында был көндәрҙә бик ҙур эш сығып тора ,— ти Салауат үҙенең телмәрендә. — Дон яғынан бер Бүгәс тигән батыр килеп сығып, батша түрәләренә ҡаршы һуғыш башланы. Ул батыр хаҡында халыҡ араһында: «Ул Әбей батшаның ире Петр икән», — тигән хәбәрҙәр ҙә йөрөй. Ул батырҙан мин хәбәр алдым. Ул: «Башҡорттарға мин ирек бирәм, — ти. Үҙ илдәренә үҙҙәре баш булһындар, башҡорттар үҙ илдәрендә теләһә ҡош булын осһондар, теләһә балыҡ булып йөҙһөндәр», — ти. Батша түрәләренә, баярҙарға, һанаттарға бик ямап күҙ менән ҡарай.
Мин бөтә илдәрҙән хәбәр алдым. Ошо форсаттан файҙаланып, Бөрйән, Тамъян, Түңгәүер, Үҫәргән, Табып, Ҡатай, Юрматы, Ҡыпсаҡ илдәре бере лә ҡалмай, күтәрелергә тора. Читать далее

Салауат

Салауат Юлаев                        Салауат

   Йүрүҙән һыуы тирәһендә боронғо ҡарағайҙарҙан ҡалған таш бағана бар. Яланға сыҡҡас та ул күҙгә бәрелеп тора. Шул бағанаға бер нисә ҡаҙаҡ ҡағылған. Салауат яуы ваҡытында унда Салауат кешеләре мылтыҡтарын элгәндәр, аттарын бәйләгәндәр.
   Хәйер, Салауат хаҡында һеҙ белмәйһегеҙҙер әле. Әгәр минән ишеткәнде кешегә әйтмәһәгеҙ мин һеҙгә бер тарих һөйләйем.
   Бик күптән булырға кәрәк, минең мәрхүм олатай уны аҙ-маҙ ғына хәтерләй ине.
   Бына ошо беҙ ултырған ерҙә ҡуйы урман булған. Айыуҙар ҡуян кеүек тегендә-бында сабышып йөрөгән. Кеше үтмәҫлек ҡарағайлыҡ булған. Бына шул урман, бөтә тирә-яҡ, арҙа халҡының ерҙәре булған. Халыҡ бик яҡшы йәшәгән. Көтөү-көтөү мал аҫраған. Көтөүҙәре күҙ күреме ерҙән дә ҙур булған. Был халыҡ бик тыныс көн иткән, бер кемгә лә теймәгән, шулай үҙ алдына йәшәй биргән. Бер заман урыҫ түрәләре башҡорттарҙы ҡайыҙлай, талай башлаған. «Халыҡ бай, ҡара, тәртип белмәй», тип, ҡыҫа башлағандар. Иң башлап ерҙәрен тартып алғандар ҙа баярҙарға һатҡандар. Мал-мөлкәттәрен алғандар. Был арҙа халҡының малын ҡырғыҙҙарҙа ҡыуып алып китеп торған. Арҙа халҡы бер нәмәһеҙ тороп ҡалған. Аптырағас, был арҙа халҡы ҡылысҡа йәбешә башлаған. Әгәр берәү яһаҡ түләтергә, йә бүтән берәй эш менән быларҙың ауылына килһә, уның күбеге лә, төкөрөгө лә ҡалмай икән. Арҙа халҡын йыуашлатырға ғәскәр ебәрә башлағандар. Былар уның һайын яман булғандар. Ҡаршы барыу бик ауырлашҡан. Читать далее